RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иң мөһиме – өйҙәге һауа һәйбәт булһын

10.02.2012 Иң мөһиме – өйҙәге һауа һәйбәт булһын

йәки Тәбиғәттең Европаға үсе бар, буғай
Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Георгий Голицын фекеренсә, алда беҙҙе климаттың ҡапыл ғына үҙгәреүе көтә. Ғөмүмән, көн торошо үҙенсәлектәрен әле үк күрәбеҙ, ә артабан тәбиғәт катаклизмдары тағы ла әүҙемләшәсәк, имеш. Хәҙер кеше бер нәмәгә лә артыҡ аптырап бармай инде. Бөгөн бит ғүмерҙә ҡар күрмәгәндәр ҙә тунға төрөнөп, ҡарға шығыр-шығыр баҫып йөрөй. «Урыҫ ҡышы» бөгөн бар ерҙә – Европаны ҡалай баҫты, Урта Азияла ла өшөттөрә, тиҙҙән экваторға ла барып етер, моғайын.
Американың бер ғалимы Библия текстарын ентекле өйрәнә икән. Бына шул кеше дини китапта быйылғы ҡаты ҡышҡа дәлилдәр тапҡан. Ғалим күҙаллауынса, беҙҙе глобаль һәләкәт көтә. Ныҡ һалҡындарҙан Төньяҡ Америка менән Европа арыу ғына зыян күрәсәк. Пред­приятиеларҙың ябылыуы, торбаларҙың, электр, телефон сымдарының туңыуы хаҡында һүҙ алып бара тикшереүсе. ҡайһы бер скептиктар быға ҡаршы төшөп маташа ла ул…

ҡышҡа тун, быйма әҙерләү генә әҙ шул…

Шулай, декабрҙәге йылы һауа торошонан һуң, Европа ҡапыл килгән ҡаты һыуыҡтарҙы күтәрә алмай. Ошо көндәрҙә генә Украинанан Италияғаса ике йөҙгә яҡын кеше һалҡында һәләк булған. Был күрһәткес көндән-көн арта. Европа ысын мәғәнәһендә туңып бара. Бигерәк тә Көнсығыш Европа зыян күрә.
Ана, ғинуар баштарында уҡ буран Альп тауҙарында ғына күпме туристы ҡамап һалып ҡуйҙы. ҡыҙыҡ, тәүҙә был тирәләге курорттар ныҡ йылы булғанға миҙгелде аса алмай йонсоно, аҙаҡ күмәртәләп ҡар яуып ебәрмәһенме! Рәсәйҙән барған утыҙ меңләп турист илебеҙгә саҡ ҡайтып йығылды бит. Бына һиңә тау саңғыһы. Һуң, үҙебеҙҙең Абҙаҡҡа килһәләр ни була.
Францияла ла Рәсәй альпинистарын эҙләп бер булдылар. Йәл, тапҡанда улар тере түгел ине инде.
Мәҫәлән, 2 февралдә Польшала термометр 32 градус һыуыҡты күрһәткән, туғыҙ кеше үлгән. Ә аҙна буйынса ҡорбандар һаны утыҙға еткән. Балкандағы ҡаласыҡтарҙа көслө ҡар яуыуҙан меңдәрсә кеше «оло донъяға» сыға алмай ҡамалып ҡала. Ә Болгарияла иһә бындай сатнама ҡыш инде 100 йыл булмаған. Италияның Болонья ҡалаһы тирәһендә лә 27 йыл һыуыҡ күрмәгәндәр. Венецияла 80 йыл эсендә тәүге тапҡыр каналдар туңған. Етмәһә, унда тиҙҙән меңдәрсә туристы йәлеп иткән карнавал башланырға тейеш. Нишләрҙәр икән? Босния менән Хорватияла ла ҡот осмалы буран булған, хатта икешәр метр бейеклеккә еткән көрттө махсус техника ла йырып сыға алмай хитланған. Сербия хөкүмәте илдә ғәҙәттән тыш хәл иғлан иткән. Бөйөк Британияла ҡарҙың күпләп яуыуы арҡаһында самолеттар ҙа оса алмай тора. Румынияла ҡаты температураны күтәрә алмайынса 22 кеше үлгән…
Урта Азияла ла һыуыҡ. Беҙгә яҡын ҡаҙағстандың Павлодар ҡалаһында ғинуар­ҙың һуңғы көнөндә һыуыҡ 43 градусҡа еткән. Был көндәрҙә Тажикстан мәктәптәре лә бушап ҡалған – илдең Мәғариф министрлығы ныҡ һалҡындарҙа балаларҙы өшөтмәҫкә була дәрестәрҙе үткәрмәй торорға тигән ҡарар сығарған. Ә уҡыусыларҙың ҡышҡы каникулы 31 ғинуарҙа ғына тамамланған булған. Ғөмүмән, Тажикстанда әлеге ваҡытта электр энергияһын да самалап ҡына тотоналар.
Үкенескә күрә, синоптиктар, февраль урталарына тиклем ошондай көн торошо һаҡланасаҡ, тип фаразлай. Беҙ, һыуыҡтарға өйрәнгән кешеләр, түҙербеҙ ул, бына быға тиклем еңел-елпе кейенеп, ҡышын да туфлиҙа ғына йөрөгән наҙлы европалар нишләр? Уларҙа беҙҙең сабыр менталитет та юҡ. Әлбиттә, бер нәмә лә мәңгелек түгел, һыуыҡтар ҙа үтер. Ә бына түҙеүҙәре…
Әйткәндәй, ҡайҙалыр, нимәлер кире булмаһа, беҙҙең планетала йәшәү ҙә ҡыҙыҡ булмаҫ ине. Европа менән Тажикстан туңа, ә беҙ яратҡан АҡШ-та, теүәлерәге Вашингтонда, 21 градус йылы һәм сейә сәскә ата икән. Бында аномаль йылылыҡ. Һуңғы 40 йыл эсендәге иң йылы температура теркәлгән.
Тәбиғәт беҙҙең менән әллә шаяра, әллә ниҙер хаҡында иҫкәртә, аныҡ ҡына әйтеү ҡыйын. Шулай ҙа, көн торошо нимә ул, иң мөһиме – донъяла тыныслыҡ булһын… тиер ҙә ҡуйыр инек, анау тиклем ер тетрәүҙәр ҙә ҡурҡыныс, улар ҙа тәбиғәт «эше». Һәр хәлдә, был аномаль көндәр кемдәргәлер йыртыҡ эргәһенә тишек кеүек ул, бер уйлаһаң. Бигерәк тә әллә ниңә Европаға көс төшә. Халыҡ елкәһенә төшкән проблемалар бер ҙә һыуыҡтан ҡасып китмәй.

Греция көрсөк лабиринтынан сығырмы?
Эйе, Греция бөгөн ауыр мәл кисерә. Евросоюз илдәре етәкселәре күмәкләп уйлап-уйлап та, уны нисек ҡотҡарырға белмәйҙәр, буғай. Ил түрәләре 15 меңләп дәүләт хеҙмәткәрен ҡыҫҡартыу тураһында ла һөйләшеүҙәр алып бара. Хөкүмәт өс халыҡ-ара кредиторҙың – Евросоюз, Европа Үҙәк банкыһы һәм Бөтә донъя валюта фондының талабын үтәргә тейеш: хеҙмәт хаҡтарын, пенсияларҙы кәметергә. Әгәр дәүләт сығымдары ла әҙәйтелмәһә, Афина облигацияларҙы ҡаплау өсөн 14,5 миллиард евро ала алмаясаҡ. Ул саҡта инде 20 мартҡа илдә дефолт иғлан итеүҙән башҡа сара ҡалмаясаҡ.
Был хәл бөтә Европаның «башына ауыр таяҡ». Греция банкрот булһа, Германия – 12,41, Франция – 10,69, Бөйөк Британия – 3,25, Бельгия – 1,9, Италия 1,87 миллиард дол­ларын юғалтасаҡ. Хатта АҡШта ошо иҫәптә.
Греция властары төрлөсә саралар күҙаллап ҡарай, әммә бер эш тә ҡыра алмай. Халыҡ, илдәге хәл менән риза булмайынса, бер тәүлеккә забастовкаға ла сыҡты. Тимер, диңгеҙ юлдарында өҙөклөк булған, йәмәғәт транспорты урыны менән туҡтап торған, акцияла табиптар, уҡытыусылар, төҙөүселәр, ҡайһы бер дәүләт, банк хеҙмәткәрҙәре ҡатнаш­ҡан.

Кем – велосипедта, кем – вертолетта
ҡытай ҙа дәүләт хеҙмәткәрҙәре тормошона яңылыҡ индерергә уйлай. 2011 – 2015 йылдарға иҫәпләнгән 12-се биш йыллыҡта юлдар­ҙы түрә машиналарынан мөмкин тиклем «азат итеү», энергия ресурстарын экономиялау өсөн өп-өр яңы реформа башларға ниәтләйҙәр. Дәүләт учреждениеларының автомобилдәре аҙнаның бер көнөндә файҙаланылмаясаҡ. Эш буйынса чиновниктарға йәйәү йә йәмәғәт транспортында йөрөргә тәҡдим ителә. Анығыраҡ туҡталғанда, түрәгә йомош менән бер саҡрым арауыҡҡа барырға кәрәк булһа, ул – йәйәү, өс саҡрым алыҫлыҡҡа велосипедта бара, биш саҡрымға йәмәғәт транспортына ултырырға мөмкин. Был яңылыҡ тәүҙә тәжрибә рәүешендә индерелә.
Ә беҙҙекеләр иһә, киреһенсә, түрәләрҙе юғарыраҡ мендермәксе – Мәскәү транспорт департаменты баш ҡала чиновниктарын вертолетҡа ултыртыу яғын хәстәрләп ята, имеш. Бөтә түрәләргә лә ҡағылмай был, ә «мигалка»ла йөрөп, рулдәге ябай халыҡтың йәнен көйҙөргән ҙу-ур кешеләргә тәғәйен яңылыҡ. Эксперттар фекеренсә, вертолетты файҙаланыу Мәскәү юлдарын иркенәйтергә булышлыҡ итәсәк, имеш, тик кеҫәгә лә арыу ғына һуғасаҡ. Сығымдар миллиард һумдар менән иҫәпләнә. Әле баш ҡалала «мигалка»лы 887 автомобиль бар.
Велосипедҡа, әйҙә, ҡытай түрәләре ултыр­һын. Беҙҙекеләрҙе йөрөргә өйрәтергә кәрәк тәүҙә. Ә вертолетта – анһат, эргәлә пилот. Аҡса ни беҙҙә бер муҡса ул.
Шул уҡ ваҡытта, Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәте башлығы Игорь Артемьев илдәге чиновниктарҙың яртыһын ҡыҫҡартырға тәҡдим иткән. Ә кемдәр ҡала, уларҙың хеҙмәт хаҡын ике тапҡыр күтәрергә кәрәк икән. Был дәүләттең иҡтисадҡа йоғонтоһон кәметәсәк. Хәҙер түрәләрҙең күбеһе бизнесҡа эшләй, шунан «туйыналар ҙа». Тағы бер мәғлүмәт: әле Рәсәйҙә чиновниктар бөтә республикалары менән элекке Советтар Союзындағыға ҡарағанда ла күберәк, имеш.

Әйткәндәй

Түрә тигәндән, уларҙың береһенә лә еңел түгел был көндәрҙә. Евро­паныҡыларға ла, «ҡыҙыу» ғәрәп яҡтарыныҡыларға ла, хатта беҙҙекеләргә лә.
Николя Саркози: «Мин Медведев менән һөйләшергә теләйем…» – тип бер көн буйы хыялланып йөрөгән.
Франция Президенты беҙҙеке менән нимә тураһында әңгәмәләшергә теләй һуң? Шул бер балыҡ башы: Сүриәгә һөжүм итә алмай йонсойҙар бит.
Николя әфәнде Сүриә буйынса БМО резолюцияһына арҡыры торған Рәсәйҙе «һындырырға» самалай. «Медведевҡа шылтыратып, Меркель ханым (Германия канцлеры) рөхсәте менән ике дәүләт исеменән һөйләшәсәкмен», – тигән дә ул. Әммә Дмитрий Медведевтың матбуғат секретары Президенттың көн тәртибендә әлегә Саркози менән һөйләшеү ҡаралмауы тураһында белдергән.
Былары ярай әле телефондан ғына аңлашмаҡсы, ә Бөйөк Британияның сит ил эштәре министры Уильям Хейг әфәнде Рәсәй менән ҡытайҙы (ул да Сүриәнең эске эштәренә ҡыҫылмауҙы хуп күрә) Сүриә халҡына хыянатта ғәйепләп маташа. Шул уҡ ваҡытта Ливияның баш ҡалаһы Триполиҙа Рәсәйгә ҡаршы акция ойошторғандар. АҡШ Сүриәләге илселеген япҡан, ә Бөйөк Британия Дамасктан үҙенең дипломатын консультация өсөн ҡайтарып алған.
Беҙҙең Сергей Лавров Сүриә Президенты Бәшәр Асадты оппозиция яҡлылар менән һөйләшеүгә күндереп, әлеге мәлдә ошо тынғыһыҙ илдә йөрөй. Сүриә халҡы Рәсәй делегацияһын илебеҙ флагтарын тотоп шатланып ҡаршы алған. Улар белә: әгәр Рәсәй менән ҡытай Американың яуыз ниәтенә ҡаршы тормаһа, иртәгә был бәләкәй генә ғәрәп илен дә Ливия яҙмышы көтә.
Ә ҡорбандар арта. Тәбиғәт ҡорбандары ла, кеше ғәйебе менән ирекһеҙҙән донъя менән хушлашыусылар һаны ла.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы