22.11.2013 Иҡтисади көрсөк илһөйәрлекте кәметкән
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, әле республикала төбәк башлығы нисек аталырға тейешлегенә бәйле ҡултамғалар йыйыу бара. Федераль законға яраҡлашырға тырышыу маҡсатын алған был эштән һуң йәнтөйәгебеҙҙең исемен үҙгәртергә лә күп һорамаҫтар. Ғөмүмән алғанда, ил төбәктәрендә үҙгәрештәр булып тора. Ошо көндәрҙә РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Рогозин Алыҫ Көнсығыштың да үҙ есеменә тура килмәүен белдергән әле. Әйҙәгеҙ, Тымыҡ океан төбәге тип әйтәйек, тигән фекерен еткергән ул Новосибирскиҙа үткән “Технопром – 2013” форумында. Баҡһаң, вице-премьерға Алыҫ Көнсығыш тигән һүҙбәйләнеш аңлашылмай икән. “Владивосток кешеһе нисек үҙен, мин Алыҫ Көнсығышта йәшәйем, тип әйтһен? Уның өсөн был ҡала ниндәй алыҫ булһын?” – тип аптыраған Рогозин әфәнде. Уныңса, Тымыҡ океан төбәге тап килә. Әлбиттә, Дәүләт Думаһында әлегә был идеяны хупламағандар. Исемде үҙгәртеүҙән башҡа ла был яҡтарҙа проблемалар етерлек, тигән бер аҡыллыһы.
Аңлағанға ишаралыр. Беҙ ҙә хәл итәһе мәсьәләләр барлығын онотоп ебәрмәйек, Президентты башлыҡҡа йә етәксегә “төшөргән” саҡта. Реформалар быуатында былай ҙа күпте күргән быуындың тағы ни кисерәһе барҙыр инде?
Тағы ла экономияларға кәрәк…
Рәсәй ҡулланыусылары һуңғы ваҡытта, ризыҡ һатып алыуҙа бер аҙ экономия яһап, киреһенсә, аҙыҡ-түлек булмаған әйберҙәрҙе күберәк ала башлаған. Бындай күренеш иҡтисадта ҡатмарлы осор булғанда күҙәтелә икән. Белгестәр шулай иҫәпләп сығарған. Улар белә торғандыр. Күптәр, беҙгә күптән вәғәҙә ителгән көрсөк әйләнеп ҡайтты, тип, үҙҙәрен донъяның төрлө мәленә “өйрәтә”. Был айырыуса аҡса экономиялауҙа сағылыш таба. Шулай ҙа кемдәрҙер оҙаҡҡа һуҙылған ремонтын тиҙерәк тамамларға тырыша, берәүҙәр байтаҡтан хыялланған ҙур көнкүреш кәрәк-ярағын һатып ала башлаған. Бындай эш-мәшәҡәттәр урта ҡатламға хас. “Ромир” холдингы белешеп йөрөгән барыһын да. Ә халыҡтың етешһеҙ йәшәгән ҙур бер өлөшө экономиялауҙан бер ҡасан да туҡтағаны юҡ. Шул уҡ ваҡытта РФ иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаев ил халҡына аҡсаһын һумда һаҡларға тәҡдим итә. Валюталар “һикерешә”, шуға үҙебеҙҙең һум отошлораҡ булыр, тигән ул. Был осраҡта тотош халыҡҡа түгел, ә миллионер-миллиардерҙарға, түрәләргә генә өндәшергә кәрәк, ябай халыҡтың долларҙы йә евроны тотоп ҡарағаны ла юҡтыр. Улар һумға өҫтөнлөк бирә, һаҡлай, тотона, улар – патриот.
Кем Ватанын һөймәй?
Әйткәндәй, рәсәйҙәрҙең күбеһе үҙен илһөйәр тип иҫәпләһә лә, ундайҙар һаны йылдан-йыл кәмей икән. 2007 йылда, мәҫәлән, һорашыуҙарҙа ҡатнашыусыларҙың 78 проценты үҙен патриотмын тиһә, быйыл күрһәткес 69 процентҡа тиклем төшкән. Илдең һәр унынсы кешеһе илһөйәрлекте шулай аңлай – нисек кенә әсе булмаһын, Ватаны тураһында дөрөҫтө һөйләй, ғәҙел баһа бирә. 6 проценты, илдең етешһеҙлектәре юҡ тип әйтеүсе патриот була, ти. Ҡыҫҡаһы, беҙҙә илһөйәрлек менән етди генә “шөғөлләнмәкселәр”. Бының өсөн уҡыусыларҙы ил буйлап сәйәхәт иттерәсәктәр, гимн, флаг, гербҡа ҡарата ихтирам тәрбиәләйәсәктәр. Сәйәхәт тигәндән, бөгөндән мәктәптәр ҡалаларға һәм төбәктәргә сәфәр ҡыла башлар, тип көтмәгеҙ. Уға ҡағылышлы стратегия 2014 йылдың аҙағына ғына әҙер буласаҡ әле. Был эште Мәҙәниәт, мәғариф һәм фән, Спорт, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Эске эштәр министрлыҡтары төбәктәр һәм педагогик берлектәр ярҙамында атҡарасаҡ.
“Советтар Союзында ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле экскурсия программалары эшләй торғайны. Хәҙер беҙ балаларыбыҙға Балтик буйын, Камчатканы күрһәтә алмайбыҙ. Уларға илдең ҙур һәм матур икәнлеген күрһәтмәй нисек аңлатырға?” – тип фекерен белдергән мәғариф һәм фән министрлығының балалар һәм йәштәр тәрбиәһе буйынса дәүләт сәйәсәте департаменты директоры Александр Страдзе. Әлбиттә, элекке СССР-ҙың матур йолалары тарихта тороп ҡалды. Уларҙың ҡайһы берҙәрен тергеҙгәндә лә булыр ине. Тик бөтөн мәсьәлә, моғайын да, аҡсаға барып төртөлөр.
Бөгөн Рәсәйҙә 13,7 миллион уҡыусы бар. Уларға йылына бер тапҡыр булһа ла сәйәхәт ойоштороуға 100 миллиард һум аҡса талап ителә, тип иҫәпләп тә ҡуйғандар. Был, туристик операторҙар мәғлүмәте буйынса, Мәскәү, Санкт-Петербург, “Алтын ҡулса” ҡалаларына тура килгән хаҡтар. Был йәһәттән ата-әсәләрҙең “кеҫәһе”нә ҡараясаҡтар. Шундай статистика ла бар – ил уҡыусыларының 20 проценты үҙ төбәгенән башҡа ҡалаларҙа булмаған. Улар – инвалид балалар, интернатта тәрбиәләнеүселәр, сәйәхәттәргә йөрөргә ата-әсәһенең эш хаҡы мөмкинлек бирмәүселәр. Бында дәүләттең ярҙамы булмай тороп, бөтөн балаларҙы ла экскурсияларға йәлеп итеүе лә мөмкин түгел. Илдә, ысынлап та, ватансылыҡ тойғоһо һүрелеңкерәп торалыр. Сөнки хатта Президент үҙе лә был хаҡта ҡайғырта башлаған һәм парламентҡа дәүләт символдарын киңерәк ҡулланыу тураһында закон проекты индергән. Гимн, Флаг кеүек символдар айырыуса уҡыу йорттарында популяр булырға тейеш. Ошо тәңгәлдә АҠШ флагының ниндәй кимәлдә булыуы иҫкә төшә. Американдар флагтарына табына тиерлек. Беҙҙә иһә күп осраҡта ябай бер сепрәк кеүек ҡабул ителә.
Гимнға килгәндә, уның һүҙҙәрен дә белмәйбеҙ бит. Бөгөн уны мыҫҡыллап пародиялар ҙа яҙыла. Дәүләт Думаһының “Ғәҙел Рәсәй” фракцияһында, дәүләт символдарынан көлгән өсөн енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыу кәрәклеген билдәләп, закон проекты тәҡдим иткәндәр. Әле лә ниндәйҙер кимәлдә яза ҡаралған ул, тик үҙегеҙ беләһегеҙ, беҙҙә закондарҙы үтәмәү – ғәҙәти күренеш. “Ғәҙел Рәсәй”ҙәр юҡҡа ғына тауыш күтәрмәй, баҡһаң, интернет селтәрендә Гимндың һүҙҙәрен үҙгәртеп, уға мыҫҡыллы видеояҙма өҫтәлгән роликтар таралған икән. Владимир Войнович атлы яҙыусының да пародияһы бар. Был әфәнде үҙе иһә әлеге Гимн тексының мәғәнәһеҙ булыуын белдергән, шуға пародия яҙған, имеш. Кемгәлер шулай кәрәктер – үҙ иленән үҙе көлә. Беләһегеҙҙер, “Рәсәй – йүләрҙәр иле” (“Россия – страна дураков”) тигән әйтем йөрөй. Уны сит ил кешеләре уйлап сығара һәм тарата, тиһегеҙме? Юҡ, әлбиттә. Үҙебеҙҙең ауыҙҙан таралған һүҙ ул. Кемдәр патриот түгел? Баш ватырға кәрәкмәй ҙә – аҡсалылар, миллион-миллиардтар менән эш итеүселәр. Улар еңел генә теләгән ваҡытында Рәсәйҙе ташлап китә ала.
Көҙ башында телевидениенан бер тапшырыуҙа “йондоҙ”ло ғаилә – Анжелика Варум менән Леонид Агутинды күрһәткәйнеләр. Уларҙың 14 йәшлек ҡыҙы тәрбиәсеһе (няняһы) менән күп йылдар Майямиҙа йәшәй. Рәсәйгә паспорт алырға ҡайтҡан. Шул балала Рәсәйгә ҡарата ватансылыҡ тойғоһо буламы? Ул бары беҙҙең граждан ғына. Ә “йондоҙҙар” үҙебеҙҙеке. Бындай миҫалдар етерлек.
Патриотлыҡ әрме тирәһендә лә күренә. Бөгөн, әрмегә бармайым, унда нимә күрмәгәнмен, ваҡыт әрәм итеп, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Ә хеҙмәт итеүҙең бурыс икәнен берәү ҙә иҫенә төшөрмәй. Һөҙөмтәлә кем әрмелә була? Унда етәкселәрҙең, байҙарҙың балаларын һирәк осратырһың. Аллам һаҡлаһын, берәй дошман илгә яу менән килһә, былар шундуҡ сит илгә ҡасып бөтөр. шулай булмаҫына ла гарантия биреп булмай. Ниңә? Сөнки йәштәргә, ысынлап та, илһөйәрлек тойғоһо һалынып етмәй. Был һөйләшкән саҡта ла асыҡ ишетелә. Йәштәрҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ әле – сит ил һүҙҙәре өҫтөнлөк ала түгелме? Ә урамдарҙағы магазиндарҙың исеме һуң? Кейгән кейемдәр? Беҙгә махсус рәүештә, үҙ еңел сәнәғәтебеҙҙән баш тартып, сифатһыҙ ҡытай кейемдәренең нығыраҡ кәрәклеген һеңдерҙеләр. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүен-индек, ул патриотизмға ҡаршы эшләмәһә ярай ҙа.
Ә ни өсөн туристарҙың күбеһе Мысыр менән Төркиәне һайлай? Әлеге лә баяғы аҡса. Беҙҙең курорттар күпкә ҡиммәт. Ниңә Башҡортостан халҡы үҙебеҙҙең “Янғантау”, “Красноусол”да ял итә алмай, сөнки сит илдәргә сығыу арзанға төшә. Әллә ни сит ил туристарын да йәлеп итә алмайбыҙ. Уның ҡарауы, сил ил компаниялары хужа булып килә. Инвестициялар беҙгә кәрәгерәк.
Әйткәндәй
Ябай ғына бер миҫал. Шәхсән үҙем Америкала булмағас, был күренештең нисек икенен теүәл әйтә алмайым, шулай ҙа бер сағыштырыу: 4 июлдә АҠШ-та Бойондороҡһоҙлоҡ көнө билдәләнә. Кешеләр шул саҡта дәүләт символикаһына шул тиклем ҙур хөрмәт күрһәтә икән. Йондоҙло-буйлы флагтарын һәр кем өй башына элә, барыһы ла белгән патриотик йырҙар башҡарыла.
12 июнь – Рәсәй суверенитеты көнө. Өфө. Ҡала советы алдындағы майҙан. Кис. Майҙанға йыйылған халыҡтың 90 процентының ҡулында – эсемлек, иҫеректәр ни ҡылғанын аңламай. Байрамдан һуң урам һепереүселәр “мәҙәниәтле ял итеүселәр” ҡалдырған сүп-сарҙы йыйып бөтә алмай. Шәхсән шаһитмын.
Йәки 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө. Баш ҡалабыҙҙа “Рус маршы” үтә. Башҡа халыҡтар маршы юҡ. Уларға ҡаршы әйтеүселәр – милләтсе. Эйе, Рәсәйҙе аҡыл менән аңлауы ауыр. Ҡайһы бер замандашыбыҙ, етмәһә, ауыҙ ҡыйшайтып, үҙ илен “рашка” тип атай.
Беҙгә, ысынлап та, патриотлыҡ тәрбиәләүгә ныҡ иғтибар итергә кәрәк. Ваҡыт еткән.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе