19.09.2014 Рәсәй кәрәк. Ярҙам итергә лә, ярҙан этергә лә
Был аҙнала РФ Дәүләт Думаһының көҙгө сессияһы асылды. Депутаттар алдында сығыш яһап, парламент Рәйесе Сергей Нарышкин әлеге миҙгел сессияһы халыҡ-ара хәл-тороштоң етди көсөргәнештә булыуы осоронда башланыуын билдәләп үтте. Һүҙ әлеге лә баяғы Украина проблемаһы хаҡында. Донбаста ҡан ҡойош туҡтатылып торһа ла (уның бөтөнләйгә туҡталыуына ышаныс юҡ әле), сәйәси хәл ҡатмарлы. Ғөмүмән, был һуғыш тураһында бер фекерлеләр юҡ. Европала ла, Рәсәйҙә лә, Америкала ла, ҡыҫҡаһы, ошо ваҡиғаларҙы ишетеп белгәндәр һәр береһе төрлөсә уйлай. Уйлай ҙа, ғәйеплене эҙләй. Рәсәй яғына ла яман ҡараштар ташлана.
Дәүләт Думаһы депутаттары шундай шарттарҙа ла башҡа илдәр парламенттары менән тығыҙ бәйләнештә ҡалырға, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ептәрен өҙөүгә юл ҡуймаҫҡа, “аҡыллы” закондар әҙерләп ҡабул итергә тейеш. Думала закон проекттарына бер ҡасан да ҡытлыҡ юҡ. Был юлы ла иң тәү сиратта уҡыуҙы көтөп ятҡандары ғына ла йөҙләп бар.
Сергей Нарышкин билдәләүенсә, беҙҙең тарафтарға “атылған” бөгөнгө санкциялар осоронда бюджет сығымдарын һөҙөмтәле итеүгә бәйле эштәргә етди ҡарау талап ителә. Бығаса эшләгән байтаҡ законға ла үҙгәреш индереү тәҡдимдәре лә күп кенә. Мәҫәлән, яҡтыртыу лампаларын һатыуҙы тыйған законды ғәмәлдән сығарыу буйынса фекер алышалар. Иҫегеҙҙә булһа, Дмитрий Медведев президент вазифаһын үтәгәндә, 2009 йылда, 100 Вт һәм унан да юғарыраҡ ҡеүәттәге лампаларҙы һатыуҙы тыйыу тураһындағы законға ҡул ҡуйғайны. Шуға ярашлы, “Энергия һаҡлау һәм энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм РФ-ның айырым ҡануниәт акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” 261-се Федераль закон 2011 йылда үҙ көсөнә инде. Ошо Законға таянып, артабан ғәҙәти лампаларҙан (халыҡта Ильич лампалары тип йөрөтөлә) тулыһынса баш тартып, энергия һаҡлаусы лампаларға күсергә тейешбеҙ. Тап шул пункт депутаттарға оҡшамай ҙа инде. Улар белдереүенсә, халыҡтан энергияны һаҡсыл тотоноусы лампочкалар ғәҙәтигә ҡарағанда күпкә ҡиммәтлегенә зарланып яҙған хаттар йыш килеп тора. Етмәһә, һуңғы йылдарҙа энергияны экономиялау бер ҙә теркәлмәгән. Яңы лампаларҙан мөхиткә зыян да күберәк. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – энергияны экономиялаусы технологияларға күсеү әлегә үҙен аҡламай.
АҠШ әйтә…
Әйткәндәй, аҡламай тигән һүҙҙе яҙғас та, шул әлеге Украина мәсьәләһе башҡа ҡылт итеп килә лә инә. Рәсәйҙе ғәйепле итеп, беҙҙең яҡҡа санкциялар индергәс, Европаның бәғзе илдәре Рәсәйгә уларҙың этлеге көтөлгәнсә теймәгәнен асыҡланы. Эйе, беҙгә “ырғытылған” Көнбайыш санкциялары үҙен аҡламай.
Америка Ҡушма Штаттары Рәсәйгә санкция иғлан иткән булды ла, хәҙер, үсексән баланы ҡотортҡандай, “шулайтһаң, шуны эшләйем” тигән кеүегерәк шарт ҡуйып маташа. Йәнәһе, Рәсәй Украинала утты туҡтатыу тураһында Минскиҙа 5 сентябрҙә төҙөлгән килешеүҙе үтәһә, һуңғы санкцияларын ғәмәлдән сығарасаҡ.
Белоруссияның баш ҡалаһында өс яҡлы ҡултамғалар менән нығытылған Протоколда Украинала Донецк менән Луганск өлкәләренең айырым статусы тураһында закон сығырға тейешлеге, ваҡытынан алда һайлауҙар үткәреү билдәләнеп, ул 12 пункттан тора. Иң беренсе урында тиҙ арала ике яҡтан да ҡорал ҡулланыуҙы тыйыуҙы тәьмин итеү теркәлгән. Киев властары менән халыҡ ополчениеһы араһында. Украина менән Рәсәй сиге лә ныҡ тикшереләсәген күҙаллаған пункт та бар. Бөтә тотҡондарҙы иреккә сығарыу, Донбаста гуманитар хәл-торошто яҡшыртыу, төбәкте тергеҙеү буйынса программа ҡабул итеү, Украина биләмәһенән законһыҙ ҡораллы ғәскәрҙәрҙе, хәрби техниканы сығарыу тураһында ла аҡҡа ҡара менән яҙылған.
АҠШ вәкилдәре фекеренсә, Рәсәй Минск килешеүен үтәмәй. Әлбиттә, уларҙың фекере менән беҙҙеке тап килеүе икеле. Ярай, илебеҙгә ғәйеп ташлауҙарын аңларға була, Украина ниндәй ҙә, Рәсәй ниндәй.
“Туғандар” талаша…
Ә шул уҡ ваҡытта Киев властары араһында бер-береһе менән килешмәү күренештәре арта. Властарҙа ғына түгел, ә илдәге түңкәрелештә (“Евромайҙан”да) алғы һыҙыҡтарҙа бергә булыусылар тырым-тырағай таралышып бөттө.
Бына Швейцария журналистары Украина Президенты Петр Порошенко менән Премьер-министр Арсений Яценюктың публикала йыш ҡына һүҙгә килешеүҙәрен “тотоп алған”. “St.Galler Tagblatt” тигән гәзит был икәүҙе, ахырыһы, ныҡ күҙәтә. Украина түрәләре бер-береһенә ҡаршы килеп тик ултыра, тип һығымта яһай журналистар. Дөрөҫтөр ҙә. Порошенко – олигархтар тирәһенән сыҡҡан Президент, Яценюк – урта ҡатлам Премьеры. Берләштергән нәмә юҡтыр ҙа. Тап ошолай фекер йөрөтә Швейцария гәзите. Порошенко, Юғары Радаға һайлауҙар һуғышты туҡтатыу өсөн эшләнә, тиһә, Яценюк, беҙ һаман да һуғыш хәлендә, тип иҫбатлай. Унда парламент һайлауҙары октябрь аҙағына тәғәйенләнгән. Ҡайһы бер украин политологтары, был икәүҙең бәхәсе – төрлө төркөм һайлаусыларына йоғонто яһаусы бер уйын, тип баһалай.
Сентябрь башында “Правый сектор” лидеры Дмитрий Яроштың үлемесле яра алғанын яҙғайнылар. Украина.ру порталында “Оплот” ойошмаһы башлығы Евгений Жилиндың шундай хәбәре бар. Жилин әйтеүенсә, “Евромайҙан”да файҙаланылған радикал төркөмдәрҙе Киев власы ополчениеға ҡаршы һуғышҡа ебәргән. Улар Донбаста бик күп ҡырылған. Ә хәҙер, имеш тә, власҡа ҡаршы сыҡмаҡсы булғандар. Шуға ла Юғары Рада милләтселәрҙән ҡотолорға тырыша. Сашко Билый ҡушаматлы Александр Музычконы ла, махсус операция тип, атып үлтергәйнеләр бит. Уның өсөн Ярош үс алырға ла вәғәҙәләгәйне. Әле килеп, Яроштың үҙенән бына нисә көн инде бер хәбәр ҙә юҡ. Моғайын, уның да башына еткәндәрҙер.
Ә был ваҡытта…
АҠШ бөтә ергә өлгөрөп ҡалырға, ҡыҫылырға ҡайҙан ваҡыт еткерәлер? Ул әле “Ираҡ һәм Левант ислам дәүләте” (“Исламское государство Ирака и Леванта”) ғәскәрҙәре менән һуғыша.
Донъяла был төркөм-дәүләттең ҙур хәүеф килтереүен билдәләгәндәр. Әлбиттә, Америка үҙе генә бер ниндәй ҙә проблеманы хәл итә алмай. Әллә шуғамы икән, Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавровты Ираҡ мәсьәләһе буйынса фекер алышырға халыҡ-ара конференцияға саҡырғандар. Беҙҙән ярҙам көтәләрме? Юғары иҡтисад мәктәбе милли тикшеренеү университеты уҡытыусыһы Леонид Исаев фекеренсә, американдар Рәсәйһеҙ исламға ҡаршы көрәштә маҡсаттарына ирешә алмаясаҡ. Ғөмүмән, АҠШ Президенты Барак Обаманың ислам дәүләттәренә ҡаршы үҙ планы бар. Уның шуларҙағы терроризмды бөтөргөһө килә. Ысынында иһә Америка шул илдәрҙе ҡол итеп йәшәтергә хыяллана. Баяғы “Ираҡ һәм Левант ислам дәүләте”нә ҡаршы Рәсәйҙе ҡотортоп, айырым бер маҡсатын тормошҡа ашырмаҡсы.
Ҡайһылыр илдә һуғыш бара икән, ул башҡа илдәр өсөн дә хәүефле. Беҙҙең граждандар шунда барып һуғышмай, тип кем тулы ышаныс менән әйтә ала? Ялланып һуғышыусылар һәр саҡ табыла. Сүриәлә, ғөмүмән, Яҡын Көнсығышта беҙҙең егеттәр, моғайын, барҙыр. “Ираҡ һәм Левант ислам дәүләте” ғәскәрендә лә Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Рәсәй егеттәре үҙ теләктәре менән барып һуғышып йөрөй, тигән хәбәр ҙә таралған. Шуға ла конфликтты мөмкин тиклем тиҙерәк туҡтатыу яҡшыраҡ. Был тәңгәлдә АҠШ үҙе генә көсһөҙ, ә Европаның үҙендә былай ҙа проблемалар күп. Әлеге лә баяғы беҙгә индергән санкцияларынан үҙҙәре үк уҡшып яталар бит. Ә Барак Обаманың: “Беҙҙең маҡсат асыҡ: беҙ “Ираҡ һәм Левант ислам дәүләте”н күп яҡлы өҙлөкһөҙ террорға ҡаршы стратегия менән юҡҡа сығарасаҡбыҙ”, – тип әйткән һүҙе бар. АҠШ-тың Аҡ йортонан рәсми вәкил, әлеге проблема буйынса Рәсәй менән уртаҡ тел табырға мөмкин, тип фекер йөрөтә. Тимәк, һаман да беҙгә өмөт итәләр. Америка ҡулында марионетка булмаҫҡа ғына аҡыл етер ул…
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе