30.10.2010 НАТО дошман булыуҙан туҡтар, ахыры
Һуңғы аралағы мөһим сәйәси ваҡиғаларҙың береһе булып Рәсәй – ЕС (Европа Союзы) мөнәсәбәттәре һәм Рәсәй – Украина мөнәсәбәттәренең йәнә киҫкенләшә төшөүе торғандыр. Ошо һәм башҡа донъя хәлдәренә байҡау яһайыҡ.
Үткән аҙнала Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Францияла булып, Париждан әллә ни алыҫ булмаған Довиль ҡалаһында Евросоюз лидерҙары – Франция Президенты Николя Саркози һәм Германияның федераль канцлеры Ангела Меркель менән осрашып, байтаҡ мәсьәләне уртаға һалып һөйләште. Довиль Францияның курорт ҡалаһы иҫәпләнә. Тыныс һәм бөхтәлек бөркөлөп торған ҡаланы ныҡ һаҡланылар был көндө. Сөнки Францияла пенсия йәшен арттырыуға бәйле ҡаршылыҡ акциялары бара ине. Билдәле булыуынса, Николя Саркози илдә пенсия йәшен 60 йәштән 62 йәшкә тиклем оҙонайтыу тураһында тәҡдим индергәйне. Сөнки Европа илдәренән тик Францияла ғына пенсия йәше – 60, ә башҡаларында 62 – 65 йәш. Николя Саркозиҙың тәҡдименә ил халҡының өстән ике өлөшө тип әйтерлек ҡаршы сығып, забастовка иғлан итте, күп кенә предприятиеларҙа, шул иҫәптән нефть эшкәртеү заводтарында ла эш ташланылар. Был ҡаршылыҡ акцияларын илдең профсоюз берләшмәләре ойошторҙо. Миллионлаған халыҡ урамдарға сығып, төрлө тәртипһеҙлектәр ҡылды. Урам буйындағы машиналар дөрләп янды, төрлө административ, йәмәғәт биналарының тәҙрәләре ҡыйратылды.
Был законға үҙгәрештәр индереү бик ҡиммәткә төшмәксе: яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ҡаршылыҡ акцияһы ил иҡтисадына миллион долларлап зыян килтергән. Төрлө ҡаршылыҡтарға ҡарамай, ил Сенаты пенсия йәшен арттырыу тураһындағы законды ҡабул итте. Хәҙер был законды парламенттың түбәнге палатаһы ҡарағандан һуң, ул үҙ көсөнә инһен өсөн Президенттың ҡултамға ҡуйыуы ла етәсәк. Ошо ваҡиға алдынан Францияла сыуалыштар тағы ла көсәйер, тип көтөлә. ҡаршылыҡ акцияһына эшселәр генә түгел, студенттар, лицей уҡыусылары ла сыға. Пенсия йәшен арттырған осраҡта хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек тыуыр тип күҙаллана. Йәштәр шуға хәүефләнә лә инде.
Өс ил етәксеһенең Довиль ҡалаһындағы осрашыуына килгәндә, аналитиктар был ваҡиғаны “Довиль өсмөйөшө” тип атарға ла өлгөрҙө. Унда НАТО мәсьәләһе лә күтәрелеүе АҡШ яғын һағайтты. Медведев – Меркель – Саркозиҙың берләшеүендә “Америкаға ҡаршы” мәсьәлә күтәреүҙән шөрләнеләр булһа кәрәк. Эйе, ни өсөн өсәү генә был мөһим мәсьәләләрҙе күтәрә, ҡайҙа башҡа илдәрҙең етәкселәре, тип яр һалыусылар булды. Әлбиттә, был өс ил етәксеһенең 20 ноябрҙә Лиссабонда үтәсәк НАТО саммиты алдынан йыйылып, бергә фекер төйнәүе ҡайһы бер сәйәсмәндәрҙе һиҫкәндермәй ҡалманы. Нисек инде НАТО ағзаһы булмаған Рәсәй бындай мәсьәләләргә ҡыҫылырға мөмкин? Ошолай уйлаусылар, бер яҡтан, хаҡлы. Икенсе яҡтан ҡарағанда, Рәсәй күптән инде НАТО-ның дошманы булыуҙан туҡтаны, тип әйтергә мөмкин. Был айырыуса АҡШ Президенты итеп Барак Обама һайланғандан һуң башланды. Юғиһә бит Дж. Буш ил менән идара иткән йылдарҙа АҡШ-тың төп дошмандарының береһе булып Рәсәй тора ине. Хәҙер иһә хәл-торош ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Дөрөҫ, НАТО менән Рәсәй мөнәсәбәттәре ыңғай яҡҡа үҙгәрә генә барған бер мәлдә, 2008 йылда Абхазия менән Көньяҡ Осетиялағы һуғыш был мөнәсәбәттәрҙе йәнә киҫкенләштереп ебәргәйне. Дж. Буштың Көнбайыш Европала ПРО системаһын урынлаштырыу планы ла НАТО менән Рәсәй мөнәсәбәттәре йылыныуына бер кәртә булып торҙо. Ул ваҡыттарҙа АҡШ-тың инициативаһы менән Польшала һәм Чехияла НАТО-ның ПРО системаларын урынлаштырыу мәсьәләһе ҡуйырғайны. Быға яуап итеп Рәсәй ул ваҡытта Калининградта уртаса алыҫ араға осоусы үҙйөрөшлө “Искәндәр” ракеталарын урынлаштырғайны. Ул осор уҙған быуаттың 60 – 80-се йылдарындағы “һалҡын һуғыш” уйынына ла оҡшай биреп ҡуйғайны. Был ваҡиғаларҙың ни менән тамамланыры ла билдәһеҙ ине. Ярай әле власҡа Барак Обама килде. Ул бына-бына дөрләп ҡабынырға торған “һалҡын һуғыш” еленә нөктә ҡуйҙы. Унан килеп, шул осорҙа Украинаның, Грузияның НАТО-ға ағза булып инергә уҡталыуы рәсми Мәскәүҙең һарыуын ҡайнатты. Хәҙер инде барыһы ла артта ҡалды. Рәсәйҙе асыҡтан-асыҡ НАТО кәңәшмәһенә саҡыралар икән, барыһы ла яйланып бара, тигән һүҙ. Ысынлап та, 20 ноябрҙә Лиссабонда үтәсәк НАТО саммитында Дмитрий Медведевтың да ҡатнашыуы көтөлә. Был инде НАТО – Рәсәй мөнәсәбәттәренең өр-яңы бите асыласағына өмөт уята. Нисә йыл буйы бер-береһен төп дошман итеп күреүсе ике яҡтың бер өҫтәл артына ултырып, дөйөм проблемаларҙы хәл итергә ынтылыуы тәү ҡарашҡа сәйер ҙә күренә. Ә дөйөм проблемалар, ысынлап та, бар кеүек. Бөгөн НАТО илдәренең дә, Рәсәйҙең дә төп дошманы берәү. Ул да булһа халыҡ-ара терроризм. Ә террорҙың тәүсығанағы, башланғысы Афғанстан, Пакстан кеүек илдәр менән бәйле.
НАТО менән Рәсәйҙе һуңғы йылдарҙа йыһан тиҙлеге менән үҫешкән ҡытай ҙа һағайта. Шуға ла “Довиль өсмөйөшө” тип нарыҡланған осрашыуҙа НАТО етәкселегенә Ванкуверҙан (Канада) башлап Владивостокка тиклем дөйөм глобаль ПРО ситемаһы урынлаштырыу тәҡдиме менән сығыуҙары аңлашыла. Рәсәй әлегә был идеяға ҡарата асыҡтан-асыҡ үҙ фекерен белдермәһә лә, Лиссабондағы саммитта был тәҡдимгә ҡарата яуап алыныр, тип көтөлә.
Осрашыу барышында Евросоюз илдәрендә виза режимы мәсьәләһе лә күтәрелде. Николя Саркози киләсәктә, атап әйткәндә, 10 – 15 йылдан, Рәсәй менән Евросоюз илдәре араһындағы сикте асып, виза режимын бөтөнләй бөтөрөү яғын күҙаллай. Ошолай эшләгәндә, донъя иҡтисады тик отасаҡ ҡына, тип бара ул. Ә Рәсәй Президенты, виза режимын бөтөрөүгә йүнәлтелгән сәйәсәт ил именлегенә хәүеф менән янаясаҡ, тип бара. Был йәһәттән ил башлығы хаҡлы. Европа илдәре араһындағы сикте асыу мигранттар армияһының артыуына килтерәсәк. Улар менән бергә төрлө тәртипһеҙлектәр эйәреп килеүен көт тә тор. Бер нисә йылдан был армия артып, үҙ уй-ғәмәлдәрен тормошҡа ашыра башлауы ла бар. Франция бөгөн тап шунан, йәғни мигранттарҙың күплегенән яфа сигә лә инде.
Ошо көндәрҙә Рәсәй – Украина мөнәсәбәттәре йәнә киҫкенләшә төштө. Быға газ мәсьәләһендәге аңлашылмаусанлыҡ сәбәпсе булды. 27 октябрҙә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндың Киевта үҙенең коллегаһы Николай Азаров менән осрашыуы барышында килеп сыҡты ла инде был хәл. Бында 2011 йылда Украинаға беҙҙең ил һатасаҡ газдың хаҡы тураһында һүҙ бара. Украина хаҡты тағы ла кәметеүҙе талап итә. Ә бит бынан алдағы һөйләшеүҙә Рәсәй газ хаҡына ун йыл эсендә 40 миллиард доллар ташлама яһарға килешкәйне. Быға яуап итеп Украина Рәсәйҙең ҡара диңгеҙ флотының Севастополдә урынлашыу ваҡытын тағы ла 25 йылға оҙонайтыуға ризалыҡ бирҙе. Билдәле булыуынса, ҡара диңгеҙ флотының Севастополдә булыу ваҡыты 2017 йылда тамамланырға тейеш ине. Ә хәҙер ул 2042 йылға тиклем Украина биләмәһендә ҡаласаҡ. Шуға ла Украина газдың хаҡын тағы ла төшөрөү өсөн ҡырталаша ла инде. Бөгөн Рәсәй уға газдың кубометрын 248 долларға һата. Яңы йылдан һуң был хаҡ 260 долларға тиклем артырға тейеш ине. Украина Хөкүмәте башлығы иһә 250 долларҙан арттырмауҙы талап итә. Унан килеп, бөгөн күрше дәүләтте яғыулыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһендә Рәсәйҙең дәғүәселәре лә барлыҡҡа килә башланы. Әзербайжан Украинаға нефть һатыу буйынса килешеү төҙөнө. Быға тиклем Украинаға йылына 1 миллион тонна Баҡы нефте сығарыла ине. Был һанды киләсәктә 7 миллион тоннаға еткереү күҙаллана. Шулай уҡ Әзербайжан Украинаны газ менән дә тәьмин итмәксе. Тик әлегә бының өсөн мөмкинлектәре юҡ. Торба һуҙыу талап ителә. Ә был бер-ике йыллыҡ ҡына эш түгел. Украина, Рәсәй газына альтернатива эҙләп, Төркмәнстан менән дә һөйләшеүҙәр алып бара. Әммә былары – киләсәктә. Бөгөнгө көн мәсьәләләрен хәл итеүҙә Путин менән Азаровтың килешә алмауын Медведев менән Януковичтың осрашыуы яйға һалыр, моғайын.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе