21.03.2014 Рәсәйҙең АҠШ-ҡа биш яуабы
Үрҙәге теманы бер аҙ дауам иткәндә, Украина, Ҡырым ваҡиғалары арҡаһында Рәсәйгә йоҙроҡ күрһәтеүселәр бихисап. Шул төркөмдөң башында АҠШ тора. Ул Ҡырымды яҡлағаны өсөн беҙҙең илгә ҡарата санкциялар иғлан итте. Бар донъяға ҡысҡырҙы шулай. Әммә Рәсәй яуапһыҙ ҡалмаясаҡ. Әгәр ҙә мәгәр санкциялар, ысынлап та, ғәмәлгә ашырылһа, илебеҙҙең яуабы әҙер. Ул яуап Американы тағы ла нығыраҡ сығырынан сығарасаҡ. Ҡыҫҡараҡ итеп әйткәндә, түбәндәге яуаптар булыр, моғайын.
Беренсеһе – Рәсәй Ҡытай менән киң планда хәрби хеҙмәттәшлек башлаясаҡ. Ҡытайҙарҙың бер миллиардтан артыҡ булғанын иҫәпкә алғанда ла, был АҠШ файҙаһына түгел.
Икенсеһе – шул уҡ Ҡытайға тәбиғи ресурстар күберәк сығарыласаҡ. Нефть, газ, күмер. Ҡытайға барыһы ла кәрәк. Ул саҡта Европаға әҙерәк барасаҡ.
Өсөнсөһө – Иран менән хәрби хеҙмәттәшлекте киңәйтеү. Был ғәрәп иленең ядро үҫешен Көнбайыш дәүләттәре күрә алмағаны һәр кемгә билдәле.
Дүртенсеһе – Сүриә менән хәрби хеҙмәттәшлек. Рәсәй был юлға барһа, Сүриә химик ҡоралды бөтөрөү эшен туҡтатасаҡ. Был көнбайышҡа кәрәкме?
Бишенсеһе – АҠШ-тың теләһә ниндәй аҙымы ла оборонаһы өсөн өҫтәмә сығымдарға килтерәсәк. Вашингтонда бюджет проблемаһы юҡ тип кем әйтә?
“Вести. Финансы” материалдары буйынса Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе