«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Туҙҙырылған донъя



06.11.2015 Туҙҙырылған донъя

йәки Иҫке тарихтың яңырғаны.

Туҙҙырылған донъяӘгәр ер шарын оло бер ҡырмыҫҡа иләүе итеп күҙ алдына килтерһәк, хәҙер ул әрһеҙ айыу тырнағы менән туҙҙырылған хәлдә. Унда меңдәрсә йыл ғүмер кисергән аҡ, һары, ҡара тәнле, төрлө телле һәм динле бихисап ҡырмыҫҡа-кеше сәбәләнә – ҡайҙалыр ашыға, ниҙер ҡора ла, уны емерә, бер-береһе менән бәрелешә, тапай, үлтерә, ни ҡылғанын үҙе лә аңламай. Хөрәфәткә ышаныусылар хәҙер үк Ҡиәмәт етеүе менән ҡурҡыта. Мостай ағай әйтмешләй, "Ут менән һыу ҡушылып аға хәҙер, / Күк төбөнә тауҙар ишелә. /Әжәлдәрҙән ҡурҡыу бөттө инде,/ Әҙәмдәрҙән ҡурҡып йәшәлә". Дәүләттәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙә шик-шөбһәләр тамыр йәйҙе, кешеләрҙең холҡонда шымаҡайлыҡ тәбиғи төҫ алды. Хатта үҙебеҙҙең ил эсендәге сәйәсәттә лә, яңғыҙ кешегә ҡарағанда тотош халыҡты алдау еңелерәк, тигән фекер алда йөрөй.
Һиҙелмәй генә ғүмер үтеп бара. Бер быуынға алмашҡа икенселәре килә. Хәҙерге йәштәр ҡасандыр Бөйөк Британияның премьер-министры Уинстон Черчилль атлы кеше булғанын белһә, тарих дәреслектәренән уҡып ҡына беләлер. Ә инде Америка Штаттарындағы кескенә Фултон ҡаласығы һәм ундағы Вестминстер колледжын хәтерләүселәр табылырмы икән? Ул ваҡытта инде отставкалағы премьер Черчилль 1946 йылдың мартында ниңә ошо уҡыу йортон үҙенең янъяллы сәйәси телмәре өсөн һайлаған икән? Бының сәбәптәре, әлбиттә, бар, әммә бөгөн уның ритуаль яғы мөһим дә түгел. Көнбайыш донъяның ул саҡтағы күренекле һүҙ оҫталарының береһенең ни әйтеүе һәм ошо сығыштың алдағы тиҫтәләрсә йылдарға ни дәрәжәлә йоғонто яһауы географик осраҡлыҡтан мөһимерәк.
Уҡыусыны йәнә бер осраҡлыҡ тураһында иҫкәртергә кәрәктер. АҠШ-тағы Фултон ҡалаһының тәүге пароходты уйлап тапҡан Роберт Фултон менән һәм Вестминстер колледжының Бөйөк Британия хакимдары, парламент һәм хөкүмәт резиденцияһы урынлашҡан тарихи район менән, әлбиттә, уртаҡлығы юҡ. Ләкин әлеге ҡала һәм Черчиллдең ундағы сығышы Икенсе донъя һуғышынан һуңғы осор тарихын бороп ебәргән һәм халыҡ-ара хәлдәргә бығаса күрелмәгән көсөргәнешлек биргән синоним булып ҡала, тарихсылар, Көнбайыш менән Советтар Союзы араһында "һалҡын һуғыш" шул сығыштан аҙаҡ башланды, тип иҫәпләй. Был раҫлау менән ризалашмау мөмкин дә түгел. Шул уҡ ваҡытта Черчиллдең 1946 йылдың авгусында Цюрих ҡалаһында "Уян, Европа!" тип аталған йәнә бер телмәре тураһында оноталар. Фекерҙе йүгертеберәк әйткәндә, Черчилль йәй яҙғы сығышын аныҡлай төшкән, уға тағы ла ҡырҡыулыҡ өҫтәгән.
Ошолар тураһында уйланғанда рус халҡының бөйөк тарихсыһы Василий Ключевскийҙың әйткәндәре хәтергә килә. "Тарих һис бер нәмәгә лә һабаҡ бирмәй, бәлки шул һабаҡтарҙы белмәгән өсөн язаға ғына тарттыра", – тигән ул. "Һалҡын һуғыш"тың атаһы хан заманынан инде баҡый илендә. Икенсе донъя һуғышы барышында уҡ, Гитлерға ҡаршы дәүләттәр башлыҡтары илдәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе мөмкин ҡәҙәр тиңлек һәм ғәҙеллек шарттарында ойошторорға килешкәйне. Һәр хәлдә, халыҡтарҙың күпселеге мәхшәр бүтәнсә ҡабатланмаҫ тигән фекергә ышана башлағайны. Ләкин, ауыҙы ашҡа тейһә, алйот ҡоторор, тигәндәй, Көнбайышта замана черчиллдәре йәнә пәйҙә булды һәм улар ҡурҡытыу-өркөтөү йәһәтенән легендар премьерҙан арттырып уҡ ебәрә. Сөнки сәүек, көсһөҙ булһа ла, оло эткә ҡарағанда әсерәк тә, йышыраҡ та сәңкелдәй.
Әммә тарих юлына тағы ла әйләнеп төшәйек әле. Икенсе донъя һуғышы тамамланып, әсәләр менән сабыйҙарҙың күҙ йәше әле кибергә лә өлгөрмәгән. Кешелек һуғыш килтергән харабалар, аслыҡ, яралар менән яфаланған бер ваҡытта хакимдар, дипломаттар, сәйәсмәндәр затлы кабинеттарҙа, сит күҙҙәрҙән ҡасып, Ер шарындағы тормошто үҙҙәре теләгәнсә үҙгәртеп ҡороу, дәүләт сиктәрен күсереү, сәйәси системаларҙы үҙ мәнфәғәттәрендә ойоштороу менән мәшғүл. Был көсөргәнешле эш, интеллекттар ярышы, тәбиғи, халыҡтарға уңайлы, етеш һәм хәүефһеҙ тормош булдырыу маҡсатын күҙ уңында тотмай. Ғөмүмән, ҙур сәйәсәт ябай кешеләрҙең ихтыяжынан алыҫ була һәм, башлыса, хакимдарҙың шәхси мин-минлеген ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелә.
Черчиллдең Фултондағы сығышы, АҠШ-тың элекке президенты Рональд Рейган фекеренсә, хәҙерге Көнбайышты ғына тыуҙырманы, бәлки планетабыҙҙа тыныслыҡ урынлаштырҙы. Был тезис менән килешергә лә, килешмәҫкә лә мөмкин, әммә Фултон һәм уның һөҙөмтәләре тураһында фекер йөрөткәндә коммунистик идеология штамптарына таяныу ҙа дөрөҫ булмаҫ. Сәйәсәттә объектив ҡараш өҫтөнлөк иткәндә генә ул идеология ҡоралы булыуҙан арына ала.
"Һалҡын һуғыш", уның тарихы, сәйәси, иҡтисади, социаль, идеологик, хатта шәхсән аспекттары, Көнбайыш менән совет блогы, бәғзе илдәр араһындағы мөнәсәбәттәр Американың тарих фәнендә төп темаларҙың береһе булып тора. "Һалҡын һуғыш" тураһында тиҫтәләрсә китап һәм йөҙҙәрсә мәҡәлә яҙылған. Һәм ошо тема, халыҡ-ара хәлдең ифрат ҡатмарланыуы арҡаһында, йәнә иғтибар үҙәгендә. Һеҙҙең хәбәрсегеҙҙең онотола башлаған мәсьәләгә әйләнеп ҡайтыуы ла шуның менән аңлатыла.
Фултондағы сығышына ҡәҙәр бер йыл самаһы элек, фирҡәһе һайлауҙарҙа еңелгәндән һуң, Черчилль отставкаға киткәйне. Мин-минле сәйәсмән быны ауыр кисерә һәм АҠШ-тағы телмәре, өҫтәүенә, президент Трумэндың оҙатып йөрөүе уны ҙур сәйәсәткә ҡайтарырға тейеш ине. Черчилль өсөн икенсе мәсьәлә лә мөһим: вазифалы шәхес булараҡ, ул үҙ ҡараштарын иркенерәк, хатта ҡырҡыуыраҡ та белдерә ала.
Яуаплы сәйәсмән булараҡ, Черчиллгә донъяны нисек күреүен һәм аңлауын әйтеп биреү кәрәк. Икенсе донъя һуғышынан аҙаҡ хәл ҡатмарлы, буталсыҡлыҡ көслө. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә бөтөнләй яңы концепция кәрәк. Гитлерға ҡаршы коалиция тиҙ тарҡала һәм элекке союздаштар араһында етди бәхәстәр ҡуйыра бара. Сталин етәкселегендәге Советтар Союзы үҙен бик ышаныслы тота һәм, фашизмды төп еңеүсе һәм унан төп ҡаза күреүсе булараҡ, һуғыштан һуңғы Европаны һәм Азияны бүлгеләү мәсьәләләрендә өҫтөнлөклө хоҡуҡтарға эйә булыуын белдереп килә. Бындай позиция Көнбайыштың сәйәси даирәләрендә һәм йәмәғәтселегендә аңлау таба. Европала әүәл төп держава булған Англияның үҙ статусын юғалтыуын һәм Европаның яртыһында нығынған Совет Армияһының Англияға уның элекке бөйөклөгөн ҡайтарыуға юл ҡуймаясағын Черчилль аңлай.
Советтар Союзын ул саҡта атом ҡоралына яңғыҙы эйә булған Америка ғына туҡтатырға һәләтле ине. Оппозиция лидеры сифатында үҙенең 1945 йылдың ноябрендәге тәүге сәйәси сығышын Черчилль тиктәҫкә генә "Ҡушма Штаттар менән беҙҙең мөнәсәбәттәрҙең мөһим проблемалары" тип атамаған. Әммә АҠШ Европа проблемалары өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға теләрме, донъя супердержаваһы ролен үтәрме, СССР-ҙы "йүгәнләү" юлына асыҡтан-асыҡ баҫырмы?
1990 йылда әлеге Фултонда сығыш яһағанда Рональд Рейган: "Черчилль 1946 йылда донъяуи хакимлыҡтың иң юғарылығында булған, әммә властың һалмаҡлығына өйрәнмәгән һәм тарихи рәүештә милләткә мөрәжәғәт итте", – тине. Фултондағы сығышы мәлендә президент Трумэндың үҙ эргәһендә мотлаҡ булыуын талап итеп, Черчилль уны сетерекле хәлгә ҡуйған. АҠШ-тың үҙендә СССР-ға ҡарата мөнәсәбәт ҡаршылыҡлы булған. Йәмәғәтселек "Рус союздаштар"ға үҙ итеп ҡараһа, "Джо ағай" (Сталин) ябай американдарҙа хөрмәт менән файҙаланған. 1946 йылдың ғинуары аҙағында Трумэн: "АҠШ Берләшкән Милләттәр Ойошмаһын бөтөн донъя вәкиле, берҙәм йәмғиәт сифатында үҫтерә башларға әҙер", – тип белдергән. Ошо шарттарҙа Президентҡа Британия сәйәсмәненең сығышы бик тә ярап ҡалған. Бер яҡтан, ул совет етәкселегенә йоғонто яһар тип көтөлгән, икенсенән, илдең үҙендә йәмәғәтселек фекерен белеүгә форсат биргән. Әгәр ҙә телмәр ыңғай ҡабул ителһә, тышҡы сәйәсәттә советтарға ҡаршы йүнәлеште көсәйтергә мөмкин буласаҡ, әгәр киреһенсә килеп сыҡһа, Черчиллдең сығышы – уның шәхсән фекере генә һәм, ул һүҙ азатлығы менән файҙаланды, тип аңлатырға була.
СССР менән һөйләшкәндә АҠШ дипломатияһының теле ул ваҡытта итәғәтле була һәм өгөтләүҙән ары китмәй. Дәүләт секретары Джеймс Бирнс 1946 йылдың февралендә: "Беҙ армияларыбыҙҙы өйгә ҡайтарырға тейешбеҙ. Беҙ ғәскәрҙәребеҙҙе мөстәҡил дәүләттәр ерендә уларҙың рөхсәтенән башҡа тота алмайбыҙ", – тип белдергән. СССР-ҙы атамай ғына, әммә уны күҙ уңында тотоп, Бирнс ошолай дауам итә: "Бөйөк державалар араһында һуғыш өсөн сәбәптәр юҡ. Иманым камил, дуҫ милләттәр дуҫтарса эш итергә тейеш. Донъяла идеология айырмалыҡтары бар. Ләкин беҙ, берҙәм донъя цивилизацияһының өлөштәре булараҡ, бер-беребеҙ менән мәңгелеккә бәйләнгәнбеҙ".
Күреүегеҙсә, әйтелгән һүҙҙәрҙә һис тә дошманлыҡ юҡ. Өҫтәүенә, Дәүләт секретары Советтар Союзын бер тапҡыр ҙа телгә алмай. Шул уҡ ваҡытта "Нью-Йорк Таймс" гәзите: "Дәүләт секретары, Ҡушма Штаттар Рәсәй­ҙең үҙ маҡсаттарына көс менән ирешергә тырышыуына ғафил ҡалмаясаҡ, тип ныҡлап аңлатты", – тип яҙҙы. Быға СССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары В. Молотов: "Демократияның Көнбайыш тибы тураһында бер генә американ да фекер йөрөтә алмай", – тип яуап бирҙе.
Американың күп кенә сәйәсмәне СССР менән эшмәкәрлектең хәүефле булыуын күрә. Элекке президент Герберт Гувер: "Советтар Америка өсөн нацистар һымаҡ уҡ ҡурҡыныс", – тип раҫланы. Ә Американың БМО-лағы делегацияһы етәксеһе Джон Фостер Даллес: "Совет лидерҙарының үҙ позицияларына үҙгәреш индереүгә һәм килешеүҙәргә барырға теләмәүе улар менән эшләүҙе ифрат ҡыйынлаштыра", – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Совет лидерҙары үҙ граждандарының сит илдәр менән бәйләнешенә юл ҡуйырға теләмәй, беҙгә ҡаршы дуҫ булмаған һәм дошман илдәргә ҡарата ғына була торған хәрәкәттәр ҡора". Был да Даллестың һүҙҙәре. АҠШ-тың илсеһе Джордж Кеннан Мәскәүҙән ебәрелгән телеграммаһында үҙ илен, ысынбарлыҡты айыҡ баһалап, бүтән илдәрҙе коммунизмдан ҡурсалау эшен етәкләргә саҡыра.
СССР Манжуриялағы эш-хәрәкәттәре тураһында Дәүләт департаментына аңлатма биреүҙән, ғәскәрҙәрен Ирандан сығарыуҙан баш тартҡас, Америка президенты уғата ярһый. "Советтар менән әрепләшеүҙән арыным инде", "Рәсәйгә тимер йоҙроҡ күрһәтеп, ҡаты һөйләшмәгәндә, эш тағы бер һуғышҡа барып етеүе ихтимал", "Америка артабан бер ниндәй ҙә ташламаға бара алмай". Трумэн ул көндәрҙә шулай тип яҙа.
Шулай ҙа, әйҙәгеҙ, Черчиллгә әйләнеп ҡайтайыҡ. Уның АҠШ-та сығыш яһаясағы ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Черчилль – әле генә тамамланған һуғыш геройы, АҠШ-тың төп союздашының күптәнге лидеры. Унан һуң Черчиллдең әсәһе Джинни Джером – американ, ирокездар ҡәбиләһенән сыҡҡан. Уинстон үҙе лә үҙенсәлекле кеше, ҡарһүҙҙәре һәм холоҡ-фиғеле менән данлы. Телмәргә килгәндә, уның йөкмәткеһе хәҙер бер кем өсөн дә сер түгел, һәм 2016 йылда уларҙы ғәмгә еткереүгә етмеш йыл тула. Ошо мәҡәләне яҙыуға сәбәптәрҙең береһе лә шул датаға бәйләнгән. Черчилль, Көнбайыш демократияһына ҡаршы ике төп дошман – һуғыш менән золомлоҡ тора, тип раҫлай, инглиз телле ҡәүемдәр ассоциацияһын ойошторорға саҡыра. Уныңса, был дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлекте нығытыу ғына түгел, бәлки хәрби көстәрҙе, арсеналдарҙы, милли именлек системаларын, разведканы, хәрби әҙерлекте берләштереүҙе аңлата. Киләсәктә уртаҡ гражданлыҡ мәсьәләһе лә килеп баҫасаҡ. 1938 йылда Черчилль Гитлерҙы туҡтатырға тейешле "Ҙур альянс" ойоштороу зарурлығын иҫбатлаған. Хәҙер ул Сталинға ҡаршы эш итеү өсөн шундай уҡ альянс төҙөргә тәҡдим итә. Черчилль сығышында халыҡ-ара ауырлыҡтарҙың сәбәбе итеп Советтар Союзын атай. Альянс идеяһы өҫтөн сыҡҡас, күптән түгелге Еңеү яҡтыһына күләгә төштө. Совет Рәсәйе һәм уның халыҡ-ара коммунистик ойошмаһының киләсәктә нимә эшләргә ниәтләүен бер кем дә белмәй. Һәм сәйәсмән фекерен артабан дауам итә: "Балтикалағы Штеттиндан алып Адриатикалағы Тлиестҡа тиклем, бөтөн ҡитға аша, тимер шаршау төштө. Уның аръяғында Урта һәм Көнсығыш Европалағы боронғо дәүләттәрҙең баш ҡалалары – Варшава, Берлин, Прага, Вена, Будапешт, Белград, Бухарест һәм София ята. Бөгөн ошо данлы ҡалалар һәм улар тирәһендәге халыҡ совет йоғонтоһона инә һәм Мәскәү контроле аҫтында. Уларҙағы коммунистик фирҡәләр һәммә өлкәлә тоталитар контроль булдырырға ынтыла".
Әйткәндәй, телмәрендә Черчилль "тимер шаршау" атамаһын ҡулланмай, әммә һүҙ оҫтаһы булыуын иҫбат итеп, көслө эпитеттар һәм метафораларҙы йәлләмәй. Фултондан киткән саҡта Черчилль: "Тарих ағымына йоғонто яһарлыҡ уй-фекерҙәргә башланғыс һалдым тип өмөтләнәм", – ти. Бөйөк Британияның премьер-министры К. Эттли менән сит ил эштәре министры Э. Бевинға ебәргән хатында Уинстон: "Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу маҡсатында көс һәм ҡеүәтте бер ҡәҙәр күрһәтеү зарурҙыр тип ышанам. Яҡын киләсәктә ул Ҡушма Штаттарҙа өҫтөнлөклө фекер буласаҡ тип күҙаллайым", – тип яҙа. Шулай булып сыҡты ла.
Лондон менән Вашингтондың власть коридорҙарында йылдар буйы йыйылып килгән асыуы ҡапыл өҫкә бәреп сыҡты. Уның Уинстон Черчилль теленән яңғырауы осраҡлы түгел, сөнки англосакс берекмәһендә русофобия менән шул ҡәҙәре лә ағыуланған бүтән кешене табыу ул саҡта мөмкин булмаған.
Бөгөнгө һүҙҙе йомғаҡлап, нимә өҫтәргә һуң? Уртаҡ дошманға ҡаршы сыҡҡанда инглиздәр, американдар, рустар, француздар бер булып, алдағы сәйәсәт тоҙаҡтары тураһында уйланмай һуғышҡан. Ябай кешеләр өсөн ошо берләшеү, мәңгелеккә булмағанда ла, оҙаҡҡа барыр кеүек тойолған. "Айырылмаҫтай дуҫыңа ҡайырылмаҫтай һүҙ әйтмә", – тигән аманат сәйәсәт өсөн түгел. Черчилль етмеш йыл әүәл һалған ойотҡо дошманлыҡ сүпрәһен бөгөн йәнә ҡабарта. Ғәмгә ҡысҡырып хәбәр һалынмаһа ла, ҡыҙыу ҡоралланыу, "һалҡын һуғыш" ысынбарлыҡҡа әүерелде. "Тимер шаршау" булмағанда ла, халыҡтар араһында бер-береһенән шикләнеү, аҫтыртын үсләшеү, яңы низағтар өсөн сәбәп эҙләү күләгәһе ятты. Шуға күрә Черчиллде хәтергә алыу түгел, бәлки ул ҡалдырған һабаҡ тураһында уйланырға кәрәк. Сөнки кисәге көн бөгөнгөнөң табын түренән урын алды.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға