30.10.2010 Иҫәп алыуҙың «ҡыҙыҡтары»
Башҡортостанда ҡатынлы ирҙәргә ҡарағанда ирле ҡатындар күберәк булып сыҡты
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы республикабыҙҙа имен-аман ғына үтеп китте, буғай. Ҙур янъялдар ҡупманы, һуғышманыҡ-даулашманыҡ, 12 переписчиктың эттән тешләнеүен һәм бишәүһенең ҡул-аяҡ быуынын сығарыуын иҫәпләмәгәндә. Тәүге һөҙөмтәләр 2011 йылдың апрелендә билдәле була, тиһәләр ҙә, ҡайһы бер мәғлүмәттәр тураһында әле үк һөйләргә мөмкин. Ышанһағыҙ, ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ – юҡ: әммә республикала ҡатынлы ирҙәргә ҡарағанда ирле ҡатындар күберәк булып сыҡҡан.
Ә дөйөм алғанда, беҙҙе һанаусыларҙың 66 проценты (11880) эшһеҙҙәр араһынан һайлап алынған, 34 проценты (6120) студенттар булған.
Т. Р., Өфө ҡалаһы:
– Переписчиктарҙың барыһы ла үҙ эшенә яуаплы ҡараған, тип тулыһынса ышаныс менән әйтә алмайым. Мәҫәлән, мин ғаиләм менән Ветошников урамындағы бер учреждениеның ятағында йәшәйем. 2002 йылғы перепистә лә беҙҙе урап үткәйнеләр, был юлы ла ошо хәл ҡабатланды. Көтөп ала алмағас, «Йәшлек»тән «Башҡортостанстат»тың «ҡыҙыу линия»һы телефонын алып, шылтыраттым һәм ризаһыҙлығымды белдерҙем. Икенсе көнгә үк килеп еттеләр. Ә хәбәр итмәүселәр күпме? Шулай килеп сыға инде мөһим ил ваҡиғаһынан ситтә ҡалыусылар. Тағы бер нәмәһе: анкета һорауҙары үтә ябай булды. Минән ниңә ятаҡта йәшәүемде, эш хаҡымдан ҡәнәғәт булыу-булмауымды һорашһалар, яҡшыраҡ булыр ине.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе