RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » һыуҙы кем болғата?

02.10.2010 һыуҙы кем болғата?

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу көндәре яҡынлашҡан һайын был саранан «тамаша» яһарға теләүселәрҙең әүҙемләшеүе ишетелә. Хөсөт таратыу маҡсатында һәр ерҙә бысраҡ технологияһын ҡулланып ҡалырға ынтылыусылар табылып тора. Иңебеҙгә иң ҡуйып йәшәгән ҡәрҙәштәр, ана, республика кимәлендә йыйылыш үткәр­ҙек, тип яу һала. Йәнәһе, «башҡортлаштырыуға ҡаршы сара күрмәй хәлдәре юҡ».
Татарҙарҙың йәмәғәт берләшмәләре союзы яңыраҡ «Башҡортостанстат» бинаһы янында бер нисә кешенән торған пикет үткәреп, М. Аҡмулла исемендәге педуниверситетта йыйылып, ҡарар ҙа сығарып ҡуйған. Әйткәндәй, унда ҡатнаш­ҡан Яушев әфәнде, Башҡортостанды республика булараҡ бөтөрөргә кәрәк, тигән кеүегерәк фекерен дә еткерә. «Ни өсөн татарҙарға бындай республика? Татарҙарҙы ассимиляциялаған, иректәрен сикләгән механизм икән, республика статусы нимәгә?!» – ти ул. Йәнәһе, уныңса, Башҡортостандың республика статусын юҡҡа сығарыу тураһында нормаль шарттарҙа референдум үткә­релһә, абсолют күпселек «риза» тип яуаплаясаҡ.
«Татар, уян!» тигән бәйһеҙ (тәүге биттә нәҡ шулай тип яҙылған) гәзит сығара башлаған ҡәрҙәштәр. Унда хәбәр ителеүенсә, «...уҙған йылдарҙа республикала бөтә татарлыҡҡа тыйыу, сикләү индерелгән. Мәктәптәр ябылған, татар ауылдары башҡорттоҡо тип иғлан ителгән, татар яҙыусылары, йәмәғәт эшмә­кәрҙәре башҡортҡа әйләндерелгән... Беҙ әле икенсе сорт халыҡ иҫәбендә, хатта телебеҙҙең дәүләт статусы ла юҡ...» Баҫмаға «йән өрөүселәр» ошолайыраҡ бахырлана. Айыҡ аҡыл һәм асыҡ күҙ менән ҡарағанда, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда һәр милләткә рухи-мәҙәни үҫеш мөмкинлеге бирелгәне ап-асыҡ күренә. Нисәмә милли баҫма сыға, күпме мәҙәни-тарихи үҙәк эшләй, мәктәптәрҙә балалар үҙ телендә уҡый ала. Баш ҡалабыҙ Өфөнө генә алайыҡ: ҡәрҙәштәр билдәләгән «үтә ныҡ башҡортлаштырыу» нимәлә сағыла һуң? Әгәр алтаҡталар ике телдә яҙылған икән – ике дәүләт теленең хоҡуғы. Әгәр телевидение-радиола башҡорт тапшырыуҙары күберәк икән – был беҙҙең хоҡуғыбыҙ һәм өмөтөбөҙ. Үҙ ерендә булмаһа, тағы ҡайҙа башҡорт ошолай иркенләп үҙ телендә тапшырыу ҡарай аласаҡ? Кем уға ундай хоҡуҡты бирә?
Әйткәндәй, хөсөт таратыусы ҡайһы бер «татар йәмәғәтселәре» республикала татар телендә сыҡҡан «Кызыл таң», «Өмет» кеүек гәзиттәргә үҙ баһаһын бирә. Йәнәһе, улар «татар этносын татар теле ярҙамында юҡ итеү планы менән төҙөлгән». «Татар, уян!» гәзитенең баш мөхәррире ошонда уҡ биргән интервьюһында уларҙы хатта Икенсе донъя һуғышы ваҡытында оккупацияланған совет биләмәләрендә фашистар сығарған баҫмалар менән сағыштыра.
Беҙгә билдәле Айҙар Хәлим халҡы өсөн ни сәбәптәндер Бөтә Рәсәй иҫәп алыу акцияһы яҡынлашҡанда ғына яна башланы. Уның Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа йүнәлтелгән «мыжыунамәһе» (шунан дөрөҫөрәк аңлатма булмаҫ) ҡулға осраҡлы килеп эләккән үрҙә телгә алынған бәйһеҙ гәзиттә баҫылған. Хәлимсә әйткәндә, «...Башҡорт шовинизмы эҙемтәләрен тамырынан йолҡоп ырғытып, ғәйеплеләргә яза бирергә», «улар бик көслө һәм, аһ, тамырҙарын тәрәнгә ебәргәндәр», «Президент булып тәғәйенләнгәндә был турала ун процент ҡына булһа ла белдегеҙме икән, юҡһа ошондай хәүефле вазифаға килмәҫ тә инегеҙ», «Белеп тороғоҙ, улар Шүлгәнташ кеүек ниндәйҙер мәмерйәлә һеҙҙе һөрөп төшөрөү программаһын төҙөйҙәр...» Ошонда инде олоғайған, ҡасандыр ҡурайға мәҙхиә шиғыры яҙ­ған Айҙар ба­бай­­ҙың башынан һый­пап, танауын һөрткө килә. Мил­ләтем, тип ысынлап та янып йөрөүсе әйтергә тейешле һүҙҙәр түгел был.
Тағы бер нәмә уғата аптырауға һала: баҡһаң, татарҙарҙың йәмәғәт берләшмәләре союзы Башҡортостанда перепись башлаған да икән! Йыйылыш ҡарарында билдәләүҙәренсә, улар республиканың 12 районының 14 ауылында йәмәғәт халыҡ иҫәбен алыу ойошторған. Теләүселәрҙән (татар милләтлеләр) ирекле рәүештә мәғлүмәттәр алынып, теркәлгән. Октябрь айындағы перепистә ялғанлыҡҡа юл ҡуйылһа, йәнәһе, ошо мәғлүмәттәр менән сағыштырасаҡтар.
Ошонан һуң Башҡортостандың көнбайыш, төньяҡ райондары халҡының ниндәй кәйеф менән йәшәгәнен күҙ алдына килтерергә була. Үрҙә телгә алған «йәмәғәт эшмәкәрҙәре» үҙ сәйәсәтен көсләп таҡмай, тип кем әйтә ала? Һис юғында, тарих юйылмай. Был төбәктә йәшәүселәрҙең күбеһе шәжәрәләре аша үҙҙәренең ҡайһы милләт вәкиле икәнен асыҡланы инде. Тамырҙарын белмәгәндәр, ата-олаталары аманатын һаҡлай алмағандар ғына бер ярҙан икенсеһенә һуғыла. Ә «һыу болғатыусылар» уларҙы тағы ла аҙаштыра.

Нәфис ГӘРӘЕВ, Саҡмағош районы, эшсе:
– Халыҡ иҫәбен алыуға бәйле төрлө проблемалар тыуҙырып, башты ғына ҡатырып бөттөләр инде. Ниңә шул тиклем тыры­шырға? Һәр кеше үҙ милләтен үҙе билдәләргә тейеш түгелме ни? Эйе, мин башҡортса таҙа һөйләшмәйем, әммә ата-бабаларым башҡорт. Миңә берәүҙең дә, телең татар, һин татар тип яҙыл, тип әйтергә хоҡуғы юҡ. Ә кемдәрҙер өгөтләп йөрөй икән, уларҙың үҙ эше. Минеңсә, күптәр ундай өгөтләүҙәргә ҡарамай, үҙҙәренсә эшләйәсәк.
Камила Р., Өфө ҡалаһы, уҡытыу­сы:
– Беҙҙең илдә шулай инде – ниндәйҙер ҙур сара көтөләме, һәр ваҡыт бысраҡ технологиялар гөрләп эшләй башлай. Милләтселек, кемдеңдер хоҡуҡтары сикләнә, ҡайһылыр халыҡтың теленә дәүләт статусы юҡ, интенсив рәүештә кәмейҙәр һ.б., һ.б. ҡарап тороуға абруйлы ғына күренгән ағайҙар илап ала ла йөрөй.
Мин – татар ҡатыны. Башҡортостанда рәхәтләнеп йәшәйем, балаларым татар гимназияһында уҡый, татарса гәзит-журналдар алдырабыҙ, «Нур» театрына йөрөйбөҙ, урамда татарса аралашабыҙ – берәү ҙә тыймай.
Садиҡ ӘХМӘТОВ, Туймазы районы, хаҡлы ялда:
– Эйе, милләткә ҡарата бер ни тиклем икеләнеүҙәр булғайны – телебеҙ ни татарса, ни әҙәби башҡортса түгел, беҙ кем икән, тип, күңелгә ҡорт төшкәйне. Архивтан кәрәкле мәғлүмәттәр табыу мәсьә­ләне хәл итте. Һәр кем барып, шәжәрәһен теүәлләй ала. Кемгәлер ошаҡлап, бөтә «мир»ға милләттең бәҫен төшөрөп, илаулап йөрөү килешкән эш түгел.

Нургөл БУРАНБАЕВА.
(Мәҡәләләге факттар «Уфимский журнал» сайтынан, «Татар, уян!» баҫмаһынан алынды).










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы