11.04.2014 Долларҙың көнө бөтөп барамы?
Бәләкәй генә үҫенте осмотонан ғәләмәт ҡеүәтле имән үҫеп етеүе мөмкинме? Әлбиттә, тиерһегеҙ. Тик әлеге “осмотҡа” бер нисә тамсы һыу кәрәк. Ысыҡ тамсыһы булһа ла. Әҙерәк ышыҡ та. Көтөүҙә йөрөгән кәзәләр кимермәһен өсөн. Ололар әйтмешләй, насип булһа, шаулап үҫә лә китә инде. Бөтә нәмә шулайта.
Был фәйләсүфтәрсә һүҙ йөрөтә башланы, тип аптырамағыҙ, бәләкәй нәмәнең ҙур булып үҫеүенә миҫал ғына килтерәм. Тел төбө башта уйланған уйҙы сағыштырыуҙар аша еткермәксе. Анау Украиналағы хәлдәрҙе әйтәм, ҙурлығы яғынан әллә ни маҡтанырлыҡ булмаған майҙандан башланған ризаһыҙлыҡтар ҙур бәләгә әүерелде лә баһа. Үрҙә телгә алған бәләкәй үҫенте кеүек ине түгелме “Евромайҙан”? Уны кемдер ҡурсаланы, кемдер тамырынан йолҡорға маташты…
Хәҙер иһә был дәүләттәге ғауға-бола касафаты Рәсәйгә лә тейҙе, АҠШ та ҡыҫыла, Европа илдәре лә нишләргә белмәй. Ҡыҫҡаһы, бөтә донъя көтә кеүек нимә булырын. Былай барһа, Украина тарҡаласаҡ. Бөгөн уның көньяҡ-көнсығыш төбәктәре ныҡлап уянды. Донецк, Харьков, Луганск өлкәләре халҡы үҙ хоҡуҡтарын даулай. Аҙна башында Донецк ҡалаһы хакимиәте баҫып алынды ла, Республика халыҡ советы ултырышы йыйылып, Донецкиҙы Халыҡ республикаһы итеү акты төҙөлдө. Харьковта ла ошо уҡ хәл. Хәҙер унда референдумға әҙерләнәләр. Донецкиҙа, мәҫәлән, бюллетенгә шундай һүҙҙәр яҙыласаҡ: “Һеҙ Донецк халыҡ республикаһы төҙөлөүҙе хуплайһығыҙмы?” – “Эйе” йә ”Юҡ”. Был эшкә ҡарата көс ҡулланырға маташһалар, өлкәнекеләр Рәсәйҙән ярҙам һораясаҡ. Үрҙә әйтелгән өлкәләрҙә рустар етерлек. Рәсәй Президенты Путин әйтмешләй, ни теләһәләр ҙә, Украина халҡының үҙ ихтыярында. Беҙгә иһә күршебеҙҙә барған түңкәрелеш өсөн арыраҡ йәшәүсе илдәрҙән санкциялар менән янайҙар. Ә беҙ ҙә аптырап ҡалманыҡ, иҡтисадыбыҙҙың Европанан да, Американан да башҡа үҫешә алырына баҫым яһаныҡ. Һәр хәлдә, Ҡытай кеүек илдең Рәсәй аҙымдарын хуплауы насар түгел.
Ҡытай Рәсәйҙе әллә ҡасан уҡ Америкаға ҡаршы ҡушылырға саҡыра
Бынан бер-ике йыл элек Пекин яғынан Рәсәй менән Ҡытай хәрби альянсы төҙөргә кәрәклеге тураһында хәбәр килгәйне. Теге йәки был ил эсендә ҡупҡан ғауғаға ҡыҫылып, аҙаҡтан ҙур ҡан ҡойош ойоштороп йөрөгән НАТО кеүектәргә дәғүәсе булыр ине был альянс. Шул НАТО-ны баулы ҡурсаҡ кеүек уйнатҡан АҠШ та көнләшер ине хәрби берләшмәнән. Уның булыуы ихтималмы?
2012 йылда Ҡытайҙың “Жэньмин жибао” гәзитендә Евразияның ҡеүәтле илдәренең хәрби юҫыҡта ҡушылыуына арнап мәҡәлә баҫылған. Уны күптәр һағайып ҡабул иткән. Мәҡәлә авторы фекеренсә, Рәсәй менән Ҡытай бер булып ҡына башҡаларға үҙ өҫтөнлөгөн күрһәтергә маташҡан АҠШ-ты аҡылға ултырта аласаҡ.
Рәсәйгә был альянс кәрәкме? Бер яҡтан, НАТО ағзалары булған илдәрҙең йоҡоһо ҡасасаҡ. Хатта Ҡытайҙың халыҡ һанын ғына иҫләһәләр ҙә. Онотһағыҙ, әйтәм – 2013 йыл аҙағына 1 360 720 000 кеше (бер миллиард 360 миллион 720 мең).
Икенсе яҡтан, бындай берләшмә донъяла яңы “һалҡын һуғыш” тоҡаныуына килтерәсәк. Тағы ла ҡоралландырыуҙа ярышыу башланасаҡ. Илдәргә бындай юҫыҡта сығымдарҙы арттырыу кәрәкме? Юҡтыр. Иҡтисад былай ҙа һәр береһендә көйһөҙләнеп тора бит. Унан килеп, Көнбайыш беҙҙән бөтөнләй баш тартып ҡуйһа ла яҡшы түгел. Тауарҙарының сифаты яғына ҡарағанда ла, өҫтөнөрәктер ул. Сағыштырығыҙ әле йәнә: Ҡытай ботинкаһымы, немецтыҡымы?
Рәсәй политологтары Ҡытай гәзитендәге хәбәрҙән албырғап та ҡалған, ти, әле. Сөнки хәрби альянс иҡтисади берлекте лә “эйәртеп” килтерә. Был юҫыҡта ике нәмәне айырып ҡарарға мөмкин: Рәсәйҙә ер һәм ресурстар күп, ә Ҡытайҙа – эшсе ҡулдар. Ошоно төпкә төшөп уйлаһаҡ, эшсе ҡулдар беҙҙең ергә килә, тип тә аңларға кәрәктер. Мигранттарҙан әле үк биҙрәп торабыҙ.
Долларҙы ташлап, ҡытай “һум”ына күсһәк…
Ә Ҡытай тураһында һүҙ ҙә юҡҡа ғына иҫкә төшмәне. Украина ваҡиғалары арҡаһында АҠШ-тың Рәсәйгә ҡарата санкциялар индерергә маташыуы байтаҡ ил башлығын уйға батырҙы. Рәсәй менән күптәр хеҙмәттәшлек итә шул. Унан килеп, Вашингтонға ла төптө ҡаршы килеүе әллә нисегерәк, сөнки донъяла барлыҡ иҫәп-хисаптың 90 проценты самаһы Америка долларында башҡарыла. Башҡа валюта юҡ, тип тә булмай. Ҡытайҙың юане популярлаша бара. Ошо көндәрҙә Англия менән Ҡытай халыҡ банкыһы вәкилдәре Лондонда юань менән иҫәп-хисап башлау тураһында меморандумға ҡул ҡуйған. Был – юандең Көнбайыштың сауҙа майҙанына беренсе сығыуы. Сиратта Германия канцлеры Ангела Меркель көтөп тора. Ул да, евронан ҡала, юань менән иҫәпләшеүҙе хуплай. Франция, Люксембург та шул фекерҙә. Бәлки, юань киләсәктә Америка долларының танауына ғына сиртер? Барыһы ла булыуы мөмкин. Әле ҡасан ғына, долларҙан ҡала, Японияның иенаһы үҫер, тиҙәр ине, хәҙер хәл башҡасараҡ. Тик Ҡытай иҡтисадын күтәрәһе лә күтәрәһе. Ә шулай ҙа Европа ниңә юангә ҡарата ҡыҙыҡһыныу күрһәтә?
Иҡтисад фәндәре докторы Валентин Катасоновтың фекеренсә, бында АҠШ-тың Рәсәйгә ҡарата санкциялары ла роль уйнай. Америка менән Ҡытай араһы ла йылы түгел, киләсәктә Барак Обаманың Ҡытайға ла иҡтисади кәртә ҡуйыуы ихтимал. Шуға хәйләкәр европалар сауҙа партнерын һәм үҙ баҙарын һаҡлап ҡалыу маҡсатында алдан юангә ышаныс белдереп ҡуйҙы.
Ә был ваҡытта…
Ярай, Рәсәй, моғайын, санкцияларҙы еңеп сығырға көс табыр. Украина ла бер ҡасан тынысланыр. Бының менән генә донъя илдәренең “демократия”һы тамам булмаҫ ул. Һәр кемдең үҙе теләгәнсә йәшәгеһе килә.
Украинанан һуң ҡайһы ил? Шундай һорау ҙа тыуыр. Бында фаразлап-нитеп тороу урынһыҙ. Фәлән-фәлән илгә бәхетһеҙлек юрау һымаҡ килеп сыға. Шулай ҙа ғауға тулҡынының Европаның берәй бәләкәй илендә дауам итеүе ихтимал, йә Яҡын Көнсығышҡа килеүе. Ҡайһы берәүҙәр Афғанстанда ил башлығы үҙгәреүҙе сәбәп итеп ала. Унда апрель башында президент һайланылар ҙа, әле һөҙөмтәләрҙе иҫәпләйҙәр. Билдәле булыуынса, Афғанстан – әфиүн етештереүсе ил. Ҡайҙа әфиүн, наркотик – шунда коррупция, террор, бандитизм. Америка ғәскәрҙәре киткән хәлдә, бында талибтар хакимлыҡ итәсәк. Афғанстан менән сиктәш дәүләттәр үҙ һағын нығытыу яғын ҡараясаҡ. Был юҫыҡта Төркмәнстанға ауырғараҡ төшә. Әле үк унда ҡайһы бер төркөмдәр баҫып инә башлаған. Тажикстандан иһә – беҙҙең яҡҡа әфиүн юлы. Ошо ике дәүләттән ҡасаҡтар ҡайҙа килергә ынтылыр? Әлбиттә, Рәсәй сиге яғына. Кәрәкме улар беҙгә? Өҫтәүенә, Афғанстанға контроллек итер өсөн АҠШ, Пакстан, Ҡытай көрәшер. Хәйер, ҡытайҙарға был ил сеймал эшкәртеү өсөн генә кәрәк. Афғанстан тиһәк, йөрәктәребеҙ тертләп китә, беҙ бит унда булғайныҡ…
Әйткәндәй
Киләһе йылға уҡ ҡытай юане донъяның өс иң әүҙем сауҙа валютаһы иҫәбенә инәсәк. Эксперттар шуны вәғәҙәләй. Ә планетала иң ҡеүәтлеһе булыр өсөн юань өс этапты үтергә тейеш. Беренсеһе – донъя сауҙа валютаһына әүерелеү. Был эш яҡшы бара. Икенсеһе – инвестиция һәм өсөнсөһө донъя резервы валютаһы булыу. Уныһын да эшләр ҡытайҙар. Евроның танауына сиртте инде.
Дөйөм алғанда, Ҡытай етәкселеге Көнбайыш менән Рәсәй ҡаршылығында нейтраль урында ҡала килә. Күп ваҡытта Рәсәй яҡлы икәнен һиҙҙерә-һиҙҙереүен. Әммә шул юанен яҡлау маҡсатында Европаға әллә ни һүҙ тейҙерә алмайыраҡ тора. Алдағы ун йылда юань барыбер көсәйәсәк. Шуға Рәсәй ҙә алыш-бирештә ошо валюта менән иҫәпләшә башлаясаҡ. Үҙебеҙҙең һумға килгәндә, юандеке кеүек эволюция хыял һымаҡ. Иң мөһиме, беҙгә инфляцияны ҡыҫҡартыу хәстәрен күреү кәрәк. Әлегә уны “йүгәнләй” алмайбыҙ. Инде тотонабыҙ тиһәк, башҡа мөһим эштәр, мәҫәлән, Ҡырым кеүек, килә лә сыға.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе