RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Наполеон да пландар ҡорған…

05.09.2013 Наполеон да пландар ҡорған…

Яңы миҙгел башланды. Асылы менән һары төҫтәргә мансылып, һағышлы-ямғырлы булһа ла, йәшәйеш ҡанундарына ярашлы, үткәненән дә эҫерәк булмаҡсы. Эҫе тигәнде бер аҙ “кәкрерәк” аңлар­ға кәрәк. Көҙ башы халыҡтың йәйҙән һуң “уяна” төшөүен дә хәтерләтә ул. Ә уяныр­ға, түтәлдәрҙән башты күтәрергә, бесән араһынан сығырға ваҡыт. Шуныһын иҫкәртәйек – һайлау хаҡында ла онотмағыҙ.
Яңы миҙгел тигәс тә, донъя яңыса йәшәй башламай, әлбиттә. Әммә халыҡтың барлығын, үҙ һүҙен әйтә алырын хакимдар оноторға тейеш түгел. Быны дөйөм алғанда әйтәм. Ғөмүмән, иғтибар итерлек яңылыҡтар, ниәттәр етерлек.

Ата-әсәгә пенсия – балалары кеҫәһенән

Беҙҙең ҡайһы бер депутаттар халыҡты шаңҡытырлыҡ нәмә уйлап сығарырға оҫтарып алды. Был осраҡта халҡыбыҙҙың “Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума” тигән әйтеме иҫкә төшә.
РФ Дәүләт Думаһының Игорь Зотов атлы бер депутаты – Пенсионерҙар партияһы лидеры – ата-әсәнең пенсияһын балалары иҫәбенә арттырыуҙы тәҡдим итә. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, һүҙ эшләүселәрҙән ике процент һалым алып, уны ата-әсәһе пенсияһына ҡушыу тураһында бара. Ап-анһат. Ошоноң менән дәүләт пенсия арттырыу өсөн сығым хаҡында ҡайғыртыуҙан туҡтай. Ололарҙы хөкүмәт түгел, балалары хәстәрләһен әйҙә. Закон проектын ошо көҙҙә ҡарар­ға тейештәр. Автор әйтеүенсә, дәүләт пенсия системаһының граждандар ихтыяжына яуап бирә алырлыҡ мөмкинлеге юҡ.
Әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 87-се статьяһында “бәлиғ булған балалары хеҙмәткә яраҡһыҙ һәм ярҙамға мохтаж ата-әсәһен ҡарарға тейеш”леге хаҡында яҙылған. Әммә бында ярҙам хаҡтары күрһәтелмәгән. Бәлки, бала яҡынына хәйер рәүешендә генә аҡса бирәлер? Ә Зотов әфәнде аныҡ сумма хаҡында һүҙ йөрөтә. Беҙҙең илдәге эш хаҡын алғанда, ике процент күп түгел.
Шуныһы ла бар: закон ҡабул ителә ҡалһа, һәр ата-әсә лә был проценттарға өмөт итә алмай. Балаһын тәрбиәләмәһә, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителһә, алимент түләмәһә, эскесе йә наркоман булһа, балаһының сәләмәтлегенә ҡарата енәйәт ҡылһа – ундайҙарға аҡса эләкмәй. Ата-әсә үҙе лә өҫтәмәнән баш тарта ала. Был да урынлы булыуы мөмкин. Теге йәки был балаһы түбән эш хаҡына осон-осҡа ялғап йәшәгәндә оло кешенең пенсияһы ярарлыҡ булһа, ниңә баш тартмаҫҡа?
Әйткәндәй, автор уйлауынса, эш биреүсе эшсеһенең окладынан ике процентты пенсия фонды иҫәбенә күсерергә тейеш була. Зотовтың был тәҡдимен парламенттың төрлө комитеты төрлөсә ҡабул иткән. Мәҫәлән, хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитет закон проектын ҡыҙыҡ тип тапҡан, әммә пенсия проблемаһын хәл итеүгә индивидуаль ҡараш булырға тейешлегенә баҫым яһалған. Һалымды ата-әсәһен ҡарттар йортона тапшырыусыларҙан түләтергә, тигән фекер яңғыраған.
Ҡытайҙа ҡартайған ата-әсәне мотлаҡ хәстәрләү тураһында закон эшләп килә. Әммә ил был схеманан яйлап ситкә китә, йәғни хөкүмәт етәкселеге оло кешеләрен ҡайғыртыу, лайыҡлы пенсия түләү буйынса торған һайын күберәк уйлана икән.
Беҙҙең коммунистар партияһының ҡайһы бер депутаттары әлеге тәҡдимде, дөрөҫ түгел, тип иҫәпләй. Дәүләт пенсия түләүҙән тайпылмаҫҡа тейеш, былай ҙа бөгөнгө эшләүсе граждандар үҙ пенсияһын үҙе туплай.
Рәсәй Фәндәр академияһының иҡтисад институты хеҙмәткәре Ирина Букина фекеренсә, кеше пенсияһын үҙе хәстәрләргә тейеш. АҠШ-та, мәҫәлән, был эш биреүсе һәм эшләүсенең бурысы, улар тигеҙ күләмдә пенсия фондына аҡса күсерә. Германияла ла шундайыраҡ тәртип.
Зотов барыһын да уйлаған. Ике процент сәпсим күп түгел. Эш хаҡы 20 – 25 мең һум булһа, был һалым ни бары 400 – 500 һум ғына килеп сыға. Шуныһы ла бар – ул ике процентты бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә түләмәй. Кемдең эш хаҡы ике минималь хеҙмәт хаҡынан да түбән, улар ата-әсәһенең пенсияһына өҫтәмә түләмәһә лә ярай.
“Российская газета” тиҙ арала халыҡ фекерен һорашты. Закон проектын кешеләрҙең 8 проценты ғына хуплаған. 92 проценты – ҡырҡа ҡаршы. Нимә был? Ҡарт ата-әсәне уйламаумы, пенсияларын етерлек тип һанаумы, былай ҙа ярҙам күрһәтеүҙәрен белдереүме, дәүләттең үҙ бурысын үтәргә тейешлегенә ишарамы? Яуабын үҙегеҙ һайлап алығыҙ. Ә эш хаҡын “конвертта” йә ”ҡара бухгалтерия” буйынса алыусыларға нишләргә? Был ике проценттың ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу­ҙа роле ниндәй булыр? Ил бюджетына ниндәй йоғонто яһар? Яңынан-яңы һорауҙар тыуа. Рәсәй статистикаһы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл июндә тәғәйенләнгән пенсия күләме уртаса 10 019 һум булған.
Бюджет тигәндән, уның тирәләй проблемалар барлығын хәҙер асыҡтан-асыҡ әйтәләр.

Бюджет “кәсәһе”нең төбө ялтырай?!

Рәсәй бюджеты ярайһы ҡатмарлы осор кисереүен дауам итә. Был хәҙер берәүгә лә сер түгел. Президент Владимир Путин Алыҫ Көнсығыш федераль университеты хеҙмәткәрҙәре менән осрашҡанында иҡтисад тураһында һүҙ алып барҙы. Ил башлығы хөкүмәткә бюджет сығымдарын ҡыҫҡартыуға бәйле тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушҡан.
Путин белдереүенсә, әле донъя иҡтисады үҫеше бер аҙ һүлпәнәйгән. Беҙҙеке лә уның артынан эйәрә. Был, Рәсәй иҡтисады беҙ көткәнсә үҫмәй, тигән һүҙ. Уға ярашлы, килем дә юҡ. Уның ҡарауы, беҙҙә һуңғы йылдарҙа иҡтисад барыбер ҙә ғәләмәт шәп үҫкән, хеҙмәт хаҡтары бығаса булмағанса артҡан. Күп кешенең йәшәү кимәле күтәрелгән. Донъя тәжрибәһендә бындай күтәрелеш хатта ун йылда эш хаҡы ун тапҡырға артҡан Ҡытайҙа ла күҙәтелмәгән. Ә беҙгә тағы ла көрсөк юрайҙар…
Рәсәй Финанс министрлығы белгестәре август аҙағында 2014 – 2016 йылдарҙа ил бюджеты килеменең нисек кә­меүен тикшергән. Фараздар буйынса, килем бер триллион 600 миллиард һумға ҡыҫҡарасаҡ.
Донъя иҡтисады “ултыра” тиһәләр ҙә, башҡа илдәр етәкселеге улай уйламай, ахыры. Ҡытайҙа хәл насар түгел. Был илдең сәнәғәт үҫеше һуңғы 16 айҙа рекорд ҡуйған. Бразилияның эске тулайым продукты ла (ВВП) икенсе кварталда яҡшы күрһәткестәргә ирешкән. Еврозона иҡтисады ла алты квартал рәттән дауам иткән рецессия хәленән сыҡты, тип хәбәр итәләр.
Бюджет тигәндән, бер мәғлүмәтте лә яҙмай булмай. Рәсәй үҫешеп килеүсе бәләкәй утрау-илдәргә ярҙам йөҙөнән 500 мең доллар бүлергә ниәтләй. Был хаҡта Министрҙар Кабинетының күрһәтмәһе уның хоҡуҡи-мәғлүмәт рәсми порталында баҫыл­ған. Федераль бюджеттан аҡса ошо дәүләттәр буйынса халыҡ-ара конференцияның маҡсатлы фондына күсерелә. Теге илдәр конференцияла ҡатнаша алһын өсөн. Был беҙгә ныҡ кәрәкме икән?
Мигранттар эшләмәһә…

Кәрәклек тураһында һүҙ сыҡҡас, бер ыңғай хеҙмәт мигранттарының кәрәклегенә лә туҡталып китеү дөрөҫ булыр. Белеүегеҙсә, был йәйҙә сит илдең “ҡара эшсе”ләрен арыу ғына йүгертеп алдыҡ. Мәскәү янында лагерь ҡороп ҡуйыуҙы әйтәм. Рәсәйҙә законһыҙ йәшәүселәрҙең күплеге шунда әҙерәк һиҙелә биреп ҡуйҙы. Былай уларҙы ҡайҙан табып-теркәп бөтәһең, ер аҫтына инеп тә йәшәүгә һәләтлеләр ҙә баһа! Гастарбайтерҙар уғата күп. Кәрәк бит улар. Арзан эш кешеләре. Талымһыҙҙар. Ҡол булып эшләргә лә ризалар. Риза булмаһалар ҙа, мәжбүрҙәр. Үҙебеҙҙекеләргә эш биреүселәр ярай алмай, ахыры. Хәйер, беҙҙекеләр киң илебеҙҙең башҡа төбәктәренә сығып, гастарбайтер булып йөрөй. Шуҡтар һәм егәрлеләр, состар һәм насар ғәҙәттәре булмағандар, кем әйтмешләй, “ҡутарып” аҡса алып ҡайта.
“Мигранттар сауҙа өлкәһендә эшләргә тейеш түгел!” – ти РФ Дәүләт Думаһының Хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса комитеты етәксеһе Ирина Яровая. Уның ярайһы ғына киҫкен әйтеүенсә, сит ил кешеһенең беҙҙең илдә нисек йәшәп, нисек эшләүе ныҡ контролдә тотолорға тейеш. “Беҙгә бында хоҡуҡ боҙоусылар, Рәсәй граждандарына дошмандарса ҡараусылар кәрәкмәй”, – ти депутат. Улар, хоҡуҡ боҙоусылар, үҙебеҙҙә лә етерлек инде.
Шулай, яңы миҙгел мигранттарға ла яңыса тәртиптәр алып килмәксе.

Ә был ваҡытта…

Сүриәгә ҡаршы хәрби операцияның сентябрҙең 10 – 12-һе тирәһендә башланыуы ихтимал. АҠШ Президенты Барак Обама уны күптән хәл иткән, тик Конгрестың ни әйтерен көттө. Әйткәндәй, уның ике Палатаһы ла ил башлығының тәҡдимен хупланы. Барак әфәнде хатта Берләшкән Милләттәр Ойош­маһының санкцияһы булыу-булмауына ла төкөрҙө.
Әле сит илдәрҙә һуғыш асыу ниәтенә ҡаршы төшөүселәр арта бара. Ситтә халыҡ әүҙемерәк шул. Бөйөк Британияла Сүриәгә һөжүм итергә ынтылған Премьер-министрҙарын депутаттары хупламаған. Германия канцлеры Меркель ханым да ут асыуҙа ҡатнашыр­ға ашҡынып тормай. Франция иһә бер үҙе һуғыш менән бармаясағын белдергән. Был уның, АҠШ нимә тиһә, шулай буласаҡ, тигән һүҙелер.
Тағы нимәһе – АҠШ бығаса айырым нөктәләргә тоҫҡарға тигән ниәтен әйткәйне, хәҙер һөжүмдең масштаблыраҡ буласағын күҙал­лай­ҙар. Сенаттың сит ил эштәре буйынса комитетынан әйтеүҙәренсә, Сүриәлә АҠШ “ҡыҫылышы” 60 көн дауам итәсәк. Был осор­ҙоң тағы бер айға оҙонайтылыуы мөмкин.
РИА-Новости агентлығы хәбәр итеүенсә, шишәмбелә Рәсәйҙең ракета һөжүмен иҫкәртеүсе системаһы Урта диңгеҙҙә ике баллистик ракетаның осошон теркәгән. Ракета Мәскәү ваҡыты менән 10 сәғәт 16 минутта диңгеҙҙең урта тирәһенән көнсығыш яр буйына йүнәлтелгән. Әммә Дамаскта хәүеф сигналы ла, шартлау тауышы ла ишетелмәгән. Был хәлде НАТО тикшерҙе. Сүриәнән белдереүҙәренсә, ракеталар диңгеҙҙә шартлаған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, уларҙы Израиль осор­ған. АҠШ менән берлектә ракетаға ҡаршы оборона системаһына һынау үткәргәндәр, имеш.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы