RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сәбәп иткән моратына етерме?

29.06.2012 Сәбәп иткән моратына етерме?

Дау ҡуба, дау артынан яу ҡуба, тиҙәр халыҡта. Сүриәлә йылдан ашыу барған граждандар һуғышы тирәләй халыҡ-ара һүҙ ҡуйыртыуҙар, ысынлап та, оло яуға килтереүе ихтимал. 22 июндә Сүриә хәрбиҙәре Төркиәнең “F4” хәрби самолетын бәреп төшөрә. Төркиә истребителе, Урта диңгеҙ өҫтөнән шәп тиҙлектә осоп, бер нисә мәртәбә Сүриә биләмәһенә үтеп инә һәм яңынан әйләнеп килә. Шул мәлдә Сүриә ҡораллы көстәре һауа судноһына атырға мәжбүр була.

Мылтыҡтың тейеүе түгел, шартлауы шарт

Белгестәр фекеренсә, был ваҡиға ике күрше илде дошманлаштырыу ғына түгел, ә улар араһында ысын мәғәнәһендә оло яу ҡуптарыуға тәүге сигнал булып тора. Оппозиция вәкилдәре Сүриә президенты Бәшәр Асадты властан алып ташларға ҡырсынғас, АҡШ һәм ЕС илдәре етәкселәре улар­ға теләктәшлек белдереп, быға булышлыҡ итеү яғында булды. Сүриәне лә Ливия кеүек НАТО ғәскәрҙәре бомбаға тота башлаған булыр ине. Ярай әле Рәсәй менән ҡытай яҡлап сыҡҡас, был ниәттәренән туҡталып ҡалдылар. Әле килеп Төркиә истребителенең күрәләтә Сүриәнең дәүләт сиген боҙоп инеүе сираттағы провокация ғына булыуы бар. Эйе, ниәтте – ғәмәл, ғәмәлде сәбәп тыуҙыра, тиҙәр. НАТО-ға ла Сүриәгә ҡаршы һуғыш башлау өсөн тик сәбәп кенә кәрәк. Ә Төркиә НАТО ағзаһы булып тора һәм Сүриә хәрби көстәренең үҙ биләмәһенә килеп ингән самолетты бәреп төшөрөүе Төньяҡ альянс хәрби көстәренә лә һөжүм итеү булып күренә. Хәҙер Сүриәгә Төркиәнең яуап реакцияһын көтөргә генә ҡала. Төркиә Премьер-министры Тайып Эрдоган Сүриәгә асыҡтан-асыҡ янамаһа ла, уның ярандары үс ҡайтарыу яғында. Йәғни улар, НАТО ағзаһы булған Төркиә хәрби көстәренә ҡаршы көс ҡулланыу үҙе үк был альянс­ҡа ҡаршы һуғыш башлауға бәрәбәр, тип бара. Әммә улар шуны онотоп ебәрә, күрәһең: был осраҡта бит Сүриә хәрбиҙәре тик һаҡланыу сараһы ғына күргән. Илдә граждандар һуғышы барған бер мәлдә сит ил самолетының ниндәй маҡсат менән ил сиген боҙоп йөрөүен ҡайҙан беләһең? БМО-ның Генераль секретары Пан Ги Мун был сетерекле хәлгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе һәм ике яҡты ла көс ҡулланмаҫҡа саҡырҙы. Ысынлап та, әгәр ҙә Төркиә үс ҡайтарыу уйы менән Сүриәгә һөжүм итә ҡалһа, был төбәктә ысын мәғәнәһендә оло яу ҡубасаҡ. Сүриә армияһы төбәктә ярайһы уҡ көслө генә иҫәпләнә һәм ул, башлыса, Рәсәй хәрби техникаһы менән ҡоралланған. Төркиә самолетын да бит тап Рәсәйҙә етештерелгән зенит ракетаһы менән атып төшөрәләр. Сүриә хәрби белгестәренең дә байтағы беҙҙең илдә белем алған. Шулай булғас, Рәсәйҙең Сүриәне яҡламай сараһы юҡ. Ә һуңғы арала донъя иҡтисады тотҡаһына әүерелә барған ҡытай һәр саҡ Рәсәй яҡлы. НАТО-ның Сүриәгә ҡаршы һуғыш башлауын ошо ике ил генә тотҡарлап тора. Рәсәй менән ҡытай Бәшәр Асад режимына ҡул һелтәһә, уны ла Муаммар Каддафи яҙмышы көтә.

Франсуа алымы беҙгә лә ҡамасауламаҫ ине

ҡытай тигәндән, үткән аҙнала шул да мәғлүм булды: Санкт-Петербург ҡалаһында үткән донъя иҡтисади форумында был илде донъя иҡтисади көрсөгөнән төп ҡотҡарыусы итеп күреүҙәрен белдерҙеләр. Башҡа илдәр, айырыуса ЕС илдәре, финанс көрсөгөнә бата барған бер мәлдә ҡытай йылдам темп менән алға бара. Дөрөҫ, һуңғы арала ул да бер ни тиклем “буксовать” итә. Был ЕС илдәрендәге көрсөккә бәйле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡытай байтаҡ ил иҡтисадына, шул иҫәптән Рәсәйгә инвестициялар һалып, ауыр мәлдә хәлдән сығыуға булышлыҡ итәсәк, тип көтөлә. Санкт-Петербург иҡтисади форумында Рәсәй Президенты Владимир Путин төп доклад менән сығыш яһап, илдең стратегик үҫеш планын күҙалланы, һумдың осһоҙлана барыуын тәбиғи күренеш тип атаны. “Һум аҫҡа һәм өҫкә табан тирбәлә икән, тимәк, ул тере һәм йәшәй”, − тине ил башлығы. Тик бына донъя баҙарында уның ҡиммәтләнгәнен генә күргән юҡ, ниңәлер гел генә арзаная.
ЕС илдәрендәге көрсөктө күпме генә яманлаһаҡ та, евро курсының ул тиклем түбәнгә тәгәрәүенә шаһит булғаныбыҙ юҡ әле.
Ошо форумда В. Путин бик өмөтлө генә фекерҙәр ҙә әйтеп ташланы. Ул да булһа − Рәсәй иҡтисадын нефть һәм газ сеймалы бәйлелегенән ҡотҡарыу. Йәғни Владимир Владимирович ил сәнәғәтен күтәреү кәрәклегенә баҫым яһаны. Юғиһә быға тиклем гел генә импорт тауарына өмөт итеп йәшәнек бит. Рәсәй тауар етештереүселәре уның был һүҙҙәренән һуң бер аҙ еңел һулап ҡуйғандыр. Эшҡыуарҙарҙың хәлен бер аҙ яҡшыртыу, илдә сәскә атҡан коррупцияны бер аҙ “ауыҙлыҡлау” маҡсатында РФ Президенты эргәһендә эшҡыуарҙар мәнфәғәтен яҡлаусы вазифа булдырылыуы хаҡында ла иғлан итте. Был вазифаға Александр Титов тәғәйенләнгән. Хәҙер эшҡыуарҙар төрлө административ кәртәләргә юлыҡҡан, йә булмаһа, уларҙың хоҡуҡтары боҙолған осраҡта ошо кешегә йәки уның командаһындағыларға мөрәжәғәт итергә тейеш булып сыға. Тимәк, прокуратураға эш кәмей, тигән һүҙ. Бына шулай, былай ҙа наҡыҫ тип иҫәпләнгән ил бюджетына “өҫтәмә көс” булып яңынан-яңы чиновниктар армияһы өҫтәлеп кенә тора. Франция Президенты Франсуа Олланд кеүек социалист түгел шул илебеҙ башлығы. Бына, исмаһам, ул ҡыла ҡылыҡты. Йыл аҙағына тиклем дәүләт аппаратында эшләүселәр һанын 2,5 процентҡа, киләһе йыл тағы ла ошо тиклемен ҡыҫҡартыу тураһындағы указға ҡул ҡуйған. Шулай уҡ йылына 100 миллион евро аҡса эшләүселәргә 75(!) процент һалым һалырға ниәтләүе менән дә күптәрҙе аптырашта ҡалдырҙы. Шул уҡ ваҡытта ул илдә мәғариф, һаулыҡ һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре һанын арттырасағы, улар өсөн яңы эш урындары булдырыласағы хаҡында белдерҙе. Беҙҙә иһә, киреһенсә, булған ғына мәктәптәр һәм медпункттар ябыла, уның ҡарауы, чиновниктар армияһы арта. Айына миллионлап һум килем алыусы ла, 5 мең тәңкә менән хушһыныусы ла беҙҙә бер иш – 13 процент һалым түләй. Илебеҙ бай шул, Европа халҡы кеүек “хәйерселектә” көн күрмәйбеҙ. Ана ла баһа улар, көнөнә бер тапҡыр ғына ҡара ыуылдырыҡ ашай башланыҡ, тип дау ҡуптара, президенттарын бөрөп алып баралар. Франсуа Олланд уларға бик бирешергә теләмәй, билдәрен биштән быуырға, тештәрен ҡыҫып булһа ла ваҡытлыса булған ауырлыҡтарға түҙергә саҡыра. Дәүләт органдарында эшләүсе юғары чиновниктарҙың эш хаҡы бынан һуң ил буйынса 20 минималь хеҙмәт хаҡынан артыр­ға тейеш түгел. Францияла ҡабул ителгән ошо закон буйынса ҡайһы бер чиновниктар­ҙың эш хаҡы 55 − 66 процентҡа тиклем ҡыҫҡарған. Бөйөк Британия Премьер-министры Дэвид Кэмерон, француз чиновниктарын йәлләп, үҙ иленә күсеп килергә саҡырған. Мин дә йәлләйем уларҙы, асҡа шешенеп үлмәһәләр генә ярар ине, тип ҡурҡам. Улар асҡа үлә башлаһа, барыбер беҙгә көс төшәсәк бит. Рәсәйҙең үҙенә булмаһа булмаҫ, әммә француз чиновниктарын аслыҡтан йолоп ҡалыр, биллаһи. Донъя баҙарында нефткә хаҡ төшкәс, беҙгә лә билде биштән быуырға тура килмәгәйе. Илдең финанс министры Антон Силуанов, көрсөк беҙгә янамай, Резерв фондында аҡса етерлек, тип тынысландыра-тынысландырыуын. Тик бына ошо Резерв фонды аҡсаһын тотоноу өсөн дә махсус хеҙмәт кәрәк икән. Ошо маҡсатта булдырылған “Рос­финагентлыҡ” әлеге фонд аҡсаһын бүлеү менән мәшғүл буласаҡ. А. Силуанов белдереүенсә, был аҡса тәү сиратта инфраструктура проекттарын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелә. Был маҡсатҡа ошо фондтан 500 миллиард һум аҡса тотоноу ҡаралған. Илдәге эшһеҙлекте бөтөрөүгә, башҡа социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә Резерв фондынан күпме аҡса йүнәлтелеүен әлегә әйтмәй министр. Күрәһең, был мәсьәләләр әлегә алғы планда тормай.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы