«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Иҫәп алыу символикаһы – аҡсала



21.08.2010 Иҫәп алыу символикаһы – аҡсала

Рәсәй Үҙәк банкы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһына ҡағылышлы өс һәм ун һумлыҡ иҫтәлекле тәңкәләр сығарҙы.
Өс һумлыҡ көмөш аҡса 39 мм диаметрлы, иретмә «проба»һы – 925. Перепись йылы тураһында мәғлүмәт, «Рәсәйгә һәр кем мөһим!» тигән акция девизы яҙылған тәңкә 7,5 мең дана тирәһе эшләнгән.
Ун һумлығы иһә төҫлө металдар ҡатнаштырып һу­ғыл­­ған, аҡлы-һарылы. Шу­лай уҡ ил өсөн мөһим сараның эмблемалары төшөрөлгән. Тиражы 10 миллион данаға етә. Иҫтәлекле тәңкәләр әйләнештә законлы рәүештә йөрөргә хоҡуҡлы һәм һәр төрлө түләүҙәргә сикләүһеҙ алынырға тейеш.
Халыҡ һанын иҫәпләү акцияһының талисманын билдәләү конкурсы иғлан ителгән. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле – һәр ҙур сараның үҙ талисманы була. Олимпия уйындарын ғына алайыҡ. Сараны үҙенә күрә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итә ул.
Август аҙағына тиклем 18 йәше тулғандар конкурста ҡатнаша ала. Талисман иҫтә ҡалырлыҡ, ҡабатланмаҫ булһын. Уның ысын йән эйәһе лә, әкиәт персонажы ла булыуы мөмкин. Еңеүсенең даны бөтә илгә тараласаҡ, приздар ҙа етерлек. Интернет селтәрендәге www.perepis-2010.ru сайтынан бик күп файҙалы мәғлүмәт алырһығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға