16.01.2015 Әйттең һүҙ…
Сергей Караганов, Юғары иҡтисад мәктәбенең донъя иҡтисады һәм сәйәсәте факультеты деканы, “Аргументы и факты” гәзитендәге әңгәмәнән:
– 2014 йылда Рәсәй бөтә донъяға Көнбайыш “таҡҡан” сәйәсәткә ҡаршы килеүен күрһәтте. Был, әлбиттә, кире реакция бирҙе һәм Көнбайыш менән мөнәсәбәттәрҙең насарайыуына килтерҙе. Оҙайлы ваҡытҡа, тиһәк тә була. Донъяла үҙ фекерен әйтә белеүен күрһәтһә лә, илебеҙ бынан көсәйеп китмәй. Дәғүәселәребеҙ беҙҙең аныҡ, оҙайлы ваҡытлы иҡтисади үҫеш программаһы юҡлығына баҫым яһай.
Беҙҙең элита 2000 йылдар уртаһынан башлап бик еңеллектә йәшәне. Әйтәйек, “нефттең ҡаймағы”нан һимерҙе. Хәҙер “ҡаймаҡ” бөттө. Илдең уңышы үҫештең һөҙөмтәле программаһын алып барыуға бәйле. Көнбайыш санкциялары ҡамасаулаясаҡ, шул уҡ ваҡытта беҙгә көсһөҙ яҡтарыбыҙҙы, ялҡаулығыбыҙҙы күрһәтәсәк. Өҫтәүенә, үҫешкә булышлыҡ итәсәк.