RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бай булһаң да, абай бул

02.03.2012 Бай булһаң да, абай бул

Бер дин тотҡан туғанымдың әйткәне иҫкә төштө әле. Донъя хәлдәре тураһында һөйләшеп ултырабыҙ ҙа, илдә фәҡир­ҙәрҙең артыуы тирәләй ҙә һүҙ булып алды. «Мин дә фәҡиргә инәмдер инде ул, үҙ торлағым да юҡ…» – тиеүемә шундай булғайны яуабы: «Юҡ, һинең эшең бар, юғары уҡ булмаһа ла, хеҙмәт хаҡың үҙеңә етә, һин фәҡир түгелһең, ә бына меҫкенгә тура киләһең». Уныңса, меҫкен фәҡирҙән әҙ генә «өҫтәрәк» тора булып сыҡты. О-оо, улайһа, Рәсәйҙә мин яңғыҙ түгел.
Ошо көндәрҙә байлыҡ өсөн һалым түләүҙе индереү кәрәклеге тураһында хәбәр ишетелде. Хәйер, был турала һүҙ бер биш йыллап ҡына дауам итә ул. Хатта РФ Дәүләт Думаһына закон проекты ла бирелгән булған. Әммә һаман тәғәйен ҡарар сығара алмай ҡаңғыра инеләр. Ниңә был хаҡта тағы иҫтәренә төштө һуң әле?
Властың йәмғиәтебеҙҙәге социаль тигеҙһеҙлекте таныуымы, заман олигархтарының намыҫлы байыуҙарына шикләнеүеме? Берәүҙәр икмәк ҡатыһына зар-интизар булғанда, бәғзеләрҙең яхта, вертолет тотоуы һәм ябай эшсе халыҡ менән бер тигеҙ һалым түләүенең ғәҙел түгеллеген, ниһайәт, аңлаумы? Нисек кенә булмаһын, «абзыйҙыҡы дөрөҫ», байлыҡҡа һалым түләү донъяның күп кенә илдәрендә күптән гөрләп эшләй.
Әлбиттә, күп түгел ул беҙҙә байҙар. Мәҫәлән, минең эргә-тирәлә ундайҙар сәпсим юҡ. Ә шулай ҙа кемдәр эләгә был түләү төркөмөнә?

Автомобилең ҡиммәтле, һалым түлә

Байлыҡҡа һалым түләүҙе индереү буйынса халыҡ менән дискуссия ойоштороу тураһында Рәсәй сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙарының XIX съезында (ағымдағы йылдың 9 февралендә) РФ Хөкүмәте башлығы Владимир Путин тәҡдим иткәйне. ҡыҙыҡ булып китте – әлеге сарала ҡатнашыусыларҙың байтағы шул «яза»ға эләгәсәк бит. Кем үҫешкә инвес­тиция һалмай, үҙенә генә артыҡ аҡса тотона, рәхим итеп, һалым түләһен әйҙә. Ошондай фекер һалына 2013 йылда ил парламентына ебәреләсәк закон проектына. Олигархҡа затлы яхтаһына һалым түләүгә ҡарағанда үҙенең заводына яңы станок алыу (был капитал һалыу тип атала һәм һалым һалынмай) отош­лораҡ буласаҡ.
Әгәр ҙә мәгәр мөһабәт һарайҙар, меңдәрсә гектар ер участкалары, матур диңгеҙ кәмәләре, ҡиммәтле автомобилдәрегеҙ булһа, ҡыйынғараҡ тура килерме икән? Ни генә тимә, съездағылар килешкән дә ҡуйған хөкүмәт башлығы менән.
Беҙҙең ут күршебеҙ «Магнитогорск металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры, «Форбс» журналы исемлегендәге иң бай Рәсәй кешеләре араһында 13 миллиард доллар байлығы менән 11-се урында тороусы Виктор Рашников, ана, нимә тип көлөп ҡуйған: «Яҡшылап уйларға кәрәк тә ул, ну-у, әгәр ваҡыты килеп еткән икән…». Был яуап Премьер-министрҙы бик тә ҡәнәғәтләндергән.
Шуныһы ла бар – һалым тураһында ишетеү менән байҙар затлы әйберҙәрен йәшерә башлаясаҡ, әҙәйтеп күрһәтергә, беҙгә аңлайышлы тел менән әйткәндә, бахырланырға оҫтарасаҡтар.
Автомобиль 3,5 миллион һумдан ҡиммәтерәк торһа, ул – «артыҡ» байлыҡ. Кострома ҡалаһында уҙған тематик «түңәрәк өҫтәл»дә шундай тәҡдим булған.
Тағы бер тәҡдимгә ярашлы, байлыҡ һалымы 30 миллион һумдан ашыуыраҡ торған күсемһеҙ милке, өс миллион һумдан ҡиммәтлерәк автомобиле булғандарға ҡағыла. 1991 йылға тиклем үк ҡиммәтле йортҡа хоҡуғы булған, аҙаҡтан уны хосусилаштырғандар «байлыҡ һалымы» категорияһына индерелмәй. Мәҫәлән, Мәскәүҙең Тверь урамында 3 – 4 бүлмәле фатирҙа электән йәшәүсе аҫабалар, Переделкинола ҙур йортло ғалим, яҙыу­сылар ғаиләләре.
РФ-ның иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина белдереүенсә, әле һалым күләме иҫәпләнә. Шулай ҙа 1000 квадрат метр һәм унан ҙурыраҡ майҙанлы фатир һәм ҡеүәте 250 ат көсө менән үлсәнгән автомобиль хужаларына «әҙер торорға» кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта, 1000 квадрат метрлы фатирҙар бик әҙ ул, тип ризаһыҙлыҡ белдергән кеүегерәк әйтеп ҡуйған «Penny Lane Realty» элиталы күсемһеҙ милек һатыу департаменты директоры Александр Зиминский. Мәскәүҙә ундайҙар бер тиҫтә самаһы ғына, ә башҡа төбәктәрҙә юҡтыр ҙа әле, моғайын.
Шуныһы ла бар: олигархтарҙың сит илдәге күсемһеҙ милке беҙҙә һалымға дусар ителә алмай. Уларға ситтә ҡиммәтле йорттар алыр өсөн капитал сығарыуға һалым индереү менән ҡамасауларға мөмкин.

Һәр төбәктең үҙ байы, үҙ һалымы…

Ярай, закон ҡабул ителде ти, тик ул һалымдан килгән аҡса ҡайҙа китәсәк, уны кем һәм нисек тотонасаҡ? Аналитиктар фекеренсә, һалымдың төбәктәргә ярашлы һалыныуы отош­лораҡ булыр ине. Был бер нисә мәсьәләне хәл итә ала. Беренсенән, төбәккә ҡарап, теге йәки был байлыҡтың хаҡын «төҙәтергә» мөмкин. Икенсенән, урындағы бюджетҡа аҡса түләү байға һалымсыларҙан ҡасмаҫ өсөн өҫтәмә стимул буласаҡ, йәғни «ҡалын кеҫәле» кеше, үҙенең аҡсаһының бер өлөшө аныҡ эштәргә йүнәлтелеп тороуын күреп, һумдары менән йәлләмәй хушлашасаҡ. Әллә инде…
«Беҙ был закондың берҙәм федераль булыуын теләмәйбеҙ. Һалым йыйымдары ул тупланған төбәк мәнфәғәттәренә тотонолһа, һөҙөмтәлерәк буласаҡ», – тигән Рәсәй Фәндәр академияһының Социологик белем биреү үҙәге директоры, политолог Александр Согомонов.
Һалым үҙе байҙар һәм ярлылар арауығы ҡырҡа алыҫ булған бөгөнгө Рәсәй йәмғиәтендә бик көнүҙәк. Бер яҡтан, байҙарға өҫтәмә һалым әҙ тәьмин ителгән граждандарға бер сигнал кеүек ҡабул ителә, йәнәһе, власть ғәҙел йәмғиәт төҙөргә әҙер. ҡыуанайыҡмы быға, юҡмы? Шулай ҙа күбегеҙҙә, байҙарға шул кәрәк, тигән уй тыуғандыр әле.

Кем, күпме түләй?

Һалым тарихы боронғо быуаттарға барып тоташа. Уны Боронғо Римдә барлыҡҡа килгән тиҙәр. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙға 200 грамдан да ауыр алтын тағып урамға сығыу тыйылған. Мәжлескә лә 100-ҙән ашыу кеше саҡырылһа, хужаға арыу ғына түләргә тура килгән.
Урта быуаттарҙа Бөйөк Британия әлеге һалым төрөн «күсереп алған». XVIII быуаттан башлап екке аттарға, һунар эттәренә, хатта пудраға ла түләүҙәр булған. Бөгөн дә Англияла 125 – 500 мең фунт стерлинг торған күсемһеҙ милеккә (250 меңгәсәһенә – бер процент, унан ҡиммәткә өс процент ставка менән), экипаждарға, һунарға, алтын-көмөш һауытҡа, хеҙмәтсе ир тотҡан өсөн һалым бар.
Норвегияла иһә бөгөнгәсә шоколадҡа һалым ҡаралған. XX быуат башында ул элиталы аҙыҡ һаналған, шуға ла уға юғары пошлина билдәләнгән. Ә ҡытайҙа косметика ҡуллан­ған өсөн һалым йыйыла.
Европа илдәренең байтағында байлыҡҡа һалым көрсөккә ҡаршы сара булараҡ индерелгән. Мәҫәлән, Испанияла былтыр ғына мөлкәте 700 мең евронан ашып киткән граждандар өҫтәмә һалым түләй башлаған. Уның ставкаһы – 0,2 – 2,5 процент. Грецияла транспорт, затлы тундар ҙа өҫтәмә түләүгә дусар ине. Хәҙер был исемлеккә йорттарында бассейны булыусылар ҙа эләкте.
Францияла байлығы 1,3 миллион евроны тәшкил итеүселәр ҙә дәүләткә түләй. Литвала бер миллион литтан ашыу торған күсемһеҙ милеккә эйә булыусылар ҡаҙнаны байыта, Хорватия, Шри-Ланка, Сингапур, Норве­гияла, ҡытайҙа ҡиммәтле транспорт өсөн түләйҙәр. Чили, Тунис кеүек илдәрҙә лә байлыҡ һалымы ставкалары юғары.
Күп илдә байҙар ҡиммәтле әйбер һатып алғанда уҡ һалым түләй. Мәҫәлән, Төркиәлә автомобиль алғанда 7 – 40 процент һалым һалына. Алжирҙа иһә ставка хатта 110 процент­ҡа уҡ етә.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһылыр илдән аныҡ тәжрибә туплап, өлгө алып булмай – һәр береһенең үҙ тарихы, үҙ йолаһы.

Бюджет байыясаҡ?!

ҡиммәтле торлаҡтан һалым күп йыйылыр тигән өмөт тә юҡ. Ә бына транспорт һалымынан килем арыу ғына буласаҡ. Ставкалар билдәләнмәгән-билдәләнеүен, бәлки, йылына 50 мең һумға етер.
Байлыҡ һалымын түләргә тейешле категорияға инеүселәр Рәсәй халҡының ун процентынан да артмай.
Әлеге төр һалым бюджетҡа йылына 200 – 250 миллиард һум өҫтәмә аҡса килтерәсәк, тип иҫәпләп ҡуйған ҡайһы берәүҙәр. Сағыштырыу өсөн: был сумма бәләкәй эшҡыуарлыҡтың ябайлаштырылған бөтә төр һалымына тиң. Уйлап ҡарағыҙ әле – бер нисә генә олигарх бюджетты миллионлаған ваҡ эшҡыуар, фермер кеүек үк тәьмин итә ала.
Тағы бер нәмә: әгәр ҙә йыллыҡ эш хаҡы өс миллион һумдан артығыраҡ булғанда килем өсөн һалым индереү ҙә шәп булыр ине. Был осраҡта илдең 500 иң бай кешеһе генә лә бюджетҡа йөҙәрләгән миллиард һум аҡса түләйәсәк.
Байлыҡҡа һалым һалыуҙың ришүәтселеккә ҡаршы һөҙөмтәһе лә буласаҡ, тип ышандыра белгестәр. Мәҫәлән, ҡиммәтле объектҡа, кем исеменә яҙылыуына (йыш ҡына чиновниктар мөлкәтен ҡатынына, балаларына яҙа) ҡарамаҫтан, барыбер һалым һалырға. Был хоҡуҡ һаҡлау органдарына кәрәк булғанда мөлкәттең ысын хужаһына «сығыр» өсөн уңай.
Эксперттар фаразлауынса, байлыҡҡа һалым индереү бар эштәрҙең башы ғына әле.

Әйткәндәй

Был һалым бер нисек тә урта класҡа ҡағылырға тейеш түгел. Тиҙҙән байҙарыбыҙ был кәрәкмәгән «йөк»тән арыныу яғын ҡарай башлармы, йә илдән сығып ҡасырмы? Һәр хәлдә лә, «текә» машинаға ултырып елдереүсенән ауыҙҙы ус менән ҡаплап булһа ла көлөп ҡалырға форсат тейер. Бәлки, беҙ, меҫкендәр, һеҙҙең һалымдан килгән аҡсаға ирәйеп йәшәйбеҙ, тип тә көлөрбөҙ. Әлегә был хыял ғына…










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы