RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бай әфәндегә нимәбеҙ оҡшамай?

02.11.2012 Бай әфәндегә нимәбеҙ оҡшамай?

йәки Олигарх Прохоров милли республикаларҙы бөтөрөү яҡлымы?
Рәсәйҙе алда нимә көтә? Берәү ҙә аныҡ ҡына әйтә алмай, шулай ҙа, вәғәҙәләүҙәренсә, беҙ бик шәп кенә “ергә” китеп барабыҙ. Өлкән быуындың хәтерендәлер әле “… алға, коммунизмға-а-а” тигән кеүегерәк һүҙҙәре булған йыр. Бөгөнгө заман кешеһен, әлбиттә, унда уҡ әйҙәмәйҙәр, әммә күптәр тап шул коммунизмдың һәйбәтерәк яҡтарын торған һайын нығыраҡ иҫкә төшөрә. Бигерәк тә әлеге мәлдә эшһеҙлектән бөлгән ауылдар халҡы.
“… Колхоз-совхоздар геүләп эшләгән саҡ, бригадир көн һайын йөрөп эшкә әйтә, ә эш, кем әйтмешләй – муйындан, ҡул көсө кәрәк…” – тип иҫләй булыр ул замандарҙы хәҙер олоғайып, ауылдың һүнә барыуына ғәжәпләнгән инәй-бабайҙар.
Ә, баҡһаң, яҡын киләсәктә беҙ власть структураларының үҙгәреүен талап итеп сығыш яһаған акциялар артыуына шаһит буласаҡбыҙ, имеш. Стратегик эшләнмәләр үҙәге политологтары шундай һығымтаға килгән. 2013 йылға уҡ власҡа ышаныу менән ышанмау рейтингы тигеҙләшәсәк икән. Айырыуса власть партияһына негатив ҡараш артасаҡ. Һорашыуҙар күрһәтеүенсә, күптәр революция тураһында һүҙ йөрөткән.
Әйткәндәй, бер нисә көндән Бөйөк Октябрь революцияһының 95 йыллығы бит әле. Бала саҡтан хәтерләүемсә, 7 ноябрь иң сағыу байрамдарҙың береһе була торғайны. Бөгөн байрам урынына, халыҡ ҡапыл ғына байрамһыҙ ҡалмаһын тип, яңыһын уйлап тапһалар ҙа, 4 ноябрҙе әйтәм, ул көндө тарихтан юйып ташлап булмай.
Юйыу тигәндән, һуңғы көндәрҙә Прохоров әфәнденең виртуаль донъя яңылыҡтарында сурытылған хыялы тураһында өндәшмәй ҡалыу мөмкин түгел.

Милли республикаларға һөжүм башланырмы?

Рәсәйгә башлыҡ һайлағанда килеп сыҡҡан олигархты иҫләйһегеҙҙер әле. Башҡаларға оҡшамаған, йәш, оҙон буйлы, аҡырмай-баҡырмай, бөтөнләй яңы йөҙ… Эстрадабыҙҙың примадоннаһы Алла Борисовна, кәләш табып бирәм, тип ҡурсып алып йөрөткән Михаил Прохоровты әйтәм дә, уға сәйәси майҙан оҡшап ҡалған, күрәһең. Миллион-миллиардтар менән уйнап туйғас, хәҙер шәп сәйәсмән булып китмәксе. Уның ниәте – милли республикаларҙың исемен ил картаһынан юйып ташлау.
Бер нисә көн элек Мәскәүҙә “Граждан платформаһы” партияһының съезы уҙғайны. Шул сарала эшҡыуар үҙенең артабанғы ниәттәре менән уртаҡлашҡан.
“Мин түбәндәге һорауҙы йәмәғәтселеккә фекер алышырға сығарғым килә: илебеҙҙе милли округтарға, республикаларға бүлеүҙең һөҙөмтәһе бармы ул?” – тип аптыраулы ҡарашын төбәгән булған трибунанан йыйылыусыларға. Йәнәһе, илде территорияларға бүлгеләү – Сталин-Ленин системаһы һәм яңы быуат шарттарында иҫкелек ҡалдығы.
Күптәр, Прохоров Президент һайлауҙарында еңелгәс, ситкәрәк шылып торор, тип уйлағандыр, моғайын. Юҡ шул, бына ҡасан килеп тешен күрһәтә башланы был бәндә. Хәҙер һайлауҙарҙа шул милли төбәктәрҙән үҙ партияһы өсөн тауышты нисек йыйыр икән?
Бөтөнөбөҙгә лә билдәле – Рәсәй сәйәсмәндәре араһында милли республикалар­ҙы бөтөрөргә теләүсе күптән бар. Үҙенең ҡабатланмаҫ холҡо менән сәйәси донъяла берәүгә лә алдынғылыҡты бирмәгән Владимир Жириновский байтаҡтан бирле беҙгә яҫҡына, Башҡортостанды Өфө крайына әйләндерергә хыялы барлығын беләбеҙ. Шул уҡ ЛДПР-ҙың бер депутаты Ярослав Нилов тигән бер әҙәм дә быйыл мартта ғына төбәктәрҙе территориаль билдәләренә ҡарап бүлергә тәҡдим иткәйне. “Мәҫәлән, бөтөн Кавказ республикаларын Тау крайына берләштерергә, Башҡор­тостанды (Башкирия тигән) Өфө крайы итергә була”, − тине ул.

Миллиардерҙы кем аҡылға ултыртыр?

Беҙҙең республикала Прохоровтың тәҡдимен, әлбиттә, хуплаусы булманы тиерлек. Юҡ, булғандыр, кеҫәнән генә йоҙроҡ күрһәтеп йәшәүселәр байтаҡ ул. “ҡуйында йылан аҫрау” тураһында әйтем иҫкә төштөсө.
Президентыбыҙҙың хакимиәтенән Михаил әфәндегә тос ҡына яуап ишетелде: ”Кем артыҡ киң баҫып атлай, шул салбарын йырта. Прохоров милләттәрҙе һәм федерализмды уйлап сығармаған, ул бөтөрә лә алмай” (“Интерфакс” агентлығына биргән интервьюһында БР Президенты хакимиәте башлығы урынбаҫары Аббас Ғәлләмов әйткән).
Рөстәм Хәмитов та тәҡдимде ҡырҡа ҡаршы ҡабул иткән.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы Прохоровҡа ниндәй ҙә булһа яза бирергә кәрәк, ти. Дәүләт Думаһының Милләттәр буйынса комитеты рәйесе Гаджимет Сәфәралиев 26 милли республикаға һәм автономиялы округҡа (21 республика, биш округ) “Граждан платформаһы” партияһын инҡар итергә саҡырып хат ебәрергә уйлай. “Юғары”нан бындай хатты ебәрергә рөхсәт алһа, әлбиттә.
Яҡут (Саха) Республикаһы вице-президенты Дмитрий Глушко һүҙҙәренсә, Рәсәй президентын һайлауҙа Прохоров был төбәктә бик күп тауыш йыйған, ә хәҙер яҡуттарҙың уның партияһын хуплауҙары шикле.
Чечня парламенты етәксеһе Дакуваха Абдурахманов Прохоровтың илебеҙ тарихында нимәнелер емерә алырлыҡ шәхес булмауын әйтһә, Ингушетия башлығы Юнысбәк Евкуровтың фекере нығыраҡ уйландыра: “Уның ниәтенең ниндәйҙер бер рациональ орлоғо бар. Беҙ Ингуш өлкәһе булырға риза, хет нисек атаһағыҙ ҙа була. Мин шул ваҡытта ҡырҡа ҡаршы: әгәр бынан чиновниктарға – яҡшы, халыҡҡа насар булһа”.
Нишләйһең, башлыҡтарҙың да төрлөһө була…

Сәйәсәткә кемдәр килә?

Партиялар тураһында яңы закон сыҡҡас, улар ямғырлы көндәрҙән һуң үрсегән бәшмәк кеүек күбәйҙе лә китте. Ниндәй фирҡәнең нимәләр ҡылыуын да төшөнөп өлгөрөп булмай. Башта юҡҡа ғына коммунизмды телгә алманым. Ул – берәү һәм аңлайышлы булған. Һин – коммунист, йә һин – коммунист түгел. Һәм бөттө. Ә бөгөн бында-а-а! Вәғәҙәләр һәм вәғәҙәләр. Һөҙөмтә − халыҡ һаман зарлана.
Бынау Прохоровтың да яңы партияһы ни менән шөғөлләнәсәк һуң?
“Беҙҙең һайлаусы ришүәтселек тураһында ғына илап ултырмай. Уға иҫкергән система эсендә тар. Беҙ власҡа яңы быуын сәйәсмәне килтерергә тейешбеҙ һәм бөйөк тарихлы Рәсәйҙе бөгөнгө бөйөк Рәсәйгә әйләндерергә бурыслыбыҙ”. Яңғыраймы? Әлбиттә! Был һүҙҙәр бик таныш.
Тимәк, олигарх әфәнде бер ниндәй ҙә яңылыҡ менән килмәй. Бындай сәйәсмәндәрҙең булыуынан булмауы артыҡ түгелме икән? Һәр хәлдә лә ундайҙар беҙҙең кеүек төбәктәргә хәүефле. Кем әйтмешләй, туранан-тура зарар килтерә алмаһа ла, һауабыҙҙы боҙоуы бар…

Ә был ваҡытта…

Бына шулай – кемдер ниндәй Рәсәйҙә йәшәргә өйрәтһә, берәүҙәр беҙгә ҡайһы ваҡытта йәшәүе уңайлы икәнен асыҡлай алмай бер була. Былтырға тиклем сәғәтте йәйге һәм ҡышҡы ваҡытҡа күсереп йәшәнек тә, йәйгеһе иң шәбе икән, тип 2011 йылдың мартында шунда “ҡалырға” булдыҡ. Ә бер йыл самаһы үткәс, Рәсәйгә башлыҡ һайлау мәлендә Владимир Путинға кемдер, киренән күсәйек, тип мөрәжәғәт итте бит. Нишләйһең, вәғәҙәләгән һымаҡ булғайны ла.
Шуға сентябрҙә Дәүләт Думаһына быйыл ҡышҡы ваҡытҡа күсеү тураһында закон ҡабул итеү мөмкинлеге бирелә яҙып ҡуйҙы ул. Закон проекты хөкүмәттә раҫлауҙы көтөп ятты бер аҙ. Бер сәғәткә артҡараҡ күсһәк, илдең 54 төбәге астрономик ваҡыт менән тап киләсәк, тип дәлилдәр менән сығыш яһаны бер төркөм парламентарий. Ғәҙәттәгесә, сәғәт телдәрен күсерә торған октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе үтһә ни, алда йәкшәмбеләр бөткәнме?!
Ә шулай ҙа Думала бәхәстәр барыу менәнме – Хөкүмәт башлығының имзаһы булмаһа, бер ни ҡыла алмай. Хатта тимер юлдарҙа буталыш китмәһен өсөн шәмбе-йәкшәмбе тирәһенә билет һатылмай торҙо. Әллә депутаттар икенсе закондар менән мауыҡты, әллә Премьер-министрыбыҙ ҡаты булды (Дмитрий Медведев президент саҡта сәғәтте башҡаса күсермәү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне) − торҙоҡ та ҡалдыҡ элеккесә “йәйҙә”.
Һорашыуҙарҙан билдәле булыуынса, халыҡтың 75 проценты ҡышҡы ваҡытты уңайлы тип һанай.
Беҙ эләгә-тәгәрәй эйәреп маташҡан Европа халҡының бәғзеләре лә йылына ике тапҡыр сәғәт телдәрен күсереү менән риза түгел. Уларға йәйге ваҡыт уңайлыраҡ, буғай.
Иң тәүҙә кешене шул һорау борсой – иртәрәк торасаҡбыҙмы, әллә оҙағыраҡ йоҡлаясаҡбыҙмы? Йәнә лә күсеү осорон кем нисек кисергән, кем ҡайҙа һуңлаған, кем ауырыған һ.б. шундай һорауҙар-яуаптар менән бүлешеп, эштең ярты көнө уҙып китә, имеш. ҡайһы бер белгестәр билдәләүенсә, иҡтисади яҡтан ҡарағанда, миҙгелләп сәғәтте күсереү – цивилизацияның сираттағы алйотлоғо, хатаһы.
Әйткәндәй, тап шул файҙалы яҡтары хаҡында һаман бәхәстәр бара. Рәсәйҙең “Берҙәм энергетика системаһы операторы” йәмғиәте мәғлүмәттәре буйынса, йәйге ваҡыт апрелдән октябргәсә ике миллиард һумды экономияларға мөмкинлек бирә. Күпме был, әҙме?
Япония, ҡытай, Һиндостан, Сингапур, Үзбәкстан, ҡаҙағстан, ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Грузия күптән йәйге ваҡыттан баш тартты. Украина үҙенә уңайлы ваҡытты билдәләй алмай йонсой.
Шуныһы ҡыҙыҡ: октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә байтаҡ кеҫә телефоны, компьютер “үҙ белдеге” менән сәғәттәрен автоматик рәүештә артҡа күсергән. “Мейе”ләренә шундай программа һалынғас, нишләһендәр инде. Һөҙөмтәлә хужалары буталып бөткән, эшкә, уҡыуға һуңлағандар.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы