14.03.2015 Башлыҡ булғас, конькиҙа ла шыуа бел!
Ейәнсура районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Самат Йәрмөхәмәтовҡа винтовканан атыу буйынса тиңләшеүсе табылманы.
Республикала эшләүсе муниципалитеттар башлыҡтары талантлы етәкселәр генә түгел, шәп йүгереүселәр, оҫта йөҙөүселәр, конькиҙа ла бик шәп шыуа белеүселәр булып сыҡты. Спорт ярыштары халыҡта ҙур сәм уята, трибуналарҙан ишетелгән “Сибай!”, “Ейәнсура!”, “Баймаҡ!” тип ҡысҡырыусыларҙың дәрте быны асыҡ иҫбатланы.
Көньяҡ Урал райондарында эшләүсе муниципалитет башлыҡтары үҙ-ара спорт саралары ярҙамында ла көс һынашып ҡараны. Ярыш волейбол майҙанында башланды, унда учалыларға етеүселәр булманы. Шулай ҙа уларҙан саҡ ҡына ҡалышҡан сибайҙар аптырап торманы, бильярд буйынса еңеү яуланы. Ә инде хәйбуллалар үҙҙәрен иң аҡыллы итеп күрһәтеү юлын тапты – шашка турнирында беренсе урынға сыҡты.
Бөрйәндәр үҙҙәренең шәп йүгеректәр, йөҙөүселәр, конькиҙа шыуыусылар икәнен күрһәтте. Ҡыҫҡаһы, уларҙың тиҙлегенә һоҡланырға ғына ҡала! Ейәнсураларҙың күҙе үткер, мәргән икән – пневматик ҡоралдан яҡшы атып, барыһын да артта ҡалдырҙы.
Мотобиатлон майҙанында муниципалитет башлыҡтары ҡаргиҙәрҙә елдерҙе, атышты, аяҡтарына ла көс төшөрҙө. Бында Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин бөтә дәғүәселәрен дә артта ҡалдырҙы. Шулай ҙа Сибай ҡалаһы мэры Хәлит Сөләймәновтың унан бер нисә секундҡа ғына ҡалышыуын да билдәләп ҡуяйыҡ.
Әйткәндәй, башлыҡтарҙың рәсми булмаған шарттарҙа аралашыуы, спорт ярыштары ойоштороуы бер бөгөн генә түгел. Көньяҡ Урал райондарында бындай саралар 20 йыл самаһы үткәрелә. Киләһе йылда спартакиада Сибай ҡалаһында үтәсәк, сөнки дөйөм мәрәйҙәр буйынса тап улар беренсе урынға сыҡты.
Т. АМАНОВ.