01.02.2013 Сит ил. Беҙҙекеләр һәм беҙҙең турала
Президент Владимир Путин Дағстан Республикаһы башлығы Магомедсалам Магомедовты вазифаһынан бушатты һәм урынына ваҡытлыса РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рамаҙан Абдулатиповты тәғәйенләне.
Дағстандың яңы етәксеһе республикаға рустарҙы ҡайтарыу яйын табырға ниәтләнә. “Мин Дағстанға уғрылыҡты, ришүәтселекте еңергә һәм законлылыҡты тергеҙергә барам”, – тигән ул төрлө баҫмаларға интервью биргәндә. Власть органдарына Абдулатипов ентекле конкурс нигеҙендә генә эшкә аласаҡ. Әйткәндәй, йола буйынса, Дағстандағы өс иң юғары вазифаны – Президент, Премьер-министр, парламент башлығы – урындағы күпселекте тәшкил итеүсе милләт вәкилдәре биләй. Улар – авар, даргин һәм ҡумыҡ. Яңы етәксе лә күп милләтлелекте алға һөрә, шулай ҙа бында “бөтөн милләт тә – дағстанлы” тип өҫтәп ҡуя.
Ә үрҙә телгә алған мөһим ниәте – рустарҙы кире ҡайтарыу өсөн кеше хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, эш булдырыу, тәртип һаҡлау кеүек бурыстарҙы үтәүҙе күҙ уңында тота.
Рус тигәндән…
Сит илдәр беҙҙекеләрҙән ҡотолорға маташа?!
Көн һайын ҡайҙалыр, кемдер, нимәгәлер, кемгәлер ҡаршы баш күтәреп, ғауға ҡуптарып тора. Бына Таиландта ла “уяндылар”. Пхукет тигән бер ҡалала “Рус мафияһы”на ҡаршы акция ойошторолған. Анығырағы, урамға сығыусылар Рәсәй граждандарыныҡы булған йә улар эшләгән туристик агентлыҡтарға протест белдерә. ҡала эшҡыуарҙары әйтеүенсә, рустар бындағы төп халыҡтың эшен – туризм, ресторан, кер йыйыу, такси бизнесындағы эш урындарын – тартып алған һәм ала. Митингыға шундай яҙыу тотоп сыҡҡандар: “Пхукет Рәсәй туристарына ҡыуана, әммә уларҙың бизнесына түгел!”
Акцияла ҡатнашыусылар хатта бер туристик агентлыҡҡа һөжүм иткән, ҡала мэры белдереүенсә, был учреждение ҡабаттан, бәлки, бында эшен дауам итә лә алмаҫ.
Урындағыларҙың бигерәк тә шуға йәне көйгән: рустар турист булып килһә лә, иң тәүҙә рус телле агентлыҡтарға, хеҙмәт күрһәтеүселәргә бара. “Беҙҙәге рус эшҡыуарҙары һәм эшселәре ватандаштарына тап беҙҙең хаҡтар ҡиммәт икәнен, үҙебеҙ насар тәрбиәләнгәнебеҙ тураһында юҡты һөйләп маташа”, – тип ризаһыҙлыҡ белдергән урамдағылар.
Бер яҡтан, беҙҙекеләр ҡыҙыҡ инде ул. Йыш ҡына үҙебеҙҙең үк ауыҙҙан: ”Россию не победить!” – тигән кеүегерәк һүҙҙәр сыға. Нишләйһең, бөгөн илдән китеүселәр күп, ә эшләргә кәрәк. Дөрөҫөн әйткәндә, Рәсәй халҡы сит илдә һуңғы йылдарҙа уғата күбәйгән. Кемдең ниндәй эш башҡарыуы мөһим түгел. Яңыраҡ ҡына Грецияла эшләп-йәшәүсе әхирәтем Өфөлә ике бүлмәле фатир һатып алды. Унан алда, мөмкинлегенә ҡараптыр, бүлмә алғайны. Үҙебеҙҙә йәшәһә, балаһын яңғыҙ үҫтергән ҡатынға был көс еткеһеҙ йөк булыр ине. Торлаҡлы булам тиһәгеҙ, мотлаҡ сит илгә китегеҙ, тигән һүҙ түгел был, ә ҡайҙа ла йәшәргә, ғаиләне тәьмин итергә форсат табыу мөмкинлеге бар, тип кенә аңғартмаҡсымын.
Үҙебеҙҙә нисек – ситтә лә шулай
Сит илдә үҙ-үҙебеҙҙе тотош тураһында айырым һүҙ. Хәтерегеҙҙәлер, үҙәк телеканалдар Камбоджа төрмәһенә эләккән Рәсәй олигархы Сергей Полонский тураһында көн һайын тиерлек һөйләне һәм күрһәтте. Хәйер, уның яңылыҡтарын әле лә түкмәй-сәсмәй ишетәбеҙ. Был сит илдә хатта тотош бер утрауҙы һатып алыусы байыбыҙ урындағы халыҡ вәкилдәрен бик ҡыйырһытҡан. Яңы йылды ҡаршылағанда Полонский үҙе һәм уның кешеләре, әлбиттә, иҫерек килеш, утрауҙан ҡалаға табан йөҙгән ваҡытта кәмә экипажына бысаҡ менән янаған, трюмға бикләп ҡуйған һәм һыуға төртөп төшөргән, имеш.
Бер нисә көн төрмәлә ултырған олигарх Камбоджа короленә лә хат яҙған, ғәфү үтенгән, ил иҡтисадына инвестор булырға ризалашҡан, бының өсөн Камбоджа гражданлығын һораған, урында реформа үткәреүгә миллион доллар бирергә вәғәҙәләгән, “ҡорбандар”ға компенсация түләгән. Ошо көндәрҙә уның хаты РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавровҡа килеп төшкән. Йәнәһе, төрмәгә Полонский янына Рәсәй илселеге хеҙмәткәре килеп, миллионерҙы “рәшәткә артына” оҙағыраҡҡа ултыртыу өсөн Мәскәүҙең аҡса түләгәнен белдергән. Бай әфәнде аңлатма һорай. Ә Рәсәйҙә уны алданған “өлөшсөләр” көтә. Әйткәндәй, әлеге көнсығыш илендә беҙҙең кешеләр байтаҡ ҡына. ҡайһыһы яр буйында ресторан асып ебәргән, ҡайһыһы ниндәйҙер компанияны етәкләй, бәғзеләр – ябай гастарбайтер. Тиҙҙән, Таиландтағылар кеүек үк, камбоджалар ҙа, рустар беҙҙең эште тартып алды, тип ғәйеп ташлап, баш күтәрмәҫ тимә.
Йәнә бер хәл. Мәскәүҙән Мысырҙың Хургада курортына осоусы самолетта беҙҙең тағы бер байыбыҙ “үҙен күрһәткән”. Һарытауҙан Сергей Кабалов исемле ир стюардты туҡмаған. Хатта социаль селтәрҙәргә кемдер видеояҙмаһын да һалып өлгөргән. Иҫерек ватандашыбыҙға, бәҙрәфтә тартырға ярамай, тигән һүҙ оҡшамаған. Был ғына етмәгән, Кабалов осоусылар кабинаһына ла инергә ынтылған, йәнәһе, уға самолетты мотлаҡ һыуға ултыртырға кәрәк. Ул ғына түгел әле, үҙенең депутат, махсус отряд ағзаһы булыуы, әгәр теләһә, кешене ике бармағы менән үлтерә алыуы хаҡында ла яр һалып ҡысҡырған. Хургадаға килеп төшөү менән уны ҡулға алғандар ҙа, ебәргәндәр. Тик “депутат” ҡайтырға уйламай, ахыры, билетын тапшырған, ти. ҡайтҡас та полиция менән “һөйләшәһе” бар бит. Уға ҡарата енәйәт эше асылған. Әйткәндәй, был ирҙең бер ниндәй ҙә бай булмауы асыҡланған.
Шундай бер көлкөлөмөлөр, әллә ҡыҙғанысмылыр күренеш хаҡында ла һөйләй туристар: баҡһаң, Төркиәлә, Кипрҙа Рәсәйҙән барыусыларҙы Германияныҡыларҙан алыҫыраҡ урынлаштыралар икән. Ни өсөнмө? Аңлашылалыр, беҙҙекеләр иҫереп алһа, немецтарҙан үс алыу теләге тоҡана, имеш.
Ситтә шундай дан, бәлки, нығыраҡ таралғандыр ҙа, сөнки иҡтисадҡа инвестор килеүе лә гөрләп бармай. Әлбиттә, инвестициялар үҫә ул. Әммә уңыштар ни кимәлдә икәнен теүәл һанап сығарғандармы һуң?
Ә инвесторҙы нимә өркөтә?
Белеүегеҙсә, үткән аҙнала Швейцарияла Давос форумы – иҡтисади темаға етди һөйләшеү уҙҙы. Бында Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев етәкселегендәге делегация ҡатнашты. Беҙҙекеләрҙең төп бурысы илебеҙҙең инвестиция йәһәтенән асыҡлығын күрһәтеү ине. Сығыштар ҙа шул юҫыҡҡа ҡоролдо. Әммә беҙҙең тарафтарға инвестор бик һағайып ҡарай, буғай. Уларҙың күбеһен бюрократия, юғары ришүәтселек, милексе хоҡуғының насар яҡланыуы борсоуға һала. Форумда Рәсәй иҡтисады үҫешенә бәйле өс сценарий тәҡдим ителде. Эксперттар өсөһөн дә маҡтамай. Тауыш биреү шуны күрһәткән: Швейцарияға йыйылыусыларҙың 78 проценты (сәйәсмән, финансист, ғалимдар) Рәсәйҙә, иң тәү сиратта, һөҙөмтәле сәйәси етәкселек етешмәүен белдергән.
Әйткәндәй
Етәкселек тигәндән, шул иҫкә төштө: “Сәйәсәт кенә түгел” рубрикаһының үткән темаһы Дәүләт Думаһындағы закон проекттарына бағышланғайны. Унда төбәк етәкселәрен нисек ҡуйырға – һайлапмы йә тәғәйенләпме, тигән һорау ҙа бар ине. Шуға бәйле фекерҙәр артабан да баҫылыр әле. Бөгөн Приморье крайы ниәт-теләген бәйән итмәксемен.
“Губернаторҙы бөтә халыҡ һайларға тейеш”, – ти төбәк политологтары. Уларға депутаттар ҙа ҡушыла – урындағы парламент ағзалары халыҡҡа край башлығын һайлап ҡуйыу хоҡуғын бирергә әҙер.
Мәҫәлән, Алыҫ Көнсығыштың консалтинг үҙәге директоры Петр Ханас белдереүенсә, край губернаторы үҙе тәүгеләрҙән булып төбәк башлығын тура һайлау үткәрергә кәрәклеген әйтергә тейеш. Был субъекттың имиджын да яҡшыртыр ине. Етмәһә, халыҡ ҡайһы бер депутаттарға ышанып та етмәй. ЛДПР фракцияһының край парламентындағы етәксеһе Евгений Зотов тағы ла киҫкенерәк сығыш яһай. Уныңса, беҙ һайлауҙарҙан күп нәмә көтәбеҙ, кандидаттар халыҡ менән осраша, һәр кем һөҙөмтәгә үҙ тауышын индерергә атлыға... Шулай булғас, бер төркөм генә (улар, бәлки, әлеге кандидаттың дуҫылыр?) һайлаған кеше нисек губернатор булһын?
Бер яҡтан, ана шул парламентҡа ла депутаттарҙы үҙебеҙ һайлайбыҙ түгелме? Араларына, үрҙә яҙылғанса, самолетта һуғышҡан “депутат” кеүектәр эләгә күрмәһен. Башҡортостанда ла быйыл сентябрҙә Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға һайлауҙар көтөлә. Ысынлап та халыҡ хеҙмәтсеһе булырҙай кандидаттар йыйылһа ярай ҙа…
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе