RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сәйәсәт – киң төшөнсә, уның эсенә барыһы ла һыя

26.11.2011 Сәйәсәт – киң төшөнсә, уның эсенә барыһы ла һыя

Виртуаль донъя яңылыҡтарында бына нисәнсе көн инде «Олимпийский» майҙанында Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министрын тамашасыларҙың ризаһыҙлыҡ белдереп һыҙғырып ҡаршылағанын «сәйнәйҙәр». Һуң, беҙҙең чемпионыбыҙ Федор Емельяненконан туҡмалған американ Джеффон Монсонды шулайтып оҙатты бит ул көйәрмәндәр. Бары тик был мәл хөкүмәт башлығының ҡотларға сығыуы менән тап килде лә, хәҙер шуны, эй, сурыталар. Беҙҙә шул инде – хатта мәғәнәһеҙ генә күренешкә лә артыҡ мәғәнә һалырға маташып, төрлө сығанаҡтарҙа, яңылыҡтар өҫтәп, ҡуйыртып, халыҡҡа сүпрә ҡамыр­ҙы ҡабартҡан кеүек ҡабартып еткерәләр.

Сәйәсмәндәр – яҙыусылар һәм йырсылар?!

Һүҙ ил түрәләренән башланғас, шул юҫыҡта дауам итәйек инде. Бер нисә көн элек кенә Италия Премьер-министры Сильвио Берлускониҙың вазифаһынан китеүен ишеткәйнек, хәҙер килеп ул күҙ алдыбыҙға бөтөнләй башҡа булып килеп баҫты. Баҡһаң, Сильвио әфәнде шиғырҙар яҙа, имеш. Улай ғына ла түгел, русса әйткәндә, «поэт-песенник» икән дәбаһа! Әле ил магазиндары уның шиғырҙарынан торған йыр дискылары менән тулған. Башҡарыусыһы ла ябай йырсы түгел, ә сәйәсмәндең күптәнге дуҫы, неаполитан йырсыһы Мариано Апичелла. Шуныһы ҡыҙыҡ: йырҙар фәҡәт мөхәббәт тураһында. Маладис, Берлускони! Нимә ул сәйәсәт? Уны һәммәһе лә аңламаҫҡа мөмкин, ә мөхәббәт бөтәбеҙгә лә яҡын хис. Кемдер эштән китеү менән мемуар яҙа башлай, бәғзеләр үҙен ғаиләһенә бағышлай, ҡайһылыр «отставник»тар яңы түрәнең һөжүменә эләгә, ә ижад менән һирәктәр генә алдыра.
Әйткәндәй, элекке Премьер-министрҙы алмаштырыусы Марио Монти урынында 2013 йылғы парламент һайлауҙарына тиклем ҡалырға, артабан яңы мөҙҙәткә һайланмаҫҡа вәғәҙә биргән. Уның министрҙары ла шулай эшләйәсәк. «Монти килешеүҙе боҙмаясаҡ», – тигән ышаныс­та Сильвио әфәнде. Үҙе шуға ла тыныс күңел менән йыр сығарып ята икән.
Ә Марио Монти, үҙ сиратында, көрсөктән сығыу стратегияһын тәҡдим иткән. Бында евро бик ҙур роль уйнай, тигән кеүегерәк фекерҙә Премьер-министр: «Евро бөтһә, берҙәм баҙар ҙа юҡҡа сығасаҡ һәм беҙ үҫештең 1950 йылдар кимәленә төшәсәкбеҙ».
Йырсылар һәм сәйәсмәндәр хаҡында башланғайны һүҙ. Венесуэланың үҙенсәлекле лидеры Уго Чавес та музыка ярата. 2007 йылда халыҡ йырҙарынан торған альбомын сығарған. Әлбиттә, ул йырҙарҙы үҙе башҡарған. Дискыға «Alo, President» тигән тапшырыуҙан алынған йырҙар ингән. Был программа һуңында Чавес гелән халыҡ йырын башҡарыр булған. Уның революцион композицияларҙан торған альбом яҙыуҙа ҡатнашҡанын да беләләр.
Индонезия Президенты Сусило Бамбанг Юдхойоно ла ике йыл элек «Эволюция» исемле альбом сығар­ған. Унан алда ғына мөхәббәт һәм дини йырҙарҙан торған дискыһы һатыуҙа булған.
АҡШ Президенты иһә – яҙыусы. «О тебе я пою: письмо моим дочерям» тигән балалар өсөн китабы дәүләт башлығы вазифаһына килгәнгә тиклем яҙылһа ла, президент булып ултырғас ҡына донъя күргән. Барак әфәнденең «Мечты моего отца», «Дерзость надежды» китаптары бест­селлерға әүерелгән.
Израиль Президенты Шимон Перес та Обаманан ҡалышмай. Туғыҙ йәшенән шиғыр яҙа башлаған. Уның тиҫтәгә яҡын йыйынтығы бар.
Бына, исмаһам, түрәләр! Ахыры, әллә ҡасандан бирле бола барған Төньяҡ Африка илдәрендә лә шундай етәксе эҙләйҙәрҙер. Юҡһа Тунис, Мысыр, Ливия һ. б. эш ҡыйратып ята ана.
Ә беҙҙә был ваҡытта, йыр-шиғыр­ҙы артҡараҡ ҡуйып, донъяуи ниәттәр менән йәшәп ятҡан көн.

Тағы ла пенсия тураһында

Беҙҙекеләр ҙә йырлай белә ул белеүгә. Владимир Путиндың инглизсә йырлағанын да ишеткән бар. Тик бөгөн мәле түгел шул. Алда осрашыуҙар, осрашыуҙар һәм осрашыуҙар…
Кремлдең Ҙур һарайында бер нисә көн элек кенә ветерандар менән дә һөйләшеп алды ул. Һуңғы дүрт йылда пенсия өс тапҡырға артҡан. Һандарға туҡталғанда, уртаса пенсия бөгөн – 8800 һум, ә уртаса эш хаҡы – 23 000 һум. «Пенсия үҫә барһа ла, һаман бик әҙ, беҙ уны күтәрергә тырышабыҙ», – тине Путин. Киләһе индексация, йәғни пенсия артыуы 2012 йылдың февраль, апрель айҙарында көтөлә.
Хаҡлы ялға сығыу йәшен оҙайтыу хаҡында ла өҙлөкһөҙ бәхәстәр бара. Юҡ, әлегә беҙҙә ундай үҙгәреш көтөлмәй. Шулай ҙа Премьер-министр әйтеүенсә, әүҙем кешеләргә профессиональ карьераһын дауам итергә мөмкинлек биргән берәй система тураһында уйлау урынлы. Сөнки пенсия йәшенә еткән тәжрибәле белгес менән, өҫтәүенә, ул йәштәргә биргеһеҙ әүҙем дә булһа, эш биреүселәрҙең күбеһенең хушлашҡыһы ла килмәй.
Хөкүмәт социаль пенсия тирәләй ҙә айырым фекерҙә. Был төр пенсия башҡаларына ҡарағанда нығыраҡ артасаҡ. Әгәр ҙә инде йәшәү минимумынан да түбән төшһәләр, төбәк башлығы «башы менән яуап бирәсәк». Тап шулай тигән дә баһа Премьер.
Яуап тигәндән, түбәндәге һорауға ла яуап кәрәк бит әле.

Хәрби полицияға кемдәр алына?

Беҙҙә тиҙҙән хәрби полиция эш башлаясаҡ. Оборона министры Анатолий Сердюков Мәскәүҙә ҙур хәрби совет үткәреп, ошо хаҡта хәбәр итте. Дөйөм алғанда, ил ғәскәре тирәләй яңылыҡтар күп. Алда торған бурыс – заманса ҡорал, хәрби техника менән йыһазландырыу. Был маҡсатҡа 800 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. Стратегик күнекмәләрҙе һәм маневрҙарҙы тамамлап, хәрби әҙерлектең яңы этабына күсеү ҙә күҙаллана. Сердюков ике-өс көндән ил башлығына Рәсәй әрмеһендәге өр-яңы структура – Һауа-йыһан оборонаһы ғәскәрҙәре төҙөү тураһында рапорт бирергә лә әҙерләнә. Уларға ниндәй бурыс йөкмәтелгәне аңлашылалыр.
Иң «текә» яңылыҡ – хәрби полиция булдырыу. Йыл аҙағына тиклем министр полицияны формалаштырып бөтөргә вәғәҙә бирҙе. Әммә шуныһы бар: ведомство 20 мең әҙерлекле полицейскийҙы ҡайҙан алыр икән? Әрме уставында полиция эше лә яҙылмаған, ҡануниәттә лә уның вәкәләттәре раҫланмаған, был әлеге хәрбиҙәрҙең бер ниндәй ҙә хоҡуғы булмаясаҡ тигәнде аңлата түгелме? Етмәһә, ул полиция хеҙмәткәренең ниндәй ҡорал йөрөтәсәге лә аныҡ билдәләнмәгән. Пистолет менән ҡоралланырмы ул, йә «дубинка» менәнме, тигәндәй. Киләсәктә кадрҙар әҙерләү буйынса ла һүҙ алып барыу мөһим. Ә әлегә бер махсус вуз да хәрби полиция бүлеге хаҡында өндәшмәй, йәғни ундай эш планда ла юҡ.
Ил ғәскәрҙәрендә полиция булдырыу идеяһы 2008 йылда уҡ тыуған була. Икенсе йылына бөтә частарҙа ла эшләп китерҙәр ине, тик Грузия менән һуғыш эште боҙа, артабан армияла реформалар башлана. Нимә эшләр һуң әлеге яңы хеҙмәт? Яуап ябай – хәрби ҡаласыҡтарҙа, гарнизондарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итәсәк. Уғата кәрәкме ул, тигән һорау ҙа тыуыр. Бәлки. Беҙҙә бит йыш ҡына тәүҙә эшләйҙәр, аҙаҡ уйлайҙар. Уйларбыҙ әле.
Хәрби полиция донъяның 40 армияһында бар. Шул иҫәптән АҡШ-та, Германия, Франция, Бөйөк Британия, ҡытайҙа. Яҡын дәүләт­тәр­ҙән Украина, ҡаҙағстан, Әрмән­стан, Әзербайжан, Грузия ғәскәрҙәрендә лә. Беҙ уларҙан кәмме ни?!
Грузияны ике тапҡыр телгә алғас, Саакашвили хаҡында яҙмай китеү «яҙыҡ» булыр кеүек.
Грузия башлығы Рәсәйгә ҡарата берәй нәмә ысҡындырмаһа, тыныс ҡына йоҡлай алмай, буғай. Һуңғыһы бигерәк ҡыҙыҡ, ә, бәлки, ҡыҙғаныс­тыр ҙа. Иленең хөкүмәт ултырышында былай тигән ул: «Мин тәнемдең теләһә ҡайһы өлөшөн бирергә әҙермен, бары тик улар (Рәсәй етәкселеге) беҙҙең биләмәләрҙең бер мөйөшөн булһа ла кире ҡайтарһын. Тулыһынса бирһәләр, тағы ла яҡшыраҡ. Тән ағзаларым еткәнсә тиклем биләмәләрҙе ҡайтарыр инем».
Был, аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума, тигәнгә тура киләме, әллә сәйер кешеләр күплеген аңғартамы? Шулай ҙа тураһын әйткән инде Михаил Саакашвили, уйлағанын ысҡындырған.

Атайға тура һорау

Нимә уйлағанын күҙ ҙә йоммай һөйләгән кешене бигүк яратып та еткермәйҙәр ул беҙҙә, ә бына Көньяҡ Африка Республикаһы Президентына үҙ улының һорауына тура эфирҙа яуап бирергә тура килгән.
Был илдә «Президент менән иртә» тигән бик популяр шоу-программа бар, имеш. Джейкоб Зума «тура эфир»ҙа теләп ҡатнаша. Тик бер көн иртән тамашаға килгән улы Эдуард торған да һорау биргән: «Хөрмәтле Президент, илдә ришүәтселек менән бюрократия шашыныуының сәбәбе нимәлә?» Бына һиңә мә – түрәгә туп-тура һорау! Баҡһаң, үтенестәре менән мөрәжәғәт итеүсе­ләр­ҙе чиновниктар бер-береһенә «ҡыуалай» икән. Һы, әллә таныш күренеш инде?
Нишләһен, президент-атай, халыҡ ғаризалары яуапһыҙ ҡалған хәлдә тура президентҡа яҙһын, тигән булған. «Әгәр мин шундай үтенес алһам, әлбиттә, яуап бирәсәкмен», – тип өҫтәгән, был ваҡытта улына кеҫәһенән генә йоҙроҡ та күрһәткәндер әле.
Ысынлап та, ришүәтселек Көньяҡ Африка Республикаһында киң та­рал­ған күренеш. Етмәһә, уны бөтөрөү өсөн чиновниктар бер ниндәй ҙә сара күрмәй. Хатта кешеләр ғәҙәти паспорт та юллап ала алмай донъя менән хушлашҡан осраҡтар ҙа байтаҡ. Йыш ҡына коммуналь түләүҙәре лә тәғәйен хаҡтан күпкә артып килә икән. Бандиттар һөжүм итте, тип шылтыратҡан хәлдә лә полицияның килмәй аптыратыуы ғәҙәти хәл. Тағы шуныһы: юлдар, электр селтәрҙәре, һыу үткәргестәр иҫкергән, шул уҡ ваҡытта мэриялар ҡиммәтле корпоратив банкеттар уҙғара. «Тура эфир»ҙа атаһына ла ерле юҡтан ғына һорау бирмәгән шул Эдуард әфәнде. Йә, беҙҙә ҡайһы түрәнең балаһының ҡулынан килер ине үҙ атаһына «ҡыйыш» һорау биреү?

АҡШ, аҙымыңды үлсәп баҫ!

Беҙҙең Президентыбыҙ ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел, кәрәк саҡта тейешле яуабын бирә. Был юлы НАТО-ға, Европала ракетаға ҡаршы оборона ҡорамалдары урынлаштырыуына яуап итеп, ни уйлағанын әйтте.
Әгәр АҡШ үҙ планынан баш тартмай икән, Рәсәй ҡәтғи сара күрәсәк. Шулай итеп вәғәҙәләне Дмитрий Медведев. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, ил башлығы ЕвроПРО-ға ҡаршы бына нимәләр тине:
Беренсенән, беҙҙең Оборона министрлығы Калининградта ракета һөжүме хәүефен иҫкәртеүсе радиолокацион станцияны хәрби составҡа индерәсәк.
Икенсенән, Һауа-йыһан оборонаһын барлыҡҡа килтереү сигендә стратегик ядро көстәре объекттарын һаҡлау көсәйәсәк.
Өсөнсөнән, беҙҙең Хәрби-һауа флоты, Ракета ғәскәрҙәрен ҡоралландырыуға тупланған баллистик ракеталар ПРО-ға ҡаршы тороу комплекстары һәм юғары һөҙөмтәле хәрби блоктар менән йыһазландырыласаҡ.
Дүртенсенән, Хәрби көстәргә кәрәк ваҡытта ПРО системаһының мәғлүмәт һәм идара средстволарын емереүҙе тәьмин иткән саралар табыу бурысы ҡуйылған. Улар – арзанлы, әммә һөҙөмтәле, адекват яуап.
Бишенсенән, әгәр әлеге саралар аҙ тип табылһа, Рәсәй илдең көньяғы һәм көнбайышында ПРО компонентын юҡ итеүсе ҡорал­дар­ҙың заманса удар системаһын урынлаштырасаҡ. Кали­нин­град­тың айырым районында «Искәндәр» ракета комплексын ҡуйыу ошоға беренсе аҙым булып тора.
Дмитрий Медведев фекеренсә, АҡШ менән Рәсәй ПРО тураһында һөйләшеп килешә ала әле. «Әгәр ҙә беҙгә үҙебеҙҙең мәнфәғәттәргә ҡаршы эшләргә тәҡдим итһәләр, икенсе төрлөрәк яуап бирергә мәжбүр булабыҙ. Беҙ 5 – 8 йылдан үҙебеҙҙе көсһөҙләндереүсе программала ҡатнашырға теләмәйбеҙ», – тине Президент.
Европаға ла яңы бүлгеләү һыҙаттары кәрәкмәй, ә Рәсәйҙең дә ҡатнашлығы менән хәүефһеҙлектең берҙәм периметрын булдырыу уңайлы. Ә АҡШ, һәр ваҡыттағыса, үҙенең баш-баштаҡлығын алға һөрөп маташа. Шул ПРО системаһын да беҙҙе ҡамап-уратып алырҙай итеп урынлаштырмаҡсы. Дөрөҫ әйтте Президентыбыҙ, уға ҡаршы ҡул ҡаушырып ултырырға мөмкинме ни?!
Америка иһә, ПРО-ны Европала урынлаштырыуҙан Рәсәйгә бер ниндәй ҙә хәүеф юҡ, тип ышандырып, һаман үҙ ниәтендә ҡала.
Был юҫыҡта ниндәй аҙымдар яһалыр? Хәүефләнеңкерәп көтәбеҙ.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы