RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һиңә «биш» мәрәй... һәм рәхим ит Рәсәйгә

23.03.2012 Һиңә «биш» мәрәй... һәм рәхим ит Рәсәйгә

Ватандаштар илде ташлап китә, тип ныҡ көйәбеҙ. «Аҡыллы баштар» ситкә тарала шул, ысынлап та. Ни хәл итәһең – һәр кем үҙенең ауыртмаған яғын ҡарай. Ә бына беҙҙең тарафтарға килеүселәр ҙә, мигранттарҙы әйтәм, арта бара, арта бара. Федераль миграция хеҙмәте улар менән эшләүҙең әле теге, әле был схемаһын уйлап табып тора. ҡайһылары ғәмәлдә ҡала, ҡайһылары «ҡара көнгәсә» тип онотолоп тора. Баяғы хеҙмәт башлығы Константин Ромодановский ошо көндәр­ҙә генә өп-өр яңы тәҡдимдәр индергән. Рәсәйҙә ваҡытлыса йәшәргә теләүселәр быға рөхсәт алыу өсөн балл системаһы буйынса «баһаланасаҡ». Мигранттарҙы, шулай итеп, «файҙалы», «хәүефһеҙ», «мотлаҡ кәрәк» тигән принциптар менән категорияларға бүләсәктәр.

Ваҡытлыса йәшәүгә ғәмәлдәге рөхсәт иҫкерҙе…

Ромодановский әфәнде РФ Дәүләт Думаһы депутаттары алдында сығыш яһағанда әйтеүенсә, был тап шулай, һәм ул реформаны башларға теләүен белдерҙе.
Баҡһаң, мигранттарға рөхсәт биреү буйынса система заман талаптарына тура килмәй, күп һанлы документ йыйыу ҙа эште ҡатмарлаштыра. Беҙгә килеү, йәғни илгә инеү ябайлаштырылырға тейеш, эштең ҡайһыһын теләһәләр, шуныһын бирергә, оҙайлы контракт төҙөүсе сит ил граждандарының ғаиләһен уҡытырға бурыслыбыҙ. Үәт, шулай. Был – Федераль миграция хеҙмәте башлығының тәҡдиме.
Балл, үҙебеҙсәләп әйткәндә, мәрәйҙәр менән һайлап алыу системаһы яңы уҡ түгел. 2006 йылда уны иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Андрей Шаронов тәҡдим иткән булған. Ул ваҡытта был тәҡдим Рәсәй өсөн революцион күренгән. Хәҙер беҙ әҙер. Демография мәсьәләләре буйынса эшләүселәр ҙә уны хуплай. Шуныһы ҡыҙыҡ – беҙ тағы ла Көнбайышҡа эйәрәбеҙ. Үрҙәге тәжрибә АҡШ-та, Бөйөк Британияла бар, Австралияла ла мигранттар категорияларға бүленә. Мәҫәлән, ҡушма Штаттарҙа «йәшел карта» тип аталған программа эшләнгән. Мигрантҡа тәғәйен мәрәй йыйыу өсөн уның урындағы телде белеүе, квалификацияһы, нисә йәштә булыуы мөһим. Бөйөк Британияла элегерәк ситтән килеүселәр, эшселәр һәм студенттар, хатта 80 төркөмгә бүленгән. Австралияла иһә мигранттарҙы биш кимәл менән баһалағандар – инвестор һәм ғалимдар, юғары квалификациялы эшселәр, түбән квалификациялылар, студенттар, ваҡытлыса эшселәр.
Нисек кенә булмаһын, беҙҙекеләр ҙә килеүселәрҙе категорияларға бүлеү эшенә ҡыҙыу тотонмаҡсы. Әлбиттә, беҙгә ябай хеҙмәт эшселәренә, халыҡсан тел менән әйткәндә, «ҡара эшкә» килеүселәргә ҡарағанда интеллектуаль миграция кәрәгерәк. Сөнки инновациялы иҡтисад төҙөргә маҡсат ҡуйҙыҡ та баһа. Уны көрәк, балта менән генә төҙөп булмай шул.

Милләтең, һөнәрең, мигрант?

Ваҡытлыса эшкә килеүселәрҙең милли составы ла әһәмиәтле роль уйнай. Мәҫәлән, украин менән белорусҡа беҙҙең тарафтарҙа «ағым»ға эйәреп китеүе күпкә еңелерәк. Ә бына Тажикстан, Әзербайжан, Үзбәкстан яҡтарынан килеүселәр украин һәм белорус менән берҙәй хоҡуҡтарға эйә булһа ла, күп ваҡыт тәүгеләренә өҫтән аҫҡа ҡараусандар. Бынан тыш, яңыса баһалау системаһына күсһәк, ил мәҙәниәтенә нисегерәк «инеп китеүҙәре» лә ҡараласаҡ икән. Ә инде Рәсәйҙә туғандары йәшәһә, йә ҡатыны-ире беҙҙең ил кешеһе булһа, был да роль уйнай.
Беҙгә программистар күберәк кәрәк тә ул кәрәген. Әммә һәр нәмәнең иҫәпле булыуын онотмайыҡ. Бында ла квотаны дөрөҫ билдәләргә тейешбеҙ, тигән фекерҙә белгестәр. Бына мәсьәлә, бына һиңә ауыртмаған башҡа тимер таяҡ!
Башланырға торған өп-өр яңы реформаның йәнә лә бер мөһим яғы – миграция системаһын милли мәнфәғәттәрҙә ҡулланыуға юл ҡуймау. Ябайлаштырып әйткәндә, Ваха икенсе Ваханы, Нуролла икенсе Нуролланы, Жомабай икенсе Жомабайҙы саҡырырға тейеш түгел. Шулай уҡ был тәңгәлдә һәр нәмәнән табыш алырға ынтылыусы ришүәтсе түрәләр, эре бизнес вәкилдәренең ҡыҫылыу-ҡыҫылмауын да контролләргә.
Байтаҡ тармаҡтағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң осраштырғылағанса, и-их, бынау ерҙә яңылышҡанбыҙ, хәҙер тағы ла шунса-шунса һум кәрәк бит әле ул, тип терһәктәрен тешләп ултырырҙармы, әллә ысынынан да һөҙөмтәле берәй нәмә килтереп сығарырҙармы – әлегә бер кем белмәй. Ә реформа кәрәк. Юҡһа мигранттар ғына иғтибарһыҙ ҡалып бара ла баһа!

Фатирҙар эрзинкә түгел…

Эйе, мигрант – бөгөн йыш телгә алыныусы кеше. Ул беҙҙең ил сигенә яҡынайыу менән бихисап хеҙмәт көтөп тора. Иң мөһиме – рөхсәте булһын да, ил буйлап теркәлмәйенсә йөрөмәһен. Ә мигрант, үҙ сиратында, теләһә ҡайһы юл менән – ирҙәр ҡатындарға, ҡатындар ирҙәргә тигәндәй – урындағы ҡала-ауылда теге йәки был фатирҙа төйәк табырға бар көсөн һала. Йышыраҡ асыҡ ауыҙ көсһөҙ заттар йортҡа индерә. Тажик ни, үзбәк ни, уның ҡарауы, ире булды ла инде хәҙер.
Теркәлеү тигәндән, Мәскәү өлкәһе Думаһы депутаттары РФ Торлаҡ кодексына үҙгәрештәр индермәксе. Улар тәҡдим иткән документ буйынса бер фатирҙа теркәлеүселәр һаны сикләнәсәк. Шундай осраҡтар ҙа асыҡланып ҡуя – бер фатирҙа тиҫтәләгән, хатта йөҙләгән кеше теркәлгән, имеш. Был Мәскәүгә генә ҡағылмай икән. Яңыраҡ өлгөр суд приставтары Төмән өлкәһендә, фатирына… 800 кешене теркәп, аҡса эшләгән әбейҙе тотоп, телевизорҙан күрһәтеп рисуай итте. Парламентарийҙар йыл аҙағына тиклем башлан­ған эштәрен тамамламаҡсы.
Өлкә Думаһы рәйесе Валерий Аксаков өмөтләнеүенсә, әлеге проекттары енәйәтселеккә ярайһы ғына аяҡ саласаҡ. Сөнки, фиктив адрестар буйынса йәшәүселәр, банкыларҙан кредит алып, ҡиммәтле автомобилдәр, хатта ҡорал һатып ала. Шундай адрестарҙа эҙләүгә иғлан ителгәндәр теркәлгән.

Әйткәндәй

Миграция сәйәсәтен камиллаштырыуға 86 миллиард һум аҡса талап ителә. «Стра­тегия – 2020» һәм Федераль миграция хеҙмәте эксперттары ошондай һығымтаға килгән.
Сығымдарҙың иң күбе – 18,5 миллиард һумы законһыҙ миграцияға ҡаршы көрәшкә тотоноласаҡ. 14 миллиард һум күсеп килеүселәргә булышлыҡ итеү үҙәктәре, тел өйрәнеү курстары, Рәсәй мәҙәниәте, тарихын уҡытыу­ҙы ойоштороуға китә. Йәнә миллиардтар… Хәйер, был аҡсаның миңә шул тиклем йәл булыуын белһәгеҙ! Шул һумдар үҙебеҙҙең эшһеҙҙәрҙе эшле итергә, наҙандарҙы уҡытыр­ға, йортһоҙҙарҙы йортло итергә өҫтәмә булып тотонолһа, ярамаймы икән ни?! Нимәгә беҙгә ғалим Эйнштейн, үҙебеҙҙекеләр ҙә «мейеле» лә баһа. Нимәгә «ҡара эшсе» Солтонбәк, үҙебеҙҙең бына тигән оҫта Ғәли менән Вәли эшһеҙ ятҡанда?










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы