«Йәшлек» гәзите » Сәйәсәт » Башҡортостан флагының сувенир төрөн Ҡытай ҙа сығара



07.11.2014 Башҡортостан флагының сувенир төрөн Ҡытай ҙа сығара

Башҡортостан флагының сувенир төрөн Ҡытай ҙа сығараҠытай Халыҡ Республикаһы донъяла ҙурлығы яғынан Рәсәй менән Канаданан ғына ҡалыша. Азияла ул иң ҙуры. Ә инде халыҡ һаны йәһәтенән уға етеүсе юҡ. Үҙенең 1 миллиард 370 миллион кешеһен Ҡытай ҡабат арттырмаҫҡа ла тырышып ҡарай, хөкүмәт “бер ғаиләгә – бер бала” тигән программа ҡабул иткән. Тик был илде тиҙ ҡартайыусылар рәтенә индергән. Эйе, балалар берәмләп тыуа, ә өлкәндәр күп. Айырыуса илдең көнсығышында бик тығыҙ ултырғандар. Был дәүләттә 56 милләт көн итә, 206 телдә һөйләшәләр, 90 проценты – ҡытайҙар.
Иң юғары власть органы – Бөтә Ҡытай халыҡ вәкилдәре йыйылышы. Ул үҙе биш йылға һайлана, үҙ сиратында Ҡытай Халыҡ Республикаһының Рәйесен, урынбаҫарын, Үҙәк хәрби совет рәйесен, Юғары халыҡ суды рәйесен һ.б. шундай органдар етәкселәрен һайлай. Бөгөн дәүләт башлығы – Си Цзиньпин. Идара итеүсе партияны беләһегеҙҙер – бында коммунистар һаны 73 миллиондан ашыу. Әлбиттә, башҡа партиялар ҙа бар, улар­ҙың дөйөм ағзалары 600 мең кеше тирәһе.
Ҡытай цивилизацияһы – үҙ яҙмаһы булған бик боронғо төбәк ул. Ҡытай телендә 80 меңдән ашыу символ бар. Урындағы­лар­ға был ауырлыҡ тыуҙырмайҙыр. Универ­ситет тамамлаған ҡытай кешеһе уртаса биш меңләп иероглиф белә икән.
Ҡытай БРИКС, йәғни иҡтисады йылдам үҫешеүселәр төркөмөнә лә, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре рәтенә лә ингән.

Иҡтисады

Был ил етәкселеге “үҫергә, үҫергә һәм үҫергә” тигән саҡырыу иғлан иткән дә, бына нисәмә йыл инде билдәләнгән юл менән бара. Эске тулайым продукт буйынса икенсе урынға ла сыҡты (беренселә – АҠШ). Иҡтисад үҫеше етеҙлегенә әле уға еткән ил юҡ – һуңғы 30 йылда йыл һайын уртаса 9 – 10 процентҡа күтәрелә бара.
Бишәр йылға план алалар ҙа, әйҙә, алға. Өлкәндәр иҫләйҙер әле: “пятилетка”лар совет илендә лә була торғайны.
Ҡытай иҡтисадына сит ил инвестицияһы күп килә. Шуларҙың 80 проценты – ситтә йәшәүсе этник ҡытайҙарҙан. Ҡайҙан сыҡҡанын онотмағандарға “афарин”дан башҡа ни әйтәһең. Их, беҙгә лә берәй Америка йә Германия башҡорто инвестор булып килһә, ә?!
Ҡытай тураһында һөйләгәндә, уның күп йүнәлеш буйынса алдынғы урындарҙы биләгәне күренә. Ул – индустриаль держава, йыһан һәм ядро өлкәләрендә әүҙем эшләүсе ил. Донъяла файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу буйынса ла ярайһы әһәмиәтле позицияны биләй. XX быуаттың 90 йылдарынан алып бойҙай культуралары, мамыҡ, ит, рапс орлоғо, емештәр етештереү буйынса – беренсе, сәй, йөн сығарыуҙа икенсе урында тора. Сәнәғәт продукцияһының да ҡайһы ғына төрөн алма, әлеге лә баяғы Ҡытайҙа иң күп эшләнгәне асыҡлана. Был ил һәр яңы технологияны йәшен тиҙлегендә үҙләштерә белә. Донъяла иң бейек йорттар төҙөү йәһәтенән алда барған АҠШ-ты уҙып киткән дә, хәҙер абсолют лидер булып һанала.
Тағы бер ғорурланырлыҡ яғы – космонавтика өлкәһендә ҙур аҙымдар яһай. 2010 йылдан йыһан осоштары Рәсәйҙән генә ҡалыша. Ҡытай хәрби етештереү комплексында ҡоралдың һәр төрлөһө, ядро, термоядро, атом һыу аҫты кәмәләре, ҡитға-ара баллис­тик ракеталар – барыһы ла эшләнә.
Һи-ии, Ҡытай тауары, тип көлөңкөрәп әйткән була беҙҙә бәғзеләр. Эйе, баштан-аяҡ шунан килгән. Ҡытайҙар теләһә ҡайһы илдең тауарын да ике һыу тамсыһы кеүек оҡшаш итеп тегә белә. Ултырып эшләргә урын етмәһә, ятып та башҡара ала. Наҙланмайҙар. Шуға иҡтисадтары өҙлөкһөҙ алға барыуына аптырарға түгел.

Аш-һыу

Ҡытайҙар нимә ашай? Был һорау нисектер сәйерерәк яңғыраған кеүек. Улар нимә ашамай? Ә-әә, бына ошолай дөрөҫөрәктер. Әгәр дөрөҫ булһа, бында йола буйынса һаулыҡ һорашыу ҙа (Чигола ма йәки Ни чифань ла ма) русса “Һеҙ ашанығыҙмы?” тип тәржемә ителә икән.
Ҡытай аш-һыуын донъяла иң үҙенсәлеклеһе тип баһалайҙар. Хәйер, ят ризыҡ кемгә лә үҙенсәлекле тойолалыр инде. Ҡытайҙыҡын мин сәйер тиер инем. Шулай булмай, йылан ите, акула айғолаҡтары, бөжәктәр, әкәм-төкәмдәр йүнле ризыҡ була аламы ни? Шуларҙы, етмәһә, оҙон ике таяҡ менән тотоп ашарға. Нимәһе оҡшай? Сәй эсеү, ошо эсемлеккә булған иғтибар оҡшай. Беҙҙә лә сәйләү бик үҙенсәлекле ул. Сәй эсергә кил, тип саҡыралар ҙа, барһаҡ, өҫтәл һыйҙан һығылып тора, һәр береһен тәмләп ҡарарға кәрәк. Исеме генә сәй эсеү. Боҫороп торған самауыр сәйе ҡайҙа, тип һағына ололар. Ҡытайҙа хатта аҡ сәй ҙә бар. Ғөмүмән, теләһә ниндәй ингредиенттан теләһә ниндәй ризыҡ бешерә алалар. Иң мөһиме, аҙыҡтың тышҡы йөҙө “лайыҡлы” булһын (сэ тип атала), хуш еҫ бөркөп торһон (сян) һәм тәме ҡабатланмаһын (вэй).
Был илдә дөгө бик популяр. Күп осраҡта ул икмәкте лә алмаштыра. Иң яратҡандары ла дөгө бутҡаһы, имеш.
Тағы ҡыҙығы шул: илдә өс төп кулинар йүнәлеш бар – шаньдун, сычуань һәм кантон. Тәүгеһе буйынса бешерәһең икән, ризыҡ тоҙлолоғо менән айырылып тора, сычуань ысулына өҫтөнлөк бирһәң, тәмләткестәрҙе йәлләмәйһең, ә кантон кухняһы алдынғы идеялары, яңылыҡтары менән дан тота.

Йолалары

Ҡытай – һәр яҡлап үҙенсәлекле ил. Йолаларын да өйрәнеп бөтөрлөк түгел һымаҡ. Үҙенә генә хас мәҙәниәт менән йәшәүсе Тибетты ғына алһаң да, серлелектән хатта ҡасҡы килә, һәр ерҙә кешене ниндәйҙер энергия уратып алған төҫлө.
Бөтәһенә лә уртаҡ йолалар етерлек. Мәҫәлән, сәләмләшеү. Был йола ике мең йылдан да ашыуыраҡ “йәшәй”, имеш. Фильмдарҙан да күргәнебеҙ бар – күрешер өсөн бөгөләләр, ҡулдарын йөрәк тапҡырына ҡуялар. Ни тиклем түбәнгәрәк эйеләһең, сәләмләшкән кешеңә лә ихтирамың шул тиклем ҙур була. Тик замана ҡытайҙары күбеһенсә баш һелкеп кенә иҫәнләшеүҙе ҡулай күрә. Күрәһең, билдәре ауырталыр.
Бүләк бирешеү йолаһы ла киң таралған. Боронғо башҡорттар кеүек йомарттар инде. Ҡунаҡҡа барһа, ҡытай мотлаҡ шарап, сәй йә кәнфит тотоп барырға тейеш. Шул тарафтар­ға барһағыҙ, кемгәлер бүләк бирергә булһағыҙ, иҫтә тотоғоҙ: ҡытайҙар таҡ һанды яратмай, бәхетһеҙлеккә бәйләй, әйберегеҙ йоп һандан торорға тейеш. Алты кәнфит йә ун сәскә тигәндәй. Бүләгегеҙ дүртәү ҙә, аҡлы-ҡаралы ла булмаһын, сәғәт тә һайламағыҙ. Бигерәк икән былар! Беҙҙә бит, энә лә бүләк, дөйә лә бүләк. Рәхәт.

Бөйөк Ебәк юлы

Ебәк тарихы Ҡытай менән тығыҙ бәйле. Боронғо риүәйәт буйынса ебәк күбәләге йомғағын (кокон) тәүгеләрҙән булып Си-Лин-ши исемле принцесса һүткән. Сәй эсеп ултыр­ғанда күбәләк ҡурсағы ҡыҙҙың сәйенә төшөп киткән дә, шыйыҡлыҡта ниндәйҙер ептәр күренгән. Был хәл беҙҙең эраға тиклем 2640 йылда булған, ти. Ә ҡасандыр бик билдәле булған Бөйөк Ебәк юлын махсус һалмағандар. Бында Көнбайыш илдәре менән дипломатик һәм сауҙа бәйләнештәре урынлаштырыу ҙур роль уйнаған. Каруан юлдарынан ебәк кенә ташымағандар, әлбиттә, әммә был ҡиммәтле тауар төп әйбер булған. Әйткәндәй, ебәк серен өс мең йыллап йәшереп тотҡандар. Кем ебәк күбәләге менән законһыҙ сауҙа иткән, шуларҙы үлтергәндәр.

Асыштары

Беҙ бөгөн көнкүрештә ҡулланған әйберҙәр­ҙең күбеһе Ҡытайҙа асылған. Һәр хәлдә, тарих шулай “һөйләй”. Мәҫәлән, тәүге ҡағыҙ, компас, дары, баҫыу машинкаһы, тәгәрмәс, календарь тап ошонда эшләнгән икән. бәҙрәф ҡағыҙын да 1300 йылдарҙа ошонда “асҡандар”. Бөтәһе лә ҡулланмаған инде, бәхет тәүҙә император ғаиләһенә тейгән.
Туңдырманың да ватаны ошонда. 4000 йыллап элек берәү ҡарҙа һөт менән дөгөһөн онотоп ҡалдырған. Күпмелер ваҡыттан һуң килеп ҡараһа… туңдырма хасил булған, ти. Бына бит нисек! Билдәле сәйәхәтсе Марко Поло ошо тәмлекәсте эшләү серҙәрен Европаға “алып ҡайтып” киткән.
Тарихсылар футболды ла Ҡытайҙа барлыҡҡа килгән тип иҫәпләй. Бында беҙҙең эраға тиклем 1000 йылдарҙа туп типкәндәр. Көләмәс-йомаҡ та бар бит: Ҡытайҙа тыуған, Бразилияла үҫкән, Рәсәйҙә үлгән. Нимә ул? Әсе шаяртыу, әммә яуап – футбол.

Башҡортостан менән бәйләнеше

Беҙҙең республика Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү яҡлы. Ҡытай ҙа быға ҡаршы түгел. 2012 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, ике яҡта тауар әйләнеше 609,8 миллион доллар булған. Экспорт күләме күберәк – 483 миллион доллар. Һуңғы йылдарҙа күрһәткестәр үҫә бара. Авиация турбореактив двигателдәре, электр ҡорамалдары, синтетик каучук, көкөрт, ашламалар һатабыҙ, Ҡытайҙан сәнәғәт ҡорамалдары, резина әйберҙәр, ҡара металл, торбалар һ.б. алабыҙ.
Уртаҡ “малыбыҙ” ҙа бар – Башҡортостанда сәнәғәт һәм сауҙа өлкәһендә Ҡытай компаниялары менән берлектә булдырылған 26 предприятие эшләй. Киләсәктә йәнә уртаҡ проекттарҙың бойомға ашырылыуы көтөлә.
Мәҙәниәттә лә хеҙмәттәшлек ителә. Театрҙар, ижади коллективтар ике арала гастролдә йөрөп тора. 2010 йылда “Башҡорт-Ҡытай дуҫлығы ойошмаһы” теркәлгән. Ул төрлө яҡлап бәйләнештәрҙе нығытыуҙы күҙ уңында тота. Ғөмүмән, ике республика бер-береһенә сәфәргә сығыуҙы ғәҙәт итеп алды, тиһәк тә була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға