RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Янсыҡ мәсьәләһе йәнә лә киҫкен тора...

23.08.2013 Янсыҡ мәсьәләһе йәнә лә киҫкен тора...

“Йәмәғәт фекере” һәм гражданлыҡ йәмғиәте үҫеше фондтары сираттағы исемлеген тәҡдим итте. Был юлы ил төбәктәренең социаль хәл-торошоноң рейтингы төҙөлгән. Нимәһе ҡыуаныслы – беҙҙең Башҡортостан исемлектә иң тәүге бишәү иҫәбенә инә. Республикабыҙ хатта Мәскәүҙе лә уҙып киткән. Халыҡҡа шундай һорауҙар бирелгән: төбәктәге эш-хәл менән ҡәнәғәтһегеҙме, ундағы хәл яҡшырамы, насараямы, төбәк властарының эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр осраймы, урындарҙа протест акцияларында ҡатнашыр инегеҙме? Төп дүрт һорау ошолар. Тағы бигүк мөһим булмаған темаға ла дүрт һорау булған. Улары кредит мәсьәләһенә, матди хәлгә ҡағылышлы.
Рейтингыла 79 төбәк ҡатнашҡан, төрлө сәбәптәр арҡаһында Чечен һәм Ингуш Республикаларында, Ненец һәм Чукотка Автономиялы Округтарында һорашыуҙар үткәрелмәгән.
Иң бәхетлеләр Ямал-Ненец Автономиялы Округында йәшәй. Унда һәр кем һәр нәмә менән ҡәнәғәт икән. Икенсе урында – Төмән, өсөнсөлә – Белгород өлкәһе. Артабан Татарстан, Башҡортостан, Бүрәт Респуб­ликалары, Калуга, Кемеров өлкәләре, Тыва Республикаһы. Мәскәү өлкәһе – 10-сы урында.
Юғары балл исемлегендә 30 төбәк. Артта ҡалыусылар, йәғни күберәк ҡәнәғәтһеҙлек белдереүселәр һигеҙ генә – Ҡалмыҡстан, Мурманск, Архангельск, Кострома, Ҡурған, Курск, Волгоград өлкәләре һәм Карелия. Уларҙа власты әрләйҙәр, ҡаршылыҡ акциялары ойошторорға ла әҙерҙәр, имеш. Шуныһы шәп: Рәсәйҙә милли республикалар бик ҡәнәғәт йәшәй. Ошондай һорашыуҙар менән халыҡтың үҙен нисек тойоуын белешеү, эске тулайым продуктты – ВВП-ны – үлсәүгә ҡарағанда ла мөһимерәк, ти ойоштороусылар. Ҡәнәғәттәр күп икән, тимәк, илдә эштәр ҙә арыу. Рәсәй етеҙ темптар менән алға бара, тигән һүҙ түгелме ул был? Барыһы ла кеше өсөн эшләнә лә бит, әллә аңлап етмәйбеҙ. Ә аңларға кәрәк. Түбәндәгеләрҙе лә.

Финанс министрлығы
тәҡдим итә…

Социаль тороштан бәлки ҡәнәғәтбеҙҙер ҙә ул, ә бына иҡтисади йәһәттән хәл шәптән түгелдер. Шулай булмаһа, финансистар менән иҡтисадсы-эксперттар “әсәлек капиталы”н тулыһынса бөтөрөп, пенсия системаһын яңынан ҡарарға йыйыныр инеме?
“Российская газета”ла яҙылыуынса, шул саралар һәм тағы ла дәүләт сығымдарын кәметеү өс йылда 1,1 триллион һумды (2014 йылда – 194,5, 2015 йылда – 377,1, 2016 йылда – 581,9 миллиард һум) экономияларға мөмкинлек бирәсәк.
Пенсия системаһы тигәндә, ул пенсия йәшен оҙонайтыуҙы ла күҙ уңында тота. Был мәсьәләне бер тапҡыр ҡуҙғатҡайнылар, буғай. Балыҡ башын ҡайта-ҡайта сәйнәргә яраталар беҙҙә. “Әсәлек капиталы” программаһы иһә 2016 йылда тамамлана. Владимир Путин уның башҡа төрлө варианты булыуы ихтималлығын әйтеүен әйткәйне лә бер, әммә ул әле ҡәтғи ҡарар түгел.
Дөйөм алғанда, Финанс министрлығы тәҡдим иткән экономиялау доклады 13 бүлектән тора. Мәҫәлән, тәүге бүлегендәге пенсияға бәйле өлөшөнә күҙ һалайыҡ. Әлеге кеүек ул йылына ике тапҡыр түгел, ә бер тапҡыр индексацияланһа, 2020 йылға тиклем 781 миллиард һумды ҡаҙнала һаҡлап ҡалдырырға мөмкин икән. Тағы бер варианты – пенсия күләмен инфляция кимәленә ҡарата 2 процентҡа күтәреү. Был осраҡта пенсия үтә әкрен арттырыласаҡ. Әммә ул 2020 йылға 1,5 триллион һумды экономиялар ине.
Экономия “касафаты”ның оборона тармағына ла ҡағылыуы ихтимал. Бында бюджет сығымдары инвентаризацияланасаҡ, ҡоралланыу программаларында кредиттар­ҙан баш тартырға ла тура килер. Итәк ҡырҡып, ең ямау тураһындағы әйтемде беҙҙең әсе генә телле халҡыбыҙ шул экономия мәсьәләһенән уйлап сығарғандыр, моғайын.
Чиновниктарҙың күп булыуы ла иҡтисадҡа аяҡ сала. Эксперттар дәүләт хеҙмәткәрҙәренең һанын кәметеү һөҙөмтә бирәсәген күҙаллай. Был тәңгәлдә, йәғни хеҙмәткәрҙәр дефицитын булдырмауға документтар менән эш итеүҙең электрон ысулы, “берҙәм тәҙрә” принцибы ярҙамға киләсәк. Айырыуса контролләүсе-күҙәтеүселәр һанын кәметеү мотлаҡ.
Ҡыҫҡартыуҙан муниципалитеттар депутаттары ла ситтә ҡалмаҫ. Уларҙың һанын 10 процентҡа “ҡырҡырға” тәҡдим итәләр. Ҡала, район башлыҡтарын тәғәйенләп түгел, ә һайлап ҡуйыу ҙа индерелеүе мөмкин.
Дәүләт милке менән идара итеүгә ҡағылышлы үҙгәрештәр ҙә булмаҫ тимә. Дәүләт компанияларының дивиденд түләүҙәренән (табыштың 25 проценты) 2014 йылда уҡ бюджетҡа өҫтәмә 200 миллиард һум инәсәк.
“Экономиялаусылар” төркөмө күсемһеҙ милек объекттарын хосусилаштырыуға бәйле Федераль үҫеш фонды төҙөргә, бюджет инвестицияларына ҡағылышлы программалар булдырырға тәҡдим итә.
Сығымдарҙы оптималләштереү механизмдары исемлегендә реабилитация өсөн техник средстволар бүлеүҙе ҡабаттан ҡарау, вуздар һанын кәметеү, ҡайһы бер һалым ташламаларын бөтөрөү кеүек маҡсаттар бар.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов Кавказда чиновниктар һанының үтә артыҡ булыуын билдәләй. Улар бюджетҡа ҡиммәткә төшә. Рәсәйҙә мең кешегә уртаса 1,8 түрә тура килә. Ә, мәҫәлән, Ингушетияла был күрһәткес – 4,6, Дағстанда 3,5 кеше икән. Етмәһә, чиновниктар өсөн автомобилдәр ҙә күп. Был юҫыҡта Чечня алдынғы урынды биләй (һәр дәүләт хеҙмәткәренә 0,27 берәмек машина тура килә, Рәсәйҙә – 0,06). Тимәк, Төньяҡ-Кавказ федераль округында әлеге тармаҡта ярайһы ғына ҡыҫҡартыу мөмкинлеге бар.
Рәсәй ҡаҙнаһы ғына үҙен ҡайғыртмай бөгөн. Һәр төбәктә үҙенә күрә көрсөк, шикелле. Етмәһә, илдәр сауҙа ептәре менән үҙ-ара бәйләнгән. Был бәйләнештә саҡ ҡына өҙөклөк булдыниһә, кемдер зыян күрәсәк, һис шикһеҙ. Украинаны ла бер аҙ “һелкетеп” алдыҡ бит.

Күрше булһаң, күрше бул…

Барыһы ла кәнфиттән башланды, ахыры. Гәзиттә яҙыуыбыҙса, июлдә Рәсәйҙең Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте (Роспотребнадзор) Украинаның “Roshen” (“Рошен”) кондитер изделиеларын тикшереп, сифаты яғынан тайпылыштар булыуын асыҡлағас, әлеге компанияның ризыҡтарын илгә индереүҙе тыйғайны. Был сикләүҙән Украина йыл аҙағынаса 125 миллион долларын юғалтыуы ихтимал. Был һатыуҙан ғына түгел, ә һалымдар, хеҙмәт хаҡы, социаль иғәнәләр күләме лә. Үҙҙәре ғәйепле түгелме икән? Беҙгә насар сифатлы кәнфит һатмаһын.
Һәр хәлдә Рәсәй менән Украина араһында сауҙа тирәләй өнһөҙ һуғыш булып алды. Әле лә ул тулыһынса тамамланмаған.
Федераль таможня хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Украина Рәсәйгә вагондар, ҡара металл һәм уның изделиеларын һата. Аҙыҡ-түлектән иң күбе кондитер продукцияһы инә. Ә үткән аҙнала бөтөн йөк сик буйында туҡтатылды, украиндар билдәләүенсә, ҡаты тикшереүгә дусар ителде. Рәсми сәбәп – продукция һатыуҙың техник регламенттарын ҡарау, йәғни Рәсәй таможняһы профилактик сара үткәрә – импортты анализлай, законһыҙ тауарҙы һәм контрафактты асыҡлай. Ә күрше дәүләт журналистары Кремлде, Украинаның Евросоюз менән килешеү төҙөүенә кәртә ҡороп маташа, тип ғәйепләп тә ҡуйҙы.
Эйе, Украина Евросоюзға күптән ынтыла, бер ете йыллап ирекле сауҙа зонаһына инергә хыяллана. Әле килешеүгә ҡул ҡуйыу ноябргә күҙаллана. Әгәр ҙә барыһы ла документта рәсмиләштерелә икән, Украинаға Европа, төрөк һ.б. төбәктәр тауары ағыласаҡ та, артабан Рәсәйгә инәсәк. Ә Украинаның күп тауары беҙгә ингәндә пошлина түләнмәй. Киләсәктә Европа тауарҙары ла Украина аша пошлинаһыҙ инә, тигән һүҙ был. Шуға Киев яғынан уларҙың Евросоюз менән берләшеүенә беҙ аяҡ салырға тырышабыҙ һымаҡ килеп сыға.
Рәсәйҙең сик буйында Украина тауарҙарын тентеүе Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһы нормаһын боҙа, тигән фекерҙәр ҙә яңғырай. Дөйөм алғанда, Рәсәй Украинаны Таможня берлегенә инергә саҡыра. Был саҡта күрше дәүләт газға ташлама аласаҡ.
Бөгөнгө “Сауҙа һуғышы” тиҙҙән тынысланасаҡ. Бында АҠШ та етди күҙәтеү алып бара икән. Ҡушма Штаттарҙың Украиналағы илсеһе Джеффри Пайетт белдереүенсә, әлеге бәхәс Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһы талаптарына ярашлы хәл ителергә тейеш. Рәсәй менән Украина башлыҡтары, хөкүмәт етәкселәре телефон аша һөйләшеп, килеп тыуған хәлдән сығыу юлын эҙләне. Ә Бөтөн донъя сауҙа ойошмаһында бәхәс барыуын белмәгәндәр. Украинанан яҙма мөрәжәғәт булған хәлдә проблемаға “ҡыҫыласаҡтар”. Алты көн самаһы Украина һатыусылары аҡсаһын юғалтыу хәүефенән ҡото осоп торҙо, әле иһә, 20 августан, беҙҙең таможняла йөктәрҙе үткәреү тергеҙелгән. Шулай ҙа экспортерҙар еңел һуламаһын – әгәр ҙә Киев ноябрҙә Евросоюз менән ирекле сауҙа килешеүен төҙөй икән, беҙҙең Таможня союзы (был Рәсәй, Белорусь һәм Ҡаҙағстандың берлектәге таможня биләмәһе тигәнде аңлата. Ошо өс дәүләттең уңайлы шарттарҙа үҙ-ара сауҙа бәйләнеше) уға ҡәтғи ҡағиҙәләрен “уҡыясаҡ”.


Әйткәндәй

Европарламент депутаттары Украи­наны Рәсәйҙән һаҡларға кәрәклеге тураһында һүҙ алып бара. Сик буйында тауарҙарҙы тикшереүҙе хатта “дошманға хас аҙым” тип үк атағандар. Шулай ҡаты ҡыланып, беҙҙең таможня Украинаға ғына түгел, ә Евросоюзға ла “йоҙроғон һелтәгән” булып сыға. “Украина һайлау алдында тора – йә Рәсәйҙән баҫылыр­ға, йә Евросоюз һәм башҡа баҙарҙар яғына йөҙ борорға”, – тип яр һала башланы Европа парламентында ултырыусылар. Яу юҡтан яу булһын, тигәндәре ошомо икән әллә?..










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы