RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Башҡортостан – минең йөрәгемдә, Башҡортостан – минең эштәремдә»

11.09.2012 «Башҡортостан – минең йөрәгемдә, Башҡортостан – минең эштәремдә»

«Башҡортостан – минең йөрәгемдә, Башҡортостан – минең эштәремдә»
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева был һүҙҙәрен ихлас күңелдән ҡабатлай
Уның исеме беҙгә күптән таныш. Башҡортостан райондарында байтаҡ кеше “үҙебеҙҙең ҡыҙ” тип ҡаршы ала уны. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаеваға тап шул һүҙҙәр ҡанат ҡуйғандай, быны ул яратҡан халҡының ҙур баһаһы тип ҡабул итә.
Инде нисәмә йыл һаулыҡ һаҡлау тармағында эшләп, уның проблемаларын, ҡаҙаныштарын биш бармағы кеүек белгән шәхес бөгөн РФ Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы. Хәйер, был вазифаһы ла яңы түгел уның – сираттағы саҡырылышҡа ла һайланды, тимәк, халыҡ йәнә лә ышаныс күрһәтте.
Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенең ҡабул итеү бүлмәһе урынлашҡан бинала Сәлиә Мырҙабаеваға һәр саҡ сират була. Медицинаға ҡағылышлы һорау-үтенестәр, теләк-тәҡдимдәр менән генә киләләр тип уйлаһағыҙ, яңылышаһығыҙ. Депутатҡа был тормоштоң барлыҡ тармағына ҡараған мәсьәләләрҙә лә халыҡҡа булышлыҡ итергә тура килә. Ярҙамы, булышлығы тейә уның. Был хаҡта төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарында хәбәрҙар булып тора, кешеләрҙән рәхмәт һүҙҙәре йыш ишетелә. Һәм артабан шулай үтенестәр, хаттар, хатта талаптар Сәлиә Шәрифйән ҡыҙының үҙенә, ярҙамсыларына «яуа» ғына. Бынан тыш, ул республика район-ҡалаларында йыш була. Дәүләт Думаһы етәкселегенә, Думалағы «Берҙәм Рәсәй» фракцияһына һайлаусыларҙан байтаҡ рәхмәт һүҙҙәре килә.
Диктофонымды, блокнот-ручкамды алып, депутаттың ҡабул итеү бүлмәһендә көтөп ултырғанда ла сираттың оҙоная барыуын күрҙем. Етеҙ атлап, ышаныслы аҙымдар, көр кәйеф менән килеп инде Сәлиә Мырҙабаева. Ярҙам һорап килеүсегә ошо ғына ла өмөт бирә бит. Юҡһа ҡайһы берәүҙәр ишек төбөнән үк бороп ебәрергә лә күп һорамай.
Һөйләшеүҙә бөгөнгө медицина торошо, сирҙәр-сирлеләр, киләсәккә күҙаллауҙар һәм, әлбиттә, әңгәмәсем депутат булараҡ, ошо юҫыҡта һүҙ алып барҙыҡ.
– Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы, һеҙ РФ Дәүләт Думаһының бишенсе саҡырылышында Башҡортостандан һайланған депутат булғайнығыҙ, былтыр декабрҙә яҡташтарығыҙ ҡабаттан ышаныс күрһәтте. Эшегеҙҙе нисегерәк башланығыҙ, теүәлерәге, нисек дауам иттегеҙ?
– Әлбиттә, депутаттың эше күп яҡлы инде ул. Быға ҡануниәт базаһын камиллаштырыу, республика мәнфәғәттәрен федераль кимәлдә яҡлау, халыҡ-ара хеҙмәттәшлек инә. Ә иң мөһиме – һайлаусылар менән эштер, тип иҫәпләйем. Халыҡ мине һайлаған икән, уның үтенесен тыңларға, ишетергә бурыслымын.
Ағымдағы йылдың алты айында 500-ләп яҙма һәм телдән үтенес-мөрәжәғәт алдым. Уларҙың күбеһе социаль яҡлау мәсьәләләренә, медицинаға бәйле ине. Халыҡты Мәскәүҙә, Өфөлә, Сибай, Баймаҡ, Күмертау ҡалаларында, Әбйәлил, Күгәрсен райондарында ҡабул иттем. Осрашыуҙарҙа Республика йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы етәкселәре Илдар Һөйөшев менән Ринат Хилажев ҡатнашлығында бушлай юридик консультациялар ҙа ойош­тор­ҙоҡ. Бындай яңылыҡтың халыҡҡа файҙаһы арыу ғына тейҙе, тип ышанам. Шулай ҙа кешеләрҙең хоҡуҡи белемен күтәрәһе бар әле. Үрҙә әйтелгән белгестәр менән хеҙмәттәшлек итеү үҙ һөҙөмтәһен бирер.
Минеңсә, һайлаусылар менән бәйләнеш мотлаҡ булырға тейеш. Үҙем ошоға ынтылам. Яҙғы сессия осоронда ла халыҡтан күп кенә рәхмәт һүҙҙәре алдым.
– Һеҙ бигерәк тә әсәлек һәм балалыҡты яҡлау, уларҙың сәләмәтлеген һаҡлау өлкәһендә әүҙем эшләйһегеҙ. Докладтарығыҙҙы, “түңәрәк өҫтәл”­дәрҙә, парламент тыңлауҙарында, халыҡ-ара конференциялар­ҙа сығыш яһауығыҙҙы беҙ, яҡташтарығыҙ, белеп торабыҙ. БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары булғанда ла ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар һаулығын һаҡлау мәсьәләләрен контролләнегеҙ. Респуб­ликала перинаталь үҙәк булдырыу ҙа һеҙҙең ошо вазифала эшләгән осорға тура килә. Һөҙөмтәләрҙе нисек баһалайһығыҙ?
– Ысынлап та, һөҙөмтә барлығын күрәм. Башҡортостанда 2005 йылдан эшләй ул үҙәк. Илдә лә 2000 йылдар­ҙан һуң күпләп федераль үҙәктәр булдырыла – модернизациялау барышында ошо йәһәттән ҙур маҡсаттар ҡуйылған.
Мин ҡайһылыр бер бөтә Рәсәй конференцияһында шундай үҙәк белеп-күреп ҡайттым да, уны беҙҙә лә булдырыу кәрәклеге тураһында Президентҡа еткерҙем. Өфөнөң 2-се бала табыу йорто базаһында эшләнек. Уға тиклем Сибайҙа, Белоретта, Нефтекамала, Октябрь­скийҙа район-ара үҙәктәр бар ине. Хәүеф төркөмөнә ингән ҡатындар, балаларҙы күҙәтеү өсөн квалификациялы белгестәр тупланды. Ошо юҫыҡтағы системалы тикшереү, медицина булышлығы яңы тыуған сабыйҙарҙың, яңы бала тапҡан әсәләрҙең үлеме кәмеүенә килтерҙе. Перинаталь үҙәктең файҙаһы ныҡ ҙур, тип иҫәпләйем. Зәғиф балаларҙы асыҡлау йәһәтенән генә лә әһәмиәтле ул. Эшләнгән эштәр күп булды, тырышлыҡ юҡҡа китмәгәненә ҡыуанам. Хәҙер ил буйынса, медицина теле менән әйткәндә, перинаталь осор­ҙа (бала тыуыуға бер нисә аҙна ҡалғас һәм тыуғандан һуң бер нисә көн) үлем осрағы кәмей бара.
– Медицина өлкәһендә йәнә бер яңылыҡ – «Земство табибы» программаһына ниндәй өмөт бағлайһығыҙ?
– Беҙҙә йәш белгестәр райондарға ҡайтырға ашҡынып бармай – йәшерен-батырыны юҡ. Ә дөрөҫөн әйткәндә, уларҙың 50 проценты самаһы уҡырға ингәндә райондан маҡсатлы йүнәлтмә алып килә, конкурстан шул арҡала үтә. Уҡып бөткәс, кемеһе кейәүгә сыға, йә кәләш ала ла, ғаиләһенә һылтанып, ҡалала ҡала, кемеһе аспирантураға инә тигәндәй.
Ғөмүмән, ауыл ерен табиптар менән тәьмин итеү мәсьәләһен күтәреп сыҡҡайным. Был проблеманы комплекслы хәл итергә кәрәк. Ауылға кадрҙар еткереү өсөн меңәрләгән белгес талап ителә. Йәштәр унда барған хәлдә лә тейешле социаль-көнкүреш шарттары булмауҙан, хеҙмәт хаҡының түбәнлегенән кире китергә мәжбүр. Әлбиттә, «Земство табибы» программаһының ыңғай һөҙөмтәһе булыуына өмөт бар. Ауылда бер миллион һум насар аҡса түгел, ғөмүмән, республика өсөн ҙур сумма ул. Йәш белгестәр был программаға ыңғай ҡарайҙыр, райондар­ға күпләп китерҙәр, тип уйлайым.
Йүнәлтмә менән вузға барған абитуриент, артабан студент һәм йәш белгес эшкә ҡайтҡан ерендә үҙен көтөп тороуҙарын, уға шарттар булдырыу­ҙарын белергә тейеш. Иң тәү сиратта – торлаҡ. Йәнә лә йәш кешене интернет та, яҡшы юлдар ҙа, ял урындары ла ҡыҙыҡһындырасаҡ. Был мәсьәләләр­ҙе хәл итеүгә урындағы властың ғына түгел, ә министрлыҡ, ведомстволар­ҙың да туранан-тура көсө түгелеү зарур.
Нисек кенә булмаһын, хеҙмәт хаҡын күтәрмәйенсә, медицина хеҙмәтенең сифатын артыҡ күтәреп булмаҫтыр ул.
Бына, мәҫәлән, күрше Ырымбур өлкәһен алайыҡ. Ул дотацион төбәк. Унда медицина хеҙмәткәрҙәренән 15 мең һумдан да кәм алыусы юҡ, сөнки өлкә бюджетынан өҫтәп түләнә. Бюджет кодексында ҡарар бар – һәр төбәк 50 процент хаҡты үҙ бюджетынан өҫтәргә хоҡуҡлы.
Модернизация программаһының ил буйынса матди йыһазландырыу, ремонт буйынса бер өлөшө тамам­лан­һа, 2013 йылдан дауалау стандарттары индерелә. Был һәр пациентты, ҡайҙа, ниндәй диагноз менән дауалан­һа ла, стандарттар буйынса тикшереү, дауалау тигәнде аңлата. Бында айырым тариф ҡуйыласаҡ. Шуға эш хаҡы 40 процентҡа артырға тейеш.
– Ә бөгөн ҡайһы сәбәптәр кешене йышыраҡ «ҡыра»?
– Статистикаға таянһаҡ, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, яман шеш, юл-транспорт фажиғәләре. Уларҙы иҫкәртеү өсөн программалар эшләп килә. Һөҙөмтәһе әкренләп булһа ла күренә.
Онкология буйынса иң ҙур проблема – ул һуң асыҡлана. Ауыл ерендә бигерәк тә. Беҙҙең халыҡ шундайыраҡ инде – тикшерелә һалып бармай. Табипҡа инде ашай йә ҡуҙғала алмай башлағас киләләр. Шуға ла диспансерлаштырыу программаһы булдырылды. Тик, ҡайһы бер табиптар әйтеүенсә, бында ла кешене бик ҡуҙғатып булмай. Ни өсөндөр кеше үҙенә-үҙе кәртә ҡуйыусан. Йәнә килеп, өйөндә эсеп ятыусылар һаны кәмемәй. Ә бит үрҙә әйткән юл-транспорт фажиғәләре лә йыш ҡына эскелектән килеп сыға. Инва­лидлыҡты ла ошо иҫәпкә индереү кәрәк.
Тағы бер күңелде ныҡ ҡырған, хатта тертләткән күренеш – йәштәр ара­һындағы суицид. Был йәһәттән беҙ проблеманы тәрбиәүи яҡтан да, психологик, матди һәм социаль проблема итеп ҡарарға тейешбеҙ. Йәш кешегә ауыр хәлдә кәңәшләшергә мотлаҡ өлкәндәр иғтибары кәрәк. Хәҙер психологтар ҙа етешмәй. Улар бар, әммә әлеге лә баяғы хеҙмәт хаҡы бәләкәй булғанға мәктәптәргә эшкә барырға ашҡынып тормайҙар. Социаль-психологик ярҙам үҙәктәре булдырылған да ул, эшен йәнләндерергә кәрәк.
Бөгөн кеше тиҙ генә төшөнкөлөккә бирелеп бара, юҡ ҡына сәбәпте лә бар итә. Бөтәһе лә бәйләнгән – етеш­һеҙ тормош, ғаиләләге низағтар, суицид, наркомания, алкого­лизм… Уйланырға ваҡыт халыҡҡа.
– Тағы ла депутатлыҡҡа әйләнеп ҡайтҡанда, һеҙҙең халыҡ-ара эшмәкәрлек тә әүҙем генә бара. Һеҙ Федераль Йыйылыштың ҡара диңгеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлеге ассамблеяһы парламентындағы (ПАЧЭС), Евразия иҡтисади берлегенең парламент-ара ассамблеяһындағы (МПА ЕврАзЭС) даими делегациялары ағзаһы ла…
– Депутат бер яҡлы ғына эш алып барырға тейеш түгел. Үрҙә әйткәнемсә, беҙҙең эш күп яҡлы. Бишенсе саҡырылыш депутаты булғанда БДБ илдәренең Парламент-ара ассамблеяһының социаль сәйәсәт һәм кеше хоҡуҡтары буйынса даими комиссияһы рәйесе урынбаҫары булғайным. «БДБ илдәрендә йәшәүсе граждандарҙың репродуктив хоҡуҡтары тураһында» моделле закон әҙерләүҙә эксперттар төркөмөн етәкләү бурысы ҡуйылды. 2009 йылда халыҡтарҙың таралыуы һәм үҫешенә бәйле Европа парламенты форумының башҡарма комитетына һайландым. Әйткәндәй, бына ошо комитетҡа тағы ла һайлап ҡуйҙылар. Был исемлектә бөтөнөһө 11 дәүләт вәкилдәре.
Быйыл Төркиәнең Истанбул ҡала­һын­да әлеге форумдың бишенсе халыҡ-ара конференцияһы уҙҙы. 110 илдең парламентарийҙары ҡатнаш­ҡан сарала ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуғын яҡлау һәм репродуктив сәләмәтлек мәсьәләләре ҡаралды.
Майҙа ғаилә сәләмәтлегенә бәйле тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Швеция психологы, Рәсәйҙә танылыу яулай барған үҙенсәлекле ғаилә терапияһы методикаһы авторы Видар Веттерфальк менән осраштым. Алда сит илдәргә сәфәрҙәр күп әле ул.
Дөйөм алғанда, миндә эшемә фа­натик ҡараш бар. Атайым уҡытыу­сы булды. Үҙем уҡыған Р. Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты йоғонтоһолор. Һин тейешһең, һин булмаһаң, кем, һымағыраҡ бурыс ҡуям үҙемә. Эшләргә яратам.
– Ә ялығыҙ нисек үтә?
– Эш буйынса сит илдәрҙә булырға тура килһә лә, ял итергә тип төбәп барғаным юҡ. Үҙебеҙҙең ҡара диңгеҙ курорттары ла шәп. Красноусол бик оҡшай. Тыуған төйәгемдә хәҙер айлап отпускыла була алмаһам да, командировкаларҙа, халыҡты ҡабул иткәндә мотлаҡ юл ыңғай инеп сығам. Ауылда әсәйем менән инәйем тора. Ҙур ғаиләлә үҫтем. Йәйҙәрен өләсәйҙә булдыҡ. Туғандарҙың балалары менән бергә буй еткерҙем. Шуға ла яҡындарым менән аралашыу, күрешеү үҙе бер ял.
Өфөлә булғанда мәҙәни ял итергә тырышам, Башҡорт дәүләт академия драма театрының барлыҡ премьераларын ҡарайым. Мәскәүҙә лә йөрөргә тырышам. Әгәр табип булмаһам, сәнғәт белгесе булыр инем, моғайын. Һаулыҡты ла һаҡларға кәрәк тип, бассейнға йөрөйөм. Тормош юлдашым менән баҡсала эшләргә яратабыҙ. Хәсән ағайығыҙға, әлбиттә, күберәк көс төшә. Уңыш алһаҡ, күңелле булып китә. Ул да ҡыҙыҡ икән, үҙең үҫтергәс. Ә былай ирәйеп, онотолоп китеп ял итеү әллә ни теймәй ҙә. Эшемә лә ашҡынам.
Рәсәй кимәлендә эшләһәм дә, иң тәүҙә үҙ йәнтөйәгеңде уйлайһың. Халҡым һайлаған бит мине. Шуға ла: «Башҡортостан – минең эштәремдә, Башҡортостан – минең йөрәгемдә», – тим.
– Беҙгә ваҡыт тапҡанығыҙ өсөн рәхмәт. Халҡыбыҙға артабан да арымай-талмай хеҙмәт итегеҙ. Етеп килгән юбилейығыҙ – 55 йәшегеҙ менән!

Эштәр һәм факттар
Сәлиә Мырҙабаева Рәсәй парламентаризмы үҫешендә һәм ҡануниәт процесында әүҙем ҡатнаша.
Түбәндәге закон проекттары инициаторы булған:
«Дауалау средстволары әйләнеше тураһында»ғы федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында».
РФ Ғаилә кодексының 127, 146-сы статьяларына үҙгәрештәр индереү (уллыҡҡа алыу, опекун, попечитель булыу хоҡуғына эйә граждандар төркөмөн сикләү тураһында).
Балалар тураһында бәхәстәрҙе ҡарау тәртибенә бәйле мәсьәләләр буйынса айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү.
Бәлиғ булмаған балаларға ҡарата сексуаль характерҙағы енәйәт өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү маҡсатында РФ Енәйәт кодексына үҙгәрештәр индереү.
«Рәсәйҙә граждандар һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында» федераль законға үҙгәрештәр индереү (медицина изделиеларын дәүләт теркәүен раҫлауға бәйле Федераль закон положениеһын ҡуллана башлау ваҡытына ҡағылышлы). Бына ошо һуңғы инициатива, йәғни закон проекты ҡабул ителгән.
2011 йылдың июнендә Башҡортостан һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты ағзалары, Өфөнөң Карл Маркс урамында урынлашҡан хәрби госпиталь бинаһын Рәсәй Оборона министрлығы ҡарамағынан республика милкенә күсереүҙә ярҙам һорап, Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваға мөрәжәғәт иткән.
Хәҙер бина Башҡортостан милкенә күсерелде. Шул хаҡта Рәсәй Оборона министрлығы менән республика Президенты араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Сәлиә Мырҙабаева белдереүенсә, Рәсәйҙең оборона министрынан килгән яуапта мәсьәләне ыңғай хәл итеү өсөн әҙер булыуҙары, әммә объекттың үҙ йүнәлешен һаҡларға тейешлеге, уны һаулыҡ һаҡлау өсөн файҙаланыу талабы ҡуйылды.
Баймаҡтан Ишморатовтарҙың биш йылдан ашыу апластик анемия менән ауырыған улдарын дауалауҙың төп һәм берҙән-бер юлы – елек трансплантацияһы. Был осраҡта донорҙың тура килеүе лә шарт. Ә 15 йәшлек үҫмерҙең потенциаль донорҙары – ағаһы һәм һеңлеһен тикшереү ыңғай һөҙөмтә бирмәгән. Ахыр сиктә, Ишморатовтар йәнә бер бала табырға ниәтләгән. Сабый тыуғанда уҡ уның күҙәнәктәре донорлыҡҡа алынырға тейеш була. Әммә был – ҡиммәтле процедура. Шунлыҡтан әлеге ғаилә РФ Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаеваға мөрәжәғәт итә лә инде.
Депутат «Гемабанк» көпшә күҙәнәктәре банкыһы етәкселеге менән һөйләшә һәм, һөҙөмтәлә, Баймаҡтың бала табыу йортонда Ишморатовтарҙың яңы тыуған ҡыҙынан кәрәкле биологик материал алынып, Мәскәүгә лабораторияға ебәрелә.
Нефтекаманан шәкәр диабеты менән сирләгән бала тәрбиәләүсе ғаилә Сәлиә Мырҙабаеваға, ҡиммәтле препарат һатып алыуҙа ярҙам күрһәтеүен һорап, мөрәжәғәт итә. Балаға көн һайын инсулин ҡаҙарға кәрәк. Ә помпа-дозатор ҡулланыу уңайлыраҡ булыр ине, тик Башҡортостанда ошо диагнозлы ауырыуҙарҙы бушлай дарыу менән тәьмин итеү проблемаһы булмаһа ла, инсулин помпаһы бүлеү ҡаралмаған. Ата-әсәнең иһә уны алырға хәлдәренән килмәй.
Депутат был үтенесте иғтибарһыҙ ҡалдырмай – уның «Русфонд»тың Башҡортостан бюроһы вәкилдәре һәм республиканың баш балалар эндокринологы менән һөйләшеүенән һуң, препаратты алыуға средстволар йыйыу эше ойошторола. Хәҙер балаға дауа йыл буйына етерлек.
Рәсәйҙең һәм Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған табибы, РФ Дәүләт Думаһының, МПА СНГ, Рәсәй ҡораллы көстәренең Генераль штабы, РФ Оборона министрлығы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
БР Премьер-министрының Рәхмәт хатын алған.
Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы