RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Ҡара яу” Көнсығыштан киләсәк?!

21.09.2012 “Ҡара яу” Көнсығыштан киләсәк?!

Рәсәй дарыһын ҡоро тоторға тейеш. Ил Президенты Владимир Путин тап шундай фекерҙә. Ул был турала Краснодар крайында уҙғарылған "Кавказ – 2012" күнекмәһендә белдергән. Халыҡ-ара эштәрҙә көс ҡулланыу күренештәре арта барған һайын, беҙ обороналау тирәләй ҡуйылған маҡсаттарға етди ҡарарға бурыслыбыҙ.
"Һеҙ яҡшы әҙерлекле, донъяла ниҙәр булып ятҡанын күреп тораһығыҙ, – тигән Путин, хәрбиҙәр алдында сығыш яһап, – һеҙҙең Ватанды һаҡлауға йүнәлтелгән эшмәкәрлегегеҙгә иғтибар артасаҡ ҡына. Хатта бөгөнгөләй шарттар булмаһа ла, элек кеше күкрәге менән илен һаҡлаған. Иламаған, һыҡтамаған, кәрәк саҡта ҡорал тотҡандар ҙа һуғышҡа киткәндәр". Дөрөҫ әйтә Президент. Бөгөн иһә бер йыллыҡ әрме хеҙмәтенән ҡасып ҡалыусылар күбәйә. Йәнәһе, бушҡа ваҡыт әрәм итәләр. Беҙгә дарыны ҡоро тотоу, ысынлап та, кәрәктер ул, сөнки эргә-тирәлә тыныс тормошта йәшәүсе дәүләт-биләмәләр кәмей барғандай. Кавказ тураһында һүҙ ҙә юҡ. Яҡын Көнсығыш ыҙғыша. Хәҙер килеп Алыҫ Көнсығышта, Япония менән ҡытай араһында, бына-бына ҙур конфликт тоҡаныр төҫлө.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең көнсығышына бәйле әллә күпме фараз-тикшеренеү ҙә алып барыла. Имеш тә, илебеҙҙе тарҡатыу тап шул тарафтарҙа башланасаҡ. Әллә башланғанмы?

Өйөңдәге хәлде күрше һөйләй…

Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығыш төбәгендә сәйәси элитаның сепаратизмы арҡаһында төҙәтеп булмаҫлыҡ хаталар яһалыуы ихтимал, ти илдең бер аналитика агентлығы эксперты.
Америка властары өсөн ядро ҡоралы, атом һыу аҫты кәмәләре, баллистик ракеталары булған Рәсәй кеүек державаның тарҡалыуы күптәнге хыял. Бының менән улар Себер, Алыҫ Көнсығыш, Төньяҡ Боҙло океан ресурстарына геүләп барып инәсәк. Йәнә лә Рәсәйҙең Европа өлөшөн Себерҙең газ, нефть запастарынан айырыу ҙа күҙ уңында тотола.
Байтаҡ сығанаҡ белдереүенсә, ҡытайҙар әле үк беҙҙең Көнсығышта балыҡ тотоу килеменең яртыһынан күбен контролләй. Әлбиттә, бында урындағы властарҙың булышлығы бар.
Етмәһә, йәштәр күпләп ҡытай, Япония, Корея вуздарына уҡырға ебәрелә. Артабан, белгес булараҡ, стажировканы ла сит илдә үтә. Улар үҙебеҙҙекеләрҙе ситкә һанай башлай. Бында илгә тоғро ҡалыу-ҡалмау ҙа хәл ителде тигән һүҙ. Сөнки сит илдә бер нисә йыл рәхәт йәшәһә, кеше беҙҙең шарттарға кире әйләнеп ҡайтмаусан.
Хәтерегеҙҙә булһа, 2004 йылда Хабаровск янындағы Оло Уссурийск утрауының бер өлөшөн ҡытайға бирергә килешкәйнеләр. Унан һуң халыҡҡа билдәһеҙ әллә күпме килешеү булғандыр әле.
Шуныһы ла бар – белгестәр фекеренсә, Себер менән Алыҫ Көнсығыш халҡының психологик йәһәттән Мәскәүҙе бөтөнләй инҡар итеүе мөмкин. Тик улар әлегә сәйәси үҙаллылыҡҡа әҙер түгел. Кем әйтмешләй, өйөр башында тороусылар юҡ.
Шул уҡ ваҡытта беҙҙә Рәсәй үҙ позицияларын эшкә егә алмаған ике төбәк бар тиҙәр. Был – Чечня һәм әлеге лә баяғы Алыҫ Көнсығыш. Тәүгеһе менән хәл аңлашыла – Рәсәй бында бер нисә йыл элек емергәнен төҙәтеп маташа. Ә “Алыҫ”та федераль контроль әллә бар, әллә юҡ.
Нефткә килгәндә инде Америка бында үҙен яҡлай аласаҡ. Доллар бит уларҙа. Ә ҡытайға нефттең түбән хаҡы уңайлы. Был осраҡта әлеге икәү үҙ-ара килешә ала – ҡытай долларҙы “емермәй”, тегеләре нефткә хаҡты төшөрә.
Рәсәй Көнсығыштан тарҡала башлаһа, субъекттар түбәндәгесә бүленәсәк – Алыҫ Көнсығыш (Приморье, Хабаровск крайҙары, Амур өлкәһе, Йәһүд автономиялы округы, Байкал аръяғы крайының бер өлөшө), Магадан (Магадан өлкәһе, Камчатка крайы, Чукотка), Бөйөк Якутия, Красноярск (йә Көнсығыш Себер, ул Енисей буйлап һуҙыласаҡ) республикалары. Йәнә лә Алтай менән Кузбасс берләшәсәк, Оло Уралға Свердловск, Силәбе, ҡурған өлкәләре, Ырымбур менән Киров өлкәһенең, Пермь крайының бер өлөшө һыйынасаҡ.
Волга буйы, ғөмүмән, Рәсәйҙең ҡалған өлөшө тураһында айырым фараздар бар. Бына ошондай сценарий төҙөп яталар беҙҙең илгә ҡарата.
Әйткәндәй, үҙ аллы Чечнянан башҡа, милли республикалар тирәләй һүҙ юҡ юҡлыҡҡа, шулай ҙа беҙгә битараф ҡалыу­ҙары ла һағайта әле ул. Суверенлы тигән төшөнсә бөттө инде. Иң ҡыйыуҙар һүҙ йөрөтөүенсә, федерацияны хасил иткән милли төбәктәр ҡайҙалыр булһа, кемгәлер ҡушыл­һамы шул, Рәсәй Федерацияһының имен ҡалыуы тураһында һөйләү ҙә урын­һыҙ.
Әйткәндәй, Көнсығышҡа ҡағылышлы йәнә бер мәғлүмәт – Рәсәй Төньяҡ Кореяның СССР-ға булған бурысын “ғәфү итергә” килешкән. был хаҡта КНДР-ҙың матбуғат саралары хәбәр итә. Сумма 11 миллиард доллар тәшкил итә, был – бурыс­тың 90 проценты тирәһе. ҡалған ун проценты “бурыс ярҙамға алмаштырыла” схемаһы буйынса ҡапланыуы мөмкин, йәғни Рәсәй әлеге илдә мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, энергетика өлкәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашыра ала.
Был илгә Амур өлкәһендәге 200 мең гектарҙы ҡуртымға биреү тураһында ла хәбәр таралғайны бит. Гектарына 50 һум түләргә тейеш ине Корея. Көлкө инде. Ул һөйләшеүҙәре нисек барып бөткәндер, намыҫтары еткәнмелер – билдәһеҙ.
Беҙ шулай инде – ғәфү итергә яратабыҙ. Шул йыуашлыҡты бүтәндәр рәхәтләнеп файҙалана.
Һуңғы йылдарҙағы бурыстар тураһында иҫкә төшөргәндә, тағы ла һандарға күҙ һалайыҡ. 2009 йылда Ираҡтың Рәсәйгә һигеҙ миллиард доллар бурысын “ҡаплап” ҡуйҙыҡ, унан бер йыл алда Ливияның беҙгә тейеш 4,5 миллиард долларын “оноттоҡ”. Миллиард долларлап Вьетнам, Эфиопия, Лаос, Монголия, Алжир, Афғанстан түләмәне. Бөтөнөһө 60 миллиард доллар йыйыла.
Былар – беҙҙең атай-әсәйҙәргә, олатай-өләсәйҙәргә түләп еткерелмәгән эш хаҡы, төҙөп бөтөлмәгән юлдар, йорттар, ошонда уҡ үтә ябай кейем-һалым, аҙыҡ-түлектең наҡыҫлығы… Беҙгә тейеш миллиардтар ниңә ситтәргә булырға тейеш һуң? Рәсәй – киң күңелле, тип маҡтаныу ғына ямауҙарҙы шымартып ҡуймай шул…

Ә был ваҡытта…

Пентагон Яҡын Көнсығыш һәм Төньяҡ Африканың 18 иленә өҫтәмә хәрби подразделениеларын ебәрә.
Барыһына ла Мөхәммәт бәйғәмбәр тураһында төшөрөлгән фильмға ҡаршы протест белдереү акциялары “ғәйепле”. Үрҙә телгә алған төбәктәр генә түгел, ә донъя мосолмандары ла ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. АҡШ-та ла демонстрацияларҙы баҫтырыуы ауырлашыуынан ҡурҡалар. “Талибан” һалдаттары фильм өсөн үс алыу дауам итәсәген вәғәҙәләй. Чечня башлығы Рамзан ҡадиров та тиҙ генә яуап бирә белде – “Невинность мусульман” фильмының авторҙарын шайтандар тип атаны: «Кем уйлап сығарған, аҡса түләгән, ойошторған – улар бөтөнөһө лә әхлаҡһыҙ, улар ошо провокациялары өсөн ҡаты яза алырға тейеш һәм улар өҫтөндә бер ғәйепһеҙ һәләк булған кешеләр өсөн яуаплылыҡ ята».
Шулай инде, өрә белмәгән эт эйәһен тешләй кеүегерәк килеп сыға. Американдар фильмды нисек ҡабул итәсәктәре хаҡында бер аҙ булһа ла уйлаһа, былай ғауға ла ҡупмаҫ ине, моғайын. Хәҙер һәр яҡлап та кешеләр һәләк була. Юғары етәкселек, әлбиттә, йылыла һәм тыныста ултыра, ә һалдаттар ҡырыла.
Ә инде Япония менән ҡытай араһына кем таяҡ тыға тиһәгеҙ, уныһы ла шул АҡШ-тың республикандары, ти сәйәсмәндәр.
ҡытай Японияға ҡарата теләһә ниндәй аҙымға барырға ла хоҡуҡлы, тип белдергән илдең оборона министры Лян Гуанле. Сенкаку утрауҙары тирәләй ут тоҡанып китһә, ялҡыны ҡайҙа таралыры ла билдәһеҙ. "Боронғонан ҡытай биләмәһен" – архипелагтың өс утрауын Япония шәхси ҡулдарҙан һатып алған.
Аңлашылалыр, Японияға ер бик тә кәрәк. Былтырғы ер тетрәүҙән һуң килгән афәт илде ҡаҡшатыу юлында. Шуға ла уларҙың тегенән-бынан, ҙурлығына-бәләкәйенә ҡарамаҫтан, биләмәләр һатып алыуы ғәжәп түгел.

Әйткәндәй

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы Хөкүмәткә киләһе йылға сит ил эшселәренең һанын билдәләргә тәҡдим иткән. Сит ил эшсеһе тигәс тә, иң беренсе, ә-әә, гастарбайтер­ҙармы, улар беҙҙә ғүмерҙә лә бөтмәҫ, ахыры, тип бот сабабыҙ. Шул уҡ үҙебеҙҙең ауылдыҡылар Себерҙә гастарбайтер булып йөрөй.
Һүҙҙе ситкә бормайынса, шуны теркәп ҡуйыу кәрәк – 2013 йылда Рәсәйгә бер миллион да 745 мең 584 сит ил эшсеһе талап ителә. Хәҙер ҡытайҙар, вьетнамдар, Урта Азия халҡы ябырылып киләсәк тә, беҙҙекеләрҙең урынын алып, арлы-бирле эшләп китәсәк. Юҡ, китмәйәсәк, ә ошонда үрсейәсәк, йорттар һатып аласаҡ, бизнес асасаҡ, әллә күпме рус, башҡорт, татар, сыуашты әүрәтеп, үҙ милләтен арттырасаҡ…










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы