13.08.2011 Ерҙе ҡотҡарырға Экзюпери геройын саҡырайыҡмы әллә?
Япониялағы ер тетрәү Антарктидала ғәләмәт ҙур айсбергтың аҡтарылып сығыуына булышлыҡ иткәнен асыҡлағандар. НАСА белгестәре махсус радар менән тикшереп алған фотоһүрәттәр күрһәтеүенсә, аҡтарылған боҙҙоң майҙаны – алтыға туғыҙ саҡрым, ҡалынлығы – 80 метр. Цунами шул тиклем ҡеүәтле булған, хатта ки Антарктида менән көньяҡтағы океан ярҙарына тиклем барып еткән. Антарктидаға юлдың 13 мең саҡрым самаһы икәнен иҫәпкә алғанда, тулҡындарҙың көсөн күҙ алдына килтерегеҙ инде. Тағы ниндәй сюрприздар булыр? Тәбиғәт ғәрәсәтенән башты ҡомға йәшереп кенә ҡотолоп булһа икән дә.
Тулҡын тигәндән, Англия тарафтары ла «тулҡынлана» бит әле.
Бөйөктәр урамға сыҡҡан
Бөйөк Британияла бына нисәнсе көн инде бола тынмай. Унда мәхшәр: машиналар, биналар яна, эшһеҙ йәштәр магазин тәҙрәләрен, кәштәләрен ҡыра, полицейскийҙарға һөжүм итә. Хатта урланған экскаваторҙар ҙа «хутҡа» ебәрелгән. Был тәртипһеҙлектәрҙе туҡтатыр өсөн ил хөкүмәте Премьер-министры Дэвид Кэмерон, министрҙар, парламентарийҙар отпускыларынан эшкә сығырға мәжбүр булған. Нимә булды һуң бында? Халыҡ ниңә шаша? Һуң, әлеге лә баяғы уйлап еткерелмәгән сәйәсәт алып барыу инде. Ул социаль түләүҙәрҙең ҡыҫҡарыуына булышлыҡ итә, эшһеҙлек үҫешенә килтерә. Белгестәр ҙә социаль-иҡтисади сәйәсәттең кире һөҙөмтә күрһәтеүен әйтә. Исмаһам, күршеләренән күреп, фәһем алһын ине был етәкселәр. Ошондайыраҡ сәйәсәт 2005 йылда ғына Франция халҡын да буйтым болартҡайны бит.
Ошо көндәрҙә Лондон урамдарында 16 мең самаһы полиция хеҙмәткәре тәртип урынлаштырырға маташҡан. Боланы, башлыса, Лондондың иммигранттар йәшәгән райондары йәштәре сығара, имеш. Барлығы 500-ләп кеше ҡулға алынған, полиция яғынан да зарар күреүселәр бар. Баҡтиһәң, ғауғаға полиция менән атышта 29 йәшлек ҡара тәнле егеттең һәләк булыуы ҡуҙ өҫтәгән.
Ғөмүмән, Англияла бола тыуыуға «уңайлы шарттар» бар шул. Көрсөктән йүнләп сығып та бөтмәгән ил етәкселеге һалымдарҙы күтәреп, социаль түләүҙәрҙе ҡыҫҡартып маташа. Йәнәһе, бюджет дефицитын кәметергә теләй. Әлеге хәлдән халыҡҡа яҡыныраҡ торған лейбористар файҙа алмаҡсы, консерваторҙар иһә гелән йәмғиәттең «ҡалъялы» ҡатламы янында йөрөй.
«Был боланы хөкүмәт әҙселек маршы тип атайҙыр инде. Дэвид Кэмерон, һин, бөйөк йәмғиәт төҙөйөм, тиһең, ә иң бөйөгө урамда сығыш яһай бит. Улар һинең илдә нимә эшләүең менән риза түгел», – тигән лейбористар фирҡәһе лидеры Эд Милибэнд. «Маладис»тан башҡа ни әйтәһең. Бер ҙә ҡурҡмайынса, рәсми рәүештә бөтә донъя ишетерлек итеп, хөкүмәткә ана ҡалайтып һүҙ әйтә ала.
Бындағы тәртипһеҙлектәр ни тиклем тиҙерәк туҡтатыла, иҡтисадҡа ла шул тиклем әҙерәк зыян киләсәк.
Дөйөм талау «акция»һы Бөйөк Британияның башҡа ҡалаларына ла күсеп бара. Парламент йәйге каникулынан сыҡты, депутаттар хәҙер нимә эшләргә белмәй баш вата. Ғөмүмән, бындағы халыҡ ваҡыты-ваҡыты менән баш күтәреп торған. Әле лә тулышҡан шеш һытылған да түбән ҡатлам урамға сығырға мәжбүр булған, тик боласыларҙың этник составы ғына үҙгәргән. Был йәһәттән дә бер ҡайҙа ла ҡасып ҡотола алмай ил етәкселеге. Сөнки элекке колонияларҙан күсеп килеүселәр быуыны бөгөн дә ғәҙелһеҙлектәр ҡорбаны булып торғанын иҫләгән инде. Етмәһә, полицейский ҡара тәнле егеткә атҡан. Юҡ, Рәсәйгә бындай бунттар янамай. Беҙҙә традициялар икенсе.
АҡШ-ҡа «һөйөү» менән
«ҡыуып етербеҙ, уҙып китербеҙ Американы», – тигән йыр була торғайны беҙҙең заманда, тип һөйләй ололар. Улар хыялланғанды ейәндәре эшләй инде. Нимәләр буйынса уҙып киткәнде аңғара торғанһығыҙҙыр. Әммә ярыш һәр юҫыҡта дауам итә. Улар «А» тиһә, беҙ һә тигәнсе үк «Б» тип әйтеп өлгөрәбеҙ. Аша атлап ҡараһындар, һәр аҙымдарына яуабыбыҙ бар. Ана, АҡШ-тың Дәүләт департаменты «Hermitage Capital» юрисы Сергей Магнитскийҙың үлеменә бәйле эштә ҡатнашыуы мөмкин булған Рәсәй чиновниктарының «ҡара исемлеген» төҙөп сығарыуы булды, беҙҙекеләр, йәғни РФ Сит ил эштәре министрлығы вәкилдәре Рәсәй граждандарының хоҡуғын боҙоуҙа ғәйепле тип һаналған Америка сәйәсмәндәренең өп-өр яңы исем-шәрифтәре теҙмәһен яҙып та һалды. «Инерһегеҙ бына Рәсәйгә!» – тигән һымағыраҡ янау ҙа эләкте тегеләргә. Рәсәй төҙөгән «ҡара исемлек»кә Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәренә аяҡ салыусылар ингән. Америка тигәндән, һай, етеҙ ул американдар. Әле генә дефолттан саҡ ҡотолоп ҡалдылар, Барак әфәнденең юбилейын да үткәреп ебәрҙеләр, хәҙер килеп уңға-һулға үҙ талаптарын ҡуя ла башланылар.
Америка сенаторҙары Ирандың Үҙәк банкыһына ҡарата санкция индермәксе. Аһ, аһ, ни өсөн, тиерһегеҙ. Маҡсат бер – Иран, ядро программаһын туҡтатып, үҙенең халыҡ-ара бурыстарын ентекле үтәй башлаһын. 100 сенаторҙың 92-һе ҡул ҡуйған документта, Ирандың Үҙәк банкы Тәһрандың Америка һәм халыҡ-ара санкцияларҙы урап үтеүгә йүнәлтелгән стратегияһында төп ролде уйнай, тип белдерелә. «Кем беҙгә союздаш булырға теләй, әйҙә, Иранға ҡаршы эшләйек», – тип саҡыра сенаторҙар. Дөрөҫ, ниңә унда Иран ғына ядро ҡоралын һаҡлап ятырға тейеш?! Ә АҡШ-ҡа һуғыш асһа? Америка үҙ маҡсатына табан елле аҙымдар менән бара – һәммәһен дә тик үҙе генә контролгә алмаҡсы. Бер һүҙ менән әйткәндә, буйһондормаҡсы. Беҙҙең дә «шкафта үҙ һөлдәбеҙ» бар.
Кавказ, буйһон!
Үткән замандың бер бөйөгөнөң «Покорись, Кавказ...» тигән шиғыр юлдары иҫкә төштөсө. Юҡ, тыңларға уйламай ҙа Пушкинды ул төбәк. Мәскәү нисек кенә ярҙам ҡулы һуҙмаһын, күпме генә аҡса бирмәһен, Кавказыбыҙ, баҡһаң, һаман көрсөктә йәшәй икән. Ахырҙа, белгестәр шундай һығымта яһап маташа: төбәк үҙенә аҡса эшләргә тырыша, тик йә менталитет ҡамасау итә, йә террорсылар. Төньяҡ Кавказ тураһында һүҙ барғанын аңлағанһығыҙҙыр инде. Бер нисә аҙна элек Премьерыбыҙ Путин да был яҡтарҙа туризм үҫешенә нимә аяҡ салыуын аңғартып, борсолоуын белдергәйне (иҫеңә төшөр: «Йәшлек», 6 август, «Һул яҡҡамы, уң яҡҡамы?»). «Күпме генә аҡса һалма, Төньяҡ Кавказда туристик үҙәктең булыуы яҡын киләсәктә көтөлмәй», – ти Рәсәй туроператорҙар ассоциацияһы вице-президенты Алексей Крылов. Быға өс сәбәп бар. Беренсенән, был тарафта хәүефтән ҡурҡалар, хеҙмәтләндереү кимәле түбән, хаҡы һәм сифатын сағыштырғанда ла, сит ил курорттарынан ҡиммәт. Эйе, бындағы туристик зоналарҙы финанслауҙың һөҙөмтәһе юҡ.
Ярай, туризм менән алдыра алманылар, ти, ә нефть? Чечняла бай ятҡылыҡ та бар. Йылына төбәктә нефть сығарыуға 5–15 лицензия һатыла. Етмәһә, бер нисә көн элек кенә республика Президенты Рамзан ҡадиров, Чечня дотацион булыуҙан туҡтап, донор-төбәк булырға тейеш, тип белдерҙе. Әммә эксперттар таулы төбәктә икенсе Төмән йә Ханты-Манси яһап булмаясағын яҡшы аңлай.
Террорға килгәндә, проблеманы дөрөҫ аңлау мөһим. Был юҫыҡта Кавказ бик тә сетерекле хәлдә. «ALTE ET CERTE» аналитика бюроһы етәксеһе Андрей Епифанцев дөрөҫ фаразлай кеүек: «Әлбиттә, иҡтисади проблемаларҙы хәл итеү яҡшы, әммә ул террорҙан ҡотҡармаясаҡ. Бының сәбәбе Мәскәүҙә, уның идара итеү ысулында». Имәндә икән сәтләүек, тигән һымаҡ була инде. Үҙең аңла ла, үҙең һығымта яһа, уҡыусым. Сәтләүектең нисек ҡаты булыуын ишеткән бар. Ана, Тимошенконы ла шуның менән сағыштырғайнылар ҙа ул...
«Ул оҙағыраҡҡа хөкөм ителергә тейеш»
ЛДПР лидеры йәйен нисек үҙенең «сағыу» тауышын ишеттермәй тора әле, тип көйөнгәндер әле күптәр. Юҡ, ул ял итмәй. Владимир Жириновский Украинаның элекке Премьерына ҡаршы «ғәҙел көрәш» алып бара. Уның «Русская служба новостей»ға биргән интервьюһын ишетһәң, нәҡ шулай тип уйлайһың да. Жириновский Юлия Тимошенконы төрмәгә оҙаҡҡараҡ ваҡытҡа ултыртырҙар тип өмөтләнә икән. «Көнбайыш был сая ҡатынды ҡулға алыуға бик ҡаршылыҡ күрһәтте, тимәк, ошоноң менән Тимошенконың ғәйебе раҫлана. Көнбайыш үҙ агенттары өсөн һәр саҡ борсола», – ти Владимир Вольфович. Бик ҡаты ғына әйтә әле ул. Тағы: «Беҙ Юлия Тимошенконың ҡулға алыныуын хуплайбыҙ. Ул – тәнендә тамға ҡуйырға ла урын ҡалмаған аферистка, Гайдар, Чубайс кеүектәр бергә ҡушып яһалған украин коктейле!» – тип тә өҫтәй. Ай-һай, Жириновский, Юлияны, украин олигархтарының атаманы, тип дөрөҫ атаныңмы икән?
Тимошенконы нимәлә ғәйепләгәндәрен беләһегеҙҙер: ул 2009 йылда «Нефтегаз Украины» һәм «Газпром» араһында законһыҙ рәүештә килешеү төҙөгән. Шәхси ихтыяжы менән Рәсәй газының мең кубометрына 450 доллар хаҡҡа ризалашҡан. Әгәр экс-премьерҙың ғәйебе раҫланһа, уға 10 йылға тиклем «рәшәткә арты» янай. Етмәһә, язаны бер ниндәй ҙә шартлыһына алмаштырыу мөмкинлеге булмаясаҡ. Европа бының менән килешмәй, әлбиттә. Евросоюз вәкилдәре, хөкөм язаһы «төбөндә» сәйәси мотивтар, ята тип белдергән. Нисек кенә ҡотолор «матур толом» был язанан? Әйткәндәй, Тимошенко камералашын насар ғәҙәттән ҡотҡарған. Теге ҡатын тәмәке тартыу менән мауыҡҡан. Юлия нотоҡ уҡый торғас, тартмаясағын белдергән һәм алмашҡа һағыҙ алған. Үәт, маладис, Юлия!
Ә Терминаторҙы кем ҡотҡарыр?
Европа тигәндән, ул ҡәтғи ҡағиҙәләре менән, уларҙың ысынлап та үтәлешен талап итеү йәһәтенән һәммәһенә өлгө булырлыҡ. Мәҫәлән, Австрияла йәмәғәт урындарында тәмәке тартыу тыйыла. Быны берәү ҙә инҡар итә алмай. Тыйыла, тимәк, ярамай. Ә Арнольд Шварценеггер, Америкала йәшәйем тигәс тә, тыуған иленең ҡағиҙәләрен онотоп киткән, ахыры. Аэропортта тәмәке тартҡаны өсөн хәҙер уға штраф түләргә тура киләсәк. Бер түгел, ике ҡала аэропортында сигара менән күргәндәр уны. 200 евроһын сығарып һала инде. Әлбиттә, тәүҙә, сигаранан төтөн сыҡмаған, шуға ул яуаплылыҡҡа тарттырылмаясаҡ, тип тә белдергәндәр, тик Австрия властары, шундай «йондоҙ»ҙоң тәмәке менән халыҡ араһында күренеүе генә лә йәштәргә насар өлгө биреүенә хәүефләнеп, «Терминатор»ҙы йәлләмәҫкә булған. Шуныһы ла бар: Австрияла ваҡ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн Америка граждандарын яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында килешеү төҙөлмәгән, имеш, шуға был штраф түләнерме юҡмы, асыҡ билдәле түгел. Бөйөк киноактер, сәйәсмән көшөлөгөн бер аҙ бушатыуҙан ҡотола алмаҫ, буғай.
Тәртипкә өйрәнергә Европаға барырғамы икән? Беҙҙә, ни, тәмәкене йәмәғәт урындарында, киреһенсә, тағы ла күберәк тарталар, унда бит кеше лә күп, тимәк, «за компанию» әшнәләр ҙә табыла. Эттәр ырылдашып-өрөшөп таныша, тигәндәй, беҙҙекеләр бер-береһенең ауыҙына тәмәке төтөнө өрөп танышып китә. Дә-ә, әлдә Европа алыҫ…
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Оҡшаш яңылыҡтар
13.08.2019 - Сәйәсәт Оперативное совещание в Правительстве Республики Башкортостан: прямая трансляция 13 августа 2019 год
09.08.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла
12.07.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Кинология үҙәген асыуҙа ҡатнашты
23.03.2019 - Сәйәсәт Владимир Путин поздравил жителей Башкортостана со 100-летием образования республики
12.03.2019 - Сәйәсәт Радий Хәбиров Чехияның Рәсәйҙәге илсеһе Витезслав Пивонька менән осрашыу үткәрҙе