04.10.2013 Егерме йыл: дөрөҫ булдымы был ваҡиғалар?..
Рәсәй Федерацияһының Юғары Советын таратыу тарихта бер нисә исем менән йөрөтөлә – «1993 йылдағы Конституция көрсөгө», «1993 йылдағы дәүләт түңкәрелеше», «Аҡ йортто утҡа тотоу», «Советтар йортон утҡа тотоу», «1993 йылғы Октябрь ихтилалы», «1400-сө Указ», «Октябрь путчы».
Был ваҡиғала, белеүегеҙсә, Мәскәү урамдарында ҡораллы бәрелештәр ҙә булды. Конфликт 21 сентябрҙә башланып, 4 октябргәсә дауам итте. Баш ҡалала ике аҙна буйы граждандар һуғышы барҙы, тиһәк тә була. Һөҙөмтә ниндәйерәк? Яп-ябай – 1917 йылдан алып һаҡланып килгән идара итеү моделе, йәғни совет власы системаһы мәжбүри рәүештә тамырынан ҡоротолдо. Түңкәрелеш ҡорбандарһыҙ үтмәне. 160 тирәһе кеше һәләк булды, 390-ға яҡыны төрлө тән йәрәхәттәре алды, тип хәбәр ителһә лә, рәсми булмаған сығанаҡтар был һандарҙың бер нисә тапҡырға күберәк булыуын күрһәтә. Тик һәләк булыусыларҙы иҫләп, матәм көнө генә иғлан ителмәне.
Сәйәси көрсөк нимәнән килеп сыҡҡайны һуң әле? Ҡағиҙә булараҡ, бындай мәлдәрҙә кемдеңдер кем менәндер килешмәүе сәбәпсе була. Тап шулай. Ул ваҡытта ла Рәсәй Президенты Борис Ельцин, Виктор Черномырдин етәкләгән хөкүмәт, Мәскәү мэры Юрий Лужков, Юғары Совет депутаттары һәм Халыҡ депутаттары съезынан бер төркөмгә вице-президент Александр Руцкой, Юғары Советтың Ельцин яҡлы булмаған депутаттары, уның етәксеһе Руслан Хасбулатов, Халыҡ депутаттары съезының төп өлөшө ҡаршы сыҡты. Юҡ, башта уҡ ҡулға ҡорал алынманы һәм йоҙроҡ та йомарланмай торҙо. Ельцин сәйәсәте менән риза булмаусылар ризаһыҙлығын һүҙ менән генә белдерҙе. Тик мәсьәләне түңкәрелешһеҙ хәл итеп булмағандыр, күрәһең. Бәлки, шул көндәргә тиклем совет режимын тулыһынса туҡтатыу әллә күпме алдан күҙаллап ҡуйылған булғандыр.
Шулай башланғайны…
Борис Ельцин шәхесе баштан уҡ үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торҙо. Беҙҙең күптәребеҙҙең күңеленә уның бер әйткәне ғүмерлеккә һеңеп ҡалғандыр, моғайын. Бөгөн, әлбиттә, уны әсе кинәйә тип ҡабул итәбеҙ. 1990 йылдың 6 авгусында, әле Юғары Совет башлығы булғанында, әйткәйне бит тарихи һүҙҙәрен: «Суверенитетты йота алғансы алығыҙ…» («Берите столько суверенитета, сколько сможете проглотить»). Эйе, Ельцин Рәсәйҙе үҙгәртте. Тамырынан. Күп йылдар үткәс күп һығымта яһалыр.
Етди ҡаршылыҡтар Борис Ельциндың 1400-сө указынан башланды, ахыры. Борис Николаевич, ул саҡта ғәмәлдә булған Конституцияны боҙоп, Юғары Советтың тарҡатылыуы тураһындағы указға (Указ №1400 «О поэтапной конституционной реформе в Российской Федерации») ҡул ҡуйҙы. Депутаттар көслөк менән ҡыуылды. Рәсәй Федерацияһының Конституция суды әлеге документтың 12 урында Рәсәй Конституцияһын боҙоуы тураһында хәбәр итте. Бында айырыуса Руслан Хасбулатов менән Борис Ельцин араһындағы килешмәүсәнлек роль уйнаны, буғай. Алғараҡ китеп шуны билдәләргә кәрәк – был ҡанлы ваҡиғаларҙы тикшереү оҙаҡҡа бармаған һәм бер нисә ай үткәс үк, 1994 йылдың февралендә, Дәүләт Думаһы протест акцияһы лидерҙарын амнистиялау тураһында ҡарар ҡабул иткән. Уларҙың береһе лә хөкөм ителмәгән. Шуға ла әле түңкәрелеш мәлендәге күп һорауға аныҡ яуап юҡ.
Тарихҡа бер аҙ байҡау
21 сентябрь, 1993 йыл. Мәскәү. Юғары Совет етәкселеге үҙенең сығанаҡтары аша был кистә Борис Ельциндың Юғары Советты тарҡатыу тураһында телевидениенан сығыш яһау ниәтен белеп ҡала. Етәкселәр Советтар йортонда ғәҙәттән тыш ултырышҡа йыйыла, буфеттарға өҙлөкһөҙ эшләргә ҡушыла, Аҡ йортҡа дивандар, постель килтерелә. Ошо уҡ ваҡытта бинала электр, элемтә, һыу менән тәьмин итеү, канализация өҙөлә. Тыштан Эске эштәр министрлығы ғәскәрҙәре ҡамап ала. Юғары Совет Ельцин тарафынан дәүләт түңкәрелеше яһалыуын иғлан итә, илдә ике власлылыҡ барлыҡҡа килә.
Артабанғы көндәрҙәге ваҡиғалар сылбыры даулы-шаулы булып хәтерҙә ҡалған. Бөтә Рәсәй патриархы Алексий Икенсене һөйләшеүҙәргә аралашсы итеп саҡырыу (бында бер үк ваҡытта Президент һәм Юғары Советҡа һайлау үткәреү тәҡдим ителә, әммә бер ниндәй ҙә фәтүәһе булмай, сөнки урамдарҙа күп халыҡ ҡатнашлығында тәртипһеҙлектәр башлана), ОМОН, снайперҙар, БТР-ҙар, мэрияны баҫып алыу, атыштар, шартлау һәм ҡорбандар – барыһы ла булды.
1993 йылдың 4 октябре дүшәмбегә тура килә ине, тип иҫләр бөгөн күптәр. Уға ҡарай төндә үк Ельцин Советтар йортон штурмларға ҡарар итә, Оборона министрлығындағы төнгө ултырышта план уҡып ишеттерелә һәм Президент уны хуплап, штурмлауҙа танк, бронетехника ҡулланырға бойороҡ бирә. Операция таңғы сәғәт етегә тәғәйенләнә. Ә ултырыштан һуң Ельцин үҙе Кремлгә йоҡларға инеп китә…
Аҡ йортто «тар-мар» итеүҙә 1700 кеше ҡатнаша, 10 танк, 20 бронетранспортёр ҡулланыла. Әйткәндәй, Рәсәйҙең элекке Генераль прокуратураһының тәфтишсеһе Леонид Прошкин фаразлауынса, штурмлауҙың тәүге сәғәтендә Оборона һәм Эске эштәр министрлыҡтары ғәскәрҙәре араһында берҙәм команда үҙәге, ойошҡанлыҡ булмай, тырым-тырағай эш итәләр. Шулай ҙа маҡсаттарына ирешәләр.
Һуңғараҡ штурмда ҡатнашыусыларға орден-миҙалдар, бер төркөмөнә Рәсәй Геройы исеме бирелә. Һәр бәрелештең дә батыры була торғандыр. Хәҙер был Рәсәйҙең тағы бер тарихи бите генә.
Ельциндың аргументтары
Ни өсөн 1400-сө указын сығарғанын Рәсәй Президенты Борис Ельцин 21 сентябрҙә халыҡҡа телевидение аша мөрәжәғәтендә аңлата.
«Йылдан ашыу Юғары Совет һәм Халыҡ депутаттары съезы менән килешергә тырышабыҙ. Күптәре тотош Рәсәй халҡының иркенә ҡаршы тора. Президентты ситләтеү эше алып барыла. Рәсәйҙәге хәл-торошто тотороҡһоҙландырырға тырышалар… Юғары Советтың иҡтисади сәйәсәте, бюджет, хосусилаштырыу тураһындағы ҡарарҙары көрсөктө көсәйтә… Ҡануниәт эше алып барылмай, Рәсәйгә үтә кәрәк закондар ҡабул ителмәй… Әлеге Конституция дәүләт көрсөгөнән сығыу юлдарын күҙ уңында тотҡан яңы конституция ҡабул итергә хоҡуҡ бирмәй. Шуға ла мин, дәүләтебеҙ хәүефһеҙлеге гаранты булараҡ, был тупиктан сығыу юлын табыуҙы тәҡдим итергә, һәләкәтле сынйырҙы өҙөргә тейешмен».
Ә конфликттың башы был көндәрҙән байтаҡ алда, 1992 йыл аҙағына – 1993 йыл башына тура килә. Президент вазифаһы булдырылғас та әле Юғары Совет һәм Халыҡ депутаттары съезында сикһеҙ вәкәләттәр һаҡланып ҡала. Был илдә ике власлылыҡ хөкөм һөрөүе тураһында һөйләй. Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыямы? Әлбиттә, төптән уйлаһаң, һыйҙырырға мөмкин, тик мәҡәлдең мәғәнәһе мотлаҡ һыймауҙы күҙ уңында тота шул. Бында ла шулайыраҡ хәл килеп тыуа. Борис Ельцин Рәсәйҙә идара системаһын үҙгәртеп, вәкәләттәрҙе Президентҡа биреүгә ынтыла. Быға парламент ҡырҡа ҡаршы булһа ла, һуңғараҡ Президенттың вәкәләттәрен киңәйтеү тураһындағы ҡарарҙар сығара башлай. Әммә ике орган бер-береһе менән килешә алмаған мәлдәр етерлек була. Ә урамда халыҡ ҡайнай…
Сәйәси һығымта
Ошолай емерелә Рәсәйҙә Совет власы. Борис Ельцин һәм уның көрәштәштәре еңә, Юғары Совет, Халыҡ депутаттары съезы эшенән туҡтай. Илдә күсмә осорҙа Борис Ельциндың авторитар режимы урынлаштырыла. Рәсәйҙә идара формаһы үҙгәрә, парламент республикаһы урынына президент идараһы барлыҡҡа килә. Артабан вице-президент вазифаһы бөтөрөлә, Ельцин ғәмәлдәге Конституция, ҡануниәт нормаларын юҡҡа сығара. Шуға бәйле юристар, сәйәсмән һәм политологтар Рәсәйҙә демократия хәленә ҡағылышлы борсолоуын белдерә. Бөгөн уйлаһаң, ап-анһат бер ваҡиға кеүек кенә тойола.
Үрҙә телгә алған 200-гә яҡын ҡорбан да тиҙ онотолдо, тап 1991 йылғы «ГКЧП»-ның осраҡлы өс ҡорбаны кеүек.
Ун йыл үткәс, Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенең социаль-сәйәси тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире Лев Гудков баһалауынса, был ваҡиғалар «властың ике тармағының мәғәнәһеҙ һәм ҡанһыҙ ҡаршылығы» булды.
Ошо йылдың 12 декабрендә тәүгә яңы барлыҡҡа килгән Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау үтә. Был инде айырым тарих.
Әйткәндәй
«Энциклопедия-Россия» сайтында яҙылыуынса, шундай фекер ҙә бар: 1994 йылдың декабрендә Чечнялағы хәрби конфликттың башы 1993 йылдың сентябрь – октябрь айҙарында Мәскәүҙә булған ваҡиғалар эҙемтәһе ул.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе