RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Намыҫты һатып та булмай, алып та булмай

02.10.2010 Намыҫты һатып та булмай, алып та булмай

Армияға бөгөн – Насирйән, Нуретдиндәр, флотҡа – Әбделхәйҙәр, милицияға Бәшәрҙәр етмәй...

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа һөнәри байрамдар хәҙерге кеүек бихисап түгел ине. Халыҡ-ара ололар көнөн билдәләгәндәрен дә хәтерләмәйем. Хәйер, октябрь айында ғына рәсми рәүештә ун бер һөнәр кешеләре үҙ көндәрен билдәләйәсәк. Ә алда – ноябрь, Милиция хеҙмәткәрҙәре көнө. Байрамһыҙ ҙа бөгөн, ҡайһы гәзитте генә алма, милицияға ҡағылышлы хәбәргә төртөләһең, телевизор тоҡандырһаң, унда милиционерҙар йә һуғышып, йә хәмер һемереп йөрөй. Шулай ҙа күңелде йылытҡан хәлдәр ҙә булғылай. Онотҡанда бер ауыл участковыйы Анискин тураһындағы иҫке фильмды күрһәтеп алалар. Михаил Жаровтың ғәжәп оҫталығы менән һынландырылған образда кешеләр күңелендәген уҡый алған, хәҙер инде һағынып һөйләргә генә ҡалған аҡыл эйәһен күрәбеҙ.
Ә мин «Ауыл детективы»н ҡараған һайын малай саҡта беҙгә яҡын ғына йәшәгән участковый Әхмәтов Бәшәр апаны* хәтергә алам. Фронттан бигүк имгәнеп ҡайтмаған яугирҙар, әҙерлекле кадрҙарға ҡытлыҡ булғас, иң яуаплы эштәргә тәғәйенләнгән. Бәшәр апаның йәшәгән урыны ҡаҙмашта, ләкин елкәһендә тағы дүрт ауыл бар. Йә арба-санала, йә һыбай биш ауылды көн һайын тиерлек урай. Һонтор, сандыр кәүҙәле участковый һис тә уҫал түгел, уның вазифаһына тейешле ҡоралын күргән кеше булдымы икән? Ауылда йыйындамы, клубтамы тауыш сыға ҡалһа, Әхмәтовтың килеп күренеүе лә етә. Халыҡтың «органдар»ҙан шыртлауы ла булғандыр, әммә Бәшәр апаны ауылдаштарым власть вәкиле итеүҙән бигерәк, ифрат итәғәтле, намыҫ һәм бурыс менән йәшәүсе кеше булараҡ ихтирам итте. Хәҙерге участковыйҙар, әлбиттә, автомашиналарҙа йөрөй, офистарҙа ултыра, енәйәтселеккә ҡаршы көрәш алып бара, ләкин улар ҙа Анискиндар-Әхмәтовтарҙағы кешелеклелекте, һәр нәмәгә етди иғтибарҙы һаҡлаһын ине.
Хәтһеҙ йылдар үткәс, ҡаҙмаш егеттәре милицияға эшкә әүҙем тартылған, тип ишеттем. Быға ҡыуанырғамы, көйөнөргәме? Һәр кемдең үҙ ихтыяры. Әсәйемдең иң кесе ҡустыһы Фәтих ағай, армия хеҙмәтен үткәргәс, ата йортона һуғылып та тормай, ҡаҙағстанға, сиҙәм ерҙәргә, сығып китте. Шофер булып бер нисә йыл дала гиҙгәс, еңгәй менән ҡайтып төштө. Милицияға шофер хеҙмәтенә инде. Тырышып эшләй, үҙе оҫта водитель. «ГАЗ-51» маркалы иҫке генә автомашина менән оператив заданиеларға ла йөрөй, хужалыҡ эштәренә лә өлгөрә. ҡыҫҡаһы, ҡойоп ҡуйған мыҡты кәүҙәле, таҙа йөҙлө ағайыма милиционер формаһы таман килде.
Фәтих Ғариф улы Ихсанов ялға милиция майоры дәрәжәһендә китте. Әле райондың ветерандар советы рәйесе йөгөн тарта. Уйлап ҡараһаң, ағайым да Бәшәр апа, Анискин юлын үткән кеше икән.
Эй, был хәтерҙең йөрәкте уйнатыуҙары!.. Илле өсөнсө йылдың ҡышҡы көндәренең береһендә, колхоздың иң егәрле атын кашауай­ға егеп, күпереп торған бесән өҫтөнә толоп ташлап, Рамаҙан апа район үҙәгенә, отпускыға ҡайтып килеүсе улы, офицер Нуретдин ағайҙы ҡаршыларға сығып китте. Офицер ҡәҙәр офицер ҡайта тигәс, урамдан инмәй, өшөп-туңып, беҙ ҙә көтәбеҙ. Рамаҙан Билалов үҙе лә ауылға һуғыштан һуң ғына ҡайт­ҡайны шикелле. Граждандар һуғышы осоронда ул Чапаев дивизияһында рота командиры булған. Утыҙынсы йылдар ахырында «халыҡ дошманы»на әйләнгән ҡартты оҙаҡҡа лагерға япҡандар.
Бына бер мәл, ҡар бураны уйнатып, урамдан кашауай килә. Унда толопҡа уранмай, һынын тура тотоп, шинелле ағай ултыра. Ул кис, әлбиттә, офицер Нуретдин ағай эргәһенә яҡын барып булманы – алыҫтан ҡайтҡан ҡунаҡты хөрмәт итеп, Рамаҙан апа йортоноң ишеге яҡ күрмәне.
Шунан һуң да Нуретдин Билалов ауылға ҡайт­ҡылап йөрөнө. Алыҫыраҡ булһа ла, беҙ уға туған тейешле инек. Бер ваҡыт, дәртләнеп китеп, мине Суворов училищеһына уҡырға ебәрә яҙҙы. Ярай әле, йәшең үткән, тип хәрби комиссариат бороп ҡайтарҙы.
Хәрбиҙәргә ихтирам борон-борондан килгән һәм ошо этик традиция халҡыбыҙҙың Рәсәй дәүләтселегендә хәрби сословиела тороуына барып тоташа. Башҡорттарҙа, әйткәндәй, иң беренсе зыялы кешеләр хәрбиҙәр араһынан сыҡҡан. Мәҙәнилек, киң белем, рухи юғарылыҡ, нәзәкәтлелек – ошо сифаттарҙы егеттәрҙә уҡыу йорттары тәрбиәләгән һәм улар, үҙ сиратында, халҡына ла күсерергә тырышҡан.
Ауылыбыҙҙан малай сағымда армия хеҙмәтен үтеп ҡайтҡан ағайҙарҙы әле булһа һағынып хәтерләйем. Бер йәй Тымыҡ океан флотында хеҙмәт итеүсе Әбделхәй Билалов ағай ялға ҡайтып төштө. Диңгеҙсе формаһында: тейеп китһә, ҡулыңды киҫерлек итеп үтекләнгән «клеш» салбар, ҡулбаштарын ябып торған аҡ юлаҡлы киң күк яға, ялтыр ҡаптырмалы ҡайыш һәм... бескозырка. Аһ, якорь таҫмалы, фырт ҡырын һалып кейә торған ул бескозырка! Әбделхәй ағай урамдан клешы менән туҙан һепереп үткән саҡта ҡыҙҙар йөрәге ни хәлдә булғандыр, иллә моряк артынан беҙ, малай-шалай, бер тотам да ҡалмай эйәреп йөрөйбөҙ.
Ағайҙарыбыҙҙы Асҡарға, унан Магнито­горскиға алып барып, поезға ултыртып, әрмегә ебәрә торалар, өс-дүрт йыл тигәндә, донъялар имен булғас, тегеләр ҡайтып төшә. Хеҙмәткә наҙан ғына, русса ике һүҙҙе ҡушып әйтергә лә белмәгән, Магниткалағы трамвайға ла иҫе киткән малайҙар сығып китә, ауылға иһә итеген шығырлатып, түш тултырып значок таҡҡан, ыҫпай ир-егеттәр ҡайтып төшә.
ҡупшы ла ине һуң һалдат ағайҙарыбыҙ! Рәйес Билалов менән Насирйән Хәсәнов, Ғәфүр Абдуллиндар ул саҡта ҡаҙмашта иң күркәм егеттәр булғандыр. Белемле булып ҡайттылар, шинелдәрен һалыр-һалмаҫтан эшкә сумдылар. Сәхнәгә сыҡһалар, ҡойоп ҡуйған артистар инде! Ысындан да, кистәрен ағайҙар клубҡа мотлаҡ ялтыратып таҙартылған итек, гимнастерка, гәләфи салбар кейеп килә. Кейем ҡәҙере лә, әрме иҫтәлеге лә шул булғандыр. Уйын барышында ҡайһы бер төртмә телле апайҙар:
Билендәге һары ҡайыш
Шығырлап бирә тауыш.
Үҙен-үҙе әллә кемгә
Һанай бит, понимаешь, – тип таҡмаҡлап ебәрһә лә, һалдат ағайҙарҙа һауаланыу ғәләмәте күренмәне. Бәлки, аҙ ғына танау күтәрергә урыны ла булғандыр, сөнки һунарсы Хәмзә олатай­ҙың улы, өрлөктәй кәүҙәле Ишбулды ағай Мәхмүтов саңғы ярышында хәрби округ чемпионы исемен алып ҡайтты. Атаһы һөнәрен дауам итеп, ул да һунарҙы ташламаны, армиянан ҡайтыу менән бик ҙур йорт һалып ебәрҙе, күрше Субан ауылынан тәбәнәк кенә буйлы Өмөкамал исемле ҡыҙға өйләнде, ике уллы булды. Ике метрға яҡын буйлы ағайыбыҙ бәләкәй генә еңгәне эйәртеп урамға сыҡһа, үҙе бер тамаша була торғайны.
Малай саҡтарҙа һоҡланып та, көнләшеп тә йөрөгән һалдат ағайҙарым хәҙер инде баҡый иленә күсеп бөтөп бара. Ғәли ағай Зәйнуллин ғына, урманда эшләп, гел генә саф һауала йөрөгәнгәлерме, шөкөр, әле лә иҫән-аман. Бик күп бала үҫтереп, тыуған яғым тәбиғәте, тип йән атып, ғүмер юлын тәүфиҡлы үткән кеше ул.
Байтаҡ йылдар үткәс, инде юғалттыҡ тигәндә, офицер Нуретдин ағайыбыҙ Билалов йәнә пәйҙә булды бит. Дөрөҫөрәге, ни әмәл менәндер ул минең Өфөләге адресымды тапҡан да, хат ебәргән. Һай, донъяны гиҙгән офицер! Һуғыш үткән. Артабан хеҙмәтен төрлө хәрби гарнизондарҙа дауам иткән. Көнсығышта йөрөгәндә мәрйә еңгәйгә өйләнгән. Улы Владимир менән ҡыҙы Светлана мәктәпте Дрезденда тамамлаған. Әйткәндәй, алтын миҙаллы Светлана, юғары белемде атайым илендә алам, тигән теләк менән, Башҡортостан дәүләт медицина институтын тамамлаған. Нуретдин ағай иһә, танк корпусы командиры урынбаҫары вазифаһынан полковник званиеһында отставкаға сығып, фашистарҙан ҡасандыр взвод командиры сифатында үҙе азат иткән Калининград ҡалаһында йәшәргә ҡалды.
...Бына бер нисә йыл инде Балтик диңгеҙе яғынан миңә лә хәбәр юҡ, Калининградта ла телефон өндәшмәй.
Аталы бала – арҡалы, тигәндәй, хәрбиҙәр янында, ысындан да, үҙеңде ҡурсаулы итеп тояһың. Яурындарына погон һалған кеше ундай дәрәжәләргә ирешмәгәндәр өсөн айырым бер элиталы каста рәүешендә күренә. Дәүләттең булдыҡһыҙлығы армияны бөлдөрһә лә, дошмансыл сәйәсәт офицерҙарҙы түбәнһетһә лә, төп таянысын халыҡ шинелле кешеләрҙә таба. «Честь имею!» тигән ғорур һүҙҙәр форма өсөн генә әйтелмәй. Әйтелә икән, тимәк, мин белгән һәм белмәгән хәрбиҙәрҙә намыҫ тере.
Хәҙер, әлбиттә, полковниктар менән донъя тулы, генерал дәрәжәһендә йөрөүселәр ҙә ифрат күп. Миңә лә элегерәк, генерал званиеһын вазифа буйынса түгел, ә оҙайлы хәрби хеҙмәте өсөн алған ир-азаматтар менән яҡын булыу бәхете тейҙе. Ысынлап бәхет, сөнки атаҡлы яҡташым, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовты әлеге меңләгән генерал рәтендә күргем килмәне. ҡаһарманлығы, фекерләү һәләте, ғөмүмән, образы менән ул милли батыр юғарылығындағы кеше ине. Саҡмағош районының Яңы ҡалмаш ауылында буй еткергән, ғүмерен армияға арнаған генерал Мансаф ағай Ғәлиев менән байтаҡ ваҡыт аралашып йәшәнек. Күптән түгел яҙмыш Учалы районының Ахун ауылында тыуған генерал Ростислав Сибәғәтуллин менән осраштырҙы. Улар, фронт юлдарын үткәнлектән, икеһе лә олоғайған. Әммә тура һынлы, көр тауышлы, уйындағын борғоламай, ярып әйтә белеүсе генералдарҙы ҡарт тип әйтергә тел әйләнмәй. Уларҙа егәрлелек, ҡыйыулыҡ та шул уҡ, ә дәрт арта барған һымаҡ.
«Комсомольская правда» гәзитенең хәрби күҙәтеүсеһе Виктор Баранцевтың бөгөнгө армияның хәле, уның ҡайһы бер генералдары тураһында китаптары бар. Яҙылғандарға ышанһаң, сәс үрә торорлоҡ. Армияға бөгөн Насирйән, Нуретдиндәр, флотҡа – Әбделхәйҙәр, милицияға Бәшәрҙәр етмәй, күрәһең.

Марсель ҡОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.

*Апа тип Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ яҡтарында атайҙан оло йәштәге ир кешегә әйтәләр.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы