RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙҙе Америка ғына үҫтерешмәһә…

03.02.2012 Беҙҙе Америка ғына үҫтерешмәһә…

йәки Рәсәй көсһөҙ булһа, кемгә кәрәк?
Европа илдәре етәкселәре уртаҡ валюталарын ҡотҡарыу өсөн ғәҙәттән тыш саммитҡа йыйылды. Бельгияның баш ҡалаһында уҙған Евросоюз илдәре йыйынында евроны һаҡлап ҡалырға 82 миллиард (әлбиттә, евро) тотоноу хаҡында ла телгә алынды. Был сумманы 2007 – 2013 йылдарға иҫәпләнгән берҙәм бюджет фондынан алмаҡсылар. Евросоюз дәүләттәре «бюджет дисциплинаһы» хаҡында һүҙ йөрөтә. Нимәне аңлата һуң әлеге «тәртип»? Ул социаль программаларҙы ҡыҫҡартыу, имеш. Был һүҙҙе ишетеү менән Бельгия халҡы баш күтәрҙе. Эйе, унда беҙҙәге кеүек теш ҡыҫып торорға ла эшкинмәй­ҙәр. Илдә инде ике тиҫтә ЙЫЛ самаһы күрелмәгән забастовка ойошторолдо. Эшкә уҡытыу­сылар, табиптар, журналистар, магазин хеҙмәткәрҙәре, коммуналь хужалыҡ эшселәре, «Ауди», «Вольво» заводтары белгестәре һ.б. байтаҡ ҡына һөнәр кешеләренең ярайһы ғына бер өлөшө сыҡманы. Ил хөкүмәтенең һалым күләмен күтәреү һәм дәүләт хеҙмәткәр­ҙәренә эш хаҡын кәметеү иҫәбенән бюджет сығымдарын 11,3 миллиард евроға ҡыҫҡартыу хаҡындағы ҡарары шулай өс эре профсоюз ойошмаһы тарафынан ойошторолған олоғара протест менән ҡаршы алынды.
Йәмәғәт транспорты хеҙмәткәрҙәренең дә акцияға дәррәү ҡушылыуы тотош Бельгияла автобус, поездарҙың, самолеттар­ҙың туҡтап ҡалыуына килтер­ҙе. Хатта саммитҡа килеүселәрҙе лә ҙур түрәләрҙе ҡабул итергә әҙер булмаған бер аэропортҡа алып барып төшөргәндәр. Евро ҡалырмы, нисек барлыҡҡа килгән, шулай тиҙ генә юғалырмы? Көрсөк ташлап китергә йыйынмай Европа тирәһен.
Эйе, бығаса Көнсығыштың ғына «нескә»леге хаҡында һүҙ алып барһаҡ, бөгөн Европа «Запад – дело тонкое»ға әйләнә башланы, буғай.
Сүриә болаһын Рәсәй баҫа аламы?

Көнсығыш тигәндән, беҙгә, йәғни Мәскәүгә Сүриәлә ғауға ҡуптарыу­сылар – оппозиция – һәм власть вәкилдәре килеп, үҙ-ара йә дуҫлашып (йә тағы ла нығыраҡ дошманлашып) ҡайтырға тейеш. Рәсәйҙең әлеге саҡырыуы тураһында БМО-лағы даими вәкилебеҙ Виталий Чуркин һөйләне. Мәскәү Бәшәр Асадтың власта ҡалыу-ҡалмауын билдәләй алмай – быны Сүриә халҡы үҙе хәл итергә тейеш. Тап халыҡ, һөйләшеү-килешеүҙәр өҫтәле артында, ә ниндәйҙер айырым бер төркөм түгел. Бында халыҡ исеменән бөтә йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре сығыш яһар­ға бурыслы.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ун ай эсендә хөкүмәткә ҡаршы барған протест акцияларында Сүриәлә ете меңгә яҡын кеше һәләк булған.
Баяғы һөйләшеүгә Бәшәр Асад яғы шундуҡ ризалашҡан, ә оппозиция (Сүриә Милли советы менән Сүриә ирекле армияһы оппозиция ойошмалары араһында иң ҡеүәтлеләре) Кремлдең тәҡдименә бөтөнләй етди ҡарамаған. «Мин ап-асыҡ итеп әйтергә теләйем – беҙҙең позиция үҙгәрмәй, Бәшәр Асад режимы менән бер ниндәй ҙә диалог булмаясаҡ», – тип яуаплаған Сүриә Милли советының башҡарма комитеты етәкселәренең береһе Әбдел Басет. Власҡа ҡаршы баш күтәреүселәрҙең талабы бер – улар әлеге Президентты отставкаға ебәрергә теләй. Шул сағында ғына власть менән һөйләшеү башлаясаҡтар. Ә Бәшәр әфәнде әйтеүенсә, ул ил башлығы урынынан китергә йыйынмай, шәхсән әйткән һүҙҙәренсә, «быны халыҡ теләмәй».
Шуныһы ла бар: Сүриә оппозицияһы ҡайһы бер Көнбайыш илдәренең «ҡанаты» аҫтында, тигән хәбәр ишетелеп ҡала. Шул илдәр БМО-ның Именлек советына әлеге бола ҡупҡан ил буйынса резолюция ла ебәргәйне. Әммә Рәсәй менән ҡытай, Сүриә эске конфликтын үҙе хәл итергә тейеш, тип ҡаршы төшөп торҙо. Ә АҡШ менән Франция нимә эшләргә лә белмәй. Улар тағы бер ғәрәп илендә түңкәрелеш ойоштормаҡсы. Хатта, Рәсәйҙең Яҡын Көнсығышта Сүриәнән башҡа бер генә лә теләктәше ҡалмаған, тип, беҙгә кеҫәнән булһа ла йоҙроҡ күрһәтеп маташа. Йәнәһе, беҙ, яу ҡупҡан ниндәй генә илдәрҙе үҙ-ара татыулаштырырға тырышмайыҡ, гел уңыш­һыҙлыҡҡа осрайбыҙ. Хәйер, Израиль менән мөнәсәбәттәр «нисауа» ғына булыр, ахыры. Беҙҙе мосолман илдәренә булған һағайып ҡараусанлыҡ берләштерә, имеш. Эксперттар тап шундай фекерҙә. Әлеге Сүриәнең хәлен көйләргә маташыу ҙа килеп сыҡмаҫ ул, тиҙәр. Шулай ҙа Асад, әгәр бәреп төшөрөлһә, беҙҙән ышыҡ һораясаҡ икән.
АҡШ-тың Дәүләт секретары Хиллари Клинтон бер нисә көн буйына беҙҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавровҡа шылтырата алмай этләнгән. Эшлекле ханым әлеге лә баяғы Сүриә темаһына һөйләшергә теләй икән. Һуң, Мәскәү бит Ливия сценарийы буйынса башҡарыласаҡ «эш»кә аяҡ тығып бер була ла баһа! Мәскәү былтыр бер резолюция менән алданғайны бит инде. Ливия тураһында ине ул документ. Бөгөн АҡШ яғы бер ниндәй ҙә ҡан ҡойош булмаясаҡ тип ышандырһа ла, беҙ аҡыллы – әлегә. Хатта ҡушма Штаттарҙың беҙҙәге илсеһенең матур һүҙҙәренә лә ҡолаҡ һалмаған кеүекбеҙ.

Майкл Макфол: «Беҙгә көсһөҙ Рәсәй кәрәкмәй»

Океан аръяғынан килгән илсе, тулыраҡ әйткәндә, АҡШ-тың Рәсәйҙәге илсеһе Майкл Макфол үҙ иленең беҙгә иҡтисад һәм сәйәси модернизация тармағында ярҙам итергә теләүен белдерҙе.
Шуныһын да өҫтәп ҡуйҙы әле ул: «Мине бында ғилми эшемде һәм революцияны (ниндәй революция тураһында һүҙ баралыр инде) тамамларға ебәргәндәр, тигән һүҙ төптө дөрөҫ түгел». ҡушма Штаттарҙың яңы илсеһе фекеренсә, әле ҡасан ғына беҙҙе арыу уҡ талаштыра яҙған ПРО системаһы Америка – Рәсәй хеҙмәттәшлеген нығытыусыға әүереләсәк.
«Беҙ был системаны Рәсәйгә ҡаршы ҡулланыр өсөн булдырмайбыҙ. Һеҙҙең ил менән ҡорал туплауҙа ла ярышмайбыҙ. Үткәндән ҡалған «һалҡын һуғыш»ты онотайыҡ. Америкала хәҙер бынан 25 йылдар элекке кеүек Рәсәйҙе хәүеф менән янаған ил тип һанамайҙар, ә Рәсәйҙә улай түгел, – ти Макфол әфәнде. – Кешеләр Америка һеҙҙең илде көсһөҙ итеп күрергә теләй тип уйлап яңылыша. Барак Обама аныҡ белдереүенсә иһә, ҡеүәтле Рәсәйҙе партнер итеү Американың маҡсаты. Беҙгә көсһөҙ Рәсәй кәрәкмәй. Киреһенсә, көслө ил менән хеҙмәттәшлектә булыу – донъялағы проблемаларҙы хәл итеү өсөн мөмкинлек ул».
Макфолдан беҙҙең журналистар Болотная майҙанындағы һәм академик Сахаров проспектындағы митингыларҙы үткәрергә Вашингтон ысынында ла ярҙам иткәнме, юҡмы икәнен дә белешкән, имеш. ҡайһы берәүҙәр фекеренсә, оппозицияның РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙан һуң ойошторған акцияларын тап АҡШ финанслаған, йәнәһе. «Әлбиттә, был дөрөҫ түгел. Кешеләр митингыға сыҡҡан икән, тимәк, ниҙер әйтергә теләйҙәр. Был беҙҙең эш түгел, ә һеҙҙеке. Эйе, ҡасандыр Советтар Союзындағы сәйәси үҙгәрештәргә булышлыҡ итеү Америка сәйәсәтенең бер өлөшө булған. Әммә беҙҙең бөгөнгө бурыс икенсе. Беҙ ирекле һәм намыҫлы һайлау яҡлы хөкүмәттеке булмаған ойошмаларҙы хуплайбыҙ, шул уҡ ваҡытта конкрет бер яҡта ла тормайбыҙ. Беҙҙең эш түгел был. Беҙҙе шулай ғәйепләргә маташыу кәмһетә. Минең Рәсәйҙә төп маҡсатым – «һалҡын һуғыш» стереотиптарына ҡаршы көрәш алып барыу», – тип үпкә лә белдергән илсе.

Ә был ваҡытта…

Барак Обама Аҡ йортта беҙҙең грузин «дуҫ» – Грузия башлығы Михаил Саакашвили менән осрашҡан. Уларҙың әлеге бинала тәүгә осрашыуҙары. Һуңғы ваҡытта Грузия оборона һәм хәүефһеҙлек тармағында АҡШ менән мөнәсәбәтен яйланы, тиергә лә мөмкин. Саакашвили НАТО-ға инергә лә хыялланып йөрөй. Уның фекеренсә, бер кем дә, бер нәмә лә Грузияға прогресс юлынан тайпылырға ҡамасаулай алмаясаҡ, бер нәмә лә уларҙың иленә демократик булмаған, ришүәтселекле, артта ҡалған сәйәсәтте кире ҡайтармаясаҡ.
Ярай әле, беҙгә килеп еткән мәғлүмәттәр буйынса, Михаил әфәнде Көньяҡ Осетия арҡаһында биш көн барған һуғыштан һуң Рәсәй менән һаҡланып ҡалған ҡатмарлы мөнәсәбәтте бигүк белдерергә тырышманы.
Барак Обама Афғанстанда халыҡ-ара именлек булдырыу операцияларында ҡатнаш­ҡаны өсөн Грузия башлығының ҡулын ҡыҫҡан. Эйе, Обама йөҙөндә Саакашвили дуҫ тапты. Хатта АҡШ ҡоралланыу йәһәтенән дә нығыраҡ ярҙам итһә, бер ҙә «юҡ» тимәйәсәк ул. Шуныһы ҡыҙыҡ: Барак әфәнде, Грузияны «әҙерәк» Рәсәй менән бутап, милли аҙсылыҡ хоҡуҡтарын ихтирам итеүҙәре өсөн маҡтаған, тиме шул.

Әйткәндәй

Ысын Рәсәй ҡышы беҙҙә генә түгел. Европаны ҡаты һыуыҡтар өшөтә, Японияла ла көндәр ярайһы ғына һалҡын тора. Шулай шул – ниндәй генә ваҡиғалар булһа ла, кешене иң тәүҙә тәбиғи хәл-торош һағайта. Нәҡ тәбиғәт көтөлмәгән «бүләк» бирә. ҡалған шау-шыу, бола-яуҙы беҙ, кешеләр, үҙебеҙгә үҙебеҙ уйлап сығарабыҙ. Донъя менән гармонияла йәшәргә онотабыҙ ҙа ҡуябыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы