RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Юғалтыуҙар аша үткән юл

01.08.2014 Юғалтыуҙар аша үткән юл

РФ Дәүләт думаһы депутаттары Рәсәй ҡануниәтенә «агрессор ил» төшөнсәһен индерергә тәҡдим итә. Уны беҙҙең илгә санкциялар индергән дәүләттәргә ҡарата ҡулланасаҡтар. Агрессор илдең компаниялары Рәсәйҙә эшләй алмаясаҡ. Ошо төшөнсә индерелгән хәлдә Хөкүмәт тарафынан махсус исемлек раҫланасаҡ.
Проект авторҙарының береһе, «Берҙәм Рәсәй» партияһы депутаты Евгений Федоров аңлатыуынса, санкция исемлегенә Американың беҙҙә эшләүсе ҙур алты аудитор һәм консалтинг фирмаһы инеүе ихтимал.

Рәсәй менән Европа юғалта, АҠШ ҡыуана

Юғалтыуҙар аша үткән юлАҠШ-тан айырмалы рәүештә, Европа берлеге Рәсәйгә ҡарата ҡаты сара күреүҙән бер нисә ай тыйылып торҙо. Улар, дөрөҫөн әйткәндә, үҙ бизнесын һаҡлап ҡалырға, санкция иғлан иткәндә лә мөмкин тиклем юғалтыуһыҙ ҡалырға теләне. Әммә «өлкән ағай» баҫым яһай бит, нишләһен инде? Һөҙөмтәлә өс Рәсәй банкы Европанан 90 көн буйына бер тин дә алып тора алмаясаҡ, беҙгә нефть табыуҙа кәрәкле алдынғы технологиялар индереү ҙә сикләнә. Әлбиттә, санкциялар ярты Европаны туйҙырған газ тармағына ҡағылмай. Билдәле бер сит илгә инеү тыйыл­ған шәхестәр исемлеге әлегә 87 кешенән тора.
Европа союзында Рәсәйҙең даими вәкиле Владимир Чижов «Би-Би-Си»ға интервьюһында белдереүенсә, әлеге «евросанкциялар», ғөмүмән, теләһә кем иғлан иткән санкциялар ҙа, Рәсәй иҡтисадына ҙур юғалтыу килтерә алмаясаҡ. Беҙҙең иҡтисад күпте күрҙе, байтаҡ һынау аша үтте, быларҙы ла үткәрер. Евросоюз санкциялары бер йылға иҫәпләнгән, шулай ҙа дипломаттар өс айҙан «үҙ эштәре»нең һөҙөмтәһен тикшерәсәк.
Матди юғалтыуҙар бөтөнләй булмаясаҡ, тип ышаныу ҙа беҙҙең уғата бер ҡатлылыҡты күрһәтер ине. Белгестәр һанаған инде. Брюссель эксперттары өмөтләнеүенсә, Рәсәй Европа союзы санкцияларынан ике йылда 100 миллиард (быйыл – 23 мил­лиард, киләһе йылда – 75 миллиард евро) юғалтасаҡ. Европа иҡтисады ла – шул самараҡ. Рәсәй әллә яуап итеп санкция индермәҫ тип уйлайҙармы? Иҫәпләүҙәренсә, Рәсәйгә һатылмай ҡалған тауар хаҡы Европаға быйыл уҡ 40 миллиард евро килем бирмәһә, 2015 йылда 50 миллиард евро янсыҡҡа инмәйәсәк. Бына ошонан кем ота инде? Киреһенсә, көньяҡ Европа илдәре, мәҫәлән, Италия, арыу ғына зыян күрәсәк. Үҙ аяғында ныҡлы баҫып тороу­сы Германия ла, Рәсәйҙә эшләүсе компанияларының хәлен тоҫмаллап, 350 мең эш урынын юғалтыу хәүефен асыҡлаған. Илгә был проблемалар кәрәкме? Шулай булһа ла, санкцияға ҡаршы килмәүҙәрен белдерәләр. Аңламаҫһың, аҡыл бармы, юҡмы?

Былтыр ҡыҫҡанға…

Уның ҡарауы, АҠШ ҡәнәғәт ҡаласаҡ. Бөгөн ул яҡтан Рәсәйгә булған бөтә асыу сығарыла, ахыры. Хатта онотолған дәғүәләрҙе лә иҫкә төшөрөргә булғандар. Һүҙ ҡыҫҡа һәм урта алыҫлыҡтағы ракеталар тураһында. Йәнәһе, Рәсәй ошоноң буйынса килешеүҙе боҙған. Мәскәү, киреһенсә, Вашингтонды ғәйепләй. Килешеү 500 саҡрымдан 5,5 мең саҡрымғаса аралыҡҡа иҫәпләнгән ер өҫтөнән осоусы ҡанатлы ракета етештермәү, һынамау, уны осороу ҡорамалдарын төҙөмәү тураһында. Ә Рәсәй, баҡһаң, 3,2 мең саҡрым алыҫлыҡҡа иҫәпләнгән «Тополь» РС – 12М ракетаһын һынаған. Бынан тыш, беҙҙең «Ярс – М» ракетаһы ла хәүеф тыуҙыра тип ҡурҡалар. АҠШ разведкаһы Рәсәйҙең 2012 йылдың йәйендә урта алыҫлыҡтағы яңы ракетаны һынағанына ышана. Был, имеш, континент-ара баллистик ракета булған. Вашингтонға йүнәлтелеүенән ҡурҡҡандар инде. Ғәйепләүҙәр бар, ә дәлилдәр юҡ.
Беҙҙең Сит ил эштәре буйынса министрлыҡтан әйтеүҙәренсә, АҠШ оборона ведомствоһы Рәсәй сиктәренә яҡын ғына ерҙә биологик эшмәкәрлек алып бара. Был да беҙҙең өсөн хәүефле булыуы ихтимал, ә яу һалмайбыҙ. АҠШ яғынан боҙоҡлоҡтарҙы иҫәпләй башлаһаҡ, исемлек ярайһы оҙон була һәм дәлилдәр ҙә килтерелә. Береһен генә алайыҡ: Пентагондың ракетаға ҡаршы программаһы (ПРО) буйынса сәп өсөн урта алыҫлыҡҡа тәғәйенләнгән баллистик ракетаһын һынауға әҙерләү ҙә тейешле килешеүҙе боҙа. Унан килеп, Рәсәй ҡыҫҡа һәм урта алыҫлыҡтағы ракеталарҙы бөтөрөү буйынса килешеү төҙөгәндән һуң, тиҫтәләгән ил шундай ракета алған йә төҙөгән. Был ғәҙелме?
Әйткәндәй, әлеге килешеү СССР менән АҠШ араһында ядро ҡоралынан баш тартыу буйынса документтар араһында иң мөһиме. 1991 йылдың июненә ике ил дә ҡыҫҡа (500 – 1000 км) һәм урта (1000 – 5500 км) алыҫлыҡ ракеталарын юҡ итте: СССР – 1846 ракетаһын һәм 825 осороу ебәреү ҡорамалын, АҠШ – 846 ракета менән 318 ҡорамалын.
Бөгөн килеп, АҠШ ҡоралланыуҙың тәғәйен бер сәпкә әҙерләнгән яңы төрөн үҫтерә. Беҙҙә бындай ҡорал әлегә юҡ. Америкаға был хәл билдәле һәм ул, хәйләкәрлегенә барып, Рәсәйҙән ракеталарын бөтөрөүҙе талап итә. Беҙҙә ни тиклем ҡорал әҙ, уларҙың «бәхете» шул тиклем юғарыға күтәрелә.

Ә беҙ шулай уйлайбыҙ

йәмәғәт фекерен өйрәнеүсе «Левада» үҙәге халыҡтан санкциялар тураһында һо­раш­ҡан. Күпселек ватандашыбыҙ уларҙан ҡурҡмай икән (61 процент). Тағы ла, Көнбайыш менән хеҙмәттәшлекте туҡтатырға ваҡыт, тигән фекерҙе хуплаусылар артҡан. Мартта ғына санкцияларҙан ҡурҡыу кимәле – 53, апрелдә 42 процент булған. Кем зыян күрәсәк һуң? Һорашыуҙарҙа ҡатнашыусы 1600 кешенең 59 проценты белдереүенсә, санкциялар Украинаға ҡарата Рәсәй сәйәсәтенә ҡыҫылышлы бәләкәй төркөм түрәләргә ҡағыласаҡ икән.
Хәлдәр нисек кенә булмаһын, Рәсәй Көнбайыш менән араны, айырыуса иҡтисади йәһәттән, боҙмаһын ине, тигән теләктә 60 процент респондент.
Йәнә 29 проценты санкциялар бөтә халыҡҡа зыян яһаясаҡ, тиһә, 35 проценты проблемаларҙың ҙур булмаясағына өмөтләнә, тағы 30 проценты, тыйыу-сикләүҙәр ябай халыҡҡа бер нисек тә зарарлы булмаясаҡ, тип ышана.

Ә был ваҡытта…

Украинаның эске эштәр министры Арсен Аваков та юғалтыу кисергән. Уның белдереүенсә, әле ведомствоға 20 меңләп милиционер кәрәк икән, сөнки булғандары йә ополчение яғына ҡасҡан, йә үҙҙәрен бурысын үтәргә һәләтһеҙ итеп күрһәткән.
Был хаҡта Аваков әфәнде «Фейсбук» селтәрендәге сәхифәһендә яҙған: «Министрлыҡ бинаһы буш. Барыһын да ебәрҙем. Илдең күп өлөшө террорсыларҙан (Киевта ополчениены ошолай атайҙар – авт.) азат ителгәс, улар урындағы власһыҙ һәм милицияһыҙ ҡалды. 20 меңгә яҡын дезертирҙы алмаштырырлыҡ кешеләрҙе ҡайҙан табырға?»
Милиция, ярай, табылыр ул, ә бына Юғары Рада Арсений Яценюкһыҙ ҡалһа, ни эшләр? «Евромайҙан»дың «йөҙөк ҡашы» булып, мәлендә власҡа килеп, Украинаның премьер-министры булып алған Яценюк әфәнде бөгөн отставкаға китергә ғариза яҙған. Рәсми сәбәп – Юғары Рада сәйәсәтенә протест белдереү. Баҡһаң, парламент Украина ҡораллы көстәренә ярҙам итергә теләмәй, көнсығыш төбәктәр өсөн көрәшмәй икән. Етмәһә, тейешле кешеләргә һалым да тәғәйенләмәй. шуға үсеккән бит Яценюк. Рада уның мөрәжәғәтен 12 августа ғына ҡарай. Америка шулай ҡушамы, әллә үҙе, ысынлап та, теләп китергә ниәтләйме, әлегә билдәһеҙ. Ҙур юғалтыу булырмы икән ни?!
Ә бына Донецк өлкәһенең Артемов райо­нында бер юлы туғыҙ баланың снаряд шартлауынан зыян күреүе ил өсөн юғалтыу була ала. Үҫмерҙәр боевиктар тупланған бер урындан ниндәйҙер әйбер табып алған да ихаталарына килтергән. Бының мина йә снаряд булыуы ихтимал. Шартлау көслө генә яңғыраған. Дауаханаға һалынған балаларҙың барыһы ла ауыр хәлдә – кемдер ғүмерлеккә тома һуҡыр ҡалған, кемдеңдер – аяғын, берәүҙең ҡулын ҡырҡасаҡтар. Араларында бер йәшлек сабый ҙа бар. Уларға тиҙ арала операциялар яһалған.

Әйткәндәй

Чечня башлығы Рамзан Ҡадиров Донбасс дауаханаларына 7,5 миллион доллар аҡса бүлеүҙе хәстәрләгән. Шул сумма Әхмәт Ҡадиров исемендәге төбәк йәмәғәт фондынан алынасаҡ.
Аҡса һуғыш барған көньяҡ-көнсығыш Украина төбәктәренә реанимобилдәр, медицина ҡорамалдары, бәйләү материалдары, дауаханаларға генераторҙар алырға тотонола.
«Чечен халҡы Көнбайышта әҙерләнгән террорсылар тарафынан ҙур ҡайғы күрҙе. Йөҙҙәрсә мең кеше вафат булды, яраланды. Беҙ хәрби хәрәкәттәр барған урындар­ҙа беренсе ярҙам нисек кәрәк икәнен барыһына ҡарағанда ла яҡшыраҡ беләбеҙ», – тигән Рамзан Ҡадиров.
Ошо хәбәрҙән саҡ ҡына алдараҡ АҠШ-тың вице-президенты Джо Байдендан Киевҡа медицина ярҙамы, эсәр һыу, тергеҙеү эштәре өсөн ете миллион доллар бүләсәге хаҡында ишетелгәйне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы