RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ағас башын ел борор, илде икегә тел бүлер

13.07.2012 Ағас башын ел борор, илде икегә тел бүлер

Рус теле Украинаны икегә бүлде
Көйҙөргән дә тел, һөйҙөргән дә тел, бөлдөргән дә тел, көлдөргән дә тел, ти халыҡ. Быға өҫтәп, илде икегә айырған да тел, тип әйтеү кәрәктер. Үткән аҙнала Украинала тел тураһында яңы закон ҡабул ителеүе ил халҡын икегә айырып ҡына ҡалманы, ә парламентты ла тарҡатыуға килтерҙе. Эйе, Украина парламенты – Юғары Рада илдә рус теле тураһында закон проектын тәүге уҡыуҙа ҡабул итте.
Яңы закон проекты буйынса рустар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә был телде дәүләт теле булараҡ файҙаланыу тураһында һүҙ бара. Йәғни рус теленең статусы украин теленеке менән тиңләшә тигән һүҙ. Был закон Украиналағы 27 административ-территориаль берәмектең 13-өнә ҡағыла. Парламенттағы 450 депутаттың 248-е (закон ҡабул ителһен өсөн 226 тауыш та етә) ыңғай тауыш биргән. Рус теленә дәүләт теле статусы бирелеүен өнәмәгән парламент рәйесе Владимир Литвин депутаттар­ҙан үҙен отставкаға ебәреүҙәрен һораған. Депутаттар уның отставкаһын ҡабул итмәһә, ил законы буйынса ул 15 көн эсендә үҙенең вәкәләттәрен һалырға тейеш. Владимир Литвин “Халыҡ партияһы”н етәкләһә лә, Виктор Януковичҡа ҡарата лояль ҡарашта ине. Әле уның кинәт кенә Президент сәйәсәтенә ҡаршы төшөүе көтөлмәгәнсәрәк килеп сыҡты. Үҙенең “шефы”нан күрмәксе, парламент рәйесе урынбаҫары, ЮТБ (БЮТ) (Юлия Тимошенко блогы) партияһы ағзаһы, оппозиция вәкиле Николай Томенко ла отставкаға китәсәге хаҡында белдерҙе.
Тел тураһында закон ҡаралыуы илдә ҙур сыуалыштарға сәбәпсе булды. Украин телен яҡлап майҙанға сығыусыларҙың талабы бер – илдә тик бер генә дәүләт теле булырға тейеш. Оппозиция вәкилдәре Виктор Януковичтан яңы законға ҡул ҡуймауын талап итә. Тел тураһында закон ҡаралыуы ил халҡын ике өлөшкә бүлде. Берәүҙәре − рус телен, икенселәре украин телен яҡлап сығыш яһай. Украина Президенты Виктор Януковичҡа рус теленә дәүләт теле статусы бирелеүе бик ҡулай. Ни өсөн тигәндә, Владимир Путин Украинаға рәсми эш визиты менән килә. Ике Президенттың төп һөйләшеү темаһы булып газ мәсьәләһе тора. Янукович “тел”де “газ”ға алмаштырмаҡсы. Йәғни ул Рәсәй газына хаҡты төшөртөү яғында. Белгестәр фекеренсә, дүртенсе кварталда Рәсәй Украинаға газды мең кубометрын 417 долларға һатасаҡ. Әлеге мәлдә иһә беҙҙең газ Украина өсөн 426 доллар тора. Тимәк, рус теленә дәүләт теле статусы бирелеүе Украинаға газ хаҡын 9 долларға булһа ла төшөрөү мөмкинлеге бирә. Билдәле булыуынса, 1 июлдән илебеҙҙә газдың һатып алыу хаҡы бер нисә процентҡа артты. Ил халҡы газ хаҡын төшөртөр өсөн тел тураһында бер түгел, биш закон ҡабул итергә лә риза булыр ине, биллаһи. Тик быны эшләмәйҙәр генә.

Француздар аптырата

Француздарҙы әйтәм, донъя йәмәғәтселеген аптыратыуҙан бушамай. Яңыраҡ ҡына илдең бай кешеләренә һалым ставкаһын 70 процентҡа тиклем күтәреп, барыһын да ғәжәпләндергәйнеләр. Әле килеп көпә-көндөҙ элекке президенттарының йортон тентейҙәр. Илдең һалым полицияһы хеҙмәткәрҙәре Николя Саркозиҙы ҙур суммала ришүәт алыуҙа ғәйепләргә ынтыла. Имеш, 2007 йылда үҙенең һайлау алды кампанияһын уҙғарыу өсөн ул йәшертен юл менән илдең иң бай ҡатын-ҡыҙы, косметика “батшабикәһе” Лилиан Бетанкур ҡулынан аҡса ала һәм декларация тултырғанда быны йәшереп ҡалдыра. Һалым полицияһы ошоно иҫбатларға йыйына ла инде. Николя Саркозиҙың өйөнә һәм әлеге офисына (юридик хеҙмәт күрһәтеү) тентеү яһаған мәлдә ул үҙе, белепме, белмәйме, Канадала булып ҡала. Әгәр ҙә ғәйебе раҫлана ҡалһа, уны ла үҙенән алда эшләгән Жак Ширак кеүек хөкөмгә тарттырасаҡтар. Эйе, Францияның элекке президенты Жак Ширакты ла, Париж мэры менән берлектә финанс махинацияһы ҡылыуҙа ғәйепләп, судҡа биргәйнеләр. Аҡсаһы күп, адвокаттары көслө булғас, ул еңел ҡотолдо – ике йылға “шартлы” яза ғына алды. Николя Саркозиға иһә тағы ла бер ғәйеп тағалар. Шул уҡ 2007 йылда элекке Ливия лидеры Муаммар Каддафиҙан да (хәҙер мәрхүм инде) аҡса алыуҙа һәм Пакстанға һыу аҫты кәмәләре һатыуҙы йәмәғәтселектән йәшереп ҡалдырғаны өсөн ҙур суммала ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.
Бер түгел, ике ил башлығының мутлығын асыҡларға батырсылыҡ иткән француз демократияһына һоҡланырға ғына ҡала. Хәҙерге Президенттары Франсуа Олланд өсөн ныҡлы һабаҡ был. Һәр йәһәттән Европаса йәшәргә ынтылған, Европаса фекер йөрөтөргә уҡталған Рәсәйгә ысын Европа демократияһы ҡасан килеп етер икән? “Кепкалы” мэрҙың махинациялары хаҡында күпме һөйләнеләр, шау-шыу ҡуптарҙылар ҙа − шуның менән вәссәләм. Әле килеп уның яңы вазифаға – “Система” АФК- һы (“Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм башҡа йәмғиәттәр ошо берләшмәгә инә) директорҙар советы ағзаһы итеп һайланыуы күптәрҙе ғәжәпләндерҙе. Эйе, беҙҙәге демократия, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеҫә ҡалынлығы менән генә баһалана шул.

Ясир Арафатты
кем үлтергән?

Башҡа донъя хәлдәренә килгәндә инде, Яҡын Көнсығышта һаман да тыныслыҡ юҡ. 1 июлдән Иран нефтен һатып алыу буйынса ҡабул ителгән санкция үҙ көсөнә инде. Йыл башында Ирандың уран байытыуына ҡаршы протест белдереп, ЕС илдәре һәм АҡШ уға ҡарата санкция ҡулланыу тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Иран, был санкцияны урап үтеп булһа ла, сит илдәргә нефть экспортлауҙы кәметергә йыйынмай. Иран ЕС һәм АҡШ агрессияһына төрлөсө ҡаршы тороп маташа. Фарсы ҡултығындағы Ормуз боғаҙын ябыу менән дә янай. Билдәле булыуынса, Ормуз боғаҙының бер өлөшө Иран биләмәһе иҫәпләнһә, яртыһы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре биләмәһе булып тора һәм донъя илдәренә һатылған нефттең 35 проценты ошо боғаҙ аша үтә. Шуға ла был боғаҙ стратегик әһәмиәткә эйә. Әгәр ҙә Иран быны эшләй ҡалһа, НАТО илдәре, һис шикһеҙ, уға ҡаршы һуғыш асасаҡ. Шуға ла Иран Президенты Мәхмүд Әхмәдинижад был юлға бармаҫтыр. Икенсе яҡтан ҡарағанда, ул үҙ илен һаҡларға ныҡлы әҙерләнә. Үткән аҙнала йәнә баллистик ракетаға һынау үткәрҙеләр. Быныһы инде туранан-тура Израиль агрессияһынан һаҡланыу өсөн эшләнә, тип бара белгестәр. Владимир Путин Яҡын Көнсығыш илдәренә эш визиты менән барған мәлендә ошо төбәктәге көсөргәнешлекте кәметеүгә, проблемаларҙы тыныс юл менән хәл итеүгә айырыуса ҙур иғтибар бирҙе. Ирандың уран байытыу мәсьәләһен үҙ-ара аңлашып хәл итергә саҡырҙы. Владимир Владимирович Израилдә, Фәләстан автономияһында, Иорданияла булып, Рәсәй өсөн был төбәктең тыныс һәм тотороҡло булыуы мөһимлеген билдәләне.
Фәләстан автономияһы тигәндән, үткән аҙнала шул мәғлүм булды – уның элекке етәксеһе Ясир Арафаттың кәүҙәһен эксгумацияламаҡсылар. Бынан һигеҙ йыл элек мәрхүм булған сәйәси лидерҙы теш щеткаһы менән ағыулап үлтергәндәр тигән фараз бар. Быны Израилдең йәшерен ойошмаһы атҡарған икән, тигән имеш-мимештәр йөрөй. Әле мәрхүмдең кәүҙәһен мавзолейҙан алып, тикшереү үткәрергә йыйыналар. Ясир Арафатты ағыулап үлтереү иҫбатлана ҡалһа, был төбәктә тиҙ арала тыныслыҡ урынлашмаясаҡ.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы