07.03.2015 Хәҙер пулялар Мәскәүҙә оса
Аҙна буйына бөтә иғтибар оппозиционер Борис Немцовты атып үлтереү ваҡиғаһына йүнәлтелде. Ишетһәгеҙ, уны 27 февралдә урамда, Мәскәүҙең ҡап уртаһында, Кремлдән алыҫ түгел ерҙә, Мәскәү йылғаһы күперендә үлтергәндәр.
Сәйәсмән Украина моделе Анна Дурицкая менән ресторанда булып, өйөнә йәйәү ҡайтып барған булған.
Фажиғәнең алдан уйланылған булыуы көн кеүек асыҡ. Енәйәтсе ныҡ әҙерләнгән һәм Немцовты күҙәтеп барып, һөжүм иткән, тигән фараз бар. Етмәһә, 1 мартта оппозиция “Яҙ” тип аталған көрсөккә ҡаршы марш үткәрергә йыйына ине. Уның урынына матәм маршы ойошторолдо.
Немцовтың адвокаты Вадим Прохоров белдереүенсә, уға янаусылар етерлек булған. Моғайын, сәйәсмәндең үлеменә тап оппозиционер булыуы ла булышлыҡ иткәндер. Фажиғә алдынан ғына Немцов “Эхо Москвы” радиостанцияһында сығыш яһаған. Бындағы төп темалар алдан әҙерләнгән марш, Украиналағы һуғыш, ришүәтселек, ғәҙел һайлауҙар хаҡында булған.
Әлегә рәсми фараздар түбәндәгесә, был хаҡта Рәсәй Тәфтиш комитеты вәкиле Сергей Маркин белдерә.
Беренсенән, был – Рәсәйҙәге сәйәси хәл-торошто тотороҡһоҙландырыу маҡсатында яһалған провокация. Икенсенән, Париждың “Шарли Эбдо” журналы редакцияһы эшмәкәрлеге буйынса әйткән фекерҙәренә ҡарата радикал ислам төркөмдәренең үс алыуы. Өсөнсөнән, Немцовтың элекке коммерция эшмәкәрлегенә бәйле. Дүртенсенән, Украиналағы һуғышта ҡатнашыусы бер кеше йә төркөм ҡылған енәйәт. Бынан тыш, көнсөллөк, көнкүреш сәбәптәре лә әйтелә.
Борис Немцовтың үлеме һуңғы 10 йылда Рәсәй сәйәсмәндәренә һөжүмдең иң ҙурыһы икән.
Беҙ был хәҙер инде мәрхүм булған сәйәсмән тураһында нимә беләбеҙ? Оппозицияла торғанынан башҡа?
Беренсе губернатор һәм… вариҫ
Борис Немцов Сочиҙа тыуған. Атаһы Ефим Давыдович Немцов – төҙөлөш буйынса ҙур ғына түрә, әсәһе Дина Яковлевна Эйдман педиатр булған.
Борис мәктәпте – алтын миҙалға, университетты (Н. Лобачевский исемендәге Горький дәүләт университетының радиофизика факультеты) ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Унан һуң ғилми-тикшеренеү институттарында эшләгән, плазма, акустика, гидродинамика менән шөғөлләнгән.
Уның сәйәсәткә килеүе, моғайын, 1990 йылда Горький милли-территораль округы буйынса РСФСР-ҙың халыҡ депутаты булып һайланыуынан башланғандыр. Күп тә үтмәй, ул ошо биләмәлә Рәсәй Президенты һайлауында Борис Ельциндың ышаныслы кешеһе булып та йөрөй.
1991 йылдың 28 ноябрендә Ельцин Немцовты Түбәнге Новгород өлкәһенә башлыҡ итеп ҡуя. Өлкә советы иһә Немцовтың тәҡдиме менән яңы вазифаны раҫлай – өлкә етәксеһе губернатор тип йөрөтөлә. Рәсәйҙә Борис Немцов беренсе губернатор була. Артабан инде Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, яғыулыҡ һәм энергетика министры булып та эшләй.
“Йәмәғәт фекере” фондының 1997 йылдың апрелендәге һорашыуҙарына күҙ һалһаҡ, Немцовты Рәсәй Президенты итеп күрергә теләүселәр 29 процент тәшкил иткән. Ул ваҡытта Геннадий Зюганов (Коммунистар партияһы лидеры), Александр Лебедь (генерал), Юрий Лужков (Мәскәү мэры), Григорий Явлинский (“Алма” партияһы лидеры) кеүектәр унан артта килгән әле.
Төрлө сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, Борис Ельцин Борис Немцовты үҙенең вариҫы тип тә атаған булып сыға. Был хәл булғанмылыр, юҡмылыр. 1998 йылда отставкаға ебәрелгәс, оҙаҡ та үтмәй, Дума һайлауына, Сергей Кириенко, Ирина Хакамада менән берлектә, “Союз правых сил” блогын төҙөй. Депутат булып һайланғас, комитеттарҙың береһендә рәйес урынбаҫары була. Владимир Путин Хөкүмәткә килгәс, Немцов, Путин киләсәктә Президент булырға тейеш, тип белдерә. Аҙаҡтан иһә был фекеренең хата булғанын әйтә.
Оппозицияға китеүенең дә сәбәбе шундалыр. Тағы бер һорау тыуа: Немцов әфәнденең Украинаға ҡыҫылышы бармы? Бөгөнгөһөнә – билдәһеҙ, ә 2004 йылдағы “ҡыҙғылт һары революция” ваҡытында Виктор Ющенконың яҡын көрәштәше була.
Борис Немцов илдә ғәҙел һайлауҙар өсөн көрәшә. 2008 йылда тағы ла президентлыҡҡа кандидатураһын күрһәтә, тик күпкә алда, үҙенең рейтингын белепме икән (уны хуплаясаҡтарын бер процент ҡына кеше белдергән), “ярыш”тан үҙ теләге менән төшөп ҡала.
2010 йылдың мартында “Путин китергә тейеш” тигән мөрәжәғәтҡә оппозиция эшмәкәрҙәре араһында тәүгеләрҙән булып имзаһын ҡуя.
Немцовтың биографияһында ҡыҙыҡлы биттәр байтаҡ. Уның коммунизмға ҡаршы булыуы ла хәтерҙә. “Беҙҙең ил бик үҙенсәлекле, хатта мистика ҡанундары ла эшләй. Күп кеше инаныуынса, Ленинды күммәйенсә тороп, Рәсәйҙә бер генә яҡшы нәмә лә булмаясаҡ”, – тигәненә ышанмаҫ ерҙән ышанырһың да.
Борис Ефимович сәйәсәт тулҡынында ғына ярҙан-ярға бәрелеп йөрөмәгән, шәхси тормошонда ла шундайыраҡ хәл. Өс ҡатындан дүрт балаһы бар. Хатта 50 йәшлек юбилейына граждан никахында йәшәүсе ҡатындары ла бергә йыйылған, имеш.
Һуңғы һөйәркәһе – Украина моделе, 23 йәшлек Анна Дурицкая менән өс йыл осрашып йөрөгәндәр. Үрҙә әйтеүебеҙсә, тап ошо ҡыҙ фажиғә мәлендә бергә китеп барған да.
Фараздар, сәбәптәр, һөҙөмтәләр, һығымталар…
Күп кенә сәйәсмән һәм белгес Немцовты үлтереү заказсыһы исемлегенән ил властарын алып ташлай. Был, улар раҫлауынса, нигеҙле түгел һәм власҡа файҙаһыҙ ҙа. Тик ҡайһы бер Рәсәй оппозиционерҙары һәм сит ил сәйәсмәндәре генә яуаплылыҡты ил властары иңенә һалмаҡсы.
Борис Немцовтың ике туған ағаһы, социолог Игорь Эйдман, Михаил Касьянов, Украина Президенты Петр Порошенко кеүектәр, фажиғә сәбәбен Немцовтың Украина буйынса әҙерләгән докладына бәйле эҙләргә кәрәк, тип белдерә.
Бер төркөм енәйәттә Көнбайыш махсус хеҙмәттәренең ҡыҫылышы барлығын әйтә. Оппозиция етәксеһен, Рәсәй властарына ҡаршы кешене үлтереү беҙҙең илгә Көнбайыштан янаған мәғлүмәти һуғыштың бер формаһылыр, бәлки. Чечня башлығы Рамзан Ҡадиров белдереүенсә, Көнбайышҡа Рәсәйҙәге хәл-торошто ҡатмарландырыу кәрәк. Америка публицисы Пол Крейг әфәнде иһә, үлтереүҙе рус милләтселәре йә АҠШ-тың Үҙәк разведка идаралығы (ЦРУ) ойоштороуы ихтимал, ти.
Фараздар бихисап. Шулай ҙа был ваҡиғаның Рәсәйгә ҡаршы провокация булыуын атаусылар күпселекте тәшкил итә.
Әллә Украиналағы халыҡты ҡырырға тәғәйенләнгән пулялар Мәскәүгә күстеме? Башҡа төбәктәрҙә лә майҙандар бар бит…
Ә был ваҡытта…
Рәсәйҙә “төҫлө революция” яһауҙың өс сценарийы бар, имеш. Был хаҡта РФ Дәүләт Думаһының Халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты етәксеһе Алексей Пушков “Известия” гәзитенә хәбәр иткән.
Беренсе сценарий – “Рәсәй майҙаны” булдырыу. Беҙҙә уның урыны итеп Мәскәүҙәге Болотная майҙанын һайлауҙары мөмкин. Икенсе сценарий – Америкаға уңайлы президент һайлау. Пушков фекеренсә, Михаил Ходорковский был вазифаға, кем әйтмешләй, “йәтеш кенә” кандидат.
Өсөнсө сценарий – иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ. “Авторҙар” уйынса, был күп кешене йәлеп иткән протест хәрәкәттәре тыуҙырасаҡ, ил башлығының абруйын төшөрәсәк.
Шундай һорау тыуа: был донъяла бөтә ваҡиғалар ҙа сценарий буйынсамы икән? Күктәрҙән төшкән программаны әйтмәйем, уныһын кешелек бигүк аңларлыҡ хәлдә лә түгел әле. Бына ниндәй илгә ҡайһы яҙмыш бирергә, тип уйлап-“ижад итеп” ултырыусыларҙы әйтәм. Хайран ҡалырлыҡ. Әллә үҙебеҙгә үҙебеҙ уйлап сығарабыҙмы шул юҡтан бар сценарийҙарҙы?