11.01.2013 Байҙар арта, хаҡтар арта, крәҫтиән шым ғына үҙ йөгөн тарта…
Рәсәй паспорты алған Депардье, Премьерға былтырғы хаттар һәм башҡалар тураһында
Ниһайәт, оҙайлы ҡышҡы ялдар тамамланды, йәмәғәт. Иң мөһиме – яңы йыл именлектә-тыныслыҡта башланды. Ниһайәт, тиеүемдең дә сәбәбе бар: әлбиттә, эштән ял итергә кәрәк-кәрәклеккә, тик беҙҙәгесә, Рәсәйҙәгесә түгел. Ауылда, ярай, бер ҡасан да ял юҡ – һәр кемдең үҙ хужалығында мәшәҡәттәре булып тора. Бына ҡалала, кем әйтмешләй, арт яҡты диванға йәбештереп, көндәр буйы телевизорға текәлеп ятыу, ай-һай, еңел түгел. Эйе, тап ошо һүҙҙәр йыш ишетелде был көндәрҙә. ҡәрҙәш халыҡтың бер бик ҡыҙыҡ ҡына көлкө театры бар. Шуның бер сығышындағыса, “ашап, йоҡлап, сүп сығарып” ҡына әллә күпме ваҡытын әрәм итте, буғай, күптәр.
Бер башлағас, яҙып бөтөрәйем инде – телевизорҙан барған ҡабатлауҙарҙы ҡарау ялҡытты. Үҙәк каналдарҙа дауамлы фильмды тотош көнө буйына һуҙып күрһәтеп ҡотолһалар, үҙебеҙҙең Башҡортостан юлдаш телевидениеһы былтырғы, элекке йылғы, унан элекке йылғы программаларҙы ҡабатланы. Ярай әле бер аҙ йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаты ҡотҡарҙы.
Рәсәй кино белгестәре һәм тәнҡитселәре гильдияһының идара ағзаһы Ольга Галицкая белдереүенсә, тамашасыларға “йәнле” эфир етмәне. “Был публиканы ихтирам итмәүҙе белдерә. Телевидение халыҡты әллә нисә мәртәбә ҡабатланған элекке совет фильмдары йә сериалдар менән “һыйланы”, − тигән, ризаһыҙ ғына йөҙөн һытып.
Ниндәйҙер яңылыҡ көткәйнек тә… Ярай, беҙҙә бөтәһе лә шәп, тип йылмаяйыҡ та, артабан йәшәйек. “Сәйәсәт кенә түгел” рубрикаһы быйыл да дауам итә. Ошонда ғына бер аҙ “семетештереп” алмаһаҡ, тиеүем дә.
“Анатольевич, иғтибар
ит әле…”
Ризаһыҙ тигәндән, йыл башланғанда үткәненә лә йомғаҡ яһала бит, халыҡтың Хөкүмәткә ниндәйерәк дәғүәләр менән йышыраҡ мөрәжәғәт итеүен асыҡлағандар. Премьер-министрыбыҙ Дмитрий Медведевҡа йылдың һуңғы аҙналарында килгән хаттарҙың йөкмәткеһен бик ныҡ анализлап, белгестәр һығымта сығарған. Кешеләр айырыуса поезға хаҡ артыуға, Пенсия фондынан “бәхетле хаттар” туҡталыуына, йорттарҙа һалҡын булыуына зарланған.
Аҡ йортҡа, Медведевтың шәхсән үҙенә күбеһенсә Мәскәү халҡы яҙған, уларҙан ҡала − Карелия һәм Чукоткала йәшәүселәр. Иң күп ялыу чиновниктар өҫтөнән. Йәнә лә насар юлдар менән коммуналь хеҙмәттәргә ныҡ дәғүә белдерелгән. Октябрҙә, мәҫәлән, Премьерға күп кеше хеҙмәт хаҡына бәйле хат ебәргән. Анығыраҡ әйткәндә, эш хаҡының түбән булыуы күптәргә оҡшамай. Бындай хаттар буйынса Сахалин өлкәһе алда тора икән.
Ноябрҙә килгән 20013 мөрәжәғәттең сиреге торлаҡҡа ҡағылышлы булған (шул иҫәптә − ипотека һәм торлаҡ сертификаттары алыуҙың ҡатмарлылығы, ятаҡтарҙың насар эшләүе, коммуналь түләүҙәрҙең юғарылығы).
Сәйәси репрессиялар ҡорбандарына компенсация түләү буйынса яҙмалар күп алынған.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: иң мөһим 100 самаһы хатты Дмитрий Анатольевич, ныҡ ҡына ҡарап сығып, үҙ контроленә алған. Меңәрләгән мөрәжәғәттән йөҙөн ентекле тикшереү үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй түгелме? Бынан тыш, халыҡ дәғүә белдергән вазифалы кешеләрҙең байтағы яуаплылыҡҡа тарттырылған, ти. Хаттар яҙығыҙ, дуҫтар, йөҙ иҫәбенә инеп ҡалырға тырышығыҙ.
Арттыҡ… бер байға!
Йөҙ мең, миллиондар тураһында һүҙ сыҡҡас, шуны ла әйтмәй булмай – Рәсәй граждандары араһында “елле” генә бер бай барлыҡҡа килде. Эйе, эйе, яңы ғына беҙҙең ил паспортын алған Жерар Депардье хаҡында һүҙ. Билдәле француз актеры үҙ илендәге ғәләмәт юғары һалымдарҙан ошондай юл менән ҡасты.
Әгәр белһәгеҙ, Францияла байҙарҙың йыллыҡ килеме бер миллион евронан артһа, һалым 75 процент (беҙҙә һиңә лә шул 13 процент, миңә лә, тип әйткәндәрҙер әле Жерар әфәндегә). Мордовияла “почетлы” тигән исем атап, милли кейем кейҙерҙеләр, Саранскиҙың ҡап уртаһынан фатир ҙа бирҙеләр, буғай. Хәҙер Төмәндең ҙур драма театры етәкселеге француз актерын 16 мең һум оклад менән эшкә саҡыра, имеш. Бельгия гражданы буласаҡ икән, тигән хәбәр ҙә йөрөй. Аңлап та етмәйбеҙ әле – был бай Рәсәйгә кәрәкме, юҡмы? Бер яҡтан, донъя кимәлендә танылған шәхесебеҙ булыу һәйбәт инде.
Депардьеның үҙ иленән китеү сәбәбе юғары һалымдарҙа икәнен белдереп яҙған декларацияһына француздарҙың интернет ҡулланыусыларының 70 проценты теләктәш булыуын белдергән.
Рәсәй паспортын бай әфәндегә Президентыбыҙ Владимир Путин үҙе тапшырҙы. Шуныһы ла бар: актер “Григорий Распутин” фильмында төп ролде уйнай. Әле кинотаҫма экранға сығыуын-сыҡмаған, әммә тиҙҙән уны күрербеҙ.
Былай һәләтле актер инде ул яңы ватандашыбыҙ. Тик бына ноябрҙә генә иҫерек килеш мотоцикл йөрөткәндә йығылып, полицияға тотолған. Хәҙер уны Париж суды саҡырып ята.
Депардьеның беҙҙеке булыуынан һуң Францияның тағы бер билдәле актеры Брижит Бардо Рәсәйгә күсеп килергә теләк белдергән. Йәнәһе, властар туберкулез менән сирләүсе ике филде үлтерһә, ул иленән китәсәк. Ханым Францияның йәнлек-хайуандар зыяратына әүерелә барыуын әйткән, ә Путин, уныңса, ҡош-ҡорт, йәнлектәр өсөн күп нәмә эшләй.
Францияла Жерарҙың Рәсәй гражданлығын алыуы беренсе яңылыҡтар рәтендә йөрөнө. Хатта хөкөм ителгән “Пусси Райт” (“Pussy Riot”) панк-төркөмө ҡыҙҙарын Депардье, Бардо, йырсы Мирей Матьеға алмаштырырға ла тәҡдим яңғыраны.
Депардье әфәнде илебеҙ журналистарына асыҡ хат менән мөрәжәғәт итеп, Рәсәйҙе, уның мәҙәниәтен, Президентын яратыуын белдерҙе, рус телен өйрәнергә вәғәҙә бирҙе. Хәҙер, моғайын, уны яратып, үҙебеҙсә исем дә атарҙар әле. Жерар, бәлки, Женя, Евгенийға әйләнер (беҙҙекеләр сит илдә тиҙ генә исемен алмаштыра ла баһа), Депардье тигәнде Партийный тип йөрөтөүе рәхәтерәк. Әйткәндәй, актерҙың берәй партияға ла инеүе ихтимал. Бәлки, Распутин тураһында фильмды ҡарағас, Григорий тип тә ҡуйырбыҙ. Фамилияһын Департаев тиһәк тә, Департин тиһәк тә, беҙҙеңсәрәк була.
Килһендәр, әйҙә. Илебеҙ киң. Уның килеүе-китеүе зыян яһамаҫтыр ҙа. Миллионер булыуына бәрәбәр йөҙ тәңкәлек булһа ла файҙаһы тейер. Рәсәйҙә байҙар күбәйә бара, афарин, тигән хәбәр донъяға таралыр, ә Франция Жерарҙың китеүенән бөлмәҫ. ҡаҙнаһына аҡса инмәгәс, йәне көйөр-көйөүен.
Шулай ҙа Европа көрсөктә…
Эйе, Франция бер байынан яҙһа, тотош Европала ла проблемалар юҡ түгел. Әле был тарафтарҙа эшһеҙлектең яңы рекорды ҡуйылған. Иң ҡыйыны – Испания менән Грецияға. Бында хеҙмәткә яраҡлы һәр дүртенсе кеше көрсөк арҡаһында эшһеҙ ҡалған. Испанияла эшһеҙлек кимәле 26,6 процент тәшкил итһә, Грецияла – 20 процент. Австрияла хәл бик яҡшы, Люксембург менән Германияла биш процент самаһы ғына. Евросоюз дәүләттәрендә хәҙер бөтөнөһө 26 миллион кеше эшһеҙ. Евростатистика, Еврозонала 18,8 миллион кеше эшһеҙ, тип мәғлүмәт бирә. Шулай ҙа Европа комиссияһы президенты Жозе Мануэль Баррозу белдереүенсә, иң хөрт көндәр артта ҡалған.
Евросоюзда һуңғы биш йылда бай төньяҡ менән ярлы көньяҡ араһында айырма ныҡ көсәйгән. Эшһеҙлек тә һуңғы 20 йыл эсендә иң юғары нөктәһенә еткән. Германия, мәҫәлән, иҡтисади үҫеш осорон кисерә. Ә Словакия, Ирландия, Эстония, Латвия, Литва кеүектәрҙә һәр етенсе кеше эшһеҙ. Еврокомиссия асыҡлауынса, йәштәр, яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙарға айырыуса ауырға тура килә. Дөйөм алғанда үткән йыл Европа өсөн яҡшыларҙан булмаған. Быйыл хәлдең ҡапыл ғына яйланыуы ла мөмкин түгел.
Ә был ваҡытта…
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Сүриәләге граждандар һуғышына ҡағылышлы һандарҙы барлай. Улар ҡыуандырырлыҡ түгел. Яҡынса миллионлап кеше аслыҡтан йонсой. Би-би-си агентлығы быға гуманитар ярҙам таратыуҙы сикләүсе Сүриә властары ғәйепле икәнен асыҡлаған. Декабрҙә генә илдән 100 мең самаһы ҡасаҡ сығып киткән. Сүриәлә халыҡ 2011 йылдың мартынан ут өҫтөндә кеүек йәшәй. Һуғышта 60 меңләп кеше һәләк булған. Әле был тарафтарға тыныслыҡ тиҙ генә килмәҫ кеүек.
Африка ла һаман “ҡыҙа” – Африка союзы башлығы Бони Яйи НАТО-ның Малиға ғәскәр индереүен һорай. Был, йәнәһе, Африканың ғына проблемаһы түгел, ә халыҡ-ара мөһим хәл. Малиҙа террорсылар, хәрби төркөмдәр күбәйгән икән. НАТО ҡыҫылған ерҙә тыныс халыҡ та донъя менән хушлашыусан шул.
Ә алыҫыраҡ илдәрҙә булған яңылыҡтарға килгәндә, Венесуэланың яңы һайланған “иҫке” Президенты Уго Чавес инаугурацияһын билдәһеҙ ваҡытҡа кисектергән. Сәбәбе – уның сәләмәтлегендә. Бөгөн Чавесҡа алмаш та эҙләйҙәр шикелле.
АҡШ иһә − үҙ репертуарында. Бындағы Техас һәм Огайо штаттарында уҡытыусыларға атырға өйрәтеүсе бушлай курстар асылған. Был былтыр декабрҙә Коннектикут штатында булған фажиғәгә бәйле. Унда мәктәптә атыш ойоштороп, ике тиҫтәләп баланың, уҡытыусының, шул иҫәптән әсәһенең ғүмерен өҙгән иҫәр егет тураһында гәзитебеҙҙә яҙып сыҡҡайныҡ инде. Әле Огайолала атырға өйрәнергә теләүсе педагогтар һаны меңгә тулған. Ата белеү генә ярҙам итерме? Күҙ алдына килтерегеҙ әле – мәктәпкә ҡораллы бандит килеп инде лә ата башланы, ти, уға ҡаршы уҡытыусылар пуля яуҙыра башлаһа?! Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума, тип халыҡ белмәй әйтмәгән инде ул.
Әле йыл башлана ғына, аптыратырлыҡ нәмәләр булмаһын ине лә бит…
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе