RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Донъя тотҡаһы булыр өсөн күп кәрәкмәй – һәләт, уңыш һәм… гүзәл заттан булыу ҙа етә

09.03.2012 Донъя тотҡаһы булыр өсөн күп кәрәкмәй – һәләт, уңыш һәм… гүзәл заттан булыу ҙа етә

ҡатын-ҡыҙ донъяһы – ғәжәп һәм сикһеҙ донъя ул. Бөгөн гүзәл зат үҙ көсөн һынап ҡарамаған һәм, әлбиттә, уңыштарға өлгәшмәгән өлкә лә юҡтыр. ҡайһылыр мәғлүмәт сығанаҡтары тарихта Дева Мария – Мәрйәм инә, Тереза Әсә, Маргарет Тэтчер исемдәре ныҡ уйылып ҡалғанын күрһәтә. Үҙебеҙҙең мосолмандарҙан инәбеҙ Һауаны, бәйғәмбәребеҙ ҡатындарының береһе Ғәйшәне, ҡыҙы Фатиманы, кәшәнәһе беҙҙең көндәргәсә һаҡланған Бәндәбикәне лә индерергә була. Сәйәсмәндәрҙән Кондолиза Райс, королева Елизавета, Хиллари Клинтон янына үҙебеҙҙең Рәсәйҙән дә ҡуша торған исемдәр бар.
Билдәлеләр араһында күп ул беҙҙең зат. Бәғзе ирҙәр шаярыу ҡатыш хәүефләнеп матриархат етеүен белдерә. Ни хәл итәһең, Ер шары – түңәрәк.


Иң билдәле бишәү

Виртуаль донъяла ҡулланыусылар иң ҡыҙыҡһынып эҙләгән, фотоларын да ҡабат-ҡабат ҡараған биш иң танылған ҡатын-ҡыҙ бар. Уларҙы хатта «һәр заманда, һәр халыҡта билдәле» тип тә ебәрәләр. Был исемлекте тәғәйен кем төҙөгәнен әйтеүе ҡыйын, шулай ҙа күҙ һалайыҡ әле, ышаныу-ышанмау – һеҙҙең эш.
Мерилин Монро (ысын исеме – Норма Джин Мортенсон) 1950 йылдарҙа Американың иң популяр кино актрисаларының береһе генә түгел, шәп йырсы ла булған. Уның бер нисә фекере бөтә донъяға таралған – «ҡыҙға бейек үксәле туфли бирегеҙ, ул бөтә донъяны яулаясаҡ!», «Тулҡынланмаҫҡа, ә тулҡынландырырға». ҡабатланмаҫ һөйкөмлөгө менән тотош бер «ғәскәр» ир-атты, хатта АҡШ-тың 35-се Президенты Джон Кеннедиҙың да йөрәген яулаған. Дөрөҫ, уның үлеменең (Мерилин йоҡо дарыуы эсеп үлә) сәбәбе ошоғаса билдәләнмәгән.
Беҙҙең замандың Голливуд «йондоҙо» Анджелина Джолиҙы донъяның иң матур ҡатын-ҡыҙы тип нарыҡлайҙар. Һәләтле актриса, режиссер, фотомодель, «Оскар», «Алтын глобус», АҡШ киноактерҙары гильдияһы премиялары лауреаты булыуы менән бер рәттән, ул күп балалы әсә лә. 37 йәшлек Анджелинаның (ире – үҙе кеүек үк билдәле артист Бред Питт) алты балаһы бар. Өсәүһе – уллыҡҡа алынған етем балалар. Джолиҙың хәйриә акцияларында әүҙем ҡатнашыуы ла уға ҡарата ихтирам уята.
Принцеcса Диана, леди Ди – ҡыҫҡа ғына ғүмерендә мәрхәмәтлек һәм татыулыҡ булдырыу эшмәкәрлеге менән иҫтә ҡалған, башлыса, СПИД-ҡа ҡаршы көрәштә әүҙемлек күрһәткән, йәйәүле ғәскәргә ҡаршы миналар етештереүҙе туҡтатыу хәрәкәте яҡлы булған. Ул – Бөйөк Британия тәхете вариҫы, принц Чарльз Уэльскийҙың тәүге ҡатыны. Принцеcса Диана иң бөйөк инглиздәр исемлегендә өсөнсө урында тора. 1997 йылда Парижда автомобиль һәләкәтендә яҡты донъя менән хушлашҡан.
Бритни Спирс беҙгә Американың ғауғасыл поп-«йондоҙо» булараҡ таныш. Ул 16 йәшендә генә билдәлелек яулап, арыу ғына уңышҡа өлгәшә. 21 йәшендә Спирстың өс мультиплатина альбомы сыға. Ни өсөн мультиплатина икәне аңлашылып та бөтмәй. Юғары рейтингыға индерелгәс, хәтәр шәп нәмәлер инде. Шәп альбомы, йырҙары түгел, ә сәхнәлә лә, шәхси тормошонда ла шаҡ ҡатырғыс аҙымдары уны билдәле итте, минеңсә.
Дева Мария, йәғни үрҙә телгә алғанса, Мәрйәм – Ғайса бәйғәмбәрҙең, Иисус Христостың әсәһе лә әлеге исемлеккә ингән. Христиандар ҙа, мосолмандар ҙа берҙәй ихтирам иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙан һанала.

Донъя «тотҡалары»

Донъяла 2011 йылдың иң йоғонтоло ҡатын-ҡыҙы ла билдәләнгән. «Форбс» журналы фекеренсә, ул – Германия канцлеры Ангела Меркель. Тышҡы сәйәсәттә Ангела Америка курсы менән тулыһынса килешеүен күрһәтә, АҡШ менән дуҫлашырға кәрәк, тигән фекер менән йәшәй. Хатта үҙен канцлер итеп һайлағанға тиклем Рәсәй менән ҡатыраҡ булырға кәрәк, тигән һымағыраҡ һүҙҙәрен дә әйткән, имеш, әммә ул канцлер булып киткәс, беҙҙең ил менән Германия араһы боҙолманы, буғай.
Икенсе баҫҡыста – АҡШ-тың Дәүләт секретары Хиллари Клинтон.
Уның тураһында тәфсирләп яҙып тороу ҙа кәрәкмәй, бары тик бер нисә фразаһынан ғына холҡо һәм маҡсаттары төҫмөрләнә.
«Америка барлыҡ һуңғы һуғыштарҙа ла еңде – Икенсе донъя һуғышынан алып «һалҡын» һуғышҡаса. Һәм алда – уның тик еңеүҙәре генә». Ливия лидеры Муаммар Каддафиҙы ҡулға алғандарын, һуңынан язалап үлтергәндәрен ишеткәс, «уау» тип ҡысҡырып ебәрә һәм: «Килделәр, күрҙеләр, ул үлде», – ти.
Клинтондан һуң революционерка, Бразилия тарихында беренсе ҡатын-ҡыҙ Президент Дилма Русеф исеме килә. Шулай уҡ исемлектә Леди Гага, Анджелина Джоли кеүектәр ҙә бар. Һуңғыһы хаҡында мәғлүмәт бирелде инде, ә кем һуң ул Гага? Стефани Джерманотта исемен беҙҙең «оло ағай» телендә ҡаҙ тауышы сығарған ҡушаматҡа алмаштырып, поп-музыкала яңы королева тип йөрөтөлгән был ҡатын-ҡыҙҙың йыр-моңон шәхсән үҙем тыңлағаным юҡ. Гага тураһында миңә шулар ғына билдәле: уны күреп, АҡШ Президенты Барак Обаманың ҡурҡҡаны, аҙаҡ шуны һөйләп йөрөгәне, йәнә лә «леди»ҙың гомосексуалистарҙың хоҡуҡтарын яҡлауы.

«Текә» беҙҙекеләр

«Форбс» журналы яҡшы исемлектәре менән Рәсәйҙекеләрҙе ситләп үтһә лә, төшөнкөлөккә бирелә торғандарҙан түгелбеҙ, етмәһә, илебеҙҙә лә теге йәки был эшкә йоғонто яһай алырлыҡ шәхестәр бихисап. Улар араһында ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа етерлек. «Эхо Москвы» радиостанцияһы, «Интерфакс» һәм «РИА Новости» агентлыҡтары, «Огонек» жур­налы төҙөгән исемлеккә күҙ һалыу ҙа етә.
РФ Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, йырсы Алла Пугачева һәм РФ Прези­денты­ның матбуғат секретары Наталья Тимакова – беҙҙә иң йоғонтололар тип табылған тәүге өсәү. Аңлашы­лалыр. Тәүгеһе – уңышлы сәйәсмән, икенсеһе – ҡартая белмәҫ «кәләш», өсөнсөһө – илдәге иң ҙур түрәгә иң яҡын кешеләрҙең береһе.
Артабан Президенттың ҡатыны Светлана Медведева, иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина килә. Тағы бер министр – һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикова – алтынсы урында. Тәүге унауға телевидениела алып барыусы Ксения Собчак, Мәскәү ҡала суды рәйесе Ольга Егорова, гимнастка Алина Кабаева һәм Мәскәү – Хельсинки төркөмө рәйесе Людмила Алексеева инә. Бынан тыш, исемлектә Людмила Путина, Татьяна Юмашева (Б. Ельциндың ҡыҙы), Наина Ельцина кеүек билдәле шәхестәргә «ҡағылышлы» ҡатын-ҡыҙҙар, депутаттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар, артистар бар.
Рейтингыны төҙөүселәр белдереүенсә, бындай исемлек бығаса булмаған.

Мосолман илдәренең биш иң уңышлы сәйәсмән ҡатын-ҡыҙы

Көнбайышта оҙаҡ ҡына ваҡыт, ислам илдәре ҡатын-ҡыҙҙары тулыһынса ир-атҡа бәйле, тигән фекер йәшәне. Йәнәһе лә, был тарафтарҙа гүзәл заттың хоҡуғы ла юҡ, йөрөй шунда иренең күләгәһе булып. Әммә үткән йөҙ йыллыҡтың икенсе яртыһынан һуң мосолмандар өҫтөнлөк иткән дәүләттәрҙең әле тегеһендә, әле быныһында йәмәғәт эшендә, сәйәсәттә лә берҙәй уңыш яулай барған ҡатын-ҡыҙҙар донъяға таныла башланы. Был осраҡта йыш ҡына Иордания батшабикәһе Ранияны телгә алалар. Шулай ҙа демократик юл менән власҡа килгән башҡа байтаҡ ҡатындарҙы атарға була.
Шулай итеп, беренсе урында – Бангладеш Премьер-министры шәйех Хасина Вазед.
Ул – бойондороҡһоҙ Бангладештың тәүге етәксеһе, илендә «милләт атаһы» тип йөрөтөлгән Муджибур Рахмандың ҡыҙы, «Авами Лигаһы» партияһы лидеры. Хасина йәштән үк ил йәшәйешендә әүҙем ҡатнашып, әсеһен-сөсөһөн татый. 1975 йылғы түңкәрелеш ваҡытында атаһын, ғаиләнән тағы 20 кешене үлтерәләр, сит илдә булғанлыҡтан, апаһы менән икәүһе генә тере ҡала. Үрҙә телгә алынған партия – уға атаһынан ҡалған «мираҫ». Уның иңендә биш йыл премьер-министрлыҡ, отставка, бер-бер артлы яһалған һөжүмдәрҙә саҡ тере ҡалыу, ришүәтселектә ғәйепләнеп, ҡулға алыныу, илдән китергә мәжбүр булыу, ҡайтыу, һайлауҙа ҡатнашыу, йәнә еңеү. Хасинаның иң ҙур проекты – «Цифрлы Бангладеш», 2021 йылғаса уны ғәмәлгә ашырып, халҡының тормошон яҡшыртыуға булышлыҡ итеү.
Тағы бер билдәле ханым, бөйөктәр исемлегендә икенсе урында тороусы – Беназир Бхутто. Пакстандың 1988 – 1990 һәм 1993 – 1996 йылдарҙағы Премьер-министры.
Беназирҙың атаһы Зөлфикәр Әли-хан (Пакстан Президенты, Премьер-министры) Европала белем ала, үҙе хаҡ мосолман булһа ла, ҡыҙын ислам донъяһына хас булмағанса тәрбиәләй. Илдә хәрби түңкәрелеш булып, атаһы язалап үлтерелгәс тә, властан һәм сәйәсәттән китергә ашыҡмай. Беназир етәкләгән Министрҙар Кабинеты социаль һәм сәйәси реформаларҙа уңыш яулай. Ришүәтсе ире арҡаһында отставкаға ебәрелеп, икенсегә һайланған Беназир нефть ятҡылыҡтарын миллиләштерә, халыҡтың наҙанлығын кәметә, полиомиелитҡа «нөктә» ҡуя, ауылдарға ут үткәртә, халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итә. 1996 йылда ул, иң танылған халыҡ-ара сәйәсмән булараҡ, Гиннесстың рекордтар китабына индерелә. Һәм йәнә лә иренең коррупционерлығы бөтә тырышлығын юҡҡа сығара – Бхутто тағы ла отставкаға ебәрелә. Ире төрмәгә ябыла, үҙен дә ватанынан китергә мәжбүр итәләр. Һигеҙ йылдан һуң иленә ҡайта- ҡайтыуын, әммә 2007 йылда митингыла террор ваҡытында һәләк була.
Өсөнсө баҫҡыста – үрҙә һөйләнгән Хаси­наның дәғүәселәренең береһе Халеда Зиа, Бангладештың 1991 – 1996, 2001 – 2006 йылдарҙағы Премьер-министры, Милли партия лидеры. Был партия уға иренән «мираҫ» булып күсә. Халеда Зиа хөкүмәт башлығы булғанда мәғарифҡа аҡса йәлләмәй, башлан­ғыс белем алыуҙы мотлаҡҡа әйләндерә, ҡыҙҙар өсөн ун йыллыҡ бушлай мәктәптәр астыра. Икенсе мөҙҙәткә һайланғас, 330 кешелек парламентта 30 урынды ҡатын-ҡыҙға бирергә тигән закон сығарыуға ирешә.
Шуны ла билдәләргә кәрәк: был ил Бангладеш Милли партияһы һәм «Авами Лигаһы» партиялары эшмәкәрлеге арҡаһында демократик ил булып китә. Аңлауығыҙса, был ике партияның да башында гүзәл зат тора.
Артабан исемлектә Роза Отунбаева килә. Ул да сәйәсәттә әүҙем ҡайнап, ҡырғыҙстан парламентында оппозицияла тороусы Социал-демократик партия фракцияһын етәкләй. 2010 йылдағы революциянан һуң Күсеш осоро президенты итеп һайлана. Был вазифаһы менән хушлашыр алдынан Бишкәктә Отунбаеваға власты тыныс шарттарҙа тапшырғаны өсөн рәхмәт белдереү акцияһы ла уҙған, имеш. Шуныһы ҡыҙыҡ – 2009 йылда уҡ әле Роза Отунбаева, ҡорманбәк Баҡыев парламенты депутаты булараҡ, «әгәр партия лидеры булһа, йәмғиәттә танылыу яулаһа, шәхси сифаттары менән дә айырылып торһа, ҡырғыҙстанда ҡатын кеше лә президент була алыуын» әйткән.
Төркиәнең гүзәл заттан булған тәүге һәм әлегә берҙән-бер Премьер-министры Тансу Чиллер ҙа иң танылған бишәү иҫәбендә.

Әйткәндәй

Бына ниндәй тос исемлектәр ята алда. Уларға Башҡортостандағы сәйәсмән һәм арыу ғына йоғонто яһай алырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙы ла өҫтәһәк... Ир-уҙамандарға хәүефләнергә лә урын бар шул. Бер аҙ көлөңкөрәп әйткәндә, ғаиләлә дилбегәне тартыусылар­ҙың да исемлеген төҙөп ҡараһаҡ, күкрәктәрен киреп, сәстәрен ялбырлатып алда барған сая ла, көслө лә, салбарлы… хужабикәләрҙе күрербеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы