RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бола майҙандан ярымутрауға күсә түгелме?

07.03.2014 Бола майҙандан ярымутрауға күсә түгелме?

Бола майҙандан ярымутрауға күсә түгелме?Бөгөн, Ҡырым ҡайҙа “барыр”, тигән һорау ҡуйыла
“Евромайҙан”ды еңеү менән ҡот­лауҙар башланғас, был тирәләге хәлдәр шулай тамамланыр, ахыры, тип уйлағандыр күптәр. Оппозиция Юғары Рада буйлап иркенләп йөрөһә лә, әле Украинаның ҡалған өлөшө яңы ғына уяна башлағандай булды шикелле. Юғары Рада тигәндән, ундағы яңылыҡтар менән беҙҙе федераль каналдар таныштырып торһа ла, илдә властың, аҡыллы властың, әлегә булмауы тойола. Ишеткән-күргәнһегеҙ­ҙер, Президент Виктор Янукович украин халҡынан ғәфү үтенде. Шәхсән миңә тарихтан бер генә ғәфү үтенеү билдәле ине. Үҙебеҙҙең Борис Ельциндың, үҙ урынын Владимир Путинға ҡалдырып киткәнендә, Яңы йыл алдынан телевизор экраны аша ғәфү үтенгәнен иҫләйһегеҙҙер. Әлбиттә, Януковичтың хәле башҡасараҡ. Шулай ҙа ул ныҡ ҡайғыра, буғай. Ғүмеремә ҡурҡыныс янағанға Киевтан киттем, ти бит. Халыҡҡа мөрәжәғәт иткәнендә күҙенә йәш килгәнгә һүҙен әйтә алмай ултырҙы, ҡулында әйләндергеләгән ручкаһын һындырып ҡуйҙы. Ирек­һеҙҙән Голливудтың бер фильмы иҫемә төштө. 2012 йылда ахырызаманға әҙерләнгәйнек тә баһа, шул датаға ар­нап, американдар фильм төшөргән дә, төрлө илдәрҙең етәкселәре, “аҡыллы баштары” һ.б. “Нух кә­мәһе”нә тейәлгәндә, АҠШ Президенты илдәге халыҡ менән ҡалды. Ни күрһәм дә, ошонда, ватандаштарым ара­һында бу­лам, тине. Ни хәл итәһең, герой­ҙар кинола ғына була, күрәһең. Ә оппозиция ярай­һы ҡаты. Лидерҙар үҙҙәренә “йылы” урын табып бөтөп бара. Бөгөн ваҡиғалар ағышы Киевтан алыҫҡараҡ, Ҡырымға табан йүнәлгән кеүек. Һәр хәлдә, ярым­утрауҙа боларыш-емерелеш юҡлығын күр­һәт­һәләр ҙә, “Евро­майҙан”дың “Ҡырым майҙа­ны”на әүерелмәүен берәү ҙә гарантиялай алмай. Ә Ҡырымды беҙ яҡларға йыйынабыҙ.
Әйткәндәй, тағы шуныһы, Украина ваҡиғалары беҙҙең телгә яңы төшөнсә килтереп индерҙе – русса әйткәндә, ультранационалистик көстәр баҫып килә, имеш, шул илдә.
Тарих мең дә…

Ҡырым тарихына күҙ һалғанда, был ярымутрауҙа кемдәр генә йәшәп китмәгән дә, кемдәр генә хакимлыҡ итмәгән. Ким­мерийҙар, скифтар, таврҙар, гректар, римляндар, хазарҙар, славяндар. Таврия иле, Хазар ҡағанаты, Ҡырым ханлығы, Ғосман империяһы, Рәсәй империяһы, СССР, Украина. Ҡырым шулай бер туҡтау­һыҙ үҙгәрештәр кисереп торған. СССР-ҙа оҙаҡ ҡына “йәшәгән” әле ул. Ниңә Украинаға барып эләккән, тигән һорауға ла яуап бар. Беҙҙең халыҡтың йомартлығы роль уйнай бында. Тарихтан белергә мөмкин: 1954 йылда КПСС-тың ул саҡтағы Генераль секретары Никита Хрущев, 1922 йылда автономия алып, 1944 йылда татарҙар­ҙы депортациялағандан һуң өлкә булып ҡалған Ҡырым биләмәһен Украинаға бирергә ҡарар итә. Йәнәһе, бер-береһенә яҡын да, иҡтисади-мәҙәни бәйләнештәре лә ныҡ, әйҙә, бергә булһындар. 1991 йылда ярымутрау автономия статусын тергеҙә, Ҡырым татарҙары ла тыуған ерҙәренә киренән әйләнеп ҡайтыу мөмкинлеге ала.
Ҡырым халҡы 2013 йылдың 1 мартына ҡарата ике миллионға яҡын кеше булған. Күп халыҡ ҡалала көн күрә. Бөгөн ана шул ҙур булмаған биләмәлә шау-шыу ҡупмаҡсы. Хәйер, Рәсәй телевидениеһының Беренсе каналы Ҡырымдағы хәлдәрҙе шау-шыуға түгел, ә уйын-көлкөгә борҙо. Сәйәси хәл-торошто көйләү буйынса митингылар хаҡында һөйләп торҙолар ҙа, Симфе­рополдең үҙәк майҙанында геү килешеп бейегән халыҡты күрһәттеләр. Моғайын, шулай булһа ла, ундағы кешеләрҙә бейеү, уйын-көлкө ҡайғыһы юҡтыр. Беҙ байрам яратабыҙ, әммә Украина ваҡиғалары көсөргәнеш килтергән автономияға ла көрсөк килмәҫ тимә.

Украина хәрбиҙәре
Ҡырымды һайлай

Ҡырым Рәсәйгә яҡын. Илдең төрлө тарафтарында уның киләсәген яҡлап акциялар үтә. Беҙҙең Башҡортостан да гуманитар ярҙам әҙерләй. Әйткәндәй, БР Халыҡтары ассамблеяһы ла украин халҡына мөрәжәғәт ҡабул итте. Унда дини һәм милли ойошмалар етәкселәре экстремизмды, Украинаның милли бөтөнлөгөн емереүҙе туҡтатырға саҡырҙы. Беҙҙекеләр Украинаның бөгөнгөһөндә “ҡара осор”ҙоң тиҙҙән бөтөрөнә ышана.
Ә был ваҡытта Ҡырымдың үҙ армияһы, флоты барлыҡҡа килде. Ошо көндәрҙә генә Украина хәрбиҙәренән меңәрләгән кеше автономия яғына сығыуын бел­дер­ҙе. Аҙна башына был һан алты мең кешегә еткәйне инде. Хәрби антты тотош частар, батальондар, Эске ғәскәрҙәр полктары бирҙе. Ҡырымдың хәҙер һауа көстәре лә бар – 49 самолет менән шәхси составы 800-гә еткән авиабаза Европа илдәренең ҡайһы берҙәрендә лә юҡ әле. Уларҙы автономия хөкүмәте үҙ ҡанаты аҫтына алды. Ҡырымда бары­һының да телендә – “референдум” һүҙе. Унан да күберәк, Рәсәй, тип өндәшә халыҡ. Рәсәй иһә рустарҙы, беҙҙең ватандаштарҙы, яҡларға һәм һаҡларға вәғәҙә итте. Рус теленең киләсәгенә хәүеф янаған саҡта ҡулды кеҫәгә тығып ҡалыу мөмкин түгел.
Референдум 30 мартҡа билдәләнгән. Ҡырым халҡы үҙ яҙмышын законлы рәүештә хәл итергә йыйына.

Юғары Рада вәғәҙәләр
тарата, радикалдар
террорсыларҙан ярҙам һорай

Әлбиттә, Киев Ҡырымһыҙ ҡалырға теләмәй. Юғары Раданың яңы етәкселеге автономия етәкселеге менән һөйләшергә әҙерлеген әйтте. Унда ла шарт менән: Рәсәй ғәскәрҙәре Ҡырымдан сығып китергә тейеш. Бер нисә көн элек Ҡырым халҡы Рәсәй Президенты Владимир Путинға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Шуға унда беҙҙең ғәскәрҙәрҙән бер төркөм ебәрергә ҡарар ҡабул ителде. Әммә индерелмәне әле. Украина етәкселеге быны ишетеп, үҙ армияһын тулы хәрби әҙерлектә тотоуын белдерҙе.
Әйткәндәй, “Уң сектор” радикал ойошмаһы үҙендә утлы ҡорал барлығын күптән әйтеп ҡуйҙы инде. Лидерҙары Дмитрий Ярош ҡасандыр “ата террорсы” тип иҫәпләнгән Доку Умаровтан ярҙам һораған. Уныңса, украин егеттәренең күбеһе Кавказда һуғышҡан, хәҙер кавказдарҙың ярҙам итергә сираты еткән. Ә Доку Умаров тереме һуң ул? Чечен Республикаһы башлығы Рамзан Ҡадиров аптырашта ҡалып, шуны белдерә: әгәр ҙә мәгәр, ти ул, Ярош, ысынлап та, Чечняла һуғышҡан икән, хәҙер ул тейешле язаһын алһын өсөн бөтә саралар ҙа күреләсәк.
Симферополгә “евромайҙансы”ларҙан бер төркөм килгәйне лә, ярымутрау халҡы, үҙенең биләмәһенә радикал милләт­селәр­ҙе индермәйәсәген аңғартып, уларҙы ҡыуып ебәрҙе. Раданан Ҡырымға күберәк вәкәләттәр бирергә вәғәҙәләйҙәр. Тик шул уҡ ваҡытта референдум үткәрергә тигән ниәтте законһыҙ тип иҫәпләйҙәр.

Ә был ваҡытта…

Рәсәй Көнбайыштың тәҡәтен ҡоротоуын дауам итә. “Евро­майҙан” да бит Украинаға Рәсәй йоғонтоһо арҡаһында килеп сыҡты, тип иҫәпләйҙәр. Етмәһә, Олимпиадала еңеп, утҡа кәрәсин һиптек. Хәҙер Ҡырым беҙгә йөҙ борҙо. Украина радикалдары Көнбайыш сәйәсмәндәренең ҡайһы берәү­ҙәрен 2018 йылда Рәсәйҙә үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатына бойкот иғлан итергә ҡоторта. АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керри ҙа беҙҙе санкциялар менән ҡурҡыта. Пентагон, моғайын, үҙенең сценарийы менән башлаған “ҡара уйын”ды үҙе генә тамамларға теләй. Өҫтәүенә, Рәсәйҙе “Ҙур һигеҙ” составынан сығарырға тигән ниәтен Европанан кире ҡаҡтылар. Германия канцлеры Ангела Меркель менән Рәсәй Прези­денты Владимир Путиндың һөйләшеүе лә ваҡытлы һәм урынлы булды. Хәҙер Европаның ҡайһы бер илдәре Германия артынан теҙелешеп торасаҡ.
Ғөмүмән, Украинала “демократия үҫеше” өсөн АҠШ 1991 йылдан алып биш миллиард доллар сарыф иткән. Был хаҡта Дәүләт секретары урынбаҫары Виктория ханым Нуланд 2013 йылдың 13 декабрендә “Евромайҙан”да печенье, кекс таратып йөрөгәнендә белдергән.

Әйткәндәй

Украина Юғары Радаһының яңы етәкселеге төбәктәрҙә үҙгәрештәр башланы. Өлкәләрҙең элекке башлыҡтарын хәҙер олигархтар алмаштыра. Байҙар, етмәһә, сиратта Юлия Тимошенконың “Батькивщина” фирҡәһе ағзалары бар. Барыһы ла – Майҙандан. Эйе, оппозиция ситтән булышлыҡ менән ваҡытлыса еңеү яуланы. Лидерҙарҙың кемеһе парламент­ҡа, кемеһе башҡа етәкселеккә урынлашып бөтөп бара. Ябай халыҡ иһә, һәр ваҡыттағыса, ярыҡ ялғаш янында ҡул ҡаушырып тора – илдә ғәләмәт көрсөк, ҡаҙна буш, эш хаҡтарының түләнеүе икеле, банк һәм банкоматтарҙан да аҡса алып булмай.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы