RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Утрау байҙарҙы ултырта яҙҙы

22.03.2013 Утрау байҙарҙы ултырта яҙҙы

Утрау байҙарҙы ултырта яҙҙы
йәки Байҙар ҙа илай торған ваҡыт әллә яҡынлаша инде?
Ниңә ундай аҙым яһарға булғандарҙыр? Красноярск крайының Абан районындағы “Берҙәм Рәсәй” ағзаларын әйтәм. Партиянан бер юлы 50-ләп кеше сыҡҡан дабаһа. Халыҡ һайлап ҡуйған депутаттар былай ғына ишекте шарт ябып сығып китмәгән, ә Премьер-министр Дмитрий Медведевҡа асыҡ хат та яҙып һалғандар икән. Яҙыуҙарында партияның абруйы төшә барыуын билдәләгәндәр. ҡаты ғына итеп. Ағза булып торған ришүәтсе чиновниктарҙың “Берҙәм Рәсәй”ҙең йөҙөн боҙоуын да айырым әйтеп үткәндәр. “Беҙҙең яҡта хеҙмәтсән, тыуған ер яҙмышына битараф булмаған халыҡ йәшәй. Уларҙың беҙҙе лә, партияның башҡа намыҫлы ағзаларын да, бур, тип атауҙарын теләмәйбеҙ”, – тиелә икән хатта. Ул илле кешегә ҡарап сәпәкәй итергә ҡала түгелме? Борсолоуҙарында дөрөҫлөк барҙыр.
Ә бына үҙе имен ҡалыу өсөн башҡаларҙы төп башына ултыртыусылар тураһында ни әйтерһегеҙ? Кипрҙа көрсөктән ҡотолоу сараһын тапҡандар, ахыры. Бик ҡыҙыҡ хәлдәр булып ята унда.

Банкала ғына һаҡламай ни…

ҡайҙан килеп сыҡты был Кипр мәсьәләһе? Бығаса уны матур бер утрау тип белә инем, хәҙер кеше аҡсаһын йотоп ултырыусы ҡурҡыныс ғифрит кеүек күҙ алдына баҫасы.
Аҙна башында шунда шау-шыу ғәләмәт ҡупты бит. Кипр банкыларынан һалған аҡсаларын ала алмай йәнтәслимгә төштө бәғзе бер әҙәмдәр. Был республика хөкүмәте барлыҡ банк депозиттарына ла бер тапҡыр һалына торған һалым һалырға ниәтләгәйне. 100 мең евроға тиклем аҡсаң ята икән – 6,75, 100 мең евронан күберәккә 10 процент самаһы һалым билдәләнгән.
Әлдә беҙҙең кеҫәлә ҙур суммала аҡса юҡ. Ватандаштарыбыҙҙың күбеһе эш хаҡы алғас та теге йәки был банкыға кредитын түләй һала. ҡайҙа ул сит илдекенә сығарып һаҡлау? Үҙемдең дә үҙенә күрә ҡыҙыҡ ҡына әйтемем барлыҡҡа килде: ”Бер банкоматтан аҡса алам да, икенсеһенә “ашатып” китәм”. Йәғни эш хаҡы картаһынан аҡса алып, икенсе банкылағы кредитты ҡаплар өсөн банкоматына аҡса һалам.
Һүҙ Кипр тураһында бара ине. Ундағы ҡалаларҙағы банкоматтарға сират үткән шәмбелә үк оҙоная башлаған. Халыҡ, иҡтисади закон проекты ҡабул ителәсәген ишетеп, нисәлер евроһын булһа ла алып ҡалырға тырышҡан.
Рәсәй халҡының бында 18,3 миллиард доллар депозиты һаҡлана. Дөйөм депозит суммаһы иһә 91,5 миллиард доллар. Хәйер, төрлө сығанаҡ сумманы төрлөсә күрһәтә.
Һалым һалмаһа, Кипр хөкүмәте Евросоюз һәм Бөтә донъя валюта фонды ярҙамын ала алмаясаҡ. Был хәлде Европа түрәләре, уникаль күренеш, тип атай. Әйткәндәй, республикаға 10 миллиард евро финанс ярҙамы күрһәтелергә тейеш. Был – еврозонаның халыҡ-ара ярҙам алған бишенсе төбәге (Греция, Ирландия, Португалия, Испаниянан һуң). Һалымдан Кипр бюджетына 5,8 миллиард евро киләсәк.
Рәсәй ҙә Кипрға ярҙам итмәй ҡалмаҫ. Беҙҙең алйот йомартлыҡтың, киң күңеллелектең сиге булырмы берәй саҡ? Еврокомиссия секретары Олли Рен өмөтләнеүенсә, Мәскәү Никосияға биргән 2,5 миллиард евроһын яңынан иҫәпләр, йә процентын кәметер. Кипрҙың Президенты ла, финанс министры ла беҙҙең тарафтарға йүгереп килергә әҙер. Ғәфү итеп тә ҡуйырбыҙ әле. Ситтәрҙе йәлләйбеҙ шул.
ҡыҙыҡ килеп сыға. Банкылағы аҡсаға һалым һалынһа, рәсәйҙекеләр ныҡ ҡына зыян күрә, ә утрауҙыҡылар, етмәһә, беҙҙән ярҙам һорай. Был икеләтә ауырлыҡ төшөрә түгелме? Әле Кипр властарына беҙҙекеләр алдында яҡшатланырға тура килә. Утрауҙа Рәсәй граждандары хужа булған компаниялар ҙа етерлек икән. Һалым килемгә лә һалынасаҡ.
Тағы бер нәмә: Кипрҙағы финанс көрсөгө Рәсәй иҡтисадын “деофшорлау” процесына йоғонто яһаясаҡ. Баҡһаң, был утрау беҙҙән сыҡҡан капитал өсөн шәп кенә һәм тыныс ҡына бер туҡталҡа кеүек, имеш. Американың “Global Financial Integrity” тигән компанияһы иҫәпләүенсә, 2011 йылда ғына Рәсәйҙән Кипрға 120 миллиард доллар самаһы сығарылған. Офшор юлы менән.
Бөгөн инвесторҙар уйға ҡалды – Евросоюз ағзалары булған илдәрҙең күбеһенә ышанып булмай икән. Етмәһә, бер нәмәне лә үҙ аллы хәл итә алмайҙар.
Ә утрау банкыларында аҡса һаҡлағандар үҙҙәренә үпкәләһен. Ниңә ситтә һаҡлайҙар? Нимә, Рәсәй кешеһе иленә ышанмаймы?
“Взгляд” гәзитенә биргән интервьюһында иҡтисад фәндәре докторы, профессор Никита Кричевский билдәләүенсә, Кипр рәсәйҙекеләрҙән һалым итеп 176 миллиард һум алһа, был беҙҙең илдәге меңдәрсә төҙөлмәгән мәктәп, дауахана, балалар баҡсаһы, һалынмаған йөҙҙәрсә саҡрым юлға торош итер ине. Рәхмәт әйтәйек ошоноң өсөн яҡташтарыбыҙға.
Кемдәрҙең аҡсаһы ята һуң унда? Шул уҡ профессор уларҙың федераль һәм төбәктәр­ҙең уртаҡул чиновниктары, урта кластың өҫкө ҡатламы кешеләре булыуын әйтә. Улар Кипрҙың, Чукотка, ҡалмыҡстан, Угличтан тыш, яҡшы офшор биләмәһе икәнен бик һәйбәт белә. Утрау дәүләтендәге банкыларҙа күбеһе – үҙебеҙҙекеләрҙең Рәсәй бюджетынан урлаған аҡсаһы, ти Кричевский әфәнде.
Беҙгә, ябай кешеләргә, аҡсаһын сит ил банкыларында түгел, көшөлөктә лә әллә ни оҙаҡ һаҡлай алмағандарға, Кипрҙағы көрсөк булды ни ҙә, булманы ни. Бер яҡтан. Икенсе яҡтан, ил етәкселеге шул мәсьәлә тирәләй геү килә лә баһа, беҙ нисек шым ҡалайыҡ, теләйбеҙме-юҡмы, хәлдең айышына төшөнмәксе булабыҙ инде. Юҡ, ҡотобоҙ осмай торһон – Кипрҙағы көрсөк, ысынлап та, беҙгә ҡурҡыныс түгел. Барыһы ла дауам итә: хаҡтар әлегеләй үҫәсәк, бензин ҡиммәтләнәсәк, түләүҙәр ҙә ошо көйө ҡалмаясаҡ. Өйрәндек бит инде.
Әйткәндәй, бая үрҙәрәк бурыстарҙы “ғәфү итеү” тураһында һүҙ сыҡҡайны. Рәсәйгә Көнбайыш илдәренең бурысы 145 миллиард доллар менән иҫәпләнгән. Был СССР заманынан ҡалған сумма. Сит илдәр, әлбиттә, түләргә ашыҡмай. Түрәләребеҙҙең киң күңеллелегелерме, бурыстарҙы 65 проценттан 95 процентҡаса “һыҙып” ташлаған осраҡтар етерлек. Вьетнамдың беҙгә 9,4 миллиард доллар бурысы, Монголияның 11 миллиард доллары һыҙылған. Ираҡҡа ла дөйөм бурысының 90 процентын түләмәҫкә рөхсәт ителгән. Ул сумма ла арыу ғына – 9,3 миллиард доллар. Сүриәгә лә шул самараҡ. Алжир Рәсәйгә булған 4,7 миллиард долларын бөтөнләй түләмәйәсәк. Куба беҙгә 22 – 25 миллиард доллар бирергә тейеш. Унан аҡса алыу бөтөнләй мөмкин түгел. Бына ҡайҙа китә ул Рәсәй аҡсаһы. Капиталдың законһыҙ ситкә сығарылыуына тиң инде. Ә илдә фәҡирҙәр һаны арта.
Швейцария түгел, Сингапур

Бөгөн аҡсаһы сит илдәрҙә һаҡланған Рәсәй кешеләре тертләп-тертләп торалыр әле. Унда ла Кипр хәле ҡабатланмағайы, тип. Сит банкыларҙағы сумманың 80 – 90 проценты Европаға тура килә. Швейцария, Люксембург, Лихтенштейн, Бөйөк Британия банкылары популяр. Шулай ҙа әкренләп беҙҙекеләрҙең аҡсаһы Европанан Азияға күсер, моғайын. Швейцарияла банк сере тигән нәмә бөтөрөлөү өҫтөндә, йәғни шунда аҡса һалған сит ил кешеләре тураһында мәғлүмәт башҡаса йәшерен түгел. Теләһә ҡайһы һалым органы вкладсылар тураһында белешә ала. Шуға капитал яйлап Сингапур, Гонконг, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә табан юллана.

Һалым. Рәсәйҙә лә бар ул

Байлыҡҡа һалым, килемгә һалым, автомобилгә һалым тигәнде һуңғы ваҡытта йыш ишетәбеҙ. Хәҙер ошоларға өҫтәп, торлаҡҡа ла һалым һалынасаҡ. Был турала ил хөкүмәте бер ун йыллап ҡына хыялланалыр ул. ҡайһы бер төбәктәрҙә әлеге түләү 2014 йылдың беренсе ғинуарынан уҡ булдырыласаҡ. Күсемһеҙ милеккә берҙәм һалым кадастр хаҡына бәйләп билдәләнәсәк.
2011 йылда, Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе булған саҡта, Владимир Путин торлаҡҡа һалым индереләсәге хаҡында әйткәйне ул. Унан килгән табыш урындағы бюджеттарға төп сығанаҡ буласағын да аңғартҡайны. Әле шул мәл етеп килә, буғай.
Әле объекттарҙың кадастр хаҡын билдәләү буйынса эш алып барыла. Тап ул яңы һалымға база буласаҡ. Чиновниктар торлаҡ һалымынан халыҡтың социаль йәһәттән түбән ҡатламын азат итергә тәҡдим итә. Белгестәр пенсионерҙар, яңғыҙ әсәләр, етемдәр, күп балалы ғаиләләр ихтыяжынан сығып та төҙәтмәләр әҙерләй. Закон проектының һуңғы варианты март аҙағы – апрель башына әҙер булыр­ға тейеш.
Финанс министрлығы тәҡдиме буйынса, күсемһеҙ милектең кадастр хаҡының суммаһы 300 миллион һумдан артмаһа, һалым ставкаһы торлаҡҡа 0,1 проценттан, башҡа объекттарға 0,5 проценттан юғары булмаясаҡ.
ҡатлы-ҡатлы иркен йорттар һалырға тигәндәрҙең хыялы ҡыуыҡтай шартлармы икән?

Әйткәндәй

Кипр парламентарийҙары депозиттарға һалым һалыуға ҡаршы тауыш биргән. Артабан нимә хәл итерҙәр?










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы