27.08.2011 Бер аҙым алға баҫып, биш аҙым кире йүгерерлек булмаһын
Бер аҙым алға баҫам да,
Әйләнәм мин артыма,
ҡайҙа баҫҡандар икән тип,
Күҙ һаламын халҡыма.
Халыҡ шағирының ошондай шиғыр юлдары иҫкә төштөсө ҡапыл. Хәҙер артҡа әйләнеп ҡарауҙар модала түгел шул. Күкрәкте ҡалҡан итеп алға барыуҙы беләбеҙ. Юҡ, буш ҡына йөрөмәйбеҙ ул юлда, реформа тигән арҡыры ятҡан «бүрәнә»ләрҙе алып-алып бәрәбеҙ. Иң мөһиме, яңы юлдар ярабыҙ. Ә халыҡ... эйәрә, Аллаға шөкөр. Әле лә китеп барыш. Эш күп: күршеләрҙе байҡап өлгөрөргә кәрәк, ҡунаҡ ҡабул итергә, ярышырға, ял итергә, асыштар яһарға – барыһына ла өлгөрөргә.
Өлгөрөү тигәндән, беҙҙең «Йәшлек»кә яҙылыу башланды. Һайланып тормағыҙ, беҙҙе һайлағыҙ. Ә һайларға декабрҙә лә өлгөрөрбөҙ. Дәүләт Думаһына депутаттарҙы әйтәм.
Һайлауға әҙерлек ҡыҙа
Элек был турала ишеткән юҡ ине, бына бер яңылыҡ: Рәсәйҙә буласаҡ һайлауҙарҙың репетицияһы үтте, тип яҙа виртуаль донъя яңылыҡтары. Үткән йәкшәмбелә илебеҙҙең Үҙәк һайлау комиссияһы шартлы һайлау участкаһында «Выборы» тигән дәүләт автоматлаштырылған системаһын ҡулланыу буйынса күнекмәләр уҙғарған. Бында сит ил ҡунаҡтары, журналистар, сәйәси фирҡәләр вәкилдәре ҡатнашҡан. Был көндә «һайлау» бер нисә этаптан торҙо, автоматлаштырылған системаның протоколдар индереп, мәғлүмәтте Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарына нисек еткереүе тикшерелде, уның өсөн ил буйынса һигеҙ төбәктә шартлы һайлау участкалары эшләне, тип хәбәр итәләр ЦИК-тан. Тауыш биреүҙә Рәсәй гражданлығы булған ҡунаҡтар ҡатнашҡан. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров белдереүенсә, күнекмә уңышлы үткән. Бер әтнәкәһе лә бар: Чуров һайлау өсөн сиратта тороусыларҙың тауыш биреүсе менән арауығын көйләргә ҡушҡан. «Һайлаусы өсөн шаршау ысын һайлауҙарҙа бейегерәк булһын», – тип талап иткән ул. Тағы бер нәмә: әһәмиәтле сара барышында электр энергияһы өҙөклөгө хәүефе лә ныҡ иҫәпкә алына. Шартлы һайлауҙа утты ла һүндерәләр, әммә тауыш биреү туҡтатылмай, сөнки ойоштороусылар шундуҡ резерв энергия сығанағын ҡуллана. Бына шулай, йәмәғәт, барыһы ла контролдә. Тәғәйен көнө килеп еткәс, беҙҙең участкаларға барыу кәрәгер шулай ҙа.
Һайлау тигәндән, Санкт-Петербург башлығы, хәҙер инде элекке мэры, Валентина Матвиенко муниципаль һайлауҙарҙа иҫ киткес уңыштар яулап, депутат мандаты алды ла ышаныслы аҙымдар менән Федерация Советы «биләмәһе»нә ыңғайланы. Шуныһы ҡыҙыҡ: төньяҡ баш ҡалала муниципаль һайлауҙарға 10 процент самаһы ғына кеше йөрөй. Был юлы ике округта һайлаусыларҙың 36 һәм 28,9 проценты тауыш биргән.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Санкт-Петербург мэры итеп ваҡытлыса Үҙәк федераль округта Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле булып торған Георгий Полтавченконы ҡуйҙы. Ул Мәскәүҙән ебәрелһә лә, «Питер командаһы»нан икән, йәғни 90-сы йылдарҙа ҡалала һалым полицияһын етәкләгән.
Тағы ла туристар...
Шулай, кемгә – мандат, кемгә – бесән, кемгә – иген, тигәндәй, ә Рәсәй сәйәхәтселәре өсөн туризм миҙгеленең ҡыҙған сағы. Юҡ, беҙ сит илдә аптырап, ауыҙ асып йөрөмәйбеҙ, юғалып ҡала торғандарҙан түгелбеҙ. Әле Төркиәлә һуғыш ойошторғанды ныҡлап эшкәртеп тә бөтмәнек, тағы бер шәп яңылыҡ: үәт, яҡшы иткән беҙҙең егет-ҡыҙҙарыбыҙ. Эш былай булған: Рәсәйҙән килгән өс йәш пар Сардинияның Зөбәржәт тип аталған яр буйындағы төнгө клубта яҡшы ғына ял иткән. Улар алдан уҡ айырым кабинетҡа заказ биргән. Буласаҡ клиенттарҙың 70 метр оҙонлоҡтағы бассейнлы, роялле суднола ял итеүен иҫәпкә алып, клуб администраторы хатта исем-аттарын да һорашмай, ҡолас йәйеп ҡаршылаған. Йәштәр иһә үҙҙәрен, Мәскәү эшҡыуарҙарының балалары, тип таныштырған һәм төн буйына 90 шешә ҡиммәтле шампан шарабы эсеп, кинәнеп ял иткән. Иртән официант быларға «шәп төн» хаҡын килтергәс, береһе лә кеҫәһенән аҡса сығарып һалырға ашыҡмаған. Ә барлығы, әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, 86 мең евро тейеш булғандар. Ике яҡтан сәсрәп сыҡмалы көсөргәнеш тыуа башлағас, ахырҙа, яхта капитаны үҙе иртәгә бөтә сумманы ла түләргә теләк белдергән. Йәштәр яхтаға тейәлеп бөтөү менән судно Урта диңгеҙ тулҡындары араһында «юҡҡа сыҡҡан» да ҡуйған. Урындағы гәзиттәр беҙҙекеләрҙе «дармоед» тип атаған, уларға мутлашҡандары өсөн етди проблемалар янай. Мәскәү байҙары балаларының был аҙымының сәбәптәрен аңлап тораһығыҙҙыр.
Әйткәндәй, мартта үткәрелгән халыҡ-ара һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, Бөйөк Британия туристары иң әҙәпһеҙ тип нарыҡланған, беҙҙекеләр иһә – иң тупаҫ. Инглиздәр күп эсә, тауыш сығара, урындағы кухняны, телде инҡар итә һәм «сәйлек» биреүгә һаран, имеш. Ә Рәсәй турисының тупаҫлығы, бәлки, тура һүҙлелектән киләлер, тигән фекер ҙә әйткәндәр.
Иң һәйбәт сәйәхәтселәр – скандинавтар (барған иленең теле менән яҡшы ҡыҙыҡһына), япондар (тәртипле) һәм американдар («сәйлек»кә аҡса йәлләмәй).
Ә бына беҙҙе ихлас яратыусылар ҙа бар. Шулай булмаһа, Төньяҡ Корея башлығы Ким Чен Ир Рәсәйҙә әллә нисәмә көн ҡунаҡлап йөрөр инеме?
Ким Чен Ир аҙым яһай. Өркөргәме, төртөргәме?
Рәсәй буйлап Төньяҡ Корея башлығы Ким Чен Ирҙың поезы сәфәр ҡылды. ҡыҙыҡ был президенттар. Әле ҡасан ғына Барак әфәнде халҡын ғәләмәт автобус менән йөрөп күргәйне, әле беҙгә килгән ҡунаҡ, «текә» булмаһа ла, ярайһы ғына шәп елгән бронялы поезы менән Рәсәй киңлектәрен байҡаны. Ай-һай, яҡшы ниәт менән йөрөһә ярай ҙа. Юҡһа, тәғәйен генә ниндәй маҡсат менән килгәнен әйтмәй бер булдылар ҙа баһа. Имеш, Дмитрий Медведев менән осрашырға килә, ә ҡасан, сәғәт нисәлә күрешәләр, нимә тураһында һөйләшәләр – аҙаҡҡа тиклем белмәнек.
Ким Чен Ир Бүрәт Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан «Байкал гаване» туристик зонаһын бик ҡыҙыҡһынып ҡараған былай. Хатта Байкал һыуы һалынған бассейнда ла йыуынып алған. Шунда ялға килмәксеме, әллә аҡса һалмаҡсымы? (Был гавань 2014 йылда тәүге туристарҙы ҡабул итергә тейеш). Һәр хәлдә, Төньяҡ Корея башлығы теге шәмбелә үк килгәйне, оҙаҡ ҡына йөрөнө. Тәүҙә үк Амур өлкәһендә Бурейск ГЭС-ына инеп сыҡҡан, егәрле, һәләтле Рәсәй халҡының өлгәшкән уңыштарын үҙ күҙҙәре менән күреүенә шат булыуын белдергән.
«Транссиб» буйлап Себер һәм Алыҫ Көнсығыш федераль округтарының бер нисә төбәгендә булғас, Улан-Удэға килеп туҡталған. Бында беҙҙең Президент менән, ниһайәт, осрашҡас, Ким Чен Ирҙың Төньяҡ Корея биләмәһендә газ торбаһы һуҙыуҙа Рәсәйҙең ҡатнашыуын теләүе асыҡланды.
Шуныһы ла ҡыҙыҡ: Бүрәт полицияһы халыҡҡа ҙур ҡунаҡ барында автомобилгә ултырмай торорға ҡушҡан. Әллә Ким Чен Ир «дүрт тәгәрмәсле дуҫ»тарҙы бик өнәп етмәйме икән?
Газ торбаһы тигәндән, беҙҙең баш «газсы», йәғни «Газпром» аптырашта ҡалды. Эш шунда: Ливияла «газ сығарышырға» теләгәйне лә ул. Хәҙер был илдә хәл үтә ҡырҡыу тора.
Ливиялағы һуғыштың «еле» тағы кемдәргә тейер?
Ливия оппозиционерҙары илдең баш ҡалаһын алды, тип яу һалыңҡырап ҡуйһалар ҙа, был тарафтарҙа тиҙ генә тыныслыҡ урынлашмаҫ әле. Шулай ҙа артабан йәшәргә кәрәк. Февралдән бирле бола барған дәүләттең кем ҡулына ҡалырын белмәйбеҙ. Әммә баш күтәреүселәр бер ни тиклем идара итергә маташа. Хәҙер үс алыу башланыр, моғайын. Кем Каддафиҙы яҡлаған, кем НАТО-ны хуплаған? Кем тигәнем илдәр инде. Ливияның нефть эшкәртеү йүнәлешендә эшләгән AGOCO компанияһы вәкиле бына нимә тигән: бынан ары нефть етештереү ҡайһы бер сит илдәрҙең энергетика компаниялары ҡатнашлығынан тыш бойомға ашырыласаҡ. ҡайһы ил Муаммар Каддафиҙы «ҡолатыу» яҡлы булған, шулар менән эш дауам итәсәк. Был «аҡ» исемлеккә Италия, Франция, Бөйөк Британия компаниялары инә. Ә бына Рәсәй, Бразилия, ҡытай ҡыйын хәлдә ҡаласаҡ. Эйе, әгәр оппозиция ғәскәрҙәре власты үҙ ҡулына алһа, беҙгә «йәшел ут» эләкмәйәсәк. Рәсәй «Газпром»ы, «Газпромнефть» һәм «Татнефть» Ливиялағы операцияларын туҡтатыр алдынан был илдәге нефть һәм газ эшмәкәрлегенә бер нисә йөҙ миллион доллар аҡса һалған була. Беҙҙең ил Каддафи режимына ҡаршы санкцияларға ҡушылыуы тураһында август башында ғына иғлан иткәйне...
Ливия тигәндән, был илдәге һуғыш тирәләй алдаҡ мәғлүмәттәр бихисап, имеш. Томас Маунтэйн исемле Африканың «мөгөҙ» төбәгендәге (2006 йылдан алып шунда йәшәй) берҙән-бер үҙ аллы көнбайыш журналисы интернет селтәренә шундай яҙмаһын ҡуйған.
НАТО тарафынан планлаштырылған ялған урындағы халыҡты ныҡ аптырата. Әммә һәр ерҙә лә намыҫлы күҙәтеүселәр табыла. ҡыҙыу ваҡиғалар уртаһында бер нисә ай дауамында булыусыларҙан бер төркөм Каддафи яғында ҡатын-ҡыҙҙарҙы вәхшиҙәрсә көсләүсе бер генә «наемник»тың да булмауын хәбәр итә. Был – бары тик НАТО вәкилдәре таратҡан алдаҡ. «Amnesty International» агентлығы вәкиле белдереүенсә, Ливия лидеры яҡлылар ябай граждандарға бер ниндәй ҙә һөжүм яһамаған, халыҡты бомбаға тотмаған. Алдан НАТО таратҡан мәғлүмәт буйынса, Бенгазиҙа йөҙәрләгән мең кеше һәләк булмаған, ә 110 кеше үлгән, бында Каддафи яҡлылар ҙа бар. Ғөмүмән, Ливия ҡыҙыл Тәре йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре, НАТО бомбаларынан 1100 тыныс халыҡ һәләк булды, тип билдәләй.
Каддафи бер ваҡытта ла башҡа илдәр биләмәһенә баҫып инмәгән, күпләп ҡырыу ҡоралын ҡулланмаған. Ливия халҡының күпселеге уны яҡлай, мәҫәлән, 1 июлдә Триполиҙа миллиондан ашыу кеше, уға теләктәшлек белдереп, демонстрацияға сыҡҡан. Башҡа яҡын тирә илдәр менән сағыштырғанда, Ливияла ғүмер оҙонлоғо ла ярайһы ғына булған. Бында ғәрәп донъяһында иң яҡшы бушлай медицина, мәғариф системалары, һәр ғаиләнең үҙ йорто бар, автомобилдәре бер нисәү.
Йыл һайын меңәрләгән Мысыр һәм Тунис кешеһе аҡса эшләү маҡсатында Ливияға килгән.
Ни өсөн НАТО Ливияға ҡаршы һуғыш асты һуң? Иң тәү сиратта шуны әйтергә кәрәк: Каддафи Африкала яңы банк системаһы булдырырға ниәтләгән. Шулай була ҡалһа, Көнбайыштың күп кенә банк структуралары, Бөтә донъя банкыһы яҡшы ғына «ҡалъя»нан тороп ҡалыр ине. Каддафи хыялланған Африка инвестиция банкыһы үҙенең 42 миллиард доллар капиталы менән бик түбән процентҡа ҙур кредиттар бирә башлаһа, Көнбайыштың «йыртҡыс» кредиттарына урын ҡалмаҫ та ине. Өҫтәүенә, Ливия бөтә Африкалағы ҙур-ҙур инфраструктура проекттарын финанслай. Каддафи Ливияның ғына түгел, ә тотош Африканың иҡтисади үҫеше киләсәген Көнбайыш менән бәйләмәгән, киреһенсә, Рәсәй һәм ҡытай менән бергә күрергә теләүен яҡшы аңғартҡан. Был хыял ғына булып ҡалырмы икән? Ливияла кем, ҡайһы яҡҡа аҙым яһар?
Әйткәндәй
Тағы бер ҙур аҙым яһарға торабыҙ. Юҡ, артҡа ҡарап түгел, полиция тигән юлдан бара башлауыбыҙ яңы бит әле. ЭЭМ етәксеһе Рәшит Нурғәлиев, алдан ниәте булһа ла, был яңылыҡты юрый һуңғараҡҡа ҡалдырғандыр, бәлки. Баҡһаң, 2012 йылдан һуң полицияла хеҙмәт итеү контракт буйынса буласаҡ. Ул сағында полицейскийҙар сафына юридик белемең булһа ғына рәхим ит. Кемдең бындай йүнәлештә белеме юҡ, бара һалығыҙ юридик факультетҡа. Диплом алып, полиция кейемен кейергә ынтылыусыларға «ялған детекторы» аша тикшереү үтергә лә тура киләсәк. Әйткәндәй, Нурғәлиев киләһе йылға полицейскийҙарҙың эш хаҡын да күтәрергә вәғәҙә бирә. Мәҫәлән, лейтенант хеҙмәтенең тәүге йылында иң әҙе 33 мең һум аҡса аласаҡ.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе