06.04.2012 Аҫылташҡа бай илдең халҡы ла баймы һуң?
йәки Алтын һәм көнөнә 650 грамм һөт, ярты йомортҡа…
Юҡ-юҡта күңеллерәк ваҡиғалар булып ҡуя ул. Санкт-Петербургта табылған хазина өсөн ҡыуанып ултырамсы. Белгестәр әйтеүенсә, был − бик һирәк осрай торған ҡиммәтле табыш. Бер быуатҡа яҡын йәшерен бүлмәлә ятҡан хазинаны кенәз Нарышкиндарҙың йортонда тапҡандар.
Ремонт яһарға тип, икенсе һәм өсөнсө ҡат араһындағы иҙәнде аҡтарһалар, бына һиңә, мә! Тиҫтәләрсә килограмм көмөш әйбер – үҙенсәлекле сервиздар, канделябрҙар – барыһы ла бик ҡәҙерләп кенә 1917 йылда сыҡҡан гәзиттәргә төрөлгән, һеркәгә мансылған (был металды боҙолоуҙан һаҡлай). Хужалар революция дауылынан һаҡланмаҡсы булған инде.
Бындай табыш хатта Эрмитаж эксперттарын да ғәжәпләндергән. Хәҙер хазина табылған йортҡа сигнализация үткәргәндәр, ҡораллы һаҡ ҡуйғандар – бөйөк кенәздәрҙең тағы ла әллә ниндәй серле урындары табылмаҫ тимә. Әйткәндәй, йәшерен бүлмәләр боронғо йорттарҙың күбеһенә хас.
Ғөмүмән, риүәйәттәргә ышанһаң, беҙҙең илдә ер аҫты, йылға-күл тулы йәшерелгән хазина ул. Батый хандың алтын аттары тураһында ла ишеткәнегеҙ барҙыр әле. Тарихтан белһәгеҙ, ике алтын ат һыны Алтын Урҙаның баш ҡалаһы Батый-Һарайға ингән ҡапҡала урынлашҡан булған. Батыйҙан һуңғы хан – Берке – аттарҙы үҙенең баш ҡалаһына күсерә. Был затлы һындар Мамай ханлыҡ иткән ваҡытта юғала. Уларҙы Волгоград өлкәһенең Ленин районы биләмәһендә эҙләргә кәрәк, имеш.
Алтын тигәндән...
Рәсәйҙең Финанс министрлығы аҫылташтар әйләнешен тулыһынса үҙ күҙәтеүе аҫтына алырға маташып ҡарай-ҡарауын, әлегә уңыштар юҡ, буғай. Элекке министр Кудриндың бөтә хазиналарға хужа булыу тураһында хыялы ла булған, тип һөйләп сығарғайнылар. Сәбәбе – алтын-алмастар ситкә китмәһен, ә йә дәүләт, йә, һис юғында, үҙебеҙҙең түрә бармағына эләкһен, типтер инде.
Алтын сәнәғәтселәре берлеге мәғлүмәттәре буйынса, 2009 йылда «һары металл» етештереү яңы Рәсәйҙә рекордлы күләменә етә − йылына 205 тонна. Сағыштырыу өсөн: 2000 йылдарҙа йылына 100 тонна ла ҙур ҡаҙаныш булып ҡабул ителгән.
Хаҡтар ҙа «менеп» китә. Алмас эҙләүселәргә лә ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыт юҡ – ҡаҙып алып ҡына өлгөрт үҙебеҙҙең яҡут алмастарын. Шуныһы ҡыҙыҡ: аҫылташтарҙы күберәк халыҡ түгел, ә дәүләт үҙе һатып ала. Рәсми күрһәткестәр йәшерен ҡала. Шулай ҙа алтын буйынса донъя советы отчеты бер аҙ ярҙам итә. Алмас тирәләй ҙә «эш» сығып ҡына тора. Бер нисә йыл элек «Алрос»та, Анголаға инвестиция һалабыҙ, тип 120 миллион долларҙы «елгә» осорҙолар – ошо суммаға төҙөлгән электр станцияһы ҙур юғалтыуҙар менән эшләй булып сыҡты.
Аҫылташтар сығарыу «ҡара баҙар» күҙенән ситтә ҡала буламы? Төрлө сығанаҡтар буйынса, илдә йылына 10 – 20 тонна алтын «күләгәле» әйләнештә йөрөй икән. Уны шахта эшселәренән алып байыҡтырыу заводтары, ювелирҙар, магазиндағы һатыусыларға тиклем урлай.
Тағы бер мәғлүмәт – былтыр Брянск суды бер эшҡыуар ҡатынды ике йылға хөкөм иткән. Ул Рәсәй алмастарын контрабандалау менән шөғөлләнгән. Аҫылташ күләмен 34 мең карат тип иҫәпләп сығарғандар. Ун йылдан ашыу алмастар Рәсәй − Молдова сиге аша «күсеп йөрөгән». Курьерҙар был ҡиммәтле ташты аҙна һайын ташып торған. Рәсәйҙә йылына 45 миллион биҙәүес һатылғанын иҫәпкә алғанда, алтын урлаусыларҙың килемен дә күҙаллауы ауыр түгел.
Әйткәндәй, ер аҫты байлыҡтарына бәйле Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәрен килтерергә мөмкин. Статистика буйынса, донъяла Рәсәй алдынғы урындарҙы биләй. Мәҫәлән, алтын запастарын табыу буйынса донъяла икенсе урында килһә, көмөш ятҡылыҡтарын тикшереүҙә – беренсе урындабыҙ. Аҡ алтын, алмас һатыуҙа ла − беренсе, ятҡылыҡтарын табыу буйынса ла алда. Шулай уҡ тәбиғи газ табыу һәм һатыуҙа Рәсәйгә берәү ҙә еткәне юҡ, донъя табышының 35 проценты беҙҙә сығарыла. Рейтингыға тағы күҙ һалһаҡ, ташкүмер, торф, ҡурғаш, цинк, титаний, ниобий запастарын тикшереү буйынса ла беҙҙең ил беренсе урында тора. Быға ағас, эсәр һыу запасының да исемлекте башлауын өҫтәһәк, Рәсәйҙе хазиналар иле, тимәй, нимә тиһең?!
Шуның өсөн дә, бәлки, беҙгә ҡытайҙар тартылалыр? Американың йәнен көйҙөрәбеҙҙер?
Футбол... беҙҙең ҡотҡарыусыбыҙ?
Шул тиклем запастар була тороп та, ниңә һаман иҡтисадыбыҙ күтәрелеп китә алмай һуң, тигәнерәк һорау ҙа тыуыуы ихтимал. Анаа-ау тау артында ғына ул майлы ҡалъя, тик тауҙы артылырға көсөбөҙ самалы. Бәлки, ялҡаубыҙҙыр? Ә, бәлки, алдан барыусылар беҙҙе төртөп төшөрөп тик баралыр?
Бер ҡыҙыҡ фекер әйтелде әле. Тиҙҙән илдең эске тулайым продукты (ВВП) өҫтәмә рәүештә 527 миллиард һумға артасаҡ. Быға 2018 йылда буласаҡ донъя буйынса футбол чемпионаты булышлыҡ итәсәк икән. Ойоштороусылар тап шундай өмөттә. Эксперттар билдәләүенсә, чемпионатҡа әҙерлек ваҡытында кәмендә 810 мең самаһы яңы эш урыны булдырыу күҙаллана. Һалым базаһын киңәйтеү бюджетҡа өҫтәп 95 миллиард һум аҡса килтерәсәк. ҡыҫҡаһы, футбол, ниндәй генә ҡалала үтһә лә (тиҫтәнән ашыу ҡала заявка биргән), һөҙөмтә тик ыңғай буласаҡ, тип ышандыралар.
Рәсәйгә тиклем чемпионат Бразилияла үтә. Был ил белгестәре, әлеге сара илдә инвестиция үҫешенә импульс бирә, тип күптән ныҡлы фекергә килгән. Хатта беренселекте уңышлы үткәргән осраҡта, Бразилияның донъяның иң көслө биш иҡтисади иле исемлегенә инеүе бар, имеш.
Былар хыялдар һәм күҙаллауҙар ғына. Ысынында нисек буласағын әлегә белмәйбеҙ. ҡасандыр Виктор Черномырдин әйтмешләй, «яҡшы булыуын теләгәйнек тә, һәр саҡтағыса килеп сыҡты…» – тип илауларға яҙмаһын.
Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһында: әлегә файҙаһы һанала
Тулайым продукт тигәндән, Донъя банкы Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүенең төшөмлөлөгөн баһалаған. Уртаса ваҡыттағы перспективала эске тулайым продукт файҙаһы 3,3 процент буласаҡ икән. Аҡсаға күсерһәк, был күрһәткес 49 миллиард долларға торошло. Табыш, башлыса, хеҙмәт сифатынан һәм хаҡтарҙы төшөрөүҙән киләсәк, таможня пошлиналарының түбән булыуы ла файҙа килтерәсәк. Йәнә лә күрһәткестәргә туҡталһаҡ, илдең уртаса йорт хужалығы табышы − 7,2, квалификациялы белгестәрҙең эш хаҡы – биш, эшселәрҙеке дүрт процентҡа артасаҡ.
Бынан тыш, ҡала халҡының күберәк файҙа алыуын фаразлайҙар. Сөнки хеҙмәт күрһәтеү тармағына сит ил инвесторҙары ағымы көсәйәсәк. Донъя банкы биргән докладтан күренеүенсә, Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышы, Алыҫ Көнсығыш һәм Санкт-Петербург айырыуса файҙа аласаҡ. Былар барыһы ла киләсәктә.
Ә был ваҡытта…
Социологтар Рәсәй йәмғиәтен төркөмдәргә бүлеп иҫәпләгән. Фәҡирҙәр – 16, аҙ тәьмин ителгән менән ярлы араһындағылар 43 процент булып сыҡҡан. Артабан 33 процент урта ҡатлам килә, тағы ла 6 – 8 проценты – хәллеләр.
Рәсәй фәҡиренә уртаса 47 йәш, имеш. Урта ҡатламға – 42, ә байҙарға 33 йәш.
Шуныһын да ҡолағығыҙға киртеп ҡуяһығыҙмы, әллә хәтер ебенә төйнәйһегеҙме – үҙегеҙ ҡарағыҙ, 2006 йылда ҡабул ителгән Федераль закон буйынса, хеҙмәткә яраҡлы Рәсәй кешеһе көнөнә түбәндәге күләмдә туҡланырға тейеш: 100 г ит ризыҡтары (ит түгел), 43 г балыҡ ризыҡтары, 63-әр г татлы аҙыҡ һәм емештәр, ярты йомортҡа, 267 г йәшелсә, 295 г картуф, 366-ар г икмәк һәм макарон, 650 г һөт. Был − йәшәү минимумы буйынса иҫәпләнгән аҙыҡ-түлек. Ошонан артып китә икән, тимәк, хәлегеҙ хөрт түгел. Хәйер, ашаған ризығығыҙ был грамдарға етәме-юҡмы икәнен белешеп тә йөрөүселәр ҙә әллә ни булмаҫтыр, үҙегеҙ генә сығып ҡысҡырмаһағыҙ. Бөгөн «иламаған балаға имсәк бирмәйҙәр» тигән әйтем таралып китте. Теге йәки был түрә ҡулланырға ярата уны.
Әйткәндәй
Түрәләргә тейеш льготалар аҡсаға әйләндерелә, тигән хәбәр ишетелә биреп ҡуйҙы. Ил Президентының ошондай тәҡдимен РФ Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Жириновский ҙа хуплай һәм депутаттарға тәғәйен ташламаларҙы ла «аҡсалаштырыу» яҡлы.
«Беҙ айына һәр депутатта 1,5 миллион һум аҡсаны экономиялар инек, − ти ул. – Халыҡҡа хеҙмәт итеүселәр һаҡсылға әйләнер ине. Фатирҙың да арзанырағын һайлар, бер туҡтауһыҙ телефондан да һөйләшмәҫ. Мин трамвайға, метроға ултырам – халыҡты күрермен. Юҡһа хеҙмәт машиналары, vip-залдар, айырым дауаланыу чиновникты халыҡтан бөтөнләй айырҙы. Мин хатта аш-һыу бүлмәһендә лә утты һүндереп йөрөйөм – был беҙҙең Рәсәйҙең аҡсаһы».
Үҙенең ғауғасыл булыуы менән даны сыҡҡан Жириновский әфәнде фирҡәләштәрен дә плацкарт вагондарға ултыртмаҡсы. Был нимә − уның сираттағы «шаяртыуымы», әллә «берәүҙең» бойороғон үтәп, шулай ялғанлаймы? Һәр хәлдә, түрәләрҙең урам автобусында йөрөгәнен ишеткән дә, күргән дә юҡ. Һәм был була торған хәл түгел.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе