RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Нахаҡҡа рәнйетелгәндәр

30.10.2012 Нахаҡҡа рәнйетелгәндәр

Төрлө сәйәси сәбәптәр арҡаһында иректән мәхрүм ителгән, үлтерелгән, психиатрик дауалау уч­реж­дениеларына ябылған, гражданлыҡ хоҡуғынан мәх­рүм ителеп, илдән һөрөлгән, йәшәгән ер­ҙәренән икенсе урынға күсерелгән, һөргөнгә йә махсус йәшәү урынына ебәрелгән кешеләр сәйәси золом ҡорбандары тип һанала.
Элек был турала бик һағайып, хатта шыбырлап ҡына һөйләштеләр. Йәмғиәтебеҙҙең алдынғы, хөрмәтле кешеләре тураһында һүҙ барғанда ла кешеләр, хатта иң яҡын туғандары, яҡындары ла шикләнде.
Миңә ошо сәйәси золом ҡорбандары араһынан тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыусылар менән осрашып, һөйләгәндәрен тыңларға насип булды. Уларҙың хәтирәләренең әҙерәген бәйән итмәксемен.
– Мин башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң уҡыуҙы ташланым һәм атайым менән бергә һунарға йөрөнөм. Һунарсылар союзы менән килешеү төҙөп, атып алған һыуһар, төлкө, шәшке, айыу, бүре, ҡуян һәм башҡалар­ҙың тиреһен уларға тапшырып торҙоҡ.
Ауылда беҙҙән башҡа ла һунарсылар булды һәм улар ҙа беҙҙең кеүек тире тапшырып торҙо. Һунарсылыҡтан башҡа, солоҡсолоҡ менән дә булыштыҡ. Бал күп йылда уның менән дә һатыу иттек. Ғаиләбеҙҙә ун кеше булыуға ҡарамаҫтан, етеш йәшәнек. 16 – 17 йәшкә етеү менән ағас ҡырҡырға тотондом. Беҙҙең ҡорал арҡыры бысҡы һәм балта булды, ләкин планды тултырмай ҡайтҡан саҡты хәтерләмәйем. Шулай эшләп йөрөгән осорҙа, 1937 йылда, тыныслыҡ бөттө. Күрше ауылдар­ҙа кешеләрҙе ҡулға алыу башланды. Балта оҫтаһын да, уҡытыу­сыны ла, ауыл советы рәйесен дә һәм башҡаларҙы ла... Беҙҙең ауыл кешеләре лә үҙ «сиратын» көтә башланы. «ҡасан миңә лә килер­ҙәр?» – тигән һорау менән ҡурҡып йәшәнек. Был ваҡыт миңә лә килеп етте. Атайым менән мине һәм башҡа ауылдаштарҙы ҡулға алдылар. Шулай итеп, беҙҙе районға алып киттеләр. Башымда бер генә уй – минең турала кем һәм нимә тип яҙып биргәндәрен белеү.
Был 1937 йылдың һалҡын көҙө, ноябрь башы ине. Диләнкәлә ағас ҡырҡып йөрөгәндә һыбайлылар килде һәм, фамилияларҙы ҡысҡырып, үҙҙәре янына саҡырып алғас, һаҡ аҫтында ауыл советына алып киттеләр. Бында күрше ауылдар­ҙан да «халыҡ дошмандары» йыйылғайны. Урмандан алып киттеләр, хушлашыу өсөн өйгә лә индермәнеләр. Аяҡта − сабата, өҫтә – урманда йөрөгән кейем, һырыған салбар, тамаҡ ас. Район үҙәгендәге төрмәгә килтереп бикләнеләр. Өс көнләп ваҡыт үткәс, һорау алыу башланды. Ашар өсөн бер һыныҡ икмәк тә тоҙло һыу бирәләр. Шулай ғына тамаҡ ялғайбыҙ. Төрмә тигәнебеҙ элекке таш келәт. Иҙәне юҡ. ҡулға алыныусылар бик күп, аяҡ өҫтө баҫып саҡ һыйҙыҡ. Һорау алыу өсөн айырым ултырған ике ҡатлы йортҡа алып баралар. Минең менән бергә уҡытыусынан да һорау алдылар. Өс тәүлек үткәс, уны төрмәнең ишек алдына ташлап киткәндәр. Мине лә аяҡ өҫтө баҫтырып, яғылған эҫе мейес янында һорау алдылар. Һорау алыусының береһе туҡмап арыһа, уны икенсеһе алмаштыра. ҡайһы бер ваҡытта бергәләп тә туҡмайҙар…
Нисек кенә ныҡ туҡмаһалар ҙа, яҙған яҙыуы аҫтына ҡултамғамды ҡуйманым.
− Һеҙ совет власына ҡаршы сығырға йыйынғанһығыҙ. Һеҙҙең менән кем етәкселек итте?
Тора биргәс: «Һин әйтһәң дә, әйтмәһәң дә, 10 йыл буласаҡ», − ти һорау алыусы. Өҫтәлдә папка ята. Өҫтөндә ятҡан ҡағыҙға «ун» тип яҙылған. Тимәк, мине 10 йылға төрмәгә ебәрәсәктәр, тигән уй башҡа төштө. Беҙ ашай торған паектарҙы шкаф йәки кәштәгә ҡуялар, ә беҙгә бирмәйҙәр. Протоколға ҡул ҡуймағас, эсергә һыу ҙа юҡ.
Һорау алған бүлмә эҫе. Унда бер туҡтауһыҙ яғып торалар, ә кейемдәрҙе һалдыртмайҙар, киреһенсә, мейескә яҡыныраҡ баҫтырып ҡуйҙылар һәм эсер өсөн күп итеп тоҙ һалынған һыу ҡуйҙылар. Тамаҡ кипте, баш әйләнеп, йығылыр хәлгә еттем. Шул саҡ йыйышты­рыу­сы биҙрәгә йыуғыс һалып иҙән йыуырға килеп инде һәм һорау алыусы беҙҙе ҡалдырып сығып китте, ә иҙән йыуыусы үҙ эше менән булышты. һыуһап, хәлдән тайып барыуыма сыҙамай, шул иҙән йыуа торған биҙрәне күтәреп, туйғансы иҙән йыуған һыуҙы эстем. Йыуынты һыу балдан да татлы булып күренде, йөрәк эшләп киткәндәй, баш, хәтер асыҡланып, хәл ингәндәй булды. Был хәлде күреп, йыйыштырыусы ныҡ ҡурҡты, күреп ҡалһалар, эштән генә ҡыуыу түгел, үҙен дә ҡулға алырҙар бит…
Дүрт тәүлек һорау алып та, туҡмағас та, ҡул ҡуймағас, өс-дүрт һорау алыусы мине бергәләп туҡмай башланы. Бындай йәберләүҙәргә, ыҙаларға сыҙар әмәл ҡалмағас, һорау алыусыларҙың береһе яҡынлашҡан арала наганына йәбештем, ләкин ҡулға эләктерә алманым. Хәҙер инде мине тағы ла нығыраҡ итеп күмәкләп туҡмарға тотондолар.
Битте, танауҙы, ғөмүмән, бөтә асыҡ урындарҙы тәмәке менән өттөләр. Ыҙалата торғас, һуштан яҙҙым. Төрмәгә нисек килтереп ырғытҡандарын иҫләмәйем.
Район үҙәгендә ошолай бер ай тотҡандан һуң «халыҡ дошмандарын» Өфөгә оҙаттылар.
Унда оҙаҡ тотманылар, тауар вагондарына тейәп, Тайшетҡа ебәрҙеләр. Бамлагка алып килделәр. ҡышҡы сатнама һыуыҡта йылытылмаған вагондарҙа кешеләр күпләп вафат булды (аслыҡтан һәм туңып). Уларҙы тик махсус пункттарҙа ғына вагондарҙан алып ҡалдылар. Йылы яҡ кешеләре (Кавказ, Урта Азия һ.б.) күпләп ҡырылды. Енәйәт ҡылыусыларҙы ла беҙҙең менән оҙаттылар. Хәсән күле, Камыш тигән исемдәр хәтерҙә ныҡ ҡалған. Хәрбиҙәр өсөн тимер юлы һалдыҡ. ҡайһы бер үлгән кешеләр ҙә шул юл аҫтында ятып ҡалды, сөнки үлеүселәргә бер ниндәй иғтибар булманы. ҡайҙа йығылһалар, шунда күмелделәр.
Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Көнсығышта ла тынысһыҙ булды. Беҙ хәрбиҙәр өсөн төҙөлөштәрҙә лә эшләнек. Бамлагта атайым менән бергә булдыҡ, ә һуңынан уны Колымаға алып киттеләр һәм шунда хәбәрһеҙ юғалды. Мине инде Коми АССР-ына оҙаттылар. Унда ла тимер юлы һалдыҡ. ҡыҙыу һуғыш йылдарында ла шул уҡ эш менән булыштыҡ.
Дөрөҫ хөкөм ителмәүебеҙ тураһында яҙып, кемгә генә хат ебәрмәнек, хатта Сталинға, ләкин бөтәһе лә бер үк яуап бирҙе: «Дөрөҫ хөкөм ителгәнһегеҙ».
Һөргөндәге ҡатын-ҡыҙҙар ҙа беҙҙең кеүек эштәрҙе эшләне. Билдән ҡар кисеп, кейемебеҙ һыуыҡта ҡатып, көн үткәреүселәр­ҙең ниндәй һаулығы булһын? Ун йыл үткәс тә беҙҙе ҡайтарманылар. ҡайһы беребеҙгә өҫтәмә срок сәпәнеләр. Өс йылға яҡын ваҡыт үткәс, мине ҡайтарҙылар… ҡайтҡас ҡына ауылдағы хәлдәр тураһында белдем: ағайым, әсәйем, атайым үлеп ҡалған…
Ауылда леспромхозға эшкә индем, һунарсылыҡ менән шөғөлләндем. Ваҡыт еткәс, хаҡлы ялға сыҡтым, ләкин эшләүемде дауам иттем. Кәмһетелеп, язаланып, ас-яланғас үткән 13 йыл оноторлоҡ түгел. Күп кенә танышым, яҡыным нахаҡҡа ҡорбан булды.
Ошо тиклем кешене юҡ итергә кем ярҙамлашты икән, тигән һорау һаман да борсой. Алдағы көндәр­ҙә бындай вәхшилек ҡабатланмаһын ине. Бөтәбеҙ ҙә иҫән-һау булайыҡ.
Икенсе иптәш түбәндәгеләрҙе һөйләгәйне: «1937 йылдың көҙөндә ҡар иртә ятты. Ләкин колхоз баҫыуҙарындағы уңыш ваҡытында йыйып бөтөлдө. Ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләп йөрөйөм. Кискә табан ауыл мәктәбе директоры янына ҡышҡа әҙерлек, яғыулыҡ тураһында һөйләшергә барҙым. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашып та өлгөрмәнек, артынан ике кеше килеп инде. «Һеҙ миңәме, хәҙер кәнсәгә барабыҙ», – тим. Ләкин тегеләр: «Юҡ, беҙ хәҙер унда бармайбыҙ, ә беҙҙең менән бергә китәбеҙ. Ауыл советында һиңә бер нәмә лә юҡ, һин хәҙер рәйес түгелһең», − ти. Алып та киттеләр. Өйөндә тентеү үткәрәләр. Бар әйберҙәрҙе йыртҡылап, нимәлер эҙләйҙәр, ләкин таба алмағас, район төрмәһенә алып китеп яптылар. Һорау алған урында тимер мейес ҡуйылған, ул бик ныҡ эҫе итеп яғылған. «Халыҡ дошмандарын» шунда яҡын ғына итеп бер нисә тәүлек баҫтырып ҡуялар. Бер ни ҙә һөйләмәгәндәрҙе үҙҙәре яҙған ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙырталар. Аҙна үткәс, һалҡын вагондарға тейәп, Алыҫ Көн­сығышҡа алып киттеләр. Ай ярым барғандан һуң Тайшетта төшөрөп, колонияға барасаҡ 50 – 60 саҡрым юлды йәйәү үттек. Был 1938 йылдың февраль айы ине. Тышта 40 – 50 градус һыуыҡ. Палаткалар ҡороп, шунда йәшәнек. Ағас ҡырҡтыҡ. Эшләгән ваҡытта һыуыҡ әллә ни һиҙелмәй, тирләтә, ә һуңынан өшөтә. Ашарға һаҫыған балыҡ, бер һыныҡ арыш икмәге һәм туңған кәбеҫтә һурпаһы бирәләр.
Төндәрен мейескә ут яғып, мейес тирәһендә йоҡомһорап ҡына ултырабыҙ. Йоҡо юҡ. Ағас баҫып та, ауырып та үлеүселәр күп. Бер ағай хәлһеҙләнеп йығыл­ғас, уны үлтергәнсе туҡманылар ҙа, ҡайҙалыр алып барып ташланылар. Уны үлтерҙеләр, ә ҡағыҙға, үпкәһенә һыуыҡ үткәреп үлде, тип яҙып ҡуйҙылар. Һыуыҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр баштарына мендәрҙәрен бәйләп йөрөнө. Аяҡта – тишек итек йәки ботинка, өҫтә лә йоҡа ғына ине. Әҙерләнгән бүрәнәләрҙән тәүҙә – хужаларға, ә һуңынан ғына үҙебеҙгә казармалар төҙөнөк. Баракка йыйылғас, ыңғырашыу, йүтәлләү, ауыр һыҙланыу ауаздары төнө буйы дауам итте. Ул ауаздар әле лә, 60 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, ҡолаҡ төбөндә ишетелеп тора. Биргән сроктарын көнөнә тиклем тултырып, 1947 йылдың көҙөндә генә һаҡ аҫтынан «ҡотолдом». Ауылыма ҡайттым, ләкин унда минекеләр юҡ ине. Уларҙың ҡайҙалығын бер кем белмәй. Миңә ауылдаштарым ҡырын ҡарай, һөйләшмәйҙәр ҙә. Ауыл­даштар баштан үткән ауырлыҡтар, ҡәһәрләүҙәр хаҡында белмәй шул. Миңә бында бөтәһе лә ҡәҙерле. Атайымдың нигеҙ таштары, серегән булһа ла, өй бүрәнәләре. Шулар янына барып, уларҙы тотоп, ҡосаҡлап илағым килде. Улар бит миңә шундай ҡәҙерле, яҡын туғаным кеүек ине. Яратҡан ҡатыным, балаларымдың ҡайҙалығын белгем килде, ләкин асыҡлап булманы. Бик күп йылдар үткәндән һуң ғәзиз кешеләремдең Ырымбур яғына сығып киткәнен белдем. Мине, «халыҡ дошманы» тип, ҡулға алғас, уларҙың күҙҙәрен дә астырмағандар, ҡыйырһыт­ҡандар. Кешеләр эшләй алмаҫлыҡ эштәрҙе уларға ҡушҡандар.
Әле, ун йыл ултырып ҡайтҡас та, минең «халыҡ дошманы» булыуымды һәр урында иҫкә төшөрөп торҙолар.
КПСС-тың ХХ съезынан һуң реабилитация ҡағыҙын ҡулға алғас ҡына ауылдаштарҙың да, етәкселәрҙең дә беҙҙең кеүектәргә ҡарашы ҡырҡа үҙгәрҙе.
ҡатыным һәм бер балам үлеп ҡалған булған. Бер балам иҫән. Мин яңынан ғаилә ҡорҙом. Тормош иптәшем менән балалар тәрбиәләп үҫтерҙек, уҡытып, оло юлға баҫтырҙыҡ».
Өсөнсө ағайҙың һөйләгәндәрен тотошлай яҙмайым. Уның да яҙмышы юғарыла яҙылғандарға оҡшаш. Участка милиционеры ҡулға алын­ған ағайҙарға инеп йөрөгән. Уны район милиция бүлегендә күргәс, ошондай һөйләшеү булған: «Һин ни эшләп бындаһың? Ниндәй ғәйебең бар? Мин хәҙер начальникка инеп сығырмын», − тип инеп китә. Унда оҙаҡ та тормай, башын түбән эйеп килеп сыға. Уға етәксеһе былай ти: «Һин нимә, уның урынына үҙең китергә уйлайһыңмы? Минең былай ҙа кешем етешмәй». Бынан ошондай һығымта яһарға була: һәр районға, ауыл советына үрҙән план төшөрөлгән булған. Өфө ҡалаһына Үҙәк партия комитетынан килеп, ВКП(б)-ның ҮК секретары А. Жданов сираттан тыш пленум үткәрә һәм ВКП(б) өлкә комитетының беренсе һәм икенсе секретарҙарын эштән бушата. Улар ҡулға алына һәм тиҙҙән атып үлтерелә (Быкин һәм Иҫәнсурин). Бынан һуң республикабыҙҙа ҡулға алыуҙар йәнләнә төшә.
Эшләй алырҙай кешеләр Көнсығышҡа оҙатылһа, хәлһеҙҙәр һәм ауырыуҙарҙы, ныҡ туҡмалған­дар­ҙы аталар. Шулай итеп, әллә күпме халыҡ сәйәси золом ҡорбаны була.
Алдағы көндәрҙә бындай хәл ҡабатланмаһын һәм бөтәбеҙ ҙә ирекле йәшәйек.

Нурулла МИҺРАНОВ.

Белорет районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы