16.01.2015 Һуғыш бөттө. һуғыш дауам итә…
Бөгөн, әйтерһең дә, бар донъя бер журнал тышына баҡҡан. Француздарҙың “Charlie Hebdo” (“Шарли Эбдо”) аҙналыҡ журналы тағы Мөхәммәт бәйғәмбәргә карикатура баҫып сығарған. Был баҫма әлеге шәхескә күптән “бәйләнә”. Үткән аҙналағы теракт уларҙы аҡылға ултыртманы. Ишеткәнһегеҙҙер, 7 ғинуарҙа ҡораллы әҙәмдәр редакцияға бәреп инеп, журналистарға һөжүм итә һәм һөҙөмтәлә 12 кеше һәләк була, тағы ла тиҫтәнән ашыуы йәрәхәтләнә. Был теракт журнал бығаса баҫып сығарған Мөхәммәт бәйғәмбәр карикатураһы өсөн үс алыу тип баһаланды. Енәйәтселәрҙең икәүһен – бер туған Сәйет һәм Шәриф Куашиҙарҙы Париж эргәһендәге бер типографияла йәшенеп ятҡандарында үлтергәндәр, тағы берәүһе ҡулға алынған.
Әлеге фажиғәгә битараф ҡалыусылар булмағандыр. Етәкселектән, сәйәсмәндәрҙән, ғөмүмән, үҙ фекерен белдерергә теләүселәрҙән террорсыларға ләғнәт яуҙырылды, шулай уҡ Алла илсеһенән көлөүсе баҫмаға ҡарата ла ризаһыҙлыҡ белдерҙеләр.
Ә баҫманың яңы һаны тағы аптыратты – бая әйткәнемсә, тышлыҡта бәйғәмбәргә яңы карикатура сыҡты.
“Шарли Эбдо”ның адвокаты ауыҙынан аҡылһыҙ бер һүҙ әйтелде: “Иудейҙы – иудей, мосолманды – мосолман, христианды христиан булғаны өсөн тәнҡитләргә бер кемдең дә хоҡуғы юҡ, әммә христианлыҡ, иудаизм, ислам хаҡында теләһә нимә лә һөйләргә мөмкин”.
Журнал бығаса 60 мең дана менән сыҡһа, яңы һаны, бер аҙ йоҡарыңҡырап (16 бит урынына һигеҙ), өс миллион булып донъя күргән. Йөкмәткеһе шундуҡ 16 телгә тәржемә ителгән. Һатыуҙан килгән аҡсаның күп өлөшө һәләк булған редакция хеҙмәткәрҙәренең туғандарына биреләсәк. Ә карикатуралы тышлығына килгәндә, был “демократик” Европаның хаттин ашыуын күрһәтә. Һәм берҙәмлектәре тарҡалыуын. Террорсылар туҡталып ҡалыр, тип уйлайҙармы? Европа журналистарының, сәйәсмәндәренең бөтә иғтибары – ошо журнал тирәләй барған ваҡиғаларҙа. Ә икенсе бер яңылыҡты бөтөнләй ишетмәмеш-күрмәмеш.
Арсений, тарихты һин генә болғайһың ҡалғайны…
Украинаның премьер-министры Арсений Яценюк хаҡында ишетеп-күреп беләбеҙ. Мәгәр уның менән осрашырға яҙмаһын. Ғөмүмән, ундай әҙәмдәр менән. “Евромайҙан”дан Юғары Радаға килеп ингән әлеге әфәнде Германияның бер телеканалы аша үҙенең ысын йөҙөн асып һалды. Һуң, бығаса әллә битлектә йөрөгәнме ни, тиерһегеҙ. Юҡ, бында һүҙ уның аҡылы тураһында бара. Замана балаһы ла улайтып әйтмәҫ.
Яценюк Берлинға сәфәрендә экран аша түбәндәгене белдерҙе: “Украиналағы Рәсәй агрессияһы – Европала һәм донъялағы тәртипкә һөжүм ул. Беҙ бөтәбеҙ ҙә Рәсәйҙең нисек итеп Германияға һәм Украинаға баҫып ингәнен хәтерләйбеҙ. Әле быға юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ. Бер кемдең дә Икенсе донъя һуғышы һөҙөмтәләрен ҡайтанан яҙырға хоҡуғы юҡ”.
Ә хәҙер иҫләгеҙ: Рәсәй ҡасан Германияға баҫып инде? Иҫләгеҙ: 22 июнь, 1941 йыл… Һәм оҙон дүрт йылға һуҙылған михнәтле һуғыш, миллиондарса ҡорбан, илдәге аслыҡ һәм емереклектәр, етемлек, өҙөлгән бала саҡ…
Яценюкты был һүҙҙәре өсөн ниндәй етәксе тип әйтергә була? Яугирҙар намыҫына ҡара яғып маташыуымы?
Германияның Сит ил эштәре министрлығында әлеге сығыш хаҡында Рәсәй вәкилдәре һорағас ҡына телгә алырға булдылар. Ведомство вәкиле Мартин Шефер ҙа аҡылы яғынан Арсений Яценюктан алыҫ тормай, буғай, уның әйтеүенсә, Украинаның премьер-министры киң мәғлүмәт сараларында үҙ фекерен белдерергә хоҡуҡлы. Йәнәһе, был “ирекле ҡараш, азат булыуҙы күрһәтеү. Был беҙҙең өсөн мөһим. Шуға ла аңлатмаларҙы Германия хөкүмәтенән түгел, ә авторҙан һорарға кәрәк…”
Ярай әле, Шефер әфәнде нацистик Германияның Советтар Союзына ҡарата баҫҡынсылыҡ һуғышының ҡурҡыныс булыуы тураһында ла иҫкә алған булды. Ә ябай немец халҡы Яценюктың фекеренән шаңҡып ҡалды.
Аңлайбыҙ, Украинаға аҡса кәрәк, ә Германияла ул бар. Һуң, шуның бер остоғон алыу өсөн генә лә Яценюк Меркель ханым алдында шулай ярамһаҡландымы ни? Хәйер, бәғзе сәйәсмәндәр хәҙер аҡыл, мейе һәм намыҫ таҙалығы менән әллә ни маҡтана алмай шул. Быны кешеләр аңлай.
Украина Германиянан 500 миллион евро кредит алмаҡсы шикелле. Шуға нисек тә ярарға кәрәк бит. Ахырҙа, премьер-министр нимә әйтергә уйлап тапҡан. Немец элитаһы быға ҡаршы бер фекер әйтһәсе. Дөрөҫ, Германияның Меркель ханымды гел тәнҡитләгән “Һул партия”һы ғауғалап алған булды. Унан һуң тоҙһоҙораҡ ҡына фельетон сыҡты (уның авторы Яценюк сығыш яһаған телеканалдың алып барыусыһы Пинар Аталай ханымдан көлә. Аталайҙың Украина премьерының, советтар баҫып ингән, тигән һүҙенә бөтөнләй иғтибар итмәгәненә баҫым яһала, тимәк, алып барыусы журналистың да белеме шул хәтлем генә).
Яценюктың матбуғат секретары Ольга Лаппо түрәһенең ауыҙынан сыҡҡанды төҙәтергә маташты. “Арсений Яценюк Икенсе донъя һуғышынан һуң Советтар Союзының Германияны икегә бүлеүен күҙ уңында тотто”, – тип аңлатты ханым. Быға берәү ҙә ышанманы. Шунан Яценюк әфәнде үҙенең әйткәнен үҙе аңлатырға тотондо. Хәҙер СССР Европаның бер өлөшөн оккупациялағаны өсөн дә яуаплы. Һуғыштан һуң Советтар Союзы Украинаны, Польша, Венгрия, Чехословакия, Көнсығыш Германияны, Балтик буйы илдәрен баҫып алған. Ә бөгөн Ҡырымға һәм Көнсығыш Украинаға хужа булырға ынтыла.
Һүҙ – атылған уҡ…
Яценюктың әйткәнен күптәр туранан-тура ишетмәне, әлбиттә. Беҙ, тиеүем. Үҙәк каналдар аша еткерҙеләр генә. Ҡуйыртырғамы быны, юҡмы? Хәйер, һорауым урынһыҙ шикелле. Украина премьер-министры тарих дәресенә йөрөмәгәнме икән ни? Бәлки, ул бала сағынан майҙанда тамаша ҡорғандыр? Улай тиһәң, ул саҡта американдарҙың Украина майҙандарына килеп, ҡалас таратып йөрөүе икеле (Киев. “Евромайҙан”. 2013 йыл, 11 декабрь. АҠШ-тың дәүләт секретары ярҙамсыһы Виктория Нуланд “майҙансы”ларҙы печенье һәм ҡалас менән һыйлай. Яценюк та ошо тирәлә).
Белгестәр, Арсений әфәнде ниңә баҫып алыу тураһында әйтте икән, тип баш вата. Бында баш ватыу түгел, ә Чечня башлығы Рамзан Ҡадиров һымаҡ тиҙ арала тос фекер әйтеү дөрөҫөрәктер. Үрҙә телгән алған француз журналы тирәләй элекке енәйәтсе Ходорковскийҙың: “донъялағы бөтә баҫмалар ҙа журналдан өлгө алып, Мөхәммәт бәйғәмбәргә карикатура баҫырға тейеш”, – тигәненә ҡаршы: “Михаил Ходорковский, үҙенең көнбайыш хужаларына ялағайланып, бөтә мосолмандар өсөн, тимәк, минең өсөн дә дошманға әйләнде”, – тине бит Рамзан әфәнде. Бер ҙә кеҫәһенән йоҙроҡ күрһәтмәне. Шулай булғас, Советтар Союзын, тимәк, яугирҙарҙы ла баҫҡынсы тип яла яҡҡан Яценюк беҙҙең дошман була түгелме? Ниңәлер беҙҙең сәйәсмәндәр былай тип әйтмәйерәк тора. “Ҡыйығы киткән” премьерҙың гитлеризмды аҡлауы бит был, һуғышта ятып ҡалғандарҙың яҡты рухын рәнйетеү.
Ә был ваҡытта…
Тарихтан бер юл. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украина 1942 йылдың 22 июленә тулыһынса немец фашистары оккупацияһында ҡала.
Гитлерсыларҙың “Ост” планына ярашлы, баҫып алған ерҙәрҙе үҙләштереү һәм халҡын ҡырыу буйынса шулар эшләнергә тейеш була:
– урындағы халыҡты өлөшләтә “германлаштырыу”;
– Себергә күпләп ебәреү;
– уларҙан бушаған ерҙәргә немецтарҙы урынлаштырыу;
– славян халыҡтарын биологик көсһөҙләндереү;
– физик йәһәттән юҡҡа сығарыу һ.б.
Әгәр, Аллам һаҡлаһын, һуғыш башҡасараҡ тамамланһа, бөгөн ер йөҙөндә Украина тигән дәүләт хаҡында һүҙ бөтөнләй булмаҫ ине. Оккупация осоронда Украинала 3,9 миллион тыныс халыҡ ҡырылған, хәрби әсирҙәрҙән 1,3 миллион кеше юҡ ителгән, Яновский лагерында – 200, Славутичта – 150, Дарницкиҙа – 68, Хоролдә – 53, Уманская Ямала 50 мең әсир бер юлы атылған. Дауам итергәме? Яценюк әфәнде был һандарҙы аңларлыҡ хәлдә түгелдер…