RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өйөм – ҡәлғәм, бында миңә хәүеф янамай, тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙмы?

02.05.2014 Өйөм – ҡәлғәм, бында миңә хәүеф янамай, тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙмы?

Өйөм – ҡәлғәм, бында миңә хәүеф янамай, тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙмы?Уҙған аҙнала Рәсәй Пре­зиденты Владимир Путин Санкт-Петербургта медиафорумда ҡатнашып, төрлө кимәлдәге журналистарҙың һорауҙарына яуап биргәйне. Әлбиттә, төп тема булып Украиналағы хәл-ваҡиғалар күтәрелде. Бө­гөн беҙгә, йәғни Рәсәйгә Ҡы­рым Республикаһының ҡушылыуына ла бәйле күп һорау тыуа. Ябай халыҡты, бөтә иғтибар шунда йүнәлтелеп, илдәге башҡа проблемалар онотолмаһа ярар ине, тигән борсоу биләп алды. Был юҡҡа түгелдер. Ил сигенең киңәйеүе байтаҡ мәшәҡәт килтергәнен аңлай торғанһығыҙҙыр. Был ваҡытлы мәшәҡәт, тип ышанайыҡ. Баяғы бүтән проблемалар тигәндә, юҡ, моғайын, Ҡырым беҙгә алдараҡ вәғәҙә ителгәндәрҙе үтәргә ҡамасауламаҫ. Вла­димир Путин, мәҫәлән, Мурманск журналисының ошо юҫыҡта бирелгән һорауына яуабы менән быны раҫлай: “Ҡырымға бәйле бөтә нәмә Хөкүмәт резервынан эшләнә. Беҙҙең быйылға өҫтәмә резерв – 240 миллиард һум. Ә Ҡырымға төрлө йүнәлештә лә ярҙам хаҡы 100 миллиард һумдан да ашмаясаҡ. Резерв етә”. Шулай булғас, йәмәғәт, тыныс­ланайыҡ. Мыжымай ғына үҙ эшебеҙҙе эшләйек, ана, баҡсала ҡаҙа башламаған түтәлдәр көтөп ята. Иң яҡшыһы – үҙеңде-үҙең хәстәрләү. Үҙеңде-үҙең яҡлау. Нисек инде яҡлау, әллә беҙгә ҡурҡыныс янаймы, тигән һорау “ҡылт” итеп килеп төшөр башығыҙға. Әлбиттә, янамай. Шулай ҙа бөгөн күптәрҙең телен­дә үҙ-үҙеңде обороналау, йәғни самооборона тигән һүҙ ҡабатлана ла баһа. Барыһы ла Украиналағы хәлдәргә бәйлелер. Бында ил эсендә үк бер-береһен ҡырыуҙар, бер-береһенә янауҙар дауам итә (хәйер, беҙҙә лә урамға сығыуы хәүефле булып китә йыш ҡына). Көньяҡ-көнсығыштағы төбәктәр халҡы үҙен кемдән һаҡлай һуң? Ситтән дошман килмәгәндә, үҙеңдекеләр үк һөжүм итеүҙән дә ҡурҡынысыраҡ фажиғә юҡтыр ул бер дөйөм ил өсөн.
Минең өйөмдө минән башҡа берәү ҙә
һаҡламаҫ…

Бөгөн Украинаның көньяҡ-көнсығышындағы халыҡ үҙ-үҙен, ысынлап та, ҡурсаларға мәжбүр. Краматорск, Славянск, Донецк кеүек ҡалаларҙа урамда йөрөү түгел, хатта ихатаға сығыу хәүефле. Юҡ, ҡурҡыныс ошо тораҡ пункттар халҡынан янамай, ә Киевтан йә көнбайыштан “бәреп” ингәндәрҙән килә. Блок-постар, хәрби техника, вертолеттарҙың бер туҡтауһыҙ осоп йөрөүе, атыш тауыштары – Украинала граждандар һуғышы тоҡанды инде. Хатта көнсығыш төбәктәрҙә юғалыусы кешеләр һаны арта икән. Аптырарһың. Бөтөнләй өйҙән сыҡмайынса ла булмай, кемдер торған ерен һаҡлар­ға тейеш тә баһа. Тик кемдән һаҡлайҙар бит әле? Үҙ ватандаштарынан. Һауа һуларға сыҡҡанда ла ҡулыңа ҡорал (пулялы ғына түгел инде, тап крәҫтиәндәрсә ҡорал да бара – һәнәк, балтамы шунда) тотоп сығыу илеңдең демократияға йөҙ тотҡанын аңлатмайҙыр.
Әйткәндәй, РФ Дәүләт Дума­һында торлағын яҡлап, бурға йә баҫҡынсыға ҡорал менән ҡаршы сығыуға бәйле закон проекты ҡаралырға тейеш. Аңлайышлы телдә әйткәндә, кешегә үҙ биләмәһен һаҡлап, үлтергәнсе атырға ла рөхсәт ителеүе мөмкин. Шундайыраҡ закон Израилдә эшләй. Дроми исемле фермер үҙ еренә инеүсе бурҙарға ҡаршы ата, ул саҡта был законһыҙ була, әммә полицияның бер нәмә лә эшләмәүе ҡорал күтәрергә мәжбүр итә. Һөҙөмтәлә Дроми законы эшләй башлай. АҠШ-та ҡәлғә доктринаһы (доктрина крепости) бар – закон үҙ өйөңдө һәр ысул менән дә һаҡларға рөхсәт итә. Бөгөнгө Украинала ошондай закон булһа ине, тип уйлаусылар күптер. Көнбайыштан украин халҡына һөйләүҙәренсә, баҫҡынсылар Рәсәй яғынан килә, ә Украинаның көньяҡ-көнсығыш төбәгендә беҙҙекеләрҙе күргәндәре юҡ, ә халыҡ үҙе үҙ биләмәһен һаҡларға тырыша. Әммә был тыныс юл менән килеп сыҡмай әле – йә Киевтан ебәрелгән хәрбиҙәр, йә одиоз холоҡло “Уң сектор” радикалдары юлына осраҡлы рәүештә тап булған ябай граждандар араһында ҡорбандар арта.

Украинаның бөгөнгө властары АҠШ-һыҙ
өн дә сығара алмай…

Америка сәйәсәте халыҡтарҙың күбеһен тигеҙ ерҙә абындыра. Уның арҡаһында, демократия өсөн көрәшәбеҙ, тигән булып, күпме илдә революция тоҡанып һүнде, үҙе менән күпме ғүмерҙе алып китте. Был илде аҡылға ултыртырлыҡ көс юҡ, ахыры. Әле ике ҙур держава – Рәсәй менән АҠШ бер-береһенә тыйыу-ябыуҙар менән “бәрешә”. Уны беҙ башламаныҡ. Тауар әйләнеше тураһындағы күрһәткестәргә байҡау яһағанда, 2012 йылда ике аралағы сумма 26 миллиард доллар булған. Сағыштырыу өсөн Евросоюз менән Рәсәйҙекенә лә күҙ һалайыҡ – 370 миллиард доллар. Әгәр ҙә Америка Рәсәйгә санкциялар индерһә, юғалтыу әллә ни ҙур ҙа булмаясаҡ. Шуға Вашингтонда ултырыусылар беҙгә ҡарап телен йәлләмәй болғай. Ә бына Европаныҡыларға етди уйлар­ға тура килә.
Рәсәйҙең иһә НАТО-ның Мәскәүҙәге мәғлүмәт бюроһын ябып ҡуйыуы ихтимал. Был альянс менән уртаҡ тел табып булмай икән, ниңә киң күңеллелек күрһәтеп торор­ға? НАТО вәкилдәре 1 апрелдә үк беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартасағы хаҡында белдергәйне. Тарих ҡабатлана. “Һалҡын һуғыш” тарихы ҡабатлана. Амбициялар һәр илдә бар. Тик бөгөн Рәсәй яңғыҙ уҡ түгел, “һалҡын һуғыш” өйөрмәһенә байтаҡ илдең иҡтисадын үҙе менән бергә алып инәсәк. Бында эш Европаға газ һатыуҙа ғынамы?! Машиналар, ҡорал, аҙыҡ-түлек һ.б., һ.б. һатыу Рәсәй менән тығыҙ бәйле. Дөрөҫ әйткән Бөйөк Британияның тышҡы бәйләнештәр ведомствоһы башлығы Уильям Хейг: “Европа Рәсәйгә бойкот иғлан итә алмай”. Сөнки бөтә санкциялар эҙемтәһе, бумеранг булып, үҙенә әйләнеп ҡайтасағын белә.
Газ тигәндән, Украина етәксеһе урынына дәғүә итеүсе кандидаттар­ҙың береһе, олигарх Петр Порошенко (бизнесының арыу ғына өлөшө беҙҙең илдә, тиҙәр) бер-ике йылдан Рәсәйҙән газ алмаясаҡтарын вәғәҙәләй. “Кәрәкмәй беҙгә ул газ, былай ҙа йәшәрбеҙ. Ана, Словакиянан был йыл аҙағына уҡ реверс газ ала башлайбыҙ”, – тигән һүҙҙәрен еткергән. Әйтеүенсә, бындай юл менән килгән газ 100 долларға арзаныраҡҡа ла төшәсәк әле. Өҫтәүенә, Украинаның үҙ шәхси газын сығарырға ла мөмкинлеге бар. Моғайын, Порошенко әфәнде, украиндарҙың беҙҙең “Газпром”ға 11 миллиард доллар бурысҡа батҡанын онотҡандыр. Мәҫәлән, ябай Рәсәй кешеһе, ауыл крәҫтиәне, газ менән файҙаланған өсөн бер нисә тиҫтә мең һумын түләмәһен әле, шыҡырлатып һүндереп китәләр ҙә баһа. Әле Украина менән бик йомшаҡ сәйәсәт алып барабыҙ.

Ә был ваҡытта…

Юғары Рада түрендә ваҡытлыса ултырыусы Турчинов әфәнде Ҡырым менән Севастополде лә үҙе кеүек күрә. Ни өсөнмө? Был ике төбәккә ҡарата ла “ваҡытлыса” тигән һүҙҙе ҡуллана ул. Александр Турчинов ҡул ҡуйған законда, Севастополь менән Ҡырым, ваҡытлыса оккупацияланған территория, тип күрһәтелә. Документҡа ярашлы, биләмәләр Украинаның айырыл­ғыһыҙ бер өлөшө, бында Украина ҡануниәте эшләй, әммә кеше хоҡуҡтары боҙолоу яуаплылығы – Рәсәй намыҫында. Ҡы­рымдың Рәсәй составына ингән ваҡытта сарыф ителгән матди юғалтыуын да тап Рәсәй ҡапларға тейеш. Ә ошо арала ярымутрауға һалынып өлгөргән Рәсәй аҡсаһын кем һанай?
Әйткәндәй

Америка мөмкин тиклем беҙҙең сиктәргә яҡын килеп урынлашыуын хәстәрләгән мәлдә Рәсәй нисек “йоҡлап” ятһын? Беҙгә Америка яғына табан яҡынлашырға кем ҡамасаулай? Моғайын, сит ил эштәре министры Сергей Лавровтың Латин Америкаһына сәфәргә сығып китеүе шул һорауға яуап бирәлер. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, тәүге туҡталыш Куба Республикаһында буласаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы