RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бола сығарыусылар йә эшһеҙ, йә эш булһын тип тырыша

16.08.2013 Бола сығарыусылар йә эшһеҙ, йә эш булһын тип тырыша

Донъяның әле теге, әле был мөйөшөндә даими рәүештә ғауғалар ҡубып тора. Ябай тел менән әйткәндә, халыҡ бунт күтәрә, нимәгәлер ҡарата ризаһыҙлығын белдерә. Был күберәк сит илдәргә хас. Рәсәйҙекеләр сағыштырмаса тыныс һәм тәртипле. Тауыш күтәреп урамдарға сығыу эшһеҙҙәр эше ул, тип тә әйтер күптәр. Әммә проблемаларҙы әҙме-күпме хәл итергә мөмкиндер. Дөрөҫөрәге, митингыларға сығып, тәртипле рәүештә генә үҙ фекереңде белдереүҙең артыҡ зыяны юҡтыр.
Эшһеҙ тигәндән, Рәсәйҙең мәшғүллек үҙәгендә теркәлгән эшһеҙҙәр өсөн алдағы йылда пособие артыу көтөлмәй. Шуға ла нисек тә булһа эш табыу яҡшыраҡ булыр. 2014 йылда айлыҡ түләү шул уҡ ҡаласаҡ: минималь күләме – 850, иң күбе 4,9 мең һум. Сәбәптәре лә бар. Беренсенән, тәҡдим ителгән вакансиялар һаны рәсми эшһеҙҙәрҙән ике тапҡырға күберәк. Икенсенән, эшһеҙлек буйынса пособие кешене дәүләт иҫәбенә йәшәргә “тартып торорға” тейеш түгел, йәнәһе, түләү ҙур булһа, кеше эшләмәй, аҡса алып тик ятасаҡ.
Һүҙ баш күтәреүҙәр хаҡында башлан­ғайны, уны дауам итеп, донъялағы хәл­дәр­ҙе байҡайыҡ.

Сүриәлә кешеләрҙе урлай башлағандар

Бөгөн, моғайын, иң ҙур граждандар һуғышы Сүриәлә баралыр. Нимәһе ҡыҙғаныс, сәйәси амбициялар арҡаһында бер ғәйепһеҙ, бер кемгә теймәй, үҙенсә, һәүетемсә йәшәүсе халыҡ ҡырыла. Хәҙер сират ҡорд халҡына етте, буғай. Бер көн элек илдең төньяғында йәшәүсе был милләттең 450-ләп кешеһен “Фронт ан-Нусра” боевиктары үлтереп киткән. Ҡорбандарҙы бүлеп ҡараһаң, 330-ы ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡарттар, 120-һе – балалар. Әле лә көн һайын тиерлек ҡордтарҙың урланыуы йә әсиргә алыныуы хаҡында хәбәрҙәр килә. Июль аҙағынан бөгөнгәсә, йәғни өс аҙна самаһында 250-ләп Сүриә ҡорды урлан­ған.
“Фронт ан-Нусра” төркөмө “Әл-Ҡаиҙә” менән бәйле, имеш. Ысынын үҙҙәре генә белә.
Ҡордтар әлегә тиклем конфликтҡа бигүк ҡатнашмай, нейтраль сиктә тора ине. Уларға һөжүм боевиктар яғынан башланған. Ҡордтарҙың “Демократик союзы” партияһы, Сүриәләге хәл-торошто үҙҙәренә ҡарата геноцид, тип баһалап, Берләшкән милләттәр ойошмаһы, Евросоюз кеүек халыҡ-ара ойошмаларҙан ярҙам һорай. Әле был ойошмалар ҡыбырламай. Етмәһә, Төркиә лә был милләткә ҡаршы сәйәсәт алып бара. Ҡорд сәйәсмәне Эмрулла Бингөл әйтеүенсә, ҡордтар һуғыш теләмәй, шуға бер яҡҡа ла ҡушылмай­ҙар. Ә Сүриәләге баш күтәреүселәр, ҡордтарҙың илдә автономия төҙөргә ниәте барлығын белеп, уларға ябырылған, тиҙәр.

Изге һуғыш, тимәгеҙ…

Сүриәлә күп кенә ил кешеләре һуғыша. Был йәшерен түгел. Ошо көндәрҙә оппозиция яғында һуғышҡан Чечня егете Ислам Магомадов унан ҡайтып, күргән-белгәндәре менән уртаҡлашты. Әйткәндәй, уға ҡайтырға республика башлығы Рамзан Ҡадиров ярҙам иткән. Магомадов һөйләүенсә, Сүриәлә бер ниндәй ҙә изге һуғыш – йыһат юҡ. “Мин Сүриәгә урындағы мосолмандарға ярҙам итеү теләге менән барҙым. Әммә башҡа төбәктәрҙән дә килеүселәр араһында берҙәмлек, бер-берең менән кәңәшләшеп эшләү тигән нәмә юҡ. Халыҡты ҡырыу бара. Мосолмандың изге урындарын емерәләр. Хаҡ булмаған эшкә ҡыҫылғым килмәне, шуға ҡайтырға булдым”, – ти егет һәм ул Сүриәгә юлланырға ниәтләүселәргә тағы бер тапҡыр ныҡлы уйларға тәҡдим итә. Тыныс халыҡты үлтереү, мәсет-зыяраттарҙы шартлатыу, ҡордтарҙы ғаиләләре менән юҡ итеү изге эшме ни?!

Ираҡта граждандар
һуғышы ҡабаттан
тоҡанырға тора

Моғайын, илдәге ығы-зығыны ситтән көстәр килеп ҡыҫылып ҡына туҡтата алыр. Бөгөндән, әле һуғыш башланмаҫ элек үк, ошондай фараздар бар. Тимәк, көтөлгәне бик хәүефле күренә. Кемдәр һуғышасаҡ? Ираҡ халҡы инде. Мосолмандар үҙ-ара. Сөнниҙәр менән шәйеттәр (исламдың йүнәлештәре). Власть шәйет кешеһе ҡулында. Сөнниҙәр илдә халыҡтың 20 процентын тәшкил итә, улар әлегәсә власҡа буйһоноп, шым ғына йәшәргә мәжбүр булған. Әммә Сүриәләге бола бер аҙ әүҙемләшергә булышлыҡ итә, сөнки һуғыш барған илдә сөнниҙәр ярайһы көслөрәк. Һүҙ оппозиция хаҡында. Ираҡ боевиктары Сүриәгә барып, хәрби күнекмәләр үтә, Бәшәр Асадҡа ҡаршы һуғышалар ҙа, шулай уҡ ҡорал, аҡса алып ҡайталар. Һөҙөмтә бармы? Әлбиттә. Июлдә генә Ираҡта хөкүмәткә һәм урындағы шәйеттәргә ҡаршы бер нисә теракт булды. Һуғыш бына-бына тоҡанмаҫ тимә.

Сиратта – Тунис

Тунис оппозицияһы ла “уянды”, шикелле. Ил парламенты бинаһы алдында протест акцияһы үткәрергә 40 меңләп кеше сыҡҡан. Ризаһыҙлыҡ белдереүселәр хөкүмәттең отставкаға китеүен талап итә. Хатта парламент эшен туҡтатырға мәжбүр булған. Оппозиция менән һөйләшеү ойошторорға ла йыйыналар.
Туниста июль аҙағында “Халыҡ ағымы” тигән оппозиция хәрәкәте лидеры Мөхәммәт Брахми үлтерелгәйне. Бына өсөнсө аҙна инде власҡа ҡаршылар акциялар үткәрә. Уларға яуап итеп, власть яҡлылар ҙа митинг ойоштора. Шулай башланалыр инде дөйөм ғауғалар. Утҡа кәрәсин һибеүсе лә табылһа…

Ә был ваҡытта…

Грецияла йәшәү өсөн көрәш бара. Уны ысын мәғәнәһендә шулай тиергә булалыр. Сөнки был илдә – ҡаты көрсөк, иҫ китмәле ҡыҫҡартыуҙар. Өҫтәүенә эшһеҙҙәр һаны арта. Ахыры, халыҡҡа урамға сыҡмай ҙа сара юҡтыр. Дөйөм халыҡ забастовкалары бер нисә тапҡыр булды, митингылар туҡталмай үткән мәлдәр ҙә йыш күҙәтелде. Һуңғы акция – Грецияның граждандар авиацияһы профсоюзыныҡы булғандыр. Улар, 9, 10, 11 августа штат ҡыҫҡартыуға ҡаршылыҡ күрһәтеп, тәүлек әйләнәһенә өҙлөкһөҙ протест акцияһы уҙғарҙы.
Аҙна башында Афиналағы легаль булмаған мигранттар тотоу үҙәгендә лә (“Центр гостеприимства мигрантов” тип атала) бола ҡупҡан. “Нелегалдар” һаҡсыларға ташланған, ҡоралдарын талап алған һәм матрастарға ут төрткән. Килеп еткән полицияға ҡаршы ла таш менән һөжүм итеп, ун хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрен яралағандар. Баш күтәреүселәр үҙәктә депортация көтөү ваҡытын 18 айға тиклем һуҙыу­ҙарына риза түгел. Етмәһә, ремонт үткәрелеү сәбәпле, утты һүндергәндәр, кондиционерҙар эшләмәгән. Ә илдә 35 градус эҫелек. Үҙәктә ваҡытлыса 1700 кеше йәшәгән, башлыса Азияныҡылар. Был нимәнелер хәтерләтә түгелме? Үҙебеҙҙең Мәскәү лагеры иҫкә төштө...
Грецияла эшһеҙлек кимәле буйынса яңы рекорд ҡуйылған. Күрһәткес 27,6 процент тәшкил итә. Был илдә рәсми рәүештә бер миллион да 380 мең кеше эшһеҙ, тигән һүҙ. 15 – 24 йәшлектәр араһында эшһеҙҙәр һаны – 64,9 процент. Халыҡ фекерҙәренә ҡолаҡ һалһаң, барыһы ла төшөнкөлөккә бирелгән кеүек. Грек властары һаман да халыҡ-ара финанс ярҙамы алыу өсөн ҡыҫҡартыуҙар сәйәсәтен киң йәйелдерә бара.

Әйткәндәй

Яҡын Көнсығыш менән Европаның көрсөккә батҡан илдәренән башҡа ла ғауға ҡупҡан урындар етерлек. Бразилияның Сан-Паулу штатында төрмә тотҡондары ҡоторған. Боласылар өлкәндәр түгел, ә бәлиғ булмаған енәйәтселәр. Тәүҙә улар матрастарға ут төртөп шау-шыу ҡуптарған, ошо ығы-зығыла төрмә директорын аманатҡа алған. 60-ҡа яҡын тотҡон ҡасҡан, төрмә хеҙмәткәрҙәренән 20-ләбе төрлө йәрәхәттәр алған. Моғайын, үҫмерҙәрҙе әйҙәп тороусы берәй өлкән кеше булғандыр. Хәйер, енәйәт ҡылып төрмәгә ултырыусының ҙуры-бәләкәйе буламы? Барыһы ла ҡурҡыныс. Әле ҡасҡындар­ҙың ике тиҫтәгә яҡыны тотолған.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы