11.09.2010 Милләтең кем?
Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыуға бер айҙан саҡ ҡына артығыраҡ ваҡыт ҡалды. Төпкөл райондарҙа сара әле үк бара. Әйтергә кәрәк, был акцияла биреләсәк һорауҙарҙың «ҡытыршы» тип йөрөтөлгәндәре лә билдәләнгән. Үткән перепистә асыҡланыуынса, милләте, килем сығанағы тураһындағы һорауҙарға халыҡ теләр-теләмәҫ кенә яуап бирә икән. Тағы бер ҡат иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һеҙҙән берәү ҙә ғаиләгеҙгә күпме аҡса ингәнен һорамаясаҡ. Ә ҡайһы халыҡ вәкиле булыуығыҙҙы иҫәп алыусыға тик үҙегеҙ генә әйтә алаһығыҙ (ғаиләгеҙҙең башҡа ағзалары түгел). Ғөмүмән, халыҡты һанағанда милләт тә мөһим роль уйнай. Перепись – илдә ниндәй халыҡтар йәшәгәнен күрһәтеүсе берҙән-бер сара. «Росстат»тың халыҡ иҫәбе һәм һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы Ирина Збарская «Росбалт» агентлығына ла ошо хаҡта һөйләгән.
– 2002 йылда милләт тураһында һорау индереү-индермәү хаҡында бәхәстәр ҙә булғайны. Барыбер ыңғай хәл ителде. Әлегеһендә лә буласаҡ. Шулай ҙа бланкыла «Яуап биреүҙән баш тартам» тигән билдәһе лә бар. Был Рәсәй Конституцияһының 26-сы статьяһына («Бер кем дә үҙ милләтен билдәләүгә һәм күрһәтеүгә мәжбүр ителергә тейеш түгел») ярашлы ҡуйылды. Әйткәндәй, перепись – милли составты асыҡлай торған берҙән-бер сығанаҡ. Былай ҙа документтан милләт графаһы алып ташланды бит. Кемдер быны сәйәсәттә ҡуллана. Беҙ – статистиктар, ә сәйәсмәндәр түгел. Шуға ла переписчик кеше ни әйтә, шуны ғына яҙа. Хатта граждан үҙен «хоббит», йә «гоблин» (кәрлә мифологик зат) тиһә лә. Шундай хат килгәйне беҙгә, бер ир зарланып яҙған: «ҡатыным минең өсөн яуап биргән дә, милләтемде дөрөҫ күрһәтмәгән...» Ошоно иҫәпкә алдыҡ, быйылғы перепистә 14 йәштән өлкән кеше үҙ милләтен үҙе генә күрһәтергә хоҡуҡлы.
2002 йылда 800 самаһы кеше үҙен элек булып «юғалған» милләт вәкиле итеп күрһәткәйне. Хәҙер этнографтар ике мең самаһы милләттең тергеҙелеүен фаразлай. Ә теге йәки был милләттең бөтөнләй юғалыуы теркәлмәгән әле.
Әйткәндәй
Күсеп килеүселәр иҫәбенә Рәсәйҙә әрмәндәр 532 меңдән 1 миллион 130 меңгә еткән, әзербайжандар – 336 меңдән 622 меңгә, тажиктар – 38 меңдән 120 меңгә, ҡытайҙар 5 меңдән 35 меңгә тиклем артҡан.
һорау-яуап
– Һалым органдары, федераль миграция хеҙмәте иҫәп ҡағыҙҙары мәғлүмәттәрен файҙалана аламы? Уларҙы кемгә ҡулланырға мөмкин?
– Үрҙә телгә алынған ведомстволар һәм башҡа дәүләт органдары, ғилми ойошмалар үҙ эшендә бары тик 2010 йылғы иҫәп алыу акцияһының йыйылма һөҙөмтәләрен генә файҙалана ала. «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тураһында» Закон перепись бланкыларындағы яҙыуҙарҙы таратыуҙы тыя.
– Алдан иҫәпләү буласаҡмы?
– «Росстат» илдең төпкөл биләмәһендә иҫәп алыу үткәреү өсөн махсус план төҙөгән. Рәсәйҙә шундай райондар һаны 162-гә етә. Улар 26 төбәктә урынлашҡан, халҡы яҡынса 500 мең кеше. Бында иҫәпләү 1 апрелдән башланған, декабргәсә дауам итәсәк. Ямал-Ненец Автономиялы Округында, мәҫәлән, халыҡты һанау апрелдең тәүге көнөндә башланды. Был ваҡытта бында Болан аҫраусы көнө уҙғарыла, тундра күскенселәре ауыл-ҡасаба тирәһенә яҡыныраҡ урынлаша. Шунлыҡтан переписчиктарға тап ошо көндәрҙә иҫәп алыу уңайлы. Август – сентябрҙә һыу транспорты менән барырға мөмкин булған райондарҙа акция дауам итә. Июндә перепись – Магадан өлкәһендә, июлдә – Яҡут-Саха, Бүрәт Республикаларының, Свердловск өлкәһенең төпкөл райондарында үтте.
– Иҫәп алыу һөҙөмтәләрен ҡасан беләсәкбеҙ?
– Халыҡ һаны (шул иҫәптән ирҙәр, ҡатындар иҫәбе хаҡында айырым) тураһында яҡынса мәғлүмәт 2011 йылдың апрелендә баҫылып сығасаҡ. Бында шулай уҡ ауыл-ҡала халҡының да һаны күрһәтеләсәк. Тулы һөҙөмтәләр 2011 – 2012 йылдарҙа тематик томдар булып сығасаҡ (тәүге томдарҙа – халыҡ иҫәбе, йәш һәм ғаилә күрһәткесе, белем, милләт, йәшәү сығанаҡтары).
– Мигранттар, «бомж»дар нисек һанала? Халыҡтың ниндәй ҡатламын иҫәпләүе ауыр?
– Улар менән эшләргә РФ Эске эштәр министрлығы, федераль миграция хеҙмәте ярҙам итә. Асарбаҡтарға, ашатабыҙ, кейендерәбеҙ, перепистә ҡатнашығыҙ, тип хәбәр генә еткер – барыһы ла киләсәк. Үткән иҫәп алыу акцияһында улар өсөн махсус пункттар булдырылғайны.
Ә бына 2002 йылда переписчиктарға мөһабәт коттедждарҙа ҡапҡа асмағандар.
– Иҫәп алыусының үҙ бурысын намыҫлы башҡарыуына, ялған мәғлүмәттәр яҙмауына гарантия бармы?
– Переписчиктар ентекле уҡытыла. Улар бер көндә сама менән 50 кешене иҫәпләргә тейеш. Акция барышын инструкторҙар тикшерә.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе