16.11.2012 Бюджетты һаҡлайыҡ! Кемдән? Үҙебеҙҙән!
Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең яңылыҡтар донъяһына ике “елле” генә ”бомба” ырғытылды ла, шаңдауы халыҡта: “Әһә, бына бит нисек!” тигән тел шартлатыуҙар булып яңғыраны. Тәүгеһе һөҙөмтәһеҙ вуздарҙы иғлан итеү булһа, икенсеһе − Оборона министрлығына ҡағылышлы хәтәр “асыштар”.
Юғары уҡыу йорттарының эшмәкәрлегенә әллә ни оҙаҡ туҡталып тормаҫҡа ла була. Сөнки бөгөн студенттарҙың күбеһенең барыбер уҡыуы осоронда профессорҙарға әллә нисәшәр тапҡыр ришүәт биреүе тураһында ишетеп тә, күреп тә, хатта үҙ елкәбеҙҙә татып та беләбеҙ. Йәй айҙарында вуздарҙа, абитуриенттарҙан бигерәк, уларҙың ата-әсәләре ҡым-ҡырыз килеп йөрөүе лә бер кемгә лә сер түгел. Бөтөн нәмәне лә аҡса хәл иткән заманда наҙан ғына, әммә бай балаһы ла ҡулына “ҡыҙыл” диплом алһа, ни ғәжәп, шулай тейеш, тип уйлайбыҙ. Әлбиттә, рейтинг төҙөү критерийҙарында былар иҫәпкә инмәгән, әммә бөгөн бары тик диплом өсөн генә аудиторияларҙа ыштан туҙҙырыусылар етерлек икәнен аңларға әллә ни аҡыллы баш кәрәкмәй – үҙебеҙ ҙә кисәге студенттар.
Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министрлығы 541 вуз һәм 994 филиалды тикшергән. Ә һөҙөмтәләр – иҫ киткес! Санкт-Петербургта, мәҫәлән, һәр бишенсе юғары уҡыу йорто һөҙөмтәһеҙ тип табылған. Әйткәндәй, исемлек министрлыҡтың сайтында бирелгән.
Исемлек тигәндән, РФ Оборона министрлығының законһыҙ рәүештә һатылған милке исемлеге лә оҙоная бара кеүек.
Оборона министрлығы түрәләренең “ҡырын эштәре”
Юҡ-юҡта ҡаты ғына отставкалар булып ҡуя ул беҙҙә. Бер нисә көн элек илдең оборона министры Анатолий Сердюков урынынан төшөрөлдө. Быға ведомствоның һәр кеше күҙенә күренеп бармай торған “эшмәкәрлеге” ғәйепле булып сыҡты. Тикшереү тиҫтәгә яҡын мутлыҡты асыҡлаған. Министрлыҡтың мөлкәте йә ул биләгән ер законһыҙ һатылған һәм файҙаланыла, имеш. Шундай сауҙа суммаһы миллиардлаған һум менән иҫәпләнә. Етмәһә, дәүләт милке күпкә арзанайтып һатыла. Исемлектә хатта ил рәссамдарының ҡиммәтле, тарихи картиналары ла бар. Ғөмүмән, әле тикшереү күрһәтеүенсә, бюджетҡа өс миллиард һумлыҡ юғалтыу килтерелгән был тирәлә.
Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре тикшереүҙәргә ныҡлап тотонғас, уйламаҫлыҡ хәтәр мутлашыуҙар асыҡлана бара, асыҡлана бара икән. Бында айырыуса элекке министр Сердюков әфәнденең яҡын тирәһе иғтибарға алына. Мәҫәлән, Мәскәү уртаһындағы бер йортта уның һеңлеһе Галина Пузикованың бер түгел, өс фатиры теҙелеп тора, имеш. “Известия” гәзите иҫәпләп сығарыуынса, ошо күсемһеҙ милектән тыш, гараж, торлаҡ булмаған бинаны ла ҡушып, Пузикова мөлкәтенең дөйөм суммаһы 700 миллион һумдан ашып киткән. Ә 2011 йылда ҡатындың рәсми килеме 240 мең һум ғына тәшкил иткән.
Йәнә лә бер яуаплы “түрәбикә” – Сердюковтың ышаныслы кешеһе Евгения Васильеваның ун өс (!) бүлмәле фатирында тентеү барышында бер миллион ярым долларға торош иткән алтын-көмөш, бриллиант биҙәүестәр табылған.
ҡара диңгеҙ буйында шул уҡ министрлыҡҡа ғәләмәт бер мөһим объект өсөн бүленгән участкала хәҙер “текә” генә байҙар торағы ҡалҡып сыҡҡан. 300 миллион һум дәүләт аҡсаһы һалынған был коттедждар ҡасабаһын 92 миллион һумға һатып ебәргәндәр.
Бөтөн “ҡырын” эштәр Оборона министрлығына буйһонған ”Оборонсервис” йәмғиәтенә бара ла тоташа.
“Форбс” журналы хеҙмәткәрҙәре махинацияларҙы һанап та сығарған. Быға Мәскәүҙәге хәрби кейемдәр тегеүсе комбинатты (43-й центральный экспериментальный производственный комбинат) барлығы 350 миллион һумға ғына һатырға маташыу, Төньяҡ флот караптарын яғыулыҡ менән тәьмин итеүсе, хәрби мәнфәғәттәрҙә төп яғыулыҡ запасы булған Мурманскиҙағы нефть үткәреү комплексын 455 миллион һумға “осороу”, Мәскәүҙәге юғары килемле 31-се дәүләт махсус төҙөлөш проекты институтын (ГПИСС) һатыу инә. Был аҙағы түгел әле. Мәскәүҙәге “Союз” ҡунаҡханаһының да баҙар хаҡынан күпкә арзанайтып һатылғаны асыҡланған. Ул 2018 йылда уҙасаҡ футбол буйынса донъя чемпионаты финалы урыны “Лужники” стадионына яҡын ғына. Тап шуның менән ҡиммәтләнә ул бина.
“Оборонсервис”ҡа ингән Ремонт-эксплуатация идаралағында ла хоҡуҡ боҙоу асыҡланған. Етәксеһенең урынбаҫары 300 миллион һум бюджет аҡсаһын урлауҙа шик аҫтына алынған. Ошо сумманы тәғәйен түләүҙәргә тотонор урынға әлеге мут түрә ишараты “Неополис-банк” иҫәбенә күсереүҙе хуп күрә. Бының өсөн танышының иҫәп реквизиттарын һайлай. Үҙе, моғайын, рәсми килем буйынса ярлы чиновник һаналғандыр әле. Танышы иһә аҡсаны рәхәтләнеп тотона. Быйыл мартта банк банкрот тип иғлан ителә лә, аҡса ҡайҙалыр “оса”. Ә банк етәкселеге әлеге хәйерһеҙ урынбаҫарға алты миллион һумды рәхмәт йөҙөнән бүләк итә.
ҡыҫҡаһы, Тәфтиш комитетына эш – муйындан.
Көпә-көндөҙ дәүләтте рәхәтләнеп талайҙар. Тикшерә китһәң, һәр төшөмлө ерҙә ниндәйҙер мутлыҡ мотлаҡ буласаҡ. Һөҙөмтә − бюджетта аҡса етмәй. Ә халыҡ ҡалайтһын?! Уртын сәйнәй ҙә ул, торған һайын шашынған чиновниктарҙың ҡалын ишекле кабинеттарына аяҡ тибеп барып инә алмай шул. Юҡ ҡына йомошто йомошлар өсөн дә әле кәм тигәндә ике-өс эреле-ваҡлы түрәнең һауалы йөҙөн күреп сығаһың, йыш ҡына матур вәғәҙә менән ҡотолалар. “Түрә килгән, тимәк, тиҙҙән һайлау” тигән лаҡап та тарала бара бит әле.
Бөгөнмө, иртәгәме?
Һайлау тигәндән, бәғзеләр, мөҙҙәттәре 2015 – 2017 йылдарҙа тамамланасаҡ төбәк башлыҡтарын алдан һайлауҙы ойошторайыҡ, тип бер була. Теүәлерәк әйткәндә, илдең Социаль-иҡтисади һәм сәйәси тикшеренеүҙәр институтының бер төркөм белгесе шундай фекерҙә. Рәсәй төбәктәре башлыҡтарын тәғәйенләп түгел, һайлап ҡуйыу кире тергеҙелер алдынан тиҫтәләгән губернаторҙы алмаштырып өлгөрҙөләр. Ә бына 2015 – 2017 йылдарҙа байтаҡ төбәк халҡы үҙенә етәксе һайлаясаҡ. Ул йылдарға әһәмиәтле һайлауҙар бигерәк күп тура килә. 2016 йылда − Дәүләт Думаһына депутаттар, 2017 йылда 22 субъектта − губернатор, 2018 йылда Рәсәй президентын һайлаясаҡбыҙ.
Белгестәр билдәләүенсә, халыҡ президент һайлауына тиклем тауыш биреүҙән арыясаҡ та, әүҙемлек күрһәтмәйәсәк икән. Шуға губернаторҙарҙы бөгөндән һайлап ҡуйырға кәрәк. Беҙҙә, йәғни Башҡортостанда республика етәксеһенең мөҙҙәте 2015 йылда сыға.
Ә был ваҡытта…
Бына АҡШ-та бер нисә көн элек кенә һайлау үтте. Әле һөҙөмтәләр менән риза булмағандар дыу килеп ҡултамғалар йыя. ҡушылған штаттар һаны кәмеүе бик мөмкин.
АҡШ-та икенсе мөҙҙәткә президент итеп һайланған Барак Обама, халыҡ алдында сығыш яһап, Америкаға яҡшы көндәр вәғәҙә итте. Сәхнәгә ул ғаиләһе – ҡатыны, ике ҡыҙы – менән көр кәйефтә, үтә лә ҡәнәғәт булып килеп сыҡҡан. Ә беҙ? Беҙ ҙә уның өсөн ҡыуандыҡ. Премьер-министр Дмитрий Медведев та, беҙҙең уйҙы белгәндәй, ғәм халыҡ алдында АҡШ Президенты булып Рәсәйҙе “беренсе дошман” тип һанаған кеше (икенсе бер кандидат Митт Ромниҙың илебеҙҙе беренсе геосәйәси дошман тигәне күҙ уңында тотола) һайланмауына ҡыуаныс белдереүен әйтте.
Барак әфәнде ҡәнәғәтлеген-ҡәнәғәт тә ул, тик бына ике тиҫтә штатта, АҡШ составынан сығырға теләк белдереп, ҡултамғалар йыйыла икән. Әлегә 100 меңдән ашыу кеше имзаһын ҡуйған. Пентагонға юлланған ошо ҡултамғалы хаттарҙа, дөйөм алғанда, бер нисә генә юл: ”…штатты АҡШ составынан тыныс шарттарҙа сығарыуығыҙҙы һәм яңы хөкүмәт төҙөргә мөмкинлек биреүегеҙҙе һорайбыҙ…”
Әүҙемлеге менән айырыуса Техас халҡы алда бара. Мөрәжәғәт яҙыусылар АҡШ-тың Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһына таяна. Уға ярашлы, “әгәр ҙә хөкүмәттең теге йәки был формаһы тарҡатҡыс була икән, халыҡ уны үҙгәртергә йә ҡулайлаштырырға һәм яңы хөкүмәт төҙөргә хоҡуҡлы”.
Әйткәндәй, штаттар юҡҡа ғына айырылып сығыуҙы һорамай – уларҙың күбеһендә Митт Ромниға тауыш биргәндәр икән. Шуныһын да теркәп ҡуйыу фарыз – АҡШ-тан, һуңғы тапҡыр Авраам Линкольн президент булып һайланғас, 1860 – 61 йылдарҙа бер нисә штат айырылған булған. Торараҡ граждандар һуғышы башланған.
Тимәк, тиҙҙән Америкала ла ҙур үҙгәрештәр булыуы ихтимал.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе