21.11.2014 ИКМӘК ӨСӨН, ҺӨТ ҺӘМ ИТ ӨСӨН РӘХМӘТ ҺЕҘГӘ!
Үткән аҙнала, 14 ноябрҙә, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө үтте. Баҫыу батырҙары өсөн тағы ла бер йыл тамамланған кеүек булды, тип әйтергә кәрәк. Һөнәри байрамдың көҙгө уңышты йыйып алғандан һуң ойошторолоуы айырыуса ҡыуаныслы. Ни тиһәң дә, беҙҙең ауыл хужалығының яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡыуандырырлыҡ көсө бар.
Яҡшы баһа тураһында юҡҡа ғына әйтелмәне, Башҡортостан илебеҙҙә бик күп күрһәткес буйынса алдынғы урындарҙы биләй. Һүҙҙе табыныбыҙ батшаһы – икмәктән башлайыҡ – быйыл 2,7 миллион тонна иген бураға һалынған. Рәсәй кимәлендә үткәрелгән “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә гран-при алыу ҙа республиканың ошо тармаҡтағы кимәлен асыҡ күрһәтә. 1,3 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө, 1,2 миллион тонна картуф, 200 мең тонна самаһы көнбағыш орлоғо йыйып алыу – быйылғы тәбиғәт шарттарында етди һөҙөмтә. БР ауыл хужалығы министры Николай Коваленко билдәләүенсә, ауыл хужалығы тармағы эшсәндәре ярҙамында республика халҡы үҙебеҙҙә етештерелгән йәшелсә-емеш, ит һәм һөт аҙыҡтары менән йыл әйләнәһенә етерлек тәьмин ителгән. Икмәк өсөн республика баҫыуҙарында тир түгеүселәргә, айырыуса Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Мәләүез, Илеш, Дәүләкән райондары хужалыҡтарына рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Сөнки тап улар бураларға игенде башҡаларға ҡарағанда күберәк һалған.
Татлы яратыусылар Әлшәй, Благовар, Бүздәк, Шишмә райондарында шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүсе уңғандарға бурыслы. Быйыл кукуруз емерелеп уңған тип билдәләргә була, айырым төбәктәрҙә уның уңышы бер гектарҙан 75 центнерға тиклем еткән.
Ярты йыл ҡыш булған һыуыҡ төбәктә йәшәйбеҙ бит, шуға ла ит күп ашала. Бөгөн республикала бер кеше өсөн 29 килограмм һыйыр, 15,3 килограмм ҡош ите, 8,4 килограмм сусҡа ите етештерелә. Был – етерлек кенә түгел, артып та ҡалырлыҡ күләм тигән һүҙ. Бына бер нисә йыл рәттән Башҡортостанда һарыҡ һәм йылҡы аҫрау йүнәлешен үҫтерергә тырышалар. Был тырышлыҡтың һөҙөмтәһе шул – быйыл күмәк хужалыҡтарҙа һарыҡтарҙың һаны, яҡынса алғанда, 32 процент самаһына арттырылған. Волгоград өлкәһенән яҡшы тоҡомло һарыҡтар килтерҙеләр, яҡын арала уларҙы заманса шарттарҙа һуйып һатыу өсөн ҡорамалдар ҙа булдырыласаҡ. Итле тоҡом йылҡы һанын да арттырырға ниәтләйҙәр һәм был йүнәлештә эш алып барыла ла инде. Тимәк, йылҡы ите лә баҙарҙа йышыраҡ күренә башлаясаҡ.
Ҡошсолоҡ продукцияһын етештереү күләме арттырылғандан-арттырыла бара. Быға тиклем башлыса тауыҡ итен генә ашарға күнеккән ҡулланыусылар хәҙер ҙур теләк менән күркә итен дә һатып ала. Ҡала урамдарында тиҙ арала асылған өр-яңы ит магазиндары – бының асыҡ миҫалы.
Әлбиттә, бер генә эш тә ярҙамһыҙ булмай, “Күмәкләгән – яу ҡайтарған” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Башҡортостанда эшен башлап ҡына тороусы фермерҙарға, ғаилә фермалары асыусыларға тәғәйенләнгән гранттар бар. Һүҙ етди суммалар хаҡында бара. Мәҫәлән, быйыл 36 хужалыҡҡа бирелгән гранттың дөйөм суммаһы 88 миллион һум тәшкил итә.
Байрам – бер мәл, бер көн генә. Уны лайыҡлы итеп уҙғарыу өсөн йыл дауамында тырышып эшләргә тура килә. Ауыл хужалығы һәм етештереү өлкәһендә тир түгеүсе, ошо ауыр, әммә мәртәбәле тармаҡты тотоп тороусы, алға этәреүсе эшсән дуҫтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! Эшегеҙҙең лайыҡлы баһаһын алып йәшәгеҙ!
Лилиә СИРАЕВА.