17.02.2012 “Балалар суициды” төшөнсәһенең барлыҡҡа килеүенә кем ғәйепле?
Донъяла яңылыҡтар иҫ киткес күп ул. Байҡай китһәң, хатта бер көн хәбәрҙәрен күп томлыҡ китапҡа тупларға мөмкин. Уңыштар, өшөп-туңыуҙар, ер тетрәүҙәр, һыу баҫыуҙар, көрсөк эҙемтәләре, урам сыуалыштары, ил эсендә ыҙғыш, киләсәккә күҙаллауҙар, вәғәҙәләр һәм алдауҙар – барыһы ла бар көнитмешебеҙҙә. Уларҙың һәр береһендә кеше яҙмыштары сағыла. Яҙмыш-йәшәйеш тигәндән, беҙ күбеһенсә өлкәндәргә ҡағылышлы нәмәләр хаҡында һүҙ йөрөтәбеҙ. Улар майҙандарға сыға, тормошҡа ҡәнәғәтһеҙлек белдерә, аҡса етмәй, тип зарлана, сир-сырхауҙан ғазаплана һ.б. Ә һәр бер өлкән кеше янында бала ла бар бит әле. Янында тигәнем – өйөндә инде, ғаиләһе-ҡәлғәһендә. Улар бөгөн үҙен нисек тоя һуң? Киләсәкте күҙаллағанда тап уларҙың яҙмышын фаразлайбыҙ ҙа баһа.
Ниңә?!
Шуныһы өркөттө әле – бер нисә көн элек виртуаль донъялағы сайттарҙың береһендә “Рәсәй балаларын юғалта” тип яҙып сыҡтылар. Мәҡәләнең исеме генә лә тертләтә. Хәйер, интернеттағы һәр нәмәгә ышанырға ла кәрәкмәй, шулай ҙа ниңәлер ысынбарлыҡ яҙылған кеүек. Балалар – беҙҙең киләсәк. Улар юҡ икән, алдағы йылдарға пландар ҡороуҙың мәғәнәһе лә юҡ. Юҡ тигәнем бигерәк киҫкен яңғырамаһын. Аллаға шөкөр, сабыйҙар тыуа. Хатта айырым ғаиләләрҙә ишле булып донъяға килә. Ошонда бер замандашымдың: ”Һан ғына мөһим түгел бит, сифат мөһим. Бер ғаиләлә һигеҙ бала үҫкән. Әле уларҙың яртыһы эсеп үлеп бөткән, әсәй кеше бер улынан туҡмала. Бында һандан ни фәтүә?” – тигән һүҙҙәре иҫкә төшә. Тәрбиәле йәмғиәттә генә һан менән сифат лайыҡлы тигеҙләшә ул. Власҡа ышанысын юғалтҡан, түрәләр тарафынан онотолған, ҡиблаһын таба алмай ҡаңғырған, күбеһе эшһеҙ өлкән кешеләр нисек бала тәрбиәләй алһын?
Бала аҡыл йәһәтенән һәм социаль яҡтан камил булһын, нормаль үҫешһен өсөн ғаилә иҡтисади тотороҡлоҡ стандартына (СЭУ) тура килергә тейеш. Был, ғаилә килеме йәшәү минимумынан кәмендә ике тапҡыр юғары булырға тейеш, тигәнде аңлата. Артабан ҡушыу-алыу ысулын ҡулланып, әсә бәләкәй бала менән өйҙә ултырһа, ғаиләнең тотороҡло тигән үлсәмдән автоматик рәүештә төшөп ҡалыуын иҫәпләп сығарыуы ауыр түгел. Тотороҡһоҙ, тимәк, фәҡирлеккә бер нисә генә аҙым. Бөгөнгө ғаиләләрҙең хәлен аңламаһа, аҡылға үтә зәғиф кеше генә аңламаҫ. Фәҡирлектә иһә тәрбиәнең камил булыуы ҙур шик тыуҙыра. Шунда бөрөләнмәйме икән балала енәйәт, суицид тураһында уй? Ғөмүмән, бала ғына кеше үҙен-үҙе үлтереү тураһында уйларға тейешме ул?
Бөгөн, ил башлығы вазифаһына “ярыш” финиш һыҙығына яҡынлашҡан мәлдә, беҙ ил халҡын ысын мәғәнәһендә сифатлы йәшәйеш менән тәьмин итә аласаҡ кешене генә хупларға, еңеүенә булышлыҡ итергә тейешбеҙ.
Эйе, тәрбиә менән сәйәсәт икеһе ике нәмә. Әммә аҡыллы сәйәсмәндәр тәрбиәнең беҙҙең йәмғиәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө булыуын аңлай. Аңлай ҙа ул, тик әлегә “бөгөнгө балалар әллә ниндәй...”, ”туҡһанға еткән ҡарт йәшәргә тырышып ятҡанда үҫмер баланың үҙенә ҡул һалыуы баш етмәҫлек нәмә бит!”, ”был сибек ҡыҙыҡай ниңә тәмәке ҡапҡан?” кеүегерәк аптырау ҡатыш хәүефләнеүҙәр йыш-йыш ишетелеп тора. Әле ҡасан ғына балалар икенсе төрлө ине, бөгөн ниңә шундайҙар һуң?
Күп бала үҫтергән оло быуын кешеһенең ҡайһыһынан ғына балаларын нисек тәрбиәләүҙәре хаҡында һорама, беҙ эштә булдыҡ, бер-береһен ҡарашып үҫтеләр инде, тигән яуап алабыҙ. Бөгөн телевизор, компьютер – төп тәрбиәсе. Уларҙа – донъялағы “текә” яңылыҡтар: әлеге лә баяғы урам болалары, митингылар, енәйәтселәрҙе баҫтырыу (улар йә тотола, йә юҡ, уның ҡарауы, нисек енәйәт ҡылырға теүәл инструкция бирелә), сәйәсмәндәрҙең талашыуы һ.б.
Рәсәй киләсәге маргиналлаша?!
Аҙна башында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Балалар фонды (ЮНИСЕФ) менән Бойондороҡһоҙ социаль сәйәсәт институты “Рәсәйҙә балалар хәле анализы: тигеҙ мөмкинлектәр йәмғиәтенә йүнәлгәндә” тигән доклад менән сығыш яһаған. Документ авторҙары 1991 – 2000 йылдар менән сағыштырып, беҙҙең илдәге бөгөнгө балаларҙың хәлен байҡаған. Тикшеренеүҙәр уйландырырлыҡ. Үрҙә телгә алынған институт директоры Лилиә Овчарова белдереүенсә, элегерәк ярлылыҡ ололарҙың йәшәйешенә ҡағыла, тип фекер йөрөтөлһә, хәҙер инде балаларҙың ғүмерендә лә ҙур роль уйнауын асыҡ күрергә мөмкин.
Бер аҙ һандарға ла туҡталайыҡ. Бөгөн Рәсәйҙә балалар һаны, 2000 йыл менән сағыштырғанда, 7,5 миллионға кәмеп, 26 миллион самаһы тәшкил итә. Барлыҡ ғаиләләрҙең ни бары 25 проценты ғына балаларын артыҡ проблемаһыҙ аҫрай ала. 50 проценты – ауырлыҡ менән, ә тағы ла 25 проценты бөтөнләй тәрбиәләй алмай. 2000 йылдан алып илебеҙ сабыйҙарын балалар баҡсаһына урынлаштырыу ҡырҡа ауырайған. Баҡсаларға урынға сират илдә ете тапҡырға тиерлек артҡан. Бөгөн 1,9 миллион бала урын көтөргә мәжбүр.
Йәнә бер фекергә ҡолаҡ һалайыҡ. Мегаполистың гуманитар үҫеше институты директоры Татьяна Малева һүҙҙәренсә, йәмғиәт һәр ваҡыт фәҡирлек өсөн яуап бирә, ә бына балалар фәҡирлеге үтә ҡиммәткә төшә, сөнки был маргиналлаштырыуға килтерә. Бынан нимәне аңларға кәрәк? Тимәк, дәүләт өсөн тыуымдың артыуы ғына мөһим булырға тейеш түгел, ә иң мөһиме ул – йәшәү сифатын күтәреү.
Иҫегеҙҙә булһа, үҙенең йәшәү рәүеше, донъяға ҡарашы, йәмғиәттә тотҡан урыны менән дөйөм массанан айырылып торған кешегә, маргинал, тиҙәр. Маргиналлаштырыуҙы гражданлыҡ йәмғиәтенең тарҡалыуы, кешеләр араһында традицион бәйләнештәрҙең өҙөлөүе, эстетик, әхлаҡи, хоҡуҡи нормаларҙың боҙолоуы, кешеләрҙең эш-ғәмәлен контролләмәгән властарға, демагогтарға, авантюристарға бәйлелеге тип тә ҡарарға мөмкин. Балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе маргиналлаштырыу иһә үтә етеҙ темптарҙа бара. Бер нисә генә ҡурҡыныс күрһәткескә туҡталғанда ла бының тап шулай булыуына шик ҡалмай. Мәҫәлән, 14 йәшкә тиклемге балалар араһында енси юл аша тапшырылған сирҙәрҙе йоҡтороу өлкәндәрҙекенә ҡарағанда ла күберәк. Ә инде иҫәптә тороусы йәш, улай ғына түгел, алкоголик балалар һаны 2000 йылдарҙан һуң 1,6 тапҡырға күбәйгән. ВИЧ таралыу йәһәтенән бөгөн Рәсәй Европалағы иң ҙур эпидемияға дусар. Тәмәкеселәргә лә туҡталмай мөмкин түгел – беҙ бәләкәй “тәмәжник”тәребеҙ арҡаһында тәмәке төтөнө менән үҙен ағыулаған үҫмерҙәр һаны буйынса донъяла дүртенсе урында торабыҙ. Барлыҡ 15 йәшлек малайҙарҙың 30 проценты тәмәке тартһа, ҡыҙҙарҙың 17 проценты был насар ғәҙәткә ылыҡҡан.
Тағы шуныһы – үҫмерҙәр суициды буйынса беҙ Европала беренсе урында киләбеҙ.
Суицидты еңә алмаһаҡ, яңырыштар, алға ынтылыштар кем өсөн?
Суицид тигәндән, әле бер-ике аҙна элек кенә Мәскәүҙә бейек йорттан һикереп, үҙ теләге менән сәскәләй ғүмерен өҙгән ике үҫмер ҡыҙ тураһында шаулаштылар. Бындай фажиғәләр, үкенескә күрә, илебеҙҙең әле бер, әле икенсе төбәгендә булып ҡына тора. Ана, Иркутск өлкәһенең Ангарск ҡалаһында йәшәгән үҫмерҙең үлемендә (фажиғә көҙөн булған) уҡытыусыны ғәйепләйҙәр. Һәләк булған үҫмер класс етәксеһе менән конфликтҡа ингән. Үлерҙән алда ғына уҡытыусыһы уны етди һөйләшеүгә кабинетына саҡыртҡан булған. Был инцидент уңайынан енәйәт эше асылған.
Шул билдәле: телевидение барлыҡҡа килгәндән һуң балалар суициды илебеҙҙә 1000 тапҡырға артҡан. Бында ата-әсәләргә уйланырға урын бар. Рәсәйҙең бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Павел Астахов фекеренсә, илдәге үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙарҙың рәсми күрһәткесе ысынбарлыҡтан әллә нисәмә тапҡыр әҙерәк. РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылда 983 бала суицид ҡылған. Рәсәй статистикаһы иһә 1576 һанын килтерә. Ә Бала хоҡуҡтары буйынса упономоченный, әлеге күрһәткес 1800-гә еткән, тип белдерә.
Генераль прокуратура асыҡлауынса, үҙенең ғүмерен өҙөүселәрҙең 62 проценты ғаиләләге конфликттар, етешһеҙлек, уҡытыусылар менән аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында яҡты донъянан китә. Йәнә бер мәғлүмәт: халыҡ-ара тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, суицид ҡылырға маташҡан үҫмерҙәрҙең 70 проценты эскелек, наркотик менән мауыҡҡан. Бында артыҡ һүҙ ҡуйыртып тороуҙың кәрәге юҡ. Етеш тормош, насар ғәҙәттәрҙән мөмкин тиклем алыҫ тороу, камил ҡануниәт – бына ошолар беҙгә бөтә проблемаларҙы еңергә булышлыҡ итәсәк.
Әйткәндәй
Бер нисә көн элек интернет селтәрендә Мәскәү янында, Балашихала, үҫмерҙәр бандаһының 27 кешене үлтереүе тураһында хәбәр күренде. Енәйәти төркөмдө 14 – 16 йәшлектәр булдырған, араларында лидер булып һөнәри урта уҡыу йорто уҡыусыһы менән һигеҙенсе класс балаһы торған. Шуныһы ҡурҡыныс: банда, башлыса, Кавказ һәм азиат йөҙлөләрҙе талаған, үлтергән. Етмәһә, һөжүмдәрен телефондың видеояҙмаһына төшөрөп, интернетҡа ҡуйғандар. Енәйәт эше асылған, тикшереү бара. Үҫмерҙәргә кеше үлтереү һәм талау, милли юҫыҡта ыҙғыш тыуҙырыуға йүнәлтелгән енәйәттәре өсөн яуап бирергә тура киләсәк.
Был тәңгәлдә беҙгә дөйөм модернизациялау менән инвестиция йәлеп итеү генә ярҙам итмәйәсәк...
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе