26.12.2014 Мәҙәниәт сәйәсәте бойомға ашырыласаҡ
Мәскәүҙә Дәүләт Советының һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса совет ултырыштары үткәйне. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Берлектәге сара дәүләт мәҙәниәт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләренә арналды.
Рәсәй Президенты Владимир Путин белдереүенсә, Мәҙәниәт йылында байтаҡ әһәмиәтле сара уҙғарылған, бигерәк тә ил төбәктәрендә мәҙәниәткә ҙур иғтибар бирелгән.
Ошо көндәрҙә Президент Указы менән Дәүләт мәҙәниәт сәйәсәте нигеҙҙәре раҫланған. Документта мәҙәниәткә, тарихи мираҫҡа ҡағылышлы мөнәсәбәттәр күрһәтелгән.
Владимир Путин үҙ сығышында ижадҡа, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни ҡомартҡыларын һаҡлауға, рус һәм туған телдәрҙе үҫтереүгә, әҙәбиәткә айырыуса баҫым яһап һөйләне.
– Мәҙәниәт милләтте бар итә, байыта, берләштерә, – тине ул. Президент фекеренсә, төбәктәрҙең мәҙәниәт үҫешендә крайҙы өйрәнеү менән эске туризм өҫтөнлөклө йүнәлеш булырға тейеш. Был йәһәттән илдең өлкә-республикалары үҙҙәренең төбәгенә хас булған турист маршруттары, музейҙар, театрҙарҙы үҙ эсенә алған “мәҙәни пакет” төҙөһә, файҙалы булыр ине.
Рөстәм Хәмитов, ил башлығының тәҡдимдәрен хуплап, мәҙәниәткә иғтибарҙың маҡсатлы йыл тамамланыуға бөтмәйәсәген, киләһе йылда әҙәбиәткә ҙур иғтибар буласағын белдерҙе.
Бөгөн Башҡортостанда 4,2 меңдән ашыу мәҙәниәт учреждениеһы бар, тармаҡ хеҙмәткәрҙәре һаны ғына ла 15,2 мең кешегә етә. Мәҙәни ял, китапхана учреждениелары, балалар сәнғәт мәктәптәре иҫәбе буйынса республика Рәсәй субъекттары араһында беренсе урында тора.