RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәй иҡтисадын кем дары мискәһенә ултыртҡан?

19.11.2011 Рәсәй иҡтисадын кем дары мискәһенә ултыртҡан?

Донъя етеҙ шарттарҙа үҙгәрә. Бынан тиҫтә йылдар самаһы элек билдәләнгән мөһим нәмәләр ҙә бөгөн икенсе төрлө, әһәмиәтһеҙ күренгәндәй. ҡайһы бер илдәрҙең мәнфәғәте глобаль киңлектәргә сыға, ҡайһылыр урында революция, ҡан ҡойоштар бара. Быларҙың һәммәһе лә беҙҙең илгә ниндәйҙер йоғонто яһаймы? Бәлки, берәй яҡтан киҫкен генә хәүеф-янау ҙа барҙыр? «Ирекле матбуғат» тигән сайт ошондайыраҡ һорауҙарға яуап биргән мәҡәләләр циклын тамамлап, Рәсәй иҡтисадына байҡау яһар­ға һәм баһаларға йөрьәт иткән. Илебеҙҙең һуңғы ун йылда нисегерәк үҙгәргәне хаҡында Эшҡыуарҙар һәм ҡуртымсылар берлеге президенты Андрей Бунич түбәндәгесә фекер йөрөтә.
– Шул тиҫтә йылдар самаһы элек олигархтар иҡтисадты «йомарлап» тотҡандыр ҙа, бәлки. Һәр хәлдә, йәмғиәттә ошо төркөм кешеләренә ҡарата ытырғаныу ҙа, ризаһыҙлыҡ та арыу уҡ йәшәне. Хосуси­лаштырыу тигән һүҙ ҙә тертләтә торғайны. Илдең тағы ҡайһы мөлкәтен ялмап алды икән был «аҡса янсығы», тип һәр яңылыҡты оҙаҡ «сәйнәй» ине халыҡ. Власҡа Владимир Путин килгәс, әлеге системаны үҙгәртеү башланды, йәғни дәүләттекен дәүләткә кире ҡайтарыу юлдары ҡаралды. Әлбиттә, күпкә ҡиммәтерәккә төштө ул илгә. Мәҫәлән, «Газпром»ды кире алыу өсөн 10 миллиард доллар түләнде, ә «Сибнефть» 13 миллиард долларға төштө. Әйткәндәй, уны Роман Абрамович 100 миллион долларға алған булған. Күрәһең, олигархтарҙы тағы ла «олигархыраҡ» итеү кемгәлер кәрәк тә булған. Был байҙар юҡҡа сығып, илдекен энәһенән ебенәсә илгә кире һатып бөткән тип уйлайһығыҙмы? Әлеге процес­ҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡыҫылыуы, мул аҡса көҫәүсе шул уҡ дәүләт чиновниктары олигархтарҙан да уҙҙырып ебәрмәнеме икән? Эшҡыуарлыҡта бер нәмә лә аңламаған «погонлылар»ҙың күҙәтеүе күп предприятиеларҙың юҡҡа сығыуына ла килтерҙе. Һөҙөмтә – иҡтисадҡа көслө зыян килде лә ҡуйҙы.
2008 йылдарға баҫып алыу, ҡулға төшөрөү кеүек «эштәр» моданан сыға бирҙе. Сөнки нимәне мөмкин, барыһын да үҙләштергәйнеләр ин­де... Хәҙер килеп, дәүләт милкенең байтағынан йәнә лә ҡотолмаҡсы булалар. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле, Президент Федераль Йыйы­лышҡа һуңғы Мөрәжәғәтнамә­һендә нимә тигәйне: «Власть органдарының заводтары, пароход һәм гәзиттәре булырға тейеш түгел».
Был – финанс сәйәсәтенең бер ка­са­фаты. Элекке министрыбыҙ Кудрин әфәнде сәйәсәтен күҙ уңында тотам да. Бында Көнбайыш йоғонтоһо ла юҡ түгелдер. Шулай уҡ «нефть еҫе лә сыға». Көнбайышта бер үк компаниялар нефть баҙарында ла, финанс баҙарында ла эшләй. Унда төп нефть трейдерҙары – «Goldman Sachs» Һәм «Morgan Stanley» инвестиция банкылары. Улар донъялағы нефть контракттарының ҡап яртыһына эйә. Баяғы Кудрин, моғайын, шулар менән эшләгән дә. Бөтә донъя валюта фонды күрһәтмәләрен һис тайпылышһыҙ үтәгән элекке финанс министры. Көнба­йышҡа һумдың аныҡ тәғәйен курсы кәрәккән. Теүә­лерәк әйткәндә, схема бы­лайы­раҡ: Рәсәйгә аҡса долларҙа йә еврола спекуляция өсөн индерелә лә, беҙҙә һумға әйләндерелә, килем тағы валютаға күсерелә һәм илдән сығарыла. Үрҙәге инвестиция компанияларының йәнә лә бер шарты: Рәсәйҙең алтын валюта фонды булырға тейешлеге. Беҙгә, «ҡара көн»гә туплайбыҙ, тип аңлаттылар. Әммә ул запас финанс баҙарында «дилбегә тотоусы» структураларға кәрәк икәнен әйтмәнеләр. Ошо резервтар менән Көнбайыш үҙе индергән аҡсаһына гарантия ала.
2006 йылда Кудрин Бөтә донъя валюта фондының капиталдың иркен әйләнеше тураһындағы талабын ҡабул итте лә, рәхим итегеҙ, хәҙер Рәсәй ҙур проблемалар менән йәшәй. ҡытайҙың, мәҫәлән, ул талапҡа буйһонмаҫҡа башы етте. Һөҙөмтә – уларҙың алтын валюта фонды 1,5 триллиондан 3,5 триллионғаса үҫте лә китте. Беҙҙеке иһә бер миллиардҡа кәмене.
Хәҙер Рәсәй иҡтисадының мөмкинлектәре кәмеүгә табан барғас, үрҙә телгә алған «Goldman Sachs» менән «Morgan Stanley» беҙгә ун йылға хосусилаштырыу планына ҡул ҡуйырға ҡуша.
Шуны ла онотмаҫҡа кәрәк: һуңғы йылдарҙа Рәсәй кешеһе яҡшы йәшәйме һуң? Быны аңлар өсөн бер генә күрһәткес тә етәлер – беҙҙә байҙар халыҡтың биш процентын тәшкил итә, 15 процентын – урта класс, 80 процентын – фәҡирҙәр. Өҫтәүенә, һуңғыларының ҡап яртыһы – абсолют фәҡирҙәр. Улар­ҙың үҫә барыуын рәсми статис­тика хәбәр итеп тора.
Беҙҙең ил импорт тауарҙарға күмелгән. Иҡтисадыбыҙҙың 120 тармаҡ сегментынан 110-ы конкуренцияға һәләтһеҙ. Һуңғы ун йылда 25 – 30 донор-төбәктән өсәү генә ҡалған. Элекке финанс министры Ан­дрей Кудрин, шулай итеп, яһалма финанс тотороҡлоғо иллюзияһы тыуҙырған булып сыға. Ул ғына түгелдер. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ­ҙең, йәғни Рәсәйҙең әйләнәһендә тик бурыстар ғына.
Владимир Путин бер нисә аҙна элек өс федераль телеканалдан сы­ғыш яһағанда ситләтеберәк әйтеп тә ҡуйҙы: «...Булғанды юҡҡа сығарырға ике-өс хата аҙым да етә, беҙ керпек ҡағып та өлгөрмәйәсәкбеҙ. Беҙҙә барыһы ла «тере еп»кә теҙелгән, сәйәсәттә лә, иҡтисадта ла»... Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ.
Шулай уҡ, мәҡәләнең башында би­релгән һорауҙарға ла яуап тәү ҡарамаҡҡа булған кеүек күренһә лә, асылында «ябайҙарҙан» берәү ҙә аныҡ әйтә алмай. Ысынлап та, ниңә иҡтисадыбыҙ шундай хәлгә төштө һуң? Бигерәк бер ҡатлы һорау ҡуясы, тип әрләр ҙә әле күптәрегеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбировтың инаугурацияһын ҡарағыҙ!

Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша

08.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Сәйәсәт Берҙәм тауыш биреү көнө аҙағына яҡынлаша


Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты

Халыҡтың бер мөрәжәғәте лә  иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ

Владимир Путинға дүрт триллион һумды нисек тотонасаҡтарын һөйләнеләр

Владимир Путиндың күрһәтмәләре нисә процентҡа үтәлгән?

Владимир Путин ошо быуаттағы төп ҡоралыбыҙҙы атаны

Владимир Путин: HeliRussia күргәҙмәһе өмөтлө башланғыстарға старт бирәсәк

Кешегә абстракт вәғәҙә кәрәкмәй, уларға һөҙөмтә күренергә тейеш

Владимир Путин Радий Хәбировты Еңеү көнө менән ҡотланы

Бөгөн Путин Милли проекттар буйынса совет үткәрәсәк

Украинала – яңы Президент

Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики

Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе

Республикала «Тыуған урам» программаһы эшләй башлай

Ҡариҙел районында экспортҡа таҡта ярыу цехын асалар

Радий Хәбиров республика сәнәғәтселәренә үҙенең тура телефон номерын бирҙе

Аҡ трибунанан яңғыраған аҡ ниәттәр

Етәксе менән күҙгә-күҙ ҡарашып

Инвестиция форумынан буш ҡул ҡайтмайҙар

Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы асыла

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовты юбилейы менән ҡотланы