20.08.2011 Фетнә: 20 йыл элек һәм бөгөн
Бөгөн юбилей, йәмәғәт. Эйе, тап егерме йыл элек илебеҙ яңы һуҡмаҡ һалғайны. Әле шунан китеп барыш. Бар, бар, тайпылыштар ҙа, артылыштар ҙа. Шуның өсөн дә юл бит ул. Әллә үргә барабыҙ, әллә... Һәр хәлдә, юлбашсылар барыбыҙға ла алһыу быялалы күҙлек кейҙерҙе инде. Ә-ә, юбилей хаҡында һүҙ башлағайным бит әле. Нисегерәк булды һуң әле ул яңыса тыуыу? ҡайһылайыраҡ итеп ҡырҡылғайны ал таҫма яңы һуҡмаҡҡа баҫҡанда? Ни өсөн барыһы ла был көндәрҙе «август фетнәһе» тип атай?
1991 йыл. 19 август. Мәскәү. ГКЧП
Ул ваҡиға хәҙер энциклопедияларҙа урын алған. Бына «Википедия» тигәнендә «Август фетнәһе»нә шундай билдәләмә бирелә: ул – КПСС, СССР хөкүмәте, армия, Именлек хеҙмәте етәкселәренән бер төркөм – Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты (ГКЧП) – тарафынан СССР Президенты вазифаһынан Михаил Горбачевты алып ташлау, уның сәйәсәтен үҙгәртеү. Һөҙөмтәлә илдә сәйәси хәл тамырынан икенсе юҫыҡҡа борола, Коммунистар партияһы үҙенең көсөн юғалта, төбәк лидерҙары власы СССР-ҙың үҙәк власть структураларына ҡарағанда сағыштырмаса көсәйә, СССР-ҙы тарҡатыу процесы тиҙләнеш ала. Һуңғыһы ошо уҡ йылдың декабрендә «йәшәү»ҙән туҡтай.
Нисегерәк башланғайны һуң әле был хәл?
Михаил Горбачев ҡырымда ял итә ине, буғай. Уны «сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, ваҡытлыса ил менән идара итә алмай» тип, шунда «томалап» уҡ ҡуялар. Президент дачаһында элемтә бөтөнләй һүндерелә, хатта СССР-ҙың стратегик ядро көстәре менән идара итеү мөмкинлеге биреүсе канал да. КГБ-ның Севастополдәге ғәскәре Форостағы дачаны ҡамай, Президент самолеты һәм вертолеты урынлашҡан осоу һыҙаты бикләнә. Бер һүҙ менән әйткәндә, Михаил Горбачев ысын мәғәнәһендә ҡамауҙа ҡала.
Артабан сценарий буйынса – Мәскәүгә танкылар инә, ә Ленинград, Таллин, Тбилиси һәм Рига тирәһенә байтаҡ һауа-десант ғәскәрҙәре «һаҡ»ҡа ҡуйыла. ГКЧП илдә ярты йылға ғәҙәттән тыш хәл иғлан итә. Киң мәғлүмәт саралары көслө цензура аҫтында эшләргә мәжбүр була. Фетнәселәр СССР-ҙы тарҡатыуға юл ҡуймаҫҡа тырыша, йәғни 20 августа тәүге этабы башланасаҡ яңы берлек килешеүенә ҡул ҡуйылыуға мөмкинлек бирмәй. Йәнәһе лә, был документ СССР-ҙы Бойондороҡһоҙ дәүләттәр союзына әйләндерер ине (20 августа килешеүгә РСФСР һәм ҡаҙаҡ ССР-ы вәкилдәре ҡул ҡуйырға тейеш була, ҡалғандар – 22 октябргәсә).
Фетнәселәрҙең башлығы Янаев (СССР вице-президенты) тип тә, Крючков (КГБ етәксеһе) тип тә әйтәләр. Әммә мәрхүм Борис Ельцин әйтмешләй, ГКЧП лидерһыҙ булған, яуаплы аҙымға әйҙәр абруйлы кеше табылмаған.
Рәсәй властары саҡырыуы буйынса «Аҡ йорт» (РФ Советы йорто) алдына төрлө ҡатлам кешеләре йыйыла – демократик рухлы йәмәғәтселек, студент йәштәр, интеллигенция, афған һуғышы ветерандары һ.б. Улар араһында Андрей Макаревич та, Шамил Басаев та, Михаил Ходорковский ҙа булған.
Ниндәй болалар ҡорбанһыҙ үтә һуң? Мәскәүҙә ул саҡта матәм көндәре лә үткәрелә. Тап шул ваҡиғаларҙан һуң СССР етәкселәренән бер төркөм үҙ-үҙенә ҡул һала башлай: ГКЧП ағзаһы, эске эштәр министры Борис Пуго үҙ пистолетынан атыла, СССР Президенты кәңәшсеһе, Советтар Союзы маршалы Сергей Ахромеев та, хушлашыу хаты ҡалдырып, үҙен үлтерә. «Ватаным һәләк булғанда, һәр ваҡыт тормошом мәғәнәһе тип һанаған бөтә нәмә юҡҡа сығарылғанда йәшәй алмайым... Мин аҙаҡҡа тиклем көрәштем», – шундай була уның һуңғы яҙмаһы. КПСС Үҙәк комитеты идарасыһы Н. Кручин да сәйер рәүештә балкондан ҡолап төшөп үлә. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң уның урынына ҡалған Георгий Павлов та үҙ фатирындағы тәҙрәнән ҡолай.
Август фетнәһенән һуң, күптәр фекеренсә, КПСС менән СССР тарҡалып, демократик үҙгәрештәргә юл асыла, Рәсәйҙең бойондороҡһоҙлоғо киңәйә. Икенсе яҡтан, шул саҡтағы властың эҙмә-эҙлекһеҙ сәйәсәте арҡаһында илдә тәртипһеҙлектәр башланды, тип раҫлаусылар күп була. Был ваҡиға беҙгә ни «ҡалдырғанын» яҡшы күрәбеҙ. Тоябыҙ, кисерәбеҙ. Нимә генә тимә, был – беҙҙең тарих. Беҙҙең Ватан йылъяҙмаһы.
АҡШ-тың билдәле Аллен Даллесы 1945 йылда уҡ беҙҙең илде тарҡатырға тигән маҡсат менән доктрина «ижад итә». Үкенескә күрә, уның хыялы тормошҡа ашты.
1995 йылдың 24 октябрендә үткән штабтар етәкселәренең берләштерелгән комитеты менән үткәрелгән йәшерен кәңәшмәлә ул саҡтағы АҡШ Президенты Б. Клинтон былай ти: «Донъяның ҡеүәтле державаларын тарҡатырға беҙ бихисап миллиард доллар сарыф иттек. Дүрт йыл эсендә союздаштарыбыҙ менән бергә 15 миллиард долларға төрлө стратегик сеймал, йөҙәрләгән тонна алтын-көмөш, башҡа аҫылташ алдыҡ. Булмаған проекттарға ышанып, беҙгә арзан хаҡҡа күпме алюмин, цезий, бериллий, стронций һатылды. Хатта эшҡыуарҙарыбыҙ менән хәрбиҙәр был уңышҡа өмөтләнмәгәйне лә... Донъяла хакимлыҡ итеү өсөн СССР-ҙың идеология нигеҙҙәрен ҡаҡшатып, беҙ Америкаға төп конкурент булған дәүләтте һуғыштан ҡан ҡойошһоҙ алып сыға алдыҡ. СССР-ҙың тарҡалыуы һәм шул арҡала барлыҡҡа килгән яңы дәүләттәрҙе контролләү иҡтисади табыш та, тере аҡса ла килтерә...»
Донъяла фетнәнең бер ҡасан да туҡталғаны юҡ. Әйҙәүселәре бар ҙаһа.
Төрөктәрҙе ялҡыттыҡ, ахыры
ҡуй инде, бынау Төркиә тарафынан да фетнә сығып ҡуймаһын, тип хафаланып йөрөгән мәл. Әллә нимә булды был илгә киткән беҙҙең туристарға? Әле араҡы эсеп ағыуланалар, әле һыу эсеп, тигәндәй. Бер нисә көн элек кенә Башҡортостандан «баллы ай» үткәрергә барған йәш ғаилә туҡмалып ҡайтҡайны, хәҙер иһә беҙҙекеләрҙең урындағы полиция, ҡунаҡхана хеҙмәткәрҙәре менән дыу килеп һуғышыуы тураһында хәбәр итәләр. Ундай-бындай ғына ерҙә түгел, ә Анталияның биш йондоҙло «Laphetos Beach Resort» отелендә. Ни булған, тиһегеҙме? Һуң, Рәсәй кешеһенең ялды нисек үткәрергә яратҡанын беҙгә һөйләргә түгел инде. Ял итергә килгән өс ҡыҙыҡайыбыҙ ҡунаҡхана фойеһында дискотека ойоштормаҡсы була. Музыка отель хужаһы малайына оҡшап етмәй. Һәм ул, ҡыҙҙар һөйләүенсә, йоҙроҡтарын «эшкә егә», бер ҡыҙҙың өс тешен шундуҡ емерә һуға. Тауышҡа ҡунаҡханала йәшәүселәр йыйыла. Күптәре – Рәсәй туристары. Артабан ни булғанын тойомлай торғанһығыҙҙыр...
Төрөктәр тамам беҙҙән ялҡты шикелле. Һуң, унда бит беҙгә уңайлы: 15 мең һумыңды ғына сығарып һалаһың, кем әйтмешләй – «все включено»! Ғарҡ булғансы аша, эс, холҡоңдо күрһәт. Һин үҙ илеңдә түгелһең, берәү белмәй, берәү бот сабып һөйләмәй. Туризм йәһәтенән табыш килтерә лә ул Рәсәй кешеһе, әммә урындағы ябай халыҡ беҙҙекеләрҙе күрергә бик ашҡынып тормай. Йәй үткәнсе, «бәрхәт осор» тамамланғансы тағы ниҙәр булыр? Ә бер көн килеп Рәсәй туристары Төркиәгә бойкот иғлан итеп, ялға барыуҙан баш тартһа, унда көрсөк башланмаҫ тимә! Былай ҙа ул «ғәләмәт» тиҙ генә сигенергә теләмәй.
Көрсөктөң яңы тулҡыны яҡынлаша?!
Әле ҡасан ғына эксперттар, көрсөк артта ҡалды, ҡулланыусылар ихтыяжы етештереү кимәле менән бер тигеҙ үҫә, валюталар «тынысланды», банкылар халыҡҡа ҙур теләк менән кредит бирә башланы, эшһеҙлек кәмене, тип ышандырырға маташа ине. Баҡһаң, иң «кәттәһе» беҙҙе алда көтә икән. Бөтә донъя банкы президенты Роберт Зеллик Австралия журналистарына интервью биргәндә нәҡ шулай тигән дә. Уның әйтеүенсә, һуңғы ике-өс аҙнала ғына донъя «ҡурҡыныс һәм яңы фазаға күскән», ә ҡайһы бер илдәрҙең иҡтисады үтә ныҡ «ҡаҡшаған». Бер һөйләм менән аңлатҡанда, беҙҙең 2008 йылға ҡарағанда ла «дауыллыраҡ» көрсөккә килеп терәлеүебеҙ бар.
Эйе, август фетнәһеҙ түгел. Уның лидеры кемдер? Тәүҙә АҡШ дефолт алдында ҡалтыранып торҙо, унан Лондон йәштәре «иҡтисади яҡтан байыны». Хәйер, бында августы ғына ғәйепләү дөрөҫ түгел, төрлө тарафта һәр айҙа ла фетнә тыуып ҡына тора. Ана, Ливияны ҡасандан бирле «сәйнәйбеҙ». Был ил кемдеңдер тамағына һөйәк булып торған инде. Хәйер, кемдекенә икәнен үҙегеҙ ҙә һиҙәһегеҙҙер.
Рәсәй фетнәгә ҡаршы тороп өйрәнгән. Ул нимә? Был турала уйларға ваҡыт юҡ, беҙҙә праймериздар бара. Ә социаль сығымдарҙың бер туҡтауһыҙ үҫеүен иҫтә тотоп, алда торған Сочи Олимпиадаһына (2014 йыл) әҙерлек, унан да һуңыраҡ футбол буйынса донъя чемпионатын (2018 йыл) үткәреүгә тотоноласаҡ һумдарҙы һанаһаҡ... Аналитиктар иһә йыйған аҡсаһын юғалтмаһын өсөн рәсәйҙәргә бурыстарын түләп бөтөрөргә, ҙур әйберҙәр һатып алырға кәңәш итә.
Ә көрсөктән ҡотола алмаған Европа халҡы был ваҡытта, ниндәй генә әмәлдәр ҡылайыҡ, тип баш вата. Тиҙҙән унда яңы хөкүмәт тә барлыҡҡа килмәксе. Эйе, эйе, президенты менән. Был хөкүмәт евро зонаһына инеүсе илдәрҙең иҡтисади курсы менән хакимлыҡ итәсәк. Германия канцлеры Ангела Меркель һәм Франция Президенты Николя Саркози шул хаҡта һөйләшеп килешкән. Шул берҙәм хөкүмәт кенә (уның составында дәүләттәр, министрҙар кабинеттары етәкселәре буласаҡ) Европалағы көрсөктө «йүгәнләй» аласаҡ, тигән фекерҙә был ике әшнә. Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума, тигәндәре ошолай булалыр. Ә евро курсы долларға ҡарата төшә бара.
Доллар тигәндән, Америкала тыныс, фетнә тураһында һүҙ булыуы ла мөмкин түгел. Штаттар буйлап өп-өр яңы хәбәр йөрөй. Халыҡ Обаманың ил буйлап сәйәхәтен, унан бигерәк, уның супер-«текә» транспортын күҙәтә.
Ғифриттәй автобус һәм йылмаяҡ Барак
Барак әфәнденең абруйы илендә бермә-бер төшә бара. Уның эшмәкәрлеге менән американдарҙың 43 проценты ҡәнәғәт түгел, имеш («Gallup» тикшеренеү компанияһы мәғлүмәте). Был күрһәткес килеп тыуған иҡтисади хәл-торошҡа бәйле.
Ә Обаманың быға иҫе лә китмәне. Әле ул һайлау алды турнеһы менән Урта Көнбайышҡа сығып китте. Президенттың сығыштарынан бигерәк, халыҡты ғәләмәт ҙур, ҡап-ҡара автобус ҡыҙыҡһындыра, имеш. 1,1 миллион долларлыҡ бронялы транспортты махсус рәүештә ошо сәфәр өсөн алғандар. Дөрөҫ, автобустың эсендә нимә барлығын ғына белә алмай халыҡ, уны сер итеп тота Барак.
«Беҙгә әллә ҡасан уҡ ошондай транспорт кәрәк ине», – тип маҡтаныңҡыраған махсус хеҙмәт вәкилдәре. Ниһайәт, икәүҙе эшләткәндәр икән. Береһе Обамала булһа, икенсеһе менән һайлау алдынан уның республика фирҡәһенән оппоненты йөрөй аласаҡ.
Ишектәре 12 см ҡалынлыҡта, тәҙрә һәм шиндар пуля үтмәҫлек, «борт»та кислород запасы ла бар. Беҙҙә лә һайлауҙар көтөлә...
Әйткәндәй
Һайлау тигәндән, бынан егерме йыл элекке август фетнәһе ҡырғыҙстан тигән айырым дәүләт «тыуыуына» булышлыҡ иткәйне. Шундай дауылда бар булған илдә лә осҡондар ҡабынып-ҡабынып ала. Былтыр күршеләребеҙҙә бола ҡубып, ҡырғыҙ дуҫтарға илдең яңы юлын һайлау мөмкинлеге бирелде. Әле унда президент һайлауҙарына әҙерләнәләр. Барлығы 82 (!) кандидат теркәлгән. 16-һы ғына төрлө сәйәси фирҡәләрҙән, ә ҡалғандары – үҙ-үҙен күрһәтеүселәр.
Кандидаттарҙың күплегенә төрлөсә ҡараш белдерәләр. «Адилет» хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы етәксеһе Чолпон Джакупова әйтеүенсә, ҡырғыҙстанда «президентлыҡҡа барып ҡайтыу» тигән иң интригалы уйын башланған.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе