05.10.2012 Ваучерға ла егерме йәш
йәки Их, туҡһанынсы йылдар – хосусилаштырыу, үҙаллылыҡ, демократия…
Ил Президенты Владимир Путиндың юбилейын Бөтә Рәсәй кимәлендәге байрам итеп билдәләргә йыйыналар. Саралар араһында симфоник музыка концерты, шиғри кисәләр, лабрадорҙар күргәҙмәһе, иҫтәлекле урындарға сәйәхәттәр бар икән.
Йәнә лә ниәттәргә килгәндә, Ростовта күпергә ҙур ҡотлау плакаты элергә әҙерләнәләр. Баҡһаң, күпер Европа менән Азияны тоташтыра ла, ҡотлауҙы шунда урынлаштырыу Путиндың Евразия союзы хаҡындағы идеяһына тап килә, имеш. Беҙгә күрше Силәбелә урамға һәр кем теләктәрен яҙып китә алырлыҡ открытка ҡуйырға йөрөйҙәр. Өфө лә был йәһәттән артта ҡалмаҫ, моғайын. Һәр нәмәлә алға китә башланыҡ та инде. Санкт-Петербургта “Музыкаль комплимент” тигән концерт ойоштороласаҡ. Билеттар һатылмай, ә “текә” ҡунаҡтарға һәм, әлбиттә, Путиндың үҙенә саҡырыу ҡағыҙы ебәрәләр.
Питер рәссамы Алексей Сергеенко «Президент. Добрейшей души человек» исемле картиналар күргәҙмәһен аса. Бында килеүселәр Путиндың Сильвио Берлускони менән дуҫлығына, торналарҙы әйҙәп осоуына, байкерҙар менән сәфәренә арналған эштәрҙе ҡарай ала.
Бынан тыш, митинг кеүек саралар ҙа күҙаллана. Оппозиция ла йоҡлап ятмаҫ, моғайын. Әле үк уларҙың ниндәйҙер флешмоб үткәрергә самалауы хаҡында ишетелә. Йәнәһе лә, ул “олатайҙы хаҡлы ялға оҙатыуға” арналасаҡ. Ошонда ҡатнашырға теләүселәр бүләккә тәпешкә, күҙлек һауыты, баҡсаға һыу ҡойорға лейка һ.б. алып киләсәк. Ә Владимир Владимировичтың үҙенә килгәндә, ул юбилейын туғандары, яҡын дуҫтары араһында тыуған ҡалаһында үткәрәсәк. Был хаҡта уның матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр иткән.
Уау, ваучерға ла егерме…
Юбилей тураһында яҙа башлағас, шуны ла иҫкә төшөрәйек әле: ваучерҙың да – хосусилаштырыу чегының – 20 йәше тулып китте бит.
ҡулыма тотоп ҡараным уны мин дә. Әммә йәшерен-батырыны юҡ – бөгөн ваучерҙың ниндәй төҫтә, ниндәй ҙурлыҡта икәнен дә онотҡанмын. “Рәсәйҙең бер өлөшө”нә эйә булыу бәхете оҙаҡҡа һуҙылмағайны ул саҡта. Студенттың ҙур аҡсаны ла тотоп ҡарағыһы килә, етмәһә, инде уҡырға ингәйнек кенә, талон системаһы сығарып, ас тиерлек ҡалдырҙылар. Һаттым ваучерҙы, күрмәй ҙә ҡалдым эҙен. Һәм, вәссәләм!
Минең кеүектәр күп булды – баҡһаң, алыпһатарҙарға ап-арзанға ғына биргән дә ебәргәнбеҙ икән. Шунда береһе ныҡлап аңлатһасы. Кемдәрҙер чек-инвестиция фондына һалған булған. Аҙаҡ иһә хосусилаштырыу – “приватизация”ны өлкән ағайҙар тиҙ генә ”прихватизация” тип атай башланы.
Эйе, ул саҡта, 1992 йылдың 14 авгусында, Борис Ельцин чектарҙы индереү тураһында указға ҡул ҡуя ла, тап октябрҙең тәүге көнөндә номиналы 10 000 һумлыҡ беренсе ваучер тапшырыла. Шул көн был ҡағыҙҙың тыуған көнө һанала ла инде.
Хосусилаштырыу башланырҙан алда илдең милли байлығы дүрт триллион һумға торош итә. Шуның 1,5 триллионын халыҡҡа бүлеп бирергә булалар. Ниндәй йомартлыҡ! Уның ҡарауы, ваучерҙар тулҡынынан күпме олигарх үҫеп сыҡты! Алыуын-алды чектарҙы халыҡ, әммә бик йылғыр әҙәмдәр генә уның асылын аңланы ла “кем өлгөрҙө, шул ашаны” (“кто успел, тот и съел”) принцибы буйынса уңышҡа өлгәште.
Шундай ҡыҙыҡ бер мәғлүмәт тә бар. Шул 90-сы йылдарҙағы ерән әфәндене күптәр беләлер – ил хөкүмәте башлығы урынбаҫары, Дәүләт милке комитеты етәксеһе Анатолий Чубайсты әйтәм, ул бит һәр ваучерҙың ике “Волга” машинаһына торош итеүе хаҡында белдергәйне. Ә Владимир өлкәһенең бер ауылы кешеһе, шул автомобилдәрҙе нисек алырға икәнен һорашып, Чубайсҡа хат яҙып һалған. Түрә, үҙ сиратында, бик яғымлы тондарҙа тегегә аңлатҡан. Ауыл кешеһе уныңса эшләгән дә, һөҙөмтә көтә башлаған. Көтөп-көтөп көтөк булғас, тотҡан да судҡа биргән. Суд ғәҙел булған әле ул – Чубайстан ике “Волга” хаҡын түләттерергә тигән ҡарар сығарған. Үәт, маладис ваучер хужаһы. Тик икенсе йылына уҡ хосусилаштырыу буйынса судҡа ғаризалар алыу туҡтатылған, юҡһа бөтөн ил халҡы ябырылыр ине утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ ерән әфәндегә.
Халыҡ бит хосусилаштырыу ғәләмәтенә әҙер түгел ине. Етмәһә, яңыса иҡтисад тураһында бер нәмә лә белмәйбеҙ. Баҙар иҡтисадының башланып торған мәле. Кемдәр отто һуң? Яуап табыу ауыр түгел инде – ҙур түрәләр, элекке партия номенклатураһы. Уларҙан олигархтар үҫеп сыҡты.
Бик күп тәнҡитсе хосусилаштырыуҙың ғәҙел булмауын, уның айырым төркөмдәрҙең генә байығыуына килтереүен билдәләй. Яуап итеп Анатолий Чубайстың әйткән һүҙе бар: “Беҙ “ғәҙел”, ”ғәҙел түгел” тип һайланып тора алманыҡ, намыҫлы хосусилаштырыуға көслө дәүләт тарафынан ҡуйылған аныҡ ҡағиҙәләр кәрәкте. 90-сы йылдар башында беҙҙең дәүләтебеҙ ҙә, хоҡуҡи тәртип тә юҡ кимәлендә ине…”
Ә 1980 йылдар аҙағынан 2000 йылдарғаса Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе, “Берләштерелгән машиналар эшләү заводтары” холдингының генераль директоры Каха Бендукидзе, мәҫәлән, хосусилаштырыу осорона һөйөнөп бөтә алмай: ”Күктән төшкән бәхет булды ул. Беҙҙең алға бара аласағыбыҙға ышандырҙы, дәүләттән уңайлы шарттарҙа теләгән нәмәбеҙҙе һатып алырға мөмкинлек бирҙе. Һәм Рәсәйҙең ҡеүәтле сәнәғәтенән майлы ҡалъя эләктерҙек. Капиталды иң табышлы һалыу – ул Рәсәй заводтарын арзанға эләктереү”.
Әле лә, Рәсәйгә хосусилаштырыуҙың икенсе тулҡыны килә, тиҙәр. Был юлы бөгөнгә дәүләттеке булған “Роснефть” менән “Һаҡлыҡ банкы”н шәхси ҡулдарға һатмаҡсылар, имеш. Йәл, ваучер юҡ. Беҙ ҙә дәүләткә “бушанырға” ярҙам итер инек…
Бирегеҙ беҙгә автономия!
Дәүләт тигәндән, Мәскәү өлкәһенең Домодедово ҡала округында йәшәүселәр ғәләмәт эштәр ҡылып ята. Бер төркөм үҙ аллы Рус Демократик Республикаһы төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иткән. “Яңы дәүләт” кешеләре Евросоюз етәкселегенә интеграция (төрлө өлөштәрҙе бер бөтөнгә берләштереү) тураһында үтенеснамә ебәрергә лә өлгөргән.
Ғаризала (унан өҙөк «Ассоциация адвокатов России за права человека» сайтында бирелгән) был автономиялы берәмектең Рәсәй Федерацияһының территориаль бөтөнлөгөн боҙмауы аңлатыла. “Республика” Евросоюзға ҡушылып, башҡа дәүләттәр тарафынан хупланһа ла, Рәсәй составында айырым статуслы булып ҡаласаҡ, имеш.
Домодедово халҡын нимә этәргән был аҙымға? Тимәк, кешеләр нимәгәлер яман асыулы булырға тейеш. Ысынлап та, шулай. Бында өс йыл элек “М – 4 Дон” трассаһының түләүле дублеры төҙөлә башлаған. Ә халыҡ 2007 йылда уҡ референдумда төҙөлөшкә 100 проценты менән ҡаршы тауыш биргән булған. Евросоюзға мөрәжәғәттә властың әлеге һайлау һөҙөмтәләрен инҡар итеп, демократик йәмғиәт принциптарын тупаҫ боҙоуы хаҡында әйтелә. Күрше-тирә ауылдарҙың халҡы ла урманға бара алмауына, иркенләп бәшмәк, еләк-емеш йыйыу мөмкинлеге булмауға, күлдә һыу инеү тыйылыуына зарлана. Сөнки бөтөн нәмә олигархтар ҡулында.
Домодедово кешеләренең талаптары исемлегендә юлды ҡаланан ситкә күсереү, ерҙәрҙе рейдер алымы менән тартып алыуҙы туҡтатыу, халыҡҡа урман-һыуҙарҙы кире ҡайтарыу кеүектәр бар.
Әлеге халыҡтың зары нимәнелер хәтерләтә. Беҙҙә лә Белорет, Бөрйән урмандарында иркен йөрөп булмай шикелле ул. Урындағы ҡайһы берәүҙәр, уфтанып: ”Айыуҙар үрсеһә, һәйбәтерәк булыр ине”, – тип әйтә тиме шул. Үҙебеҙҙең башҡорт байы алһа бер хәл, “ҡара халыҡ”, “үҙәкскийҙар” хужа булып бөтөп бара беҙҙең байлыҡтарға. Баяғы шул “ваучеризация” шауҡымынан ҡалған бер “мираҫ”.
Йәнә бер хәл иҫкә төштө. Һуңғы йылдарҙа Өфө тирәһендә бер нисә ҙур ауыл барлыҡҡа килде бит. Ярты юлда тороп ҡалды үҫеше. Берәүҙәр ҡабул итмәй, икенселәренә ярҙам итергә форсат юҡ. Шунда йәшәүсе берәү уйынлы-ысынлы итеп: ”Әллә автономия иғлан итергә инде?” – тип әйтеп ҡуйғайны. Ана бит, Домодедовола йәшәүселәр сараһыҙҙың көнөнән… Кем әйтмешләй, демократия, сэр.
Әйткәндәй, “Рәсәйҙән демократияға өйрәнергә кәрәк”, – тигән Бөйөк Британия короллеге һәм Төньяҡ Ирландияның берләштерелгән парламентының лордтар палатаһы лорд-спикеры, баронесса Де Соуза. Рәсәй Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко менән осрашыуҙа шундай фекерен еткергән ул.
“Рәсәйҙең демократияға барыу юлы айырыуса тәьҫораттар тыуҙыра. Бер партиялылыҡтан күп партиялылыҡҡа ла тиҙ генә күсә алдығыҙ. Ниндәйҙер 20 йыл эсендә ҡайһылай ҙа күп нәмәгә ирештегеҙ. Халыҡты һайлауҙарға мөмкин тиклем күберәк йәлеп итерлек итеп электораль системаны үҙгәртеүегеҙ һоҡландыра”, – тигән ҡунаҡ ханым. Әллә ысын әйтте, әллә кинәйә менән. Һуңғыһы ла тура килгән кеүек.
Ә был ваҡытта…
Грузияла һайлауҙар һөҙөмтәһе барлана. Ил парламентына депутаттар һайлауҙа миллиардер-оппозиционер Бидзина Иванишвилиҙың “Грузин хыялы” (“Грузинская мечта”) блогы алға сыҡҡан. Михаил Саакашвили икенсе урында. Христиан-демократик хәрәкәте менән лейбористар партияһы бик әҙ генә тауыш йыя алған.
Күршенең өйрәге лә ҡаҙ, тигәндәй, сит илдәрҙең оппозицияһы ла нимәлер эшләй, нимәгәлер ирешә ала.
Үрҙә телгә алғанса, үҙаллылыҡ тураһында уйлап ултырҙым әле. ҡасандыр беҙ ҙә яулағайныҡ түгелме? Аһ-аһ, ҡайҙа булды ул? Республика көнөн әйтәм, улай ҙа тырышҡанбыҙ – календарҙың ҡыҙыл көнө хәҙер. Шул ғына…
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе