RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Беҙ һоҡландыра алабыҙ әле!»

06.06.2014 «Беҙ һоҡландыра алабыҙ әле!»

«Труд» гәзите хәбәрсеһе Гүзәл Агишеваның БР Президенты вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов менән әңгәмәһен тәҡдим итәбеҙ .

«Беҙ һоҡландыра алабыҙ әле!»– ШОС һәм БРИКС саммиттарына бер йылдан ашыу ваҡыт ҡалды. Уның Өфөлә буласағын барыһы ла белә. Әҙерләнеп өлгөрәсәк­һегеҙме? Нимәләр менән ҡыуандырасаҡһығыҙ?
– Яҡшы ойоштороу кимәле менән ҡыуандырасаҡбыҙ.
– Һәм юлдар менән дә, тип әйтке килә. Экстремалдар килмәй ҙә инде…
– Өфөләге, республика ҡалаларындағы юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн кәмендә 100 – 150 миллиард һум аҡса кәрәк. Беҙҙең ундай аҡса юҡ. Баш ҡалала йылғалар аша дүрт күпер төҙөү талап ителә. 30 – 40 млрд һум сығым талап ителгән был ҡоролмалар һауа кеүек кәрәк. Әлегә уны ҡайҙан алырбыҙ, белмәйбеҙ. Был хаҡта дөрөҫөн әйтәм. Юл төҙөлөшө тармағындағы хәл ябай түгел. Әм­мә саммиттарға юлдар эшләнәсәк. Ҡала урамдарының төп өлөшө тәртипкә килтерелде.
– «Труд» гәзитенә өфөләр йыш яҙа. Улар ҡала властарының ҡала урамдарын киңәйтеү маҡсаты менән тротуарҙарҙы тарайтыуына, ағастарҙы ҡырҡып, газондарҙың өҫтөнә асфальт һалыныуына бәйле ризаһыҙлыҡтарын белдерә. Кешеләр машиналарҙан сыҡҡан газ еҫенә тонсоға, улар элекке Өфөнө һағына. Урындағы матбуғат был ҡарарҙарҙы дәррәү күтәрҙе – сөнки власть менән дуҫ йәшәргә кәрәк. Ошо көндәрҙә һеҙ ҙә был хәлде тәнҡитләнегеҙ. Ә бит ағас бәшмәк түгел, бер көн эсендә генә үҫеп сыҡмай. Хәҙер нимә эшләргә һәм бының өсөн кем түләргә тейеш?
– Дөрөҫ ризаһыҙлыҡ белдерәләр, ҡарар­ҙарҙың күбеһе ашығыс, эмоцияларҙа хәл ителде. Һөҙөмтәлә, ҡайһы бер урамдар автотуҡталҡаға әүерелде. Иҫәпләнгән, нигеҙләнгән проекттар кәрәк. Һеҙ Өфөлә тыуып үҫкәс, алмаларға һәм сәскәләргә күмелеп ултырған Әй урамын хәтерләйһегеҙҙер әле. Һуңынан алмағастарҙы ҡырҡтылар, урамды ике мәртәбә киңәйттеләр. Хәҙер ҡала үҙәгенән туҡтау­һыҙ машиналар ағымы үтә. Ниңә шулай килеп сыҡты? Ҡала, республика властары ҡаланы тығындарҙан арындырыуҙы ла һәм кешеләргә уңайлыҡтар булдырыуҙы ла аныҡ күҙалламай.
– Түләүле балалар майҙансыҡтары менән нимә эшләргә? Ошо маҡсатта ҡала йорттары алдындағы майҙансыҡтарҙы шәхси ҡулдарға бирҙе лә бит, ә улар кәртәләп алып, унда карусель, бәүелсәктәр ултыртып, уларҙы түләүле итте.
– Был ҙур хата. Был хәлгә ҡаршы сыҡтым, уға юл ҡуйырға ярамай.
– Һәр хатаның исем-фамилияһы барҙыр бит…
– Власҡа ситтән ҡараһаң, бөтәһе лә ябай ғына кеүек. Бына беҙгә лә күп яңы кеше килде. Улар элек чиновниктарҙы әүҙем тәнҡитләй ине. Хәҙер үҙҙәре етәкселеккә үрләгәс, ошо проблемалар солғанышында ҡалып, мәсьәләләрҙе хәл итергә власть ресурстарының шул тиклем сикле булғанлығын, нимәнелер башҡарырға уларҙың финанс йәһәтенән мөмкинлектәре булмауын күрҙеләр. Элекке тәнҡитселәр хәҙер ҡайҙа? Иң мөһиме – улар үҙҙәренең хаталарынан һабаҡ алһын һәм власҡа нимә өсөн килгәнлеген онотмаһын ине.
– Һеҙ Еңеү көнө алдынан икенсе мөҙҙәткә БР Президенты һайлауҙарында ҡатнашырға теләүегеҙ хаҡында белдерҙегеҙ. Үҙегеҙҙең һайлаусыларығыҙҙың хәтеренә ҡаҙаныштарығыҙҙы төшөрөргә һәм программағыҙҙы еткерергә әҙерһегеҙме?
– Ҡаҙаныштарым тураһында әйтергә йыйынмайым. Халыҡты миллиардтар, тонналар, квадрат метрҙар тураһындағы отчеттар ҡыҙыһындырмай. Уларҙы ихаталағы таҙалыҡ, йорттарҙың, подъездарҙың, урамдарҙың торошо ҡыҙыҡһындыра.
– Бәлки нимәләрҙе бойомға ашырасаҡһығыҙ һәм ниндәй эштәрҙе аҙағына тиклем тамамлап ҡуясаҡһығыҙ, шулар хаҡында әйтерһегеҙ?
– Предприятиелар булдырырға кәрәклеге, инвестициялар йәлеп итеү, йәшәү шарттарын күтәреү тураһында күп һөйләргә мөмкин. Асылда республика Президенты ул аҡса табыусы, уны бүлеп ултырыусы, объекттарҙы төҙөүсе генә түгел. Ул, тәү сиратта, йәмғиәттәге әхлаҡи мөхитте формалаштыра һәм шулай уҡ мораль лидер ҙа булырға тейеш. Бөгөн элек булдырылған әхлаҡи мөхит тулыһынса үҙгәргән. Изгелек, миһырбанлыҡ, патриотизм идеалдарын тергеҙеү бик мөһим. Был эштә төбәк етәкселәренең роле ҙур.
– «Труд» гәзите почтаһының лидеры – Өфө эргәһендәге «Кроношпан» ағас эшкәртеү предприятиеһын төҙөү темаһы.
– Барыһы ла закон нигеҙендә. Эксперттар бындай предприятие төҙөү мөмкинлеген иҫбатланы.
– Ә нишләп халыҡ ризаһыҙлыҡ белдерә һуң?
– Был сәйәсиләштерелгән тарих, уның билдәле заказсылары ла бар.
– Урындағылармы?
– Шул иҫәптән мәскәүҙекеләр ҙә.
– Улар быны ниндәй маҡсаттан эшләй?
– Төрлө кимәлдәге властарҙы дискредитациялау. Протест белдереүсе кешеләр араһында баштары буталғандар ҙа бар. Көслө пропаганда бара, халыҡҡа предприятиеның ҡурҡыныс икәнлеген ҡабат- ҡабат аңлаталар. Әммә был дөрөҫлөккә тап килмәй. Быны экологик экспертиза ла иҫбатланы. Ҡаршылыҡ белдереүселәр һөйләшеүҙәргә бармай, белгестәрҙе тыңламай. Талаптары бер – ағас эшкәртеүсе предприятие төҙөлөшөн тыйыу. Миҫал өсөн әйтеп китәм, беҙҙә Өфөлә ҡаршылыҡтар барғанда, ошондай уҡ предприятиелар Белоруссияла. Татарстандың Алабуға ҡалаһында төҙөлөп бөттө. Тиҙҙән улар продукция етештерә башлаясаҡ. Халыҡтың ҡаршылыҡ күрһәтеүе тураһында ишеткәнегеҙ булдымы? Унда тынлыҡ, ә бында шундай уҡ предприятие булһа ла – шау-шыу. Төҙөлөш буйынса ҡарар ҡабул иткән власть структуралары Өфөлә урынлашҡан, ошонда уҡ йәшәйҙәр. Үҙеңдең тыуған ҡалаңа, яҡындарыңа, туғандарыңа нисек насарлыҡ ҡылмаҡ кәрәк?! Был мөмкин түгел. Шуға ла проект экспертизаларҙың төрлө стадияларын үтте, хатта закон буйынса ҡаралмағандарын да. Төҙөлөшкә рөхсәт биргән район властары предприятиеның экологик яҡтан хәүефһеҙ булыуын таный. Бысраҡ экологик предприятиелар республикала булырға тейеш түгел.
– Элек Ҡырымда республиканың санаторийҙары, ял йорттары, пионер лагер­ҙары бар ине. Хәҙер был ярымутрау Рәсәйгә кире ҡайтарылды һәм Башҡортостан Ҡырымдың Ҡараһыубаҙар (Белгород) районын шефлыҡҡа алды. Пландар ниндәй? Инвес­тициялар тураһында һүҙ барғаны аңлашылалыр. Ниндәй күләмдә? Ниндәй өлкәләргә буласаҡ?
– Белогорск районы элекке властарҙан бер ниндәй ҙә ресурстар алмаған, хатта йәшәү өсөн мөһим булған мәсьәләләр – һыу, газ менән тәьмин итеү, юл төҙөлөшө, торлаҡ фондын ремонтлау кеүек мәсьәләләрҙә лә. Барыһы ла туҙған һәм төҙөкләндереүҙе талап итә. Бөгөн беҙ шулар менән шөғөлләнәбеҙ ҙә. Дауахана, мәктәп, торлаҡ йорттарҙы, һыу үткәргестәрҙе, юлдарҙы ремонтлайбыҙ, йылылыҡ системаларын ҡышҡылыҡҡа әҙерләйбеҙ. Сүп йыйыусы машиналар, сүп һауыттары менән ярҙам иттек. Быйыл ғына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн 100 – 120 миллион һумлыҡ сығым талап ителә. Һуңынан мәктәптәр­ҙе, административ органдарҙы компьютерлаштырыуҙа ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Унда быларҙың береһе лә юҡ, тормош XX быуаттың урталарында туҡтап ҡалған. Тағы бер тема – халыҡты Рәсәйҙә йәшәргә өйрәтеү, хоҡуҡи нигеҙҙә, норматив сиктәрен һанларға, аҡса юлларға, заявкалар яҙырға, документтар тултырырға өйрәтеү.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы