«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Ихтилал, тип әҙ саптымы ни халыҡ?



07.11.2015 Ихтилал, тип әҙ саптымы ни халыҡ?

йәки Етмәйек бүтән ахыр сиккә.

Ихтилал, тип әҙ  саптымы ни халыҡ?Ноябрь баштары етһә, бала саҡтан ҡалған “…Октябрь байрамын беҙ тәбрик итәбеҙ…” тигән йыр юлдары иҫкә төшә лә тора. Уның байрам булмауына инде нисәмә йылдар үтһә лә. Ни тиклем ҡанға һеңгән был дата. Заманында иң ҙур байрам тип һанап йөрөтөлгәне лә ваҡыт үтеүгә “арба”нан төшөп ҡалһынсы әле. Хәйер, ғүмер ағышы уның ише генә сағыу ваҡиғаларҙы һелтәп төшөрҙөмө ни?! Был ниңә ҡапыл революцияны һағына, тигән яңылыш уй-һорау башығыҙға килмәһен. Һағыныуҙан түгел, ә иҫкә алыуҙан. Ни тиһәң дә, күтәрелештәр шауҡымы беҙҙе бер ваҡытта ла ташлап киткәне юҡ. Бөгөн Рәсәй революцияһыҙ көн итә икән, әле ул мәңге шулай буласаҡ тигән һүҙ түгел. Сәбәптәрме? Табылыр. Юлбашсылар­мы? Тыуыр. Ҡорбандармы? Аллам һаҡлаһын, әммә күрерҙе күрербеҙ. Ниңәлер шундай уйҙар тыуҙы башта. Уйланмай ҙа мөмкин түгел, төрлө янау, күршеләрҙә һәм алыҫыраҡ сит илдәрҙә лә “төҫлө революциялар” тоҡанып тора бит.

Булһа, исем ҡушылыр…

Беҙҙең ил бер быуат эсендә ике ҙур революция кисерҙе. Тәүгеһе бөйөк ине. Октябрь революцияһы көнөн оҙаҡ йылдар байрам иттек тә, икенсеһе менән “баҫтырып” ҡуйҙыҡ. Тегеһе лә, быныһы ла ҙур түңкәрелеш менән тамамланды. 1917 йылдағыһы империяны коммунистик идеялар менән һуғарыл­ған бәхетле киләсәккә әйҙәһә, ҙур илде бар итһә, 1990 йылда башланғаны (уны 1989 йыл тип тә, 1993 тип тә билдәләргә була) шул ҙур илде пыран-заран килтереп, байтаҡҡа “ябыҡтырып”, өҙөк-йолҡоҡ хәлгә ҡалдырып, коммунистик идеяларға ҡаршы юҫыҡта “гөрләп үтеп”, яңыса үҫешкә юлландырҙы.
Бөтә революцияларҙың да сәбәбе бер. Ябай телдә әйткәнсә, түҙеп торғоһоҙ була башлаһа, көт. Идеяны күтәреп алыусыһы, ярҙам итеүсеһе (бөгөн күберәк ситтән) табыла. Ә инде революциянан һуң нисек йәшәргә? Был һорауға төрлөсә яуап бирергә була. Мәҫәлән, Борис Ельцин реформалар үткәрә башлағайны. Улар, вәғәҙәләүҙәренсә, илдең “сәскә атыу”ына килтермәне. Олигархтар үҫеп сыҡты. Шул ғына. Әле яңырыштар осоронда йәшәйбеҙ. Тик һөҙөмтәһе тураһында һөйләүе иртәрәк кеүек.
Әйткәндәй, ХХ быуатта революциялар бер беҙҙә генә булманы бит. Барлаһаң, хатта атамаларына ла шаҡ ҡатаһың.
Мәҫәлән, 2000 йылда Югославияла “Бульдозер революцияһы” булған, имеш. Тап ошо трактор менән митингта үҙәк телевидениены “алғандар”. Бульдозер машинисы Любислав Джокичты революция символы тип атағандар әле, етмәһә. Хәҙер ул ил дә, шул мәлдә ҡолатырға теләгән етәкселәре Слободан Милошевич та юҡ (төрмәлә вафат булған) инде.
Туниста тәүге “Йәсмин революцияһы” 1987 йылдың 7 ноябрендә була. Ул ваҡытта беренсе президенттары “ҡолатыла”. Икенсе ошо уҡ атамалы күтәрелештә беренсеһе урынына ҡуйылған икенсеһе лә властан бәреп төшөрөлә. Ил символы йәсмин бында. Шундай уҡ революция 2011 йылдың башында Мысырҙа тоҡана. Баш күтәреүселәр, эшһеҙлекте бөтөрөргә, эш хаҡын күтәрергә, аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуын туҡтатырға, тигән талаптар ҡуя, йәшәү кимәленең түбән булыуына ризаһыҙлыҡ белдерә. Власта 30 йыл ултырған Хөсни Мөбәрәк отставкаға ебәрелә.
1986 йылда Филиппинда президенттарын алып ташлауға килтергән ғауға “һары революция” тип йөрөтөлә.
Һанай китһәң, Хорватиялағы “Бүрәнә революцияһы”н (1990 йыл), Португалиялағы “Ҡәнәфер революцияһы”н да (1974 йыл) исемлеккә индерергә мөмкин. Булһын ғына, исемен ҡушырҙар, тигән, ти, бер абзый оҙаҡ көткән ейәне тыуыр алдынан. Шуның кеүек, революцияларға ла атаманы йәһәт кенә табалар бит.

ХХI быуат революциялары

Улар бөгөн дә дауам итә. “Ғәрәп яҙы” тигәнен әйтәм. 2010 йылдың 18 декабрендә башланған демонстрациялар, болалар Тунис, Мысыр, Йемен, Ливия, Сүриә, Бахрейн, Алжир, Ираҡ, Кувейт, Ливан, Мавритания, Судан, Израиль аша үтте. Сүриәләгеһе хаҡында әйтеп тороу урынһыҙ. Күгендә беҙҙең бомбардировкалар “майҙан тота”.
Майҙан тигәндән, 2004 йылдың 22 ноябрендә башланған “Ҡыҙғылт һары революция” Украина өсөн артыҡ ҙур юғалтыуҙар килтермәгәйне әле. “Евромайҙан” ғына күрше дәүләтте фажиғәгә һәм тупикка алып барып терәтте.
Грузияла 2003 йылда булған “Рауза революцияһы” ла яҡшы һөҙөмтә бирмәне. Ил башлығы вазифаһын оппозиционер Михаил Саакашвили ҡулға төшөргәйне, дәүләт үҫеше бер ҙә гөрләмәне. Ҡырғыҙстанда ла “төҫлөләр” рәтенән түңкәрелеш булып, ил етәксеһе алмашынды. Күрәһең, ғауғаһыҙ бер мәсьәләне лә хәл итеп булмайҙыр.

Ә мөмкинме?

Бынан бер нисә йыл элек “Новый регион – Москва” баҫмаһы фараздар йыйған – ә революция беҙҙә буласаҡмы? Яуаптар ярайһы етди күренә. Захар Прилепин тигән яҙыусы әйтеүенсә, Рәсәйҙә теләһә ҡайһы аҡылһыҙлыҡ һәм һаҡһыҙлыҡ та ихтилал күтәрерлек. “Мәҫәлән, – тигән ул, – “беренсе кеше” иҫтән яҙып ҡолап, хәтерен юйһа, тиҙ генә яңы лидер барлыҡҡа килә лә, бөтәһе лә үҙгәрә…” Тағы: “Бөгөн революцияға нигеҙ ҙә юҡ кеүек. Тотороҡлоҡ бар, етәкселектең рейтингы юғары, ойошҡанлы һәм ышаныслы оппозиция юҡ”, – тип тә өҫтәгән.
Константин Киселев атлы политконсультанттың фаразы ла ҡыҙыҡ: “Октябрь түңкәрелеше интернет һәм мобиль бәйләнеш эргәһендә Тымыҡ океандағы күләүек кеүек кенә. Лениндың эшмәкәрлеген ҡаҙаныш итергә ярамай. Бөгөн үк балаларҙың 90 проценты уны белмәй… ХХI быуатта революциялар буласаҡ. Моғайын, сәйәси йүнәлештә түгел, ә технологик, биотехнологиктыр. Мәҫәлән, кеше ғүмере оҙонлоғон 100 – 150 йәшкә еткереү үҙе революция. Күпләп клонлаштырыу, осоу аппараттары яһау, мейе эшмәкәрлеген көсәйтеүсе препараттар сығарыу”.
Берәү ҡәтғи әйтә – донъяла революция тыуҙырыусы хәл юҡ. Коммунистар партияһы вәкиле Иван Мельниковтыҡы был фекер. Уныңса, беҙҙә халыҡ әҙер түгел, барыһы ла тотороҡлоҡҡа ынтыла. Революция булһын өсөн “түбәндәгеләр” “үрҙәгеләр”ҙең эшмәкәрлеге менән бик ныҡ риза булмаҫҡа тейеш.
Рус милләтсеһе Андрей Савельевтың да һүҙе ҡыҫҡа: “Фәҡирлек булған ерҙә бунт та тоҡаныусан”.
Һәр кем үҙенсә һығымта яһай.

Ә был ваҡытта…

Йыш ҡына түңкәрелештәрҙән ғәйепһеҙҙәр ыҙа сигә. Ябай халыҡтың күпселек өлөшөнә тейә был бәхетһеҙлек. Һө­ҙөмтәлә тағы бер бола сыға, тағы, тағы. Берәүҙәр башлай, икенселәр зыян күрә, өсөнсөләр хәл-торошто нисек тә яйлар­ға маташа. Ғауға географияһы таралмаһын өсөн. Бөгөн Рәсәй Сүриәлә ана шул өсөнсөләр ролен үтәй. Ил күпме аҡса түгә, тип әрләүселәр ҙә, ниңә ҡыҫыла, тиеүселәр ҙә етерлек. ИГИЛ-ды бомбаға тотоу өсөн тотонолған аҡса, әйтерһең дә, беҙҙең кеҫәгә инеп ята?! Ҡыҫылмаҫ ине, Рәсәйҙән башҡа төбәкте тынысландырыу сараһын тапманылар. Ҡыҫылмайыҡ. Көтә­йек. Ҡасаҡтарҙың Европаны яулап бөтөп, инде беҙгә ағыл­ғанын һәм, Аллам һаҡлаһын, сигебеҙгә ҡара әләмен елберләтеп радикалдар үтеп ингәнен...

Әйткәндәй

Дағстан егете Гаджи Магомедовҡа ҡарата суд тамамланды. Ул республикала хөкүмәткә ҡаршы болала ҡатнашҡаны, ИГИЛ-да һуғыш­ҡаны өсөн 17 йылға ҡаты тәртиптәге колонияға ебәреләсәк. Магомедов ғәйебен яртылаш таный – ике йыл элек хөкүмәткә ҡаршы сараларҙа ҡатнашҡан, ә Сүриәлә булмаған. Уны һорау алғанда ныҡ туҡмағандар һәм ул тәфтишсе теләгәнсә әйтергә мәжбүр булған.
Дәүләт ғәйепләүсеһе был кешегә иң ҙур яза ваҡыты биреүҙе һораған – 25 йыл төрмәне, сөнки “ул ваххабит, йәмғиәт өсөн ҡурҡыныс һәм әлеге власҡа радикаль ҡарашта”. Суд Магомедовтың ҡатыны, бәләкәй балаһы булыуын иҫәпкә алған һәм яза ваҡытын кәметкән. Бына шундай “революционер”…

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға